Бөтә яңылыҡтар
Начальная школа
3 Декабрь 2018, 15:28

Аҙна – ваҡыт үлсәү берәмеге

Маҡсат. Ваҡыт үлсәү берәмеге – аҙна менән танышыу; ваҡыт берәмектәре тураһында белемдәрен киңәйтеү; дәү­мәлдәрҙе сағыштырғанда уларҙың бәйләнешен асыҡлау, һандың өлөшөн, өлө­шө буйынса һанды табыуға мәсьәләләр сисеү; ваҡыттың ҡәҙерен белергә өйрәтеү.
Йыһазландырыу. Ноутбук, проектор, презентация, карточкалар, таблица.

Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле.
1. Математиканы, дуҫтар,
Яратмау мөмкин түгел.
Яҡшы белем алам тиһәң,
Тырышырға кәрәк гел!
– Уҡыусылар! Бөгөн беҙҙең дәрескә уҡытыусы апайҙар килгән. Әйләнеп, уларҙы сәләмләйек. Тыныс ҡына урындарға ултырҙыҡ.
– Башланып китте дәрес,
Беҙ дөрөҫ ултырабыҙ.
Дүртле, бишле билдәләрен
Көн һайын арттырабыҙ!
– Уңыштар һеҙгә!
II. Математик диктант. 1.100 эсендә ғәмәлдәрҙе иҫәпләүҙе ҡабатлау. Һандың өлөшөн һәм өлөшө буйынса һанды табыу.
Яуаптарҙы ҡағыҙ биттәренә яҙығыҙ:
1) 3 һәм 7 ҡабатландығын тап;
2) 80 һәм 2 һандарының бүлендеген иҫәплә;
3) 70-тән алда килгән һанды яҙ;
4) 22 һәм 21 һандарының суммаһы күпме?
5) 9 һәм 5 һандарының ҡабатландығын яҙ;
6) 100-ҙән 6-ға бәләкәйерәк һанды бел;
7) 20 һәм 2 һандарының ҡабатландығына 1-ҙе ҡуш;
8) 7 тиҫтәнән 7 берәмек күпмегә кәм?
9) 9 тиҫтәне 3 тиҫтәгә кәметергә;
10) 95 һәм 15 һандарының айырмаһын тап.
Яуаптар: 21, 40, 69, 43, 45, 94, 41, 63, 60, 80.
–Яуаптарығыҙҙы тикшереп, баһа ҡуйығыҙ!
1 хата ла булмаһа – “5”; 1 хатаға – “4”; 2 хатаға – “3”.
– Кемдең бер хатаһы ла булманы? Афарин! (Йыйып алыу.)
2. Йоп һандар: 40, 94, 60, 80. Таҡ һандар: 21, 69, 43, 45, 41, 63.
– Ошо һандарҙы арта барыу тәртибендә әйтегеҙ: 21, 40, 41, 43, 45, 60, 63, 69, 80, 94.
– Һандарҙы кәмей барыу тәртибендә әйтегеҙ: 94, 80, 69, 63, 60, 45, 43, 41, 40, 21.
3. “¤лөш”тө табыуға мәсьәләләр.
– Ҡауындың массаһы – 8 кг. Ҡауындың 1/2 өлөшөндә нисә кг?
– Киҫектең 1/3 өлөшө – 9 см. Киҫектең оҙонлоғо нисә см?
– Сәғәттең 1/3 өлөшөндә нисә минут?
–Тәүлектең 1/8 өлөшөндә нисә сәғәт?
Яуаптар: 4 кг; 27 см; 20 минут; 3 сәғәт.
4. Сәғәт циферблаты төшөрөлгән һү­рәт­тәрҙе алдыҡ. Кәңәшләшеп, миңә ва­ҡытты күрһәтегеҙ (парлы эш).
Әле тәүлектең беренсе яртыһы: 3 сәғәт 25 минут, 9 сәғәт, 11 сәғәт 15 минут.
Тәүлектең икенсе яртыһы: 15 сәғәт 25 минут, 21 сәғәт, 23 сәғәт 30 минут.
III. ¤й эшен тикшереү.
а) сәғәттә күрһәтергә: 1/2тәүлек = 12 сәғәт; 1/4 тәүлек = 6 сәғәт; 1/12тәүлек = 2 сәғәт; 2 тәүлек = 48 сәғәт; 3 тәүлек = 72 сәғәт;
б) минутта күрһәтергә: 1 сәғәт = 60 минут; 1 сәғәт 25 минут = 85 минут;
в) секундтарҙа күрһәтергә: 1 минут 2 секунд = 62 секунд; 1 минут 40 секунд = 100 секунд.
IV. Яңы теманы асыҡлау.
Аяҡһыҙ һәм ҡулһыҙ,
Ә үҙе бик шәп йүгерә.
Нимә ул? (Ваҡыт, сәғәт уҡтары.)
– Уҡыусылар, һәр төркөм бағанала бирелгән биремдәрҙе үтәй.
А 50 * 2=100 Т45 : (56 – 47)*10 = 50
Н 60 → 1/4 =15 Ҙ 65 : 5=13
Й 46 : 23=2
100 13 15 100
А Ҙ Н А
– Бөгөнгө дәрестең темаһы ниндәй булды инде? Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырһығыҙ? Маҡсат: яңы ваҡыт берә­меге – аҙна менән танышыу, белемдәребеҙҙе мәсьәләләр сискәндә ҡулланыу.
V. Яңы белемде асыу. Нимә ул аҙна? (Ваҡыт үлсәү берәмеге.) Бер аҙнала нисә тәүлек? (7 тәүлек.) Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең фаразлауҙы китаптан тикшерәйек.
– Бер аҙна = 7 тәүлек.
– Ә бөгөн аҙнаның ниндәй көнө? Кисә? Элеккегөн? Иртәгә? Иртәнән һуң? Аҙна ниндәй көн менән бөтә?
Таҡтала эш. (Аҙна исемдәре яҙылған карточкаларҙы дөрөҫ итеп бер рәткә теҙеү.)
– Элек аҙнала йәкшәмбе ял көнө һаналған. Ул рус телендә “не делать” һүҙе­нән килеп сыҡкан. Ә бер аҙна – ул 7 тәүлек, йәғни бер йәкшәмбенән икенсе йәкшәмбегә тиклемге арауыҡ.
– Һеҙҙең алдығыҙҙа календарҙар ята. Календарь буйынса айҙа нисә тулы аҙна икәнен әйтегеҙ.
4 тулы аҙна + 3 көн (йә 2 көн) = 31 көн (йә 30 көн).
Февралдә 4 аҙна. 28 көн: 7 көн = 4 аҙна.
– Үҙегеҙҙең тыуған көнөгөҙҙө табы­ғыҙ. Ул ҡайһы айҙа? Ниндәй көндә? Һеҙгә нисә йәш тула?
– Тимәк, ай нимәгә бүленә? (Аҙналарға.)
VI. Таҡтала эш.
1 йыл = ___ ай
1 ай = ___ аҙна
1 аҙна = ___ тәүлек
1 тәүлек = ___ сәғәт
1 сәғәт = ___ минут
1 минут = ___ секунд
VII. Белемде нығытыу. №3, 94-се бит (парлап эшләү).
Физминут.
Мәсьәлә №4 (в). Өлөш буйынса һанды табыу.
VIII. Йомғаҡлау. Дәрестең маҡсатын иҫкә төшөрөү. Беҙ дәрестә ниндәй яңы ваҡыт дәүмәлен өйрәндек?
IХ. Өй эше. Мини-проект. Аҙна исемдәре ни өсөн ошолай атала?
Х. Баһалау.

Г.Х. Хәйбуллина,
Ишембай районының Әхмәр урта мәктәбе уҡытыусыһы

Читайте нас: