Баланы уҡырға өйрәтеү осоро оҙайлы, шуға күрә был процесты 5 — 7 йәштә башлау хәйерле. Иң мөһиме – бала һүҙҙәрҙең график символ – хәрефтәрҙән төҙөлөүен аңларға тейеш. Быға балалар төрлө мәлдә төшөнә. Балаларҙың ҡайһыһылыр 5 йәштә йүгерек уҡый башлай, ә кемелер 7 йәштә лә уны ҙур ҡыйынлыҡ менән үҙләштерә. Был процестың төрлө психологик сәбәптәргә бәйле булыу ихтималлығын да күҙ уңынан ебәрергә ярамай.
Ғәҙәттә яй уҡыу һүҙҙәрҙе яй әйтеүҙә, йыш пауза яһауҙа, хәрефләп йә ижекләп уҡыуҙа, хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ атамауҙа сағыла. Етеҙ уҡыу күнекмәләрен үҫтереү өсөн түбәндәге эш төрҙәрен файҙаланыу яҡшы һөҙөмтәгә алып, килә.
1. Дәрес башында уйынлы разминка ойоштороу:
– танау аша һулыш алып, ауыҙ аша сығарыу;
– һулыш алыу, тотоу, сығарыу;
– тын алып, уны өлөшләп сығарыу һ.б.
2. Самолеттар оса – у-у-у.
Һуңынан тиҙәйткес йә телтөҙәткес әйтелә.
3. Таблица менән эшләү ҙә артикуляцион аппаратты үҫтерә. Бер нисә эш алымын миҫалға килтерергә була:
а) тартынҡы өнгә һуҙынҡыны ҡушып уҡыу. Мәҫәлән, 1-се рәт – «а»-ны, 2-се рәт – «о»-но, 3-сө рәт «у»-ны ҡуша. Йә 1-се тапҡыр – әкрен (хор менән), 2-се тапҡыр – тиҙерәк, ә өсөнсө тапҡыр тиҙәйткес темпында уҡыйҙар. Балалар ижекле таблицаны уҡып, уның ниндәй принципҡа ҡоролғанын аңлай, шул сәбәптән уҡығанда кәрәкле ижекте табыуы еңелләшә. Таблицаны горизанталь дә, вертикаль дә уҡып булыуы менән уңайлы;
Б К З С Т Р М Н В З Р Ш Л Н Х
Ж Л П Ф Х Ч Ш Б Р П Т С Т К Л
М Н Д Г М К Т Ф Т Р М Г Н Ж З
В Д Ф Х Ф Г М Н Б С К Т Ф М Н
П Т К З М В Д Г Б Ф К З Р Ч М
З С Ч К Т Ф Т Щ Д М Л Х В Д М
Д Г Р Ш К Т Б С Т Ц Т Р С Ч Ш
Т Р Г Х Л Д К В Ч Т Б Л М Н З
М Ф Т Ч С Б Н П Ж Л Ч Ш Г Х Р
Б С Л Н Р Г Л Ц М Б Д Ф Ж Ц Ж
Н Б С М Н П Р Л К Ф Х Ц Ч Ш П
Ф Щ М Ж Д Ш Х Ч М К Б П Р В С
К П Ш Л Ц З Ч К Л Н В Д Щ Ф Т
Р М Н П Ш Л Ж Ц С Х Р З Б Ч В
Ш Ч Ж Н Б В Д З Т Г П Ч Х Б К
б) ҡушып уҡырға өйрәткәндә тартынҡыларҙы алфавиттағы кеүек бэ, эр, ка, эл тип әйттереү артабан проблемаға алып килә. Дөрөҫ уҡырға өйрәтеү өсөн хәрефтәрҙе ҡыҫҡа әйттереү кәрәк. Юғиһә, ул бала тигән һүҙҙе бэалэа, атай һүҙен атэай тип уҡый башлай. Бындай осраҡ балала аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра, алға китеште тотҡарлай;
в) шулай уҡ
– б һәм а, ул ба була тип әйтеү;
– һүҙҙе хәрефләп б а л а тип уҡытыу ҙа хата.
4. Тәүҙә ике өндө ҡушып уҡытырға: да, ма, ла, лә, та, тә, һуңынан тик бер хәрефте генә алмаштырып, тал, бал, ҡал, һал кеүек ҡыҫҡа һүҙҙәрҙе уҡырға өйрәтергә күсеү – иң дөрөҫ, һөҙөмтәле алым.
5. Шулай уҡ, беренсе өндө һуҙып, мәҫәлән, м-м-мал, ҡ-ҡ-ҡа – л-л-ла, б-б-бу – р-р-ра тип уҡырға өйрәтһәң дә дөрөҫ.
6. Көйләп уҡыу, йәғни уҡығанда көйҙө ритмдарға бүлеп туҡылдатыу. Шулай иткәндә, баланың иғтибары үҫә, бер ритмда уҡырға өйрәнә.
7. Көн һайын һәр дәрестә геүләп уҡыу. (Уҡыу дәресендә – әҙәби әҫәрҙе 2-3 минут уҡыу, математика дәресендә – эштәрҙе, мәсьәләләрҙе, рус телендә ҡағиҙә, һүҙлек һүҙҙәрен уҡыу һ.б.)
Баланы етеҙ һәм дөрөҫ уҡытыу өсөн түбәндәге уйын һәм күнегеүҙәрҙе ҡулланырға ла була.
Уйын ҡатмарлаштырыла бара: «а»-ны – ҡыҙыл, «б»-ны йәшел ҡәләм менән һыҙалар; йә «а»-ны һыҙалар, ә «б»-ны түңәрәккә алалар.
Китапты һыҙғыларға ярамай, был уйын өсөн иҫке балалар журналдарын файҙаланып, ҡом сәғәте ярҙамында көн һайын 3 минут уҡытыу файҙалы. Уйында хәрефтәрҙе йыш алмаштырып торорға тәҡдим ителә. Һирәк осрай торған ф, ъ, щ хәрефтәрен дә эҙләтергә кәрәк.
«Хат»тағы хәрефтәр уҡыусыларҙың уҡыу күнекмәләре ниндәй кимәлдә үҫешеүенә ҡарап юйылған. Иң ябай вариант: ике һүҙгә – бер «юйылған» хәреф. Улар һүҙҙең уртаһында йә аҙағында осрай. Әгәр 2 – 4 эргәләш хәрефтәр «юйылһа», эш ҡатмарлаша.
Сюжетлы һүрәтте күмәкләп тикшерәләр. Артабан уның тураһында ғәҙәти булмаған ысул менән яҙырға ҡушыла. Мәҫәлән, беренсе бала һөйләмдәге – 1-се һүҙҙе, икенсеһе – 2-не, өсөнсөһө (парлашып уйнаған хәлдә – беренсеһе)3-сө һүҙҙе яҙа. Һәр кем үҙенә эләккән өлөштә тыныш билдәләрен ҡуя. Тыныш билдәләрен эш бөткәс тә ҡуйып сығырға була.
Бөтә балалар ҙа белгес ярҙамынан тыш өйҙә дөрөҫ, хатаһыҙ һәм етеҙ уҡырға өйрәнә алмай. Уҡырға өйрәнеү өсөн балала иғтибарлылыҡ, тырышлыҡ, күҙәтеүсәнлек кеүек сифаттар етерлек кимәлдә үҫешкән булырға тейеш. Бынан тыш, баланың теләге булыуы ла – мөһим шарттарҙың береһе. Ысынлап та, мәктәпкәсә йәштәге һәм беренсе класс балаларында уҡырға өйрәнергә ынтылыш һәм теләк тыуҙырыу юлдары күп түгел. Сөнки был йәштә уларҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ китаптар ҙур күләмле була. Был осраҡта нимә эшләргә һуң?
1. Бала менән ҡысҡырып уҡыу. Ата-әсә бер бит уҡыһа, бала бер һөйләм уҡырға тейеш. Шул рәүешле, баланың уҡыу күләме аҡрынлап арттырыла бара. Тора-бара ата-әсә менән бала бер үк күләмдә уҡый башлай.
2. Бәләкәй күләмле ҡыҙыҡлы китаптар табыу. Ул әкиәт, шиғыр, балалар өсөн энциклопедия, төрлө көләмәстәрҙән тороуы ихтимал.
3. Уҡыуға мотив тыуҙырыу, йәғни төрлө уйындар ярҙамында уҡыуға теләк уятыу.
4. Уҡыу бала өсөн язаға әйләнергә тейеш түгел.
5. Уҡыу өсөн кинофильм йә мультфильм төшөрөлгән әҫәрҙе һайларға тырышырға кәрәк. Был осраҡта тәүҙә әҫәр уҡыла. Ә киноһын ҡарағанда әҫәрҙәге бөтә ҡыҙыҡлы мәлдәр ҙә кинола экранлаштырылмауына иғтибар иттерелә. Шул рәүешле, кинофильм ҡарауға ҡарағанда әҫәрҙе уҡыу күпкә ҡыҙыҡлыраҡ булыуы асыҡлана.
6. Үҙегеҙ ҙә уҡығыҙ. Бала ата-әсәһенең уҡыуҙан ләззәт табыуын күреп үҫергә тейеш.
Уҡырға өйрәтеүҙә ата-әсә тарафынан йыш ҡабатланған хаталар:
1. Психик баҫым. Бала көтөлгән һөҙөмтәгә тиҙ генә ирешә алмаһа йә уҡыу материалын үҙләштергәндә ҡыйынлыҡ кисерһә, «Насар уҡыһаң, үҫкәс урам һепереүсе булаһың инде», «Яҡшы уҡымаһаң, урамға уйнарға сыҡмайһың» кеүек янауҙар ҡулланыуҙары.
2. Бала тыуғас та уҡырға өйрәтә башлау. Практика был юлдың эффектлы булмауын иҫбатланы. Баланы традицион методика буйынса 5 – 7 йәштән уҡырға өйрәтә башлаһаң да шундай уҡ уңышҡа өлгәшергә була.
3. Бер төрлө уҡыу материалын ғына ҡулланыу. Мәҫәлән, һүрәтле хәрефтәр яҙылған карточкалар буйынса ғына уҡырға өйрәтһәң, «Автомобиль һүҙендә беренсе өн ниндәй?» һорауына, «а» эргәһендә алма һүрәте күрергә күнеккән бала, «алма» тип яуап биреүе ихтимал.
4. Уҡырға өйрәтеү алдынан алфавитты ятлатыу. Уҡырға өйрәтеүҙә «хәреф» тураһында артыҡ күп һөйләшеүҙән аңлы рәүештә ҡасып, баланың бөтә иғтибарын «өнгә» йүнәлтеү хәйерлерәк. ¤н урынына хәрефтәр атамаһын яҡшыраҡ үҙләштереү ниндәй проблемаға алып килеүе юғарыла әйтеп кителде.
5. Хәрефтәрҙе берәмләп айырым-айырым әйттереү. Был проблема ла телгә алынды. Хәрефтәрҙе берәмләп әйтеп уҡырға күнеккән бала оҙон, мәҫәлән, ун хәрефтән торған һүҙҙәрҙе уҡый башлағас, ҡыйынлыҡ кисерә.
Р.Р. ҒӘНИЕВА,
Салауат районының Әлкә урта мәктәбе уҡытыусыһы