Бөтә яңылыҡтар
Начальная школа
8 Декабрь 2018, 19:50

Ҡайын туҙының тылсымы

Эҙләнеү-тикшеренеү эше

Инеш өлөш. Минең был эҙләнеү эшем класыбыҙ менән “Ҡурай”, “Тыу­ған яҡты өйрәнеү” музейҙарына барғандан һуң баш­ланды. Был музейҙа башҡорт халҡының боронғо тормошон сағылдырған бик күп әйберҙәр бар. Мине иң ғәжәпләндергәне туҙҙан эш­ләнгән һауыт булды. Нимә ул туҙ, һәм ул ниндәй үҙенсәлектәргә эйә? Ни өсөн боронғо кешеләр һауыттар­ҙы туҙҙан эшләр булған, хәҙерге көндә туҙ­­ҙан эшләнелгән әйберҙәр тормошта ҡулланыламы тигән һорауҙар тыуҙы, һәм мин туҙҙың үҙенсәлектәрен тикшереп ҡарарға булдым.
Теманың актуаллеге. Хәҙерге осорҙа боронғо халыҡ кәсептәрен тергеҙеүгә, ҡулланылған әйберҙәрҙең, ашаған ризыҡтарҙың экологик яҡтан таҙа булыуына, сәләмәт йәшәү рәүешенә ҙур иғтибар бирелә. Ә туҙҙан әйберҙәр эшләү – боронғо халыҡ кәсептәренең береһе, туҙҙан эшләнгән һауыт-һабала ризыҡ үҙенең сифатын юғалтмай оҙаҡ һаҡлана, унан эшләнгән әйберҙәр дауалау сифатына эйә. Шуға күрә туҙ һәм уның үҙенсәлектәрен өйрәнеү бөгөн дә бик актуаль тема, тип уйлайым.
Тикшеренеү эшенең предметы. Ҡайын туҙы һәм уның үҙенсәлектәре.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты. Ҡайын туҙының бик файҙалы булыуын һәм бөгөн уны тормошта ҡулланыу мөһимлеген иҫбат итеү.
Бурыстар. 1) Туҙҙың файҙалы үҙенсәлектәрен өйрәнеү һәм уны тиҫтер­ҙә­ремә күрһәтеү; 2) билдәләнгән тема бу­йынса өҫтәлмә әҙәбиәттән мәғлүмәт туплау; 3) ҡайын туҙынан көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр эшләргә өйрәнеү; 4) тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; 5) туҙ менән тәжрибә үткәреү.
Тикшеренеү эшенең гипотезаһы. Башҡорт халҡы борон-борондан туҙҙан эшләнгән әйберҙәрҙе ҡулланған икән, тимәк, уның файҙалы, шифалы үҙенсәлектәргә эйә булыуын белгән.
Эҙләнеү методикаһы. Мин үҙ эшемдә түбәндәге тикшеренеү алымдарын ҡулландым: эҙләнеү, тикшеренеү, әңгәмәләшеү, һорау алыу, тәжрибә үткәреү.

Төп өлөш
Эҙләнеү эшемде класташтарымдан һорау алыуҙан башланым. Мин уларға өс һорау бирҙем:
1. Нимә ул туҙ? 2. Һеҙ туҙҙың ниндәй үҙен­сәлектәрен беләһегеҙ? 3.Туҙҙан ни­мә­ләр эшләргә мөмкин?
Тиҫтерҙәремдән һорау алып, мин туҙҙың үҙенсәлектәрен бер кемдең дә белмәүен асыҡланым. “Нимә ул туҙ, туҙҙан нимәләр эшләргә була?” тигән һорауҙарға шулай уҡ 13 кеше яуап бирә алманы.
Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенән ҡарап, туҙҙың ҡайын ағасының иң тышҡы ҡатламы икәнен белдем. Башҡорт теленең мифологик һүҙлегендә “Ҡайын туҙына Аятел көрси яҙылған, уны тапарға ярамай” тигән һүҙҙәр бар. Был юлдар элек-электән башҡорт халҡының тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыуын сағылдыра.
Фразеологик һүҙлектә лә туҙ тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр етерлек. “Туҙға яҙмаған” тигән фразеологик берәмек бар башҡорт телендә. Элек, ҡағыҙ булмаған саҡта, кешеләр төрлө таштарға, ҡайын туҙына яҙған. Туҙға яҙылған һүҙ изге һаналған, күрәһең. Ҡағыҙ сығарыла баш­лағас ҡына туҙға яҙыу туҡталған. Ә халыҡ телендә «туҙға яҙмаған» тигән һүҙбәйләнеш һаҡланып ҡалған. Хәҙер ул «буш һүҙ, ялған һүҙ» мәғәнәһендә ҡулланыла.
Интернеттан алынған мәғлүмәттәр аша мин туҙҙың үҙенсәлектәре менән таныштым. Ул экологик яҡтан таҙа, матур, төрлө биҙәкле, бик еңел, һығылмалы, ныҡ, һыу һәм һауаны үткәрмәй торған тәбиғи материал. Шуға күрә уны төҙөлөш материалы итеп ҡулланғандар, һыу ташыу өсөн һауыттар эшләгәндәр. Туҙҙан эшләнгән һауыттағы һыу ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла туңмай. Туҙ серемәй, оҙаҡ йылдар үҙгәрешһеҙ һаҡлана. Боронғо туҙҙан эшләнгән грамоталар 600 – 700 йыл һаҡланған. Вирус һәм бактерияларға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә лә эйә ул. Шуға туҙҙан эш­ләнгән һауыттарҙа һөт, ҡаймаҡ, май, ит, икмәк, балыҡ һәм бал тәмдәрен юғалт­май, саф килеш һаҡлана.
Туҙҙы йәй башында, ҡайын һуты ағыуынан туҡтағас, йыйғандар. Ә ҡартата­йым миңә, туҙҙы тәүге йәшен йәшнәгәндән һуң йә серәкәйҙәр күренә башлағас йыйырға мөмкин, тип аңлатты. Беҙ туҙҙы ҡыш көнө түмәрҙән алдыҡ. Ҡайһы бер ағастарҙан ул бик тиҙ, ә ҡайһыларынан ҡыйынлыҡ менән һыҙырылды. Тимәк, ҡайын ағасын төрлө мәлдә киҫкәндәр тигән һығымта яһарға була.
“Баймаҡ хәбәрҙәре” гәзитенең 2017 йылдың 3 мартында сыҡҡан һанында тарих уҡытыусыһы А. Мәжитовтың “Ҡа­ра ҡайын күҙ йәштәрен ала” мәҡә­ләһен уҡып, ҡара ҡайындың да булыуын белдем.
Хәҙерге көндә туҙҙан эшләнгән әйберҙәрҙең ҡулланылышы.
Элек туҙҙан һауыт-һаба, уйынсыҡтар, музыка ҡоралдары, кәрзиндәр, кәмәләр, биҙәүес әйберҙәре эшләгәндәр, сабата үргәндәр, төҙөлөштә лә, ҡағыҙ урынына ла ҡулланғандар.
Хәҙер туҙҙы сувенирҙар, төрлө биҙә­үестәр, һауыт-һаба, кәрзиндәр, баш ке­йем­дәре (эшләпәләр), дарыуҙар эшләү өсөн файҙаланалар.
Йылайыр районында йәшәүсе Айрат ағай Игебаев менән мин интернет селтәре аша таныштым. Ул туҙҙан йәй ке­йеү өсөн бик матур баш кейемдәре эшләп һата. “Туҙҙан яһалған баш кейемдәре башты ҡояш нурынан яҡшы һаҡлай, ҡан баҫымын көйләй”, – ти ул. Айрат Игебаевтың фекеренсә, туҙҙан яһалған әйберҙәр яҡшы бүләк тә, килем сығанағы ла булып тора.
Беҙҙең Баймаҡ ҡалаһы сауҙа үҙәктәрендә туҙ һауыттарҙа бал һатып алып була.
Хеҙмәт дәрестәрендә ҡулланыу өсөн туҙ – бик ҡулай материал. Мин туҙҙан төрлө әйберҙәр яһарға өйрәндем. Унан төрлө бүләктәр әҙерләп, байрамдарҙа яҡындарыңды ҡыуандырырға мөмкин.

Туҙҙан һағыҙ ҡайнатыу
Ҡайын туҙынан ҡайнатылған һағыҙ бик тәмле һәм шифалы. Ул ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй, теш ҡаҙнаһы яр­һы­ғанда – яҡшы дауа. Туҙ һағыҙын эшләү серҙәренә мине Байым ауылында йә­шәүсе Байымова Зилә инәй өйрәтте. Туҙҙан һағыҙ ҡайнатыу өсөн иң беренсе туҙҙы йоҡа ғына ҡаттарға айырырға кәрәк. Һыҙырылған туҙ ҡатламдарын майлап, һағыҙ ҡайната торған һауытҡа һалаһың да талғын ғына утта ике сәғәт са­маһы ҡайнатаһың. Килеп сыҡҡан мас­саны һалҡын һыу эсенә йә ҡар өҫтөнә ҡуйып, болғай-болғай һыуытаһың. Бик тәмле, шифалы туҙ һағыҙы барлыҡҡа килә.
Эҫе көндә автомобилдәрҙе ҡояштан һаҡлау өсөн иң яҡшыһы – туҙҙан эшләнгән япма, тип уйлайым. Сөнки туҙ ҡояш нурҙарын бөтөнләй үткәрмәй, йәғни кире ҡайтара, етмәһә, салон эсенә шифалы һауа ла бүлеп сығара.
Ҡайын туҙының дауалау үҙенсәлектәре
Кешеләр элек-электән ҡайын туҙының дауалау үҙенсәлектәрен яҡшы белгән. Ҡайын туҙы һалҡын бүлмәлә лә йылы килеш һаҡлана, сөнки ул ыңғай энергияға эйә. Баш ауырыуҙарынан, стрес­тан аралай, ҡан баҫымын көйләй. Яр­һыған кешегә тынысланыр өсөн туҙға бер нисә минут ҡарап тороу йә уны ҡулда тотоп тороу ҙа етә. Туҙҙан үрелгән сабатаны кейеп йөрөү быуындарҙы ревматизмдан һаҡлай, тип иҫәпләгән боронғолар. Яралы ергә туҙҙы ваҡлап һипкәндәр, шулай иткәндә, яра эренләмәй тиҙ уңалған. Туҙҙан эшләнгән олтораҡтар һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Батша һалдат һәм офицерҙары һәр ваҡыт туҙҙан эшләнгән олтораҡтарҙы ҡулланған. Сөнки, беренсенән, туҙ аяҡ тирләүҙән, аяҡ­тарҙан насар еҫ килеүҙән, йәғни бәшмәк ауырыуынан һәм башҡа төрлө бактерия­ларҙан һаҡлай.
Икенсенән, туҙҙың составында булған бетулин, ысынлап та, быуындарҙың һыҙ­лауын баҫа, организмдың төрлө ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра. Туҙҙың составы ыҫмалалы матдәләргә бай булғанлыҡтан, ул тиҙ тоҡаныусан, шуға күрә уны ут яҡҡанда тотоналар.
Туҙ составының өстән бер өлөшөн бетулин тәшкил итә. Уны икенсе төрлө ҡайын камфараһы тип тә йөрөтәләр. Медицинала ул дарыу булараҡ рәсми рәүештә Рәсәйҙә, АҠШ-та һәм башҡа бик күп илдәрҙә ҡулланыла.
Туҙҙың составында булған бетулин: 1) бауырҙы төрлө химик матдәләр менән зарарланыуҙан һаҡлай; 2) яман шеш күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүен иҫкәртә; 3) зарарлы матдәләрҙе организмдан сығарыуға булышлыҡ итә; 4) төрлө тире ауырыуҙарына ҡаршы дауалау сараһы булып тора; 5) ауырыу ағышын еңеләйтә; 6) элек бала тыуған йорттағы һауаны зарар­һыҙландырыу өсөн туҙҙан алынған ҡайын дегетенең бер нисә тамсыһын мейес­тәге ҡуҙға тамыҙғандар.
Туҙ – бик ныҡ материал. Әгәр уны эшкәртә белһәң, бик матур һәм, иң мө­һиме, файҙалы әйберҙәр яһап буласаҡ.
Практик өлөш. Тәжрибә үткәреү.
1. Эҫе һөттө быяла банкаға һәм туҙҙан яһалған тырызға ҡойҙом. Банкалағы һөт 1 сәғәттә һыуынды, ә тырыздағыһы йылы килеш оҙаҡ һаҡланды.
Һығымта: был тәжрибәне үткәреп, туҙҙан яһалған һауытта, быяла һауытҡа ҡарағанда, температура оҙағыраҡ һаҡланыуын асыҡланым.
Банкалағы һөт 29 сәғәттән әсене, тырыздағыһы ике тәүлек әсемәне.
Һығымта: тимәк, туҙҙан эшләнгән һауытта һөт тәмен, сифатын юғалтмай оҙаҡ һаҡлана.
2. Мин икмәк киҫәген туҙҙан эшләнгән һауытҡа, пластик контейнерға, целлофан тоҡҡа, фольгаға һалдым. Һәм ундағы үҙгәрештәрҙе көн һайын күҙәтеп торҙом. Өс көн бер ниндәй ҙә үҙгәреш булманы. Целлофан ҡапсыҡтағы икмәк – дүртенсе, фольгалағыһы – алтынсы, ә контейнерҙағыһы етенсе көндә күгәрә башланы. 10 көн үтеүгә, туҙҙан яһалған тырыздағы икмәк кипте, ләкин күгәрмәне.
Һығымта: тимәк, туҙҙан эшләнгән һауытта икмәк оҙаҡ һаҡлана.
Туҙҙан эшләнгән һауытта икмәк үҙ сифатын юғалтмай оҙаҡ һаҡланыуын тәжрибә аша иҫбат иттек. Ә хәҙер икмәк урынына кешене алайыҡ. Туҙҙан яһалған әйбер булған өйҙә кеше шифалы һауа һулай.
Һығымта.
Туҙҙың тылсымлы үҙенсәлектәрен өйрәнеп, мин:
• туҙҙың нимә икәнен белдем;
• уның ҡайһы бер үҙенсәлектәрен тәжрибә үткәреп тикшереп ҡараным;
• бөгөн көндәлек тормошта кеше туҙ­ҙы элекке кеүек киң ҡулланмауын асыҡ­ланым, сөнки ҡулланылышта яңы, заман кәрәк-яраҡтары тулып ята;
• туҙҙан эшләнгән әйберҙәр бик матур, кеше һаулығы өсөн файҙалы һәм хәүефһеҙ, ә үҙ ҡулдарың менән яһалған сувенирҙар бик яҡшы бүләк булыуын аңланым;
• үҙемдең эш һөҙөмтәләрем менән класташтарымды таныштырҙым.
Йомғаҡлау. Был тикшеренеү эше ми­ңә бик оҡшаны. Ҡайын туҙының, ысынлап та, тылсымлы үҙенсәлектәргә эйә булыуын асыҡланым. Туҙҙан яһалған һауыт-һабала аҙыҡтың тәме юғалмай, саф килеш оҙаҡ һаҡлана. Ҡайын ағасы беҙҙең илдә бик күп булһа ла, уның бер нисә төрө «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән. Шуға күрә был ағасҡа бик һаҡсыл ҡарашта булыу кәрәк.
Шулай уҡ ҡайын туҙының һаулыҡ өсөн файҙалы булыуын асыҡланым. Был минең тәүге хеҙмәтем. Әммә мин туҙҙың тылсымлы үҙенсәлектәрен бынан һуң да өйрәнеүҙе дауам итәсәкмен. “Ҡара ҡа­йындың да туҙы бармы, ул ниндәй үҙенсәлектәргә эйә?” тигән һорау ҙа мине ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Киләсәктә мин туҙҙан сувенирҙар эшләргә өйрәнеп, бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә хыяллана башланым.

Ғәзим СЫРТЛАНОВ,
Баймаҡ ҡалаһы 1-се урта мәктәбенең II класс уҡыусыһы;
(Етәксеһе — Ә.С. ХИСМӘТУЛЛИНА)

Әҙәбиәт
1. “Атайсал” гәзите. №73, 2016.
2. Аҡ ҡайындар шаулай елдәрҙә / Башҡортостан панорамаһы, №6, 2008.
Читайте нас: