Минең исемем, фамилиям, атайымдың исеме бар. Мин ҡалабыҙҙың иң яҡшы мәктәбенең иң яҡшы уҡытыусыһында белем алам. Минең атайым, ҡартатайым бар, оло ҡартатайым да булған. Кеше үҙенең ете быуынын белергә тейеш. Ә мин белмәйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны минең ата-әсәйем дә белмәй. Кем һуң мин ул саҡта? Был һорау миндә беҙ ауылға, оло ҡартәсәйемә барғанда тыуҙы.
Юлда ҡартәсәйем миңә үҙенең бала сағы үткән тыуған ауылын, өләсәһе менән дарыу үләндәре йыйған болондарҙы, иптәш ҡыҙҙары менән уйнаған үҙәндәрҙе, һыу төшкән йылғаларҙы күрһәтте. Иң ҡыҙығы – ғорур Ҡыңғырташ тауы булды. Ҡыңғырташ тигән атаманы тауҙан ҡыңғырауға оҡшаған тауыш килгәнгә биргәндәр. Ул тау бик бейек... ¤ләсәйемдәр Ҡыңғырташтың башына класташтары Совет Армияһы сафына киткәндә йә ҡайтҡас менер булғандар. Нимәһе ҡыҙыҡ – тау башынан тирә-яҡта йәйелеп ятҡан ун ике ауыл күренә!
Бына беҙ минең атайымдың атаһы – Аллабирҙе ҡартатайымдың тыуған ауылына килеп еттек. Был ауылға беҙҙе ҡартатайымдың әсәһе, йәки атайымдың өләсәһе Ҡорбан байрамына саҡырҙы. Уға туҡһан өс йәш... Оло ҡартәсәйем оло ҡартайым менән алты бала тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың ун өс ейән-ейәнсәрҙәре һәм ун туғыҙ бүләләре бар... Иң оло бүләһенә – ун ике, иң кесеһенә бер йәш. Беҙ бөтәбеҙ ҙә оло ҡартәсәйемдең бәләкәй, ләкин бөхтә өйөндә йыйылдыҡ. Ишек алдында ап-аҡ ҡаҙҙар, өйрәктәр, тауыҡтар, бәләкәй генә быҙау һәм шаян көсөк йөрөй ине. Был бик файҙалы һәм күңелле осрашыу булды. Күңелле, сөнки беҙ бергәләп йәп-йәшел үләндә уйнаныҡ, аралаштыҡ. Файҙалы, сөнки беҙ туғандарыбыҙ тураһында бик ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр белдек. Ә оло ҡартәсәйем беҙгә: «Туғанлыҡ ептәрен һаҡлағыҙ!» – тине. Шулай уҡ оло ҡартәсәйем бүләләренә минең оло ҡартатайым тураһында һөйләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул иҫән түгел.
Ә мин һеҙгә үҙем белгән шәжәрәне һөйләгем килә. Яратҡан атайымдан башлайым. Минең атайымдың исеме – Айнур. Ул – донъяла иң яҡшы кеше! Атайымды минең өләсәйем бик ныҡ ярата, әсәйем дә, ҡустым менән мин дә яратабыҙ... Минеңсә, уны бөтә ил ярата! Сөнки ул үҙе бөтә кешене ихтирам итә һәм ярата. Һәр ваҡыт кешеләргә иғтибарлы, ярҙамсыл. Ул хатта себенде лә рәнйетмәй. Шул уҡ ваҡытта атайым ғәҙел һәм аҡыллы.
Минең ҡартатайым кем булған һуң? Мин ҡартатайымды күрмәнем, сөнки мин тыуғанда, ул булмаған инде. Оло ҡартәсәйем менән ҡартәсәйемдең һөйләүҙәренә ҡарағанда, ҡартатайымды ла бөтә кеше ихтирам иткән һәм яратҡан. Туғандары, дуҫтары, коллегалары уны оло ихтирам менән иҫкә ала. Эшләгән ерендә уны “генерал” тип йөрөткәндәр. Уның тураһында хатта легендалар йөрөй. Шундай ҡыҙыҡ кеше булған ул. Мәҫәлән, ҡартатайым ябай эшсе булған, әммә бөтәһе лә (хатта хужаһы ла) уны тыңлағандар, уның фекере менән ҡыҙыҡһынғандар. “Генерал әйтте, бөттө!” – тигәндәр. Барыһы ла ҡартатайыма ярҙам һорап килгән. Ул бер ҡасан да, бер кемдең дә һорауын кире ҡаҡмаған. Ҡасан булһа ла биргән вәғәҙәһен үтәгән. Ҡайһы берҙәрен өс йылдан һуң да үтәгән, тиҙәр... Сөнки һорауҙар-үтенестәр күп булған. Тағы ла ҡартатайымды ҡунаҡҡа, башҡаларға ҡарағанда, өс сәғәт алдан саҡырғандар. Сөнки ул һәр ваҡыт һуңлап йөрөгән. Ә ҡыҙығы шунда, бер кем дә бер ҡасан да уға асыуланмаған. Нисек бар, шулай ҡабул иткәндәр. Минең ҡәҙерле ҡартатайым ике ул тәрбиәләгән, бик күп ағас ултыртҡан, ҙур итеп өй һалған. Ул өйҙә хәҙер минең ҡартәсәйем үҙенең әсәһе менән йәшәй. Беҙ уларҙың көтөп алған ҡунаҡтары.
Минең оло ҡартатайым Япон һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан. Ҡартатайым, хаҡлы ялға сыҡҡас, Японияға барып, атаһының һуғыш юлдарын күреп ҡайтырға хыялланған. Ҡыҙғанысҡа күрә, уның был хыялы тормошҡа ашмаған. Бәлки, үҫкәс, мин барып күрермен. Оло ҡартатайымды Енеү көнө менән йыл һайын Рәсәй Президенты һәм төрлө илдәрҙән полкташтары ҡотлағандар. Ул ҡотлау открыткаларын, хаттарын оло ҡартәсәйем бөгөнгәсә һаҡлай.
...Һуғышта оло ҡартатайымдың аяҡтары өшөгән. Аяҡтары бер нәмә лә һиҙмәгәнлектән, ул йәйен-ҡышын кирза итек кейеп йөрөгән. Шулай уҡ ҡартатайым – бик күп һөнәргә эйә булған кеше. Минең атайым тыуғас та уға сәңгелдәк эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ оло ҡартатайымдың тыуған ерен һәм ата-әсәһен белмәйбеҙ. Оло ҡартәсәйемдең һүҙе буйынса, оло ҡартатайым үҙенең әсәһе менән Сыңғыҙ ауылы яҡтарынан килгән булырға тейеш. Мин үҫкәс, шул яҡтарға барып, белешергә уйлайым. Сөнки беҙ, шәжәрәне дауам итеүселәр булараҡ, был хаҡта белергә тейешбеҙ. Шул ваҡытта ғына беҙ илебеҙҙең тарихын, мәҙәниәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тамырҙарын һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.
Киләсәктә еребеҙҙең ысын патриоттары булыр өсөн беҙ уның үткәнен, хәҙергеһен яҡшы белергә бурыслы.
Регина ШаҺморатова,
Сибай ҡалаһының 12-се урта мәктәбе уҡыусыһы
(Етәксеһе – Г.Х. ШАҺМОРАТОВА)