Их, тәмле... Бигерәк тәмле лә һуң... Ҡояш нурҙарында алтын һымаҡ ялтырап торған, йылы ғына балды бармаҡ осо менән генә алаһың да тәмләп ҡарайһың, ниндәй татлы! Был бит, ысынлап та, тәбиғәтебеҙҙең мөғжизәһе. Кескәй генә бал ҡорттары ундай татлы балды ҡайҙан алалар һуң? Их, улар менән һөйләшә белһәң икән, барыһын да һорар инем. Юҡ, хыялланып торорға ваҡыт юҡ, аҙаҡтан барыһын да ҡартатайымдан белешермен әле.
Бына атайым икенсе умартаның ҡапҡасын ала. Тимәк, миңә күреккә (төтөн өрҙөргөс) ҡайын туҙы һәм хуш еҫле тал ағасының сөрөгөн һалып тоҡандырып ебәрергә кәрәк. Ҡорт ҡарағанда һәр секунд ҡәҙерле, тип әйтә ҡартатайым.
Күректән сыҡҡан төтөн тигеҙ генә тарала, ә атайым умартаның япмаһын яйлап ҡына бер яҡ ситенән күтәрә башланы. Машина тауышы сыҡҡан һымаҡ, ҡорттар геү итеп ҡала. Улар тиҙерәк умартаға яҡын килгән кешене сағырға ашыға. Мин, ҡабаланып, төтөн өрҙөргөстө эшләтәм, сөнки улар төтөндән ҡурҡа һәм тыныслана. Бына иң ситтәге беренсе рамды алып ҡарайбыҙ, унда ялтырап торған бал күренә. Тирә-яҡҡа хуш еҫ бөркөп, яңы бал еҫе аңҡый. Эшсе ҡорттарҙың улай анһат ҡына балды биргеләре килмәй, безелдәшеп сағырға ынтыла, улар бигерәк тә күҙ тирәһенә уҡтала. Тәүҙә ҡурҡыныс булһа ла, йөҙ тирәһендә әйләнгәндәренә өйрәнеп китәм. Сөнки башыма – битлек, өҫтөмә – аҡ халат, ә ҡулдарыма ҡалын резина бирсәткәләр кейгәнмен. Мине ҡорт саҡҡаны булғыланы, беләһегеҙме, нисек ауырта!
Ә бөгөн бал ҡорттары, күпме тырышһалар ҙа, мине саға алмаясаҡ. Атайым уларҙан һис ҡурҡмай, хатта ҡулында бирсәткәһе лә юҡ. Ул бәләкәй саҡтан уҡ атаһына ҡорт ҡарашҡан, шуға ла бал ҡорттарының холҡон яҡшы белә. Минең әсәйем ҡорттан ныҡ ҡурҡа. Әле ул ҡартатайым менән, беҙ бәләкәй өйгә алып ингән рамдарҙы бал өйрөлткөскә ҡуйып, балын ҡыуалар. Бал өйрөлткөс ҡыҙыҡ ҡына эшләнгән, тимер һауыттың эсендә каруселгә оҡшаған түңәрәк тора, ошо түңәрәккә дүрт сетка ҡуйылған, рамды шул сетка эсенә ҡуяһың да тотҡаһынан тотоп өйрөлтәһең. Рамдан бал өйрөлткөстөң ситенә бал ағып төшә. Тик дөрөҫ итеп әйләндерә генә белергә кәрәк. Ҡартатайым бөтәһен дә ҡарап өйрәтеп тора.
– Әгәр ҙә бал ҡорттары бөтһә, ер йөҙөндә сәскәләр ҙә, үҫемлектәр ҙә юҡҡа сығасаҡ, сөнки бал ҡорттары сәскәнән-сәскәгә, үҫемлектән-үҫемлеккә осоп һеркәләндереп уларҙы үрсетә, әгәр үҫемлек булмаһа, хайуандар ҡырыласаҡ, кешеләр ауырый башлаясаҡ. Иҫеңдә ҡалдыр, улым: “Бал ҡорттары бөтһә, ер шарында тереклек тә юҡҡа сығасаҡ,” – ти миңә ҡартатайым. Ҡапыл башыма бер уй килде: миңә лә, ҙурайғас, күп итеп бал ҡорттары үрсетергә кәрәк, тәбиғәткә ҙур ярҙам буласаҡ. Был турала минең иптәштәрем дә белергә тейеш. Мин тағы хыялға баттым: ана сәскәле болон уртаһында беҙҙең умарталар теҙелеп киткән, унда иптәштәрем менән бергәләп ҡорт ҡарайбыҙ, егәрле бал ҡорттары һымаҡ, тырышып эшләйбеҙ. Эйе, белдем, үҫкәс беҙ күмәкләп бал ҡорттары үрсетәсәкбеҙ!
Уйланып китеп төтөндөң һүнгәнен күрмәгәнмен, ҡорт ҡараған саҡта ул һүнергә тейеш түгел. Ҡарай торған умарта күп тә ҡалманы инде, тиҙерәк эште теүәлләргә кәрәк. Оҙаҡламай кис була, ә кискеһен ҡорттар арып-талып ялға туҡтай. Беҙ яңы алған бал менән самауыр сәйе эсергә йыйылабыҙ. Ошо мәлдәр йәйҙең иң онотолмаҫ күңелле сағы бит ул!
Миңә бик тә оҡшаны ҡорт ҡарауы. Сөнки йәй буйы саф һауала ҡартатайыма ярҙам иттем, нәҙекәй билдәр тураһында күп һәм ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр белгәнгә күрә, ҡыҙыҡһыныуым артты. Ун икенсе августа умартасылар көнө була, киләсәктә ул минең дә һөнәри байрамым буласаҡ.
Ғайсар ХАСАЕВ,
Сибай ҡалаһының 12-се урта мәктәбе уҡыусыһы
(Етәксеһе – Г.Х. ШАҺМОРАТОВА)