Маҡсат. Яңғыҙлыҡ һәм утаҡлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү; уҡыусыларҙың орфографик күнекмәләрен һәм һөйләү телмәрен үҫтереү; тыуған яҡҡа, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
2. Дәрестең темаһын, маҡсатын әйтеү.
– Уҡыусылар, дәресте һүҙҙәрҙе күҙәтеүҙән башлайыҡ. Экранда һүҙҙәр яҙылып ҡуйылған:
Парта, кеше, Марат, Сәғит, Матросов, ҡайын, өҫтәл, лилиә, Лилиә, гөлдәр, Гөлдәр.
– Был һүҙҙәрҙә нимә уртаҡ? (Бар һүҙҙәр ҙә исем һүҙ төркөмөнә ҡарай, предметтың атамаһын белдерә.)
– Ә нимә ул исем? (Схема.) Уйлап ҡарағыҙ әле, ошо исемдәрҙе ниндәй ике төркөмсәгә бүлеп була? (Кем? нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Ҙур һәм бәләкәй хәреф менән башланған һүҙҙәр. Ике һәм өс ижекле һүҙҙәр һ.б.)
– Бик яҡшы. Ә бөгөнгө дәрестә беҙ беренсе тәҡдим ителгән төркөмләүҙе алырбыҙ. (Икенсе, һуңғы булырға ла мөмкин.)
– Дәресебеҙҙең темаһын атай алаһығыҙмы? Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Дәреслектән тикшерәйек әле. 70-се бит.
– Ә дәрескә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ? (Ҙур һәм бәләкәй хәрефтән яҙылған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәнеү.) Марат, Сәғит, Матросов, Лилиә, Гөлдәр.
Парта, кеше, ҡайын, өҫтәл, лилиә, гөлдәр.
– Һүҙҙәрҙе ике бағанаға яҙып алайыҡ. Тәүгеһендә ҙур хәрефтән яҙылған һүҙҙәрҙе, икенсеһенә – бәләкәй хәрефтән яҙылғандарҙы. Үҙегеҙ һәр бағанаға тура килерлек икешәр һүҙ өҫтәгеҙ. (3 – 4 уҡыусы уҡый.)
– Ә хәҙер төркөмдәрҙә бергәләп уйлашып алығыҙ, ни өсөн Лилиә, Гөлдәр һүҙҙәре икешәр тапҡыр яҙылған? Тағы ла шундай исемдәр таба алырһығыҙмы икән? (Лилиә – кеше исеме лә, сәскә лә булыуы мөмкин. Гөлдәр һүҙе ҡыҙ исемен дә, бүлмәлә үҫкән сәскәләрҙе лә аңлата ала.) Тағы ла шундай һүҙҙәр беләһегеҙме? (Нур – нур, Азалия – азалия, Нәркәс – нәркәс, Йәсмин – йәсмин, Роза – роза.)
– Ҡайһы һүҙҙәрҙә ҙур хәреф яҙыла? (Кеше исемдәрендә, фамилияларында, хайуан ҡушаматтарында, географик атамаларҙа.) Уҡыусыларҙың яуаптарынан һуң түбәндәге таблицалар таҡтаға эленә:
Кеше исемдәре, фамилиялар
– Был темаларҙы беҙ рус теленән ныҡлап өйрәнгәйнек, шуға күрә беҙҙең маҡсатыбыҙ ошондай һүҙҙәрҙең башҡорт телендә яҙылыуын күҙәтеү. Беҙҙән көс, берҙәмлек талап ителә. Беҙ бөгөн дәрестә тап ошо план буйынса эшләйәсәкбеҙ ҙә инде.
– Беренсе пунктыбыҙ… (Кеше исемдәре һәм фамилиялары.)
а) Кеше исемдәре, фамилиялар.
– Һәр кешенең нимәһе бар? (Исеме.)Тағы ла? (Фамилияһы.) Исемдәр, фамилиялар ниндәй хәреф менән яҙыла? (Ҙур хәреф менән.) Слайдта һөйләмдәр бирелгән. Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе тултырып әйтегеҙ.
Минең исемем ……… . Минең фамилиям ……. . әсәйемдең исеме ……. , атайымдыҡы ……… . Яратҡан яҙыусым …. . |
– Балалар, исем кешегә ғүмерлеккә бирелә. Бик күптәрҙең исем-фамилиялары халыҡ хәтерендә мәңгегә ҡала. Ниндәй танылған шәхестәрҙе иҫкә төшөрә алаһығыҙ? (Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди һ.б. балалар тәҡдим иткән исемдәр әйтелә.) Уҡыусылар, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең исемегеҙҙе ғорур йөрөтөгөҙ, тапламағыҙ.
– Ә хәҙер планыбыҙҙың икенсе пунктына күсәйек. Йортта тағы ла ниндәй хайуандар йәшәй? (Эттәр, бесәйҙәр, ауылда һыйырҙар, аттар һ.б.) Уларҙың ҡушаматтары нисек? Хайуан ҡушаматтары ниндәй хәреф менән яҙыла?
- Хәҙер мин һеҙгә хайуан һүрәттәре күрһәтәм, ә һеҙ уларға ҡушамат уйлағыҙ. Яҙып ҡуябыҙ: бесәй, эт, һыйыр, ат. (Мыраубикә, Аҡбай, Йондоҙ, Ҡашҡа һ.б.)
– Хайуандарҙы өйрәнгән фән – зоология тип атала. Тағы бер яңы һүҙҙе иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Аттарҙы өйрәнгән фән иппология тип атала. Ул ипподром һүҙенә яҡын, шулай иҫегеҙҙә ҡалдыра алаһығыҙ.
– Әйҙәгеҙ тағы бер нисә ат ҡушаматы уйлайыҡ. (Ерәнсә, Аҡбәкәл, Турат, Ҡарат.)
4. Ял минуты. Моғайын, үҙегеҙҙең дә атта елдерәһегеҙ киләлер.
– Планыбыҙҙың өсөнсө пунктына күсәйек. Географик атамаларға нимәләр инә? (Эйе, ҡала, тау, йылға исемдәре һ.б. Ғөмүмән, картаға ингән атамалар.) Кем хәтерләй, тиҙҙән ниндәй байрам етә? (Республика көнө.)
– Башҡортостаныбыҙ тураһында нимәләр беләһегеҙ, тикшерәйек әле. Яуаптарын яҙа барабыҙ. Дәфтәрҙә – бөтәбеҙ ҙә, ә таҡтаға – кем яуапты алдан әйтә, шул яҙасаҡ. Географик атамаларҙы нисек яҙабыҙ? (Баш хәрефтән.) Башланыҡ!
· Башҡортостандың баш ҡалаһы. (Өфө.)
· Башҡортостанда ҡайһы ҡалала беренсе булып нефть табылған? (Ишембай.)
· Башҡорт халҡының милли геройы исемен йөрөткән ҡала. (Салауат.)
· Тағы ла ниндәй ҡалаларҙы беләһегеҙ? Башҡортостандың ҙур ҡалалары Бөрө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Бәләбәй. (Телдән.)
· Ниндәй райондарҙы беләһегеҙ? (Телдән.) Ниндәй район оса? (Күгәрсен.)
· Ниндәй район исемдәрендә һан бар? (Дүртөйлө, Бишбүләк.)
· Тағы ла ниндәй райондарҙа ҡунаҡта булғанығыҙ бар? (Телдән.)
· Башҡортостанда мул һыулы йылғалар, сылтырап аҡкан шишмәләр, күлдәр бик күп. Күлдәре генә меңдән ашыу.
· Иң ҙур йылға – Ағиҙел. Уның оҙонлоғо 1420 км, Учалы районында башлана. Тағы ниндәй йылғалар беләһегеҙ? (3-4 йылға исемен дәфтәргә яҙыу.)
· Иң ҙур күл – Асылыкүл, ул Дәүләкән районында урынлашҡан. Уның майҙаны 23, 5 кв. км, тәрәнлеге 5 м 10 см. Ул ниндәй ике һүҙҙән тора? Ысынлап та, уның һыуы асы һәм тоҙло. Тағы ниндәй күлдәр бар? (2-3 күл исемен яҙыу.)
· Бөтә донъяға билдәле мәмерйә исемен яҙайыҡ. (Шүлгәнташ.) Шул мәмерйә тураһында фильм ҡарайыҡ. (1 – 2 минут.)
· Тағы ла нимә исемдәрен ҙур хәреф менән яҙырбыҙ? (Күргәҙмәгә иғтибар итеү. Дәрес алдынан уҡыусылар Башҡортостандың йылғалары, күлдәре, тауҙары, ҡалалары, райондары тураһында китаптар, һүрәттәр, фотолар килтергәйне.)
– Был һүҙҙәр бөтәһе лә ЯҢҒЫҘЛЫҠ ИСЕМДӘР тип атала.
– Русса нисек була? (Имена собственные.) Әгәр яңғыҙлыҡ исемдәр булмаһа, буталыш башланыр ине. Хатта почтальон Печкиндың да башы буталыр ине, моғайын. (Адрес, исем яҙып булмаҫ ине.)
Ә бәләкәй хәрефтән яҙылған исемдәр… – уртаҡлыҡ исемдәр.
5. Йомғаҡлау. а) Хәҙер парлашып карточкалар менән эшләп алайыҡ. Һеҙ тик ҙур хәреф менән яҙылған һүҙҙәрҙең генә номерҙарын яҙып алығыҙ.
1. Кәримов. 2. Азамат. 3. Альбом. 4. Мәктәп. 5. Тау. 6. Ҡариҙел. 7. Роза.
Тикшереү. Эшләүе еңел булдымы? Ни өсөн 7-се һүҙҙә һорау тыуа? (Һеҙ был һүҙҙең кеше исемеме әллә сәскәме икәнлеген әйтмәнегеҙ.)
– Мин роза сәскәһен күҙ уңында тотҡайным. (Был осраҡта ул яңғыҙлыҡ исем түгел.)
б) Дөрөҫ булһа – уң, дөрөҫ булмаһа, һул ҡулды күтәрегеҙ.
Ҙур хәреф яҙыла: кеше исемдәрендә; үҫемлек исемдәрендә; хайуан ҡушаматтарында; йәшелсә исемдәрендә; ҡала исемдәрендә; фамилияларҙа.
– Бик һәйбәт! Ә кемдәр ҡайҙа яңылышҡан, өйҙә шуны ҡабатлап киләләр.
Дәрестә нимәләр белдегеҙ?
5. Өйгә эш. 75-се күнегеүҙәге һүҙҙәрҙе ике бағанаға бүлергә. Ниндәй бағаналарға бүленә инде? (Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.)
Өфө ҡалаһының 102-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы