Бөтә яңылыҡтар
Начальная школа
5 Март 2019, 14:00

«Буҙа тәмләү» байрамы

Байрам барышы

(Балалар ишек алдында «Минең атым» уйынын уйнайҙар.)
Малайҙар (ике төркөмдә сафҡа теҙелеп).
Эйәрләп менеп атҡа
Еләм еләҫ ҡырҙарҙан.
Уҡтай атыла бурыл
Елдәр етмәҫ ерҙәрҙән.
(Балалар атта сапҡан хәрәкәттәр яһай. Беренсе төркөм әйләнеп килгәс, икенсе төркөм ҡуҙғала. Ҡайһы төркөм яңылышмай уйнай, шул – еңеүсе.
Икенсе яҡта ҡыҙҙар “Беҙ, беҙ, беҙ инек” уйынын уйнай. Уйын бөткәс, өләсәй инә.)
– Ләйсән ҡыҙым! Күпме уйнарға була? Әйҙә ҡайт!
– Уф, өләсәй! Ҡайтҡы килмәй!
– Ярай! Иртәгә тағы ла уйнарһығыҙ. Мин бит буҙа ҡойорға йыйынам, ярҙамлашырһың, өйрәнеп ултырырһың.
– Эй, ҡыҙҙар, малайҙар! Иртәгә уйнарға йыйылабыҙмы?
– Эйе, киләбеҙ! Киләбеҙ! (Бергә.)
– Инәй, беҙгә буҙа ҡайнатҡаныңды ҡарап ултырырға буламы? Беҙҙең дә өйрәнгебеҙ килә.
Инәй. Әлбиттә була, әйҙәгеҙ, инегеҙ. Барығыҙ әле, ҡыҙҙарым, Әмилә һәм Фиҙәлиә, ярҙамлашырға әсәйегеҙҙе саҡырып килегеҙ. (Өйгә инәләр.)
Йәгеҙ әле, бергәләшеп
Ҡояйыҡ әле буҙа.
Буҙа эшләп, тәмләп эсһәң,
Ғүмерҙәр матур уҙа.
(Ҡулдарына туң май тотоп еңгәйҙәр инә.)
Еңгә. Бына беҙ ҙә, буҙа ҡойошорға әйткәс, йүгереп килеп еттек.
Инәй. Эй шәпһегеҙ ҙә инде үҙегеҙ! Буҙа бит халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Килгән ҡунаҡҡа ҙур хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә ул.
Ләйсән. Өләсәй, ә уның файҙаһы нимәлә, витаминдар бармы унда?
Инәй. Әлбиттә, витамин һәм минералдарға бай был ризыҡ. Ул ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла был эсемлегебеҙ.
Инәй. Мин кәрәкле әйберҙәрҙе әҙерләй торайым әле. Кемегеҙ белә, буҙа өсөн иң кәрәклеһе нимә?
Ансар.
Мин беләм!
Шифалы был эсемлекте
Күптәр эсергә ҡыҙа.
Һоло, арпа йә бойҙайҙан
Әсетелә ул буҙа.
Инәй. Эйе, балалар, бик дөрөҫ. Беҙ бөгөн буҙаны һоло ярмаһынан әҙерләйбеҙ. Һоло һәм арпаны тағы нимә өсөн ҡулланалар?
Искәндәр. Минең атайым уны һарыҡтарға ашата.
Дим. Ә минеке атҡа.
1-се еңгә. Эйе, балалар, һоло ярмаһы кешеләр өсөн генә түгел, хайуандар өсөн дә бик файҙалы икән.
2-се еңгә. Ат – башҡорттарҙың иң тоғро юлдашы. Ул хужалыҡ эштәрендә лә, яуға сыҡҡанда ла башҡорт батырҙарының юлдашы, дуҫы булған. Атты данлап халҡыбыҙ бик күп йырҙар ижад иткән. «Ҡара юрға», «Ел ерәнем», «Ерән ҡашҡа», “Салауат батыр “тигән йырҙарҙа ла атты маҡтап йырлайҙар.
1-се еңгә. Башҡортостанда тоҡомло аттар үҫтерәләр. Улар бик сыҙамлы иҫәпләнә. Ҡышын тибендә йөрөй, йәйен ҡылған менән туҡлана. Һуғыш ваҡытында бышҡорт атлы дивизияһы төҙөлә, унда беҙҙең аттар һынатмай, иң көслөләрҙән, сыҙамлыларҙан һанала.
Инәй. Балалар баҡсаһында һеҙгә тәрбиәсе апай ат тураһында йыр өйрәткән икән. Иҙел, әйҙә әле, шул йырҙы йырлап ишеттер.
Иҙел. Эйе, беҙ «Салауат батыр» йырын өйрәндек. (Йырҙы башҡара.)
1. Үрһәләнеп яуға саба
Салауаттың атҡайы.
Ай-һай, малҡайы,
Топ-топ-топ тояҡҡайы.
2. Салауаттың ярһыу атын
Уҙыр батырҙар тыуһын.
Топ-топ, батырҙар,
Өҙә баҫып барырҙар.
3. Салауаттың утлы рухы
Йәш күңелдәргә тулһын.
Ай-һай, киләсәк,
Батыр рухын беләсәк!
Инәй. Егеттәребеҙ көслө һәм аҡыллы, ә ҡыҙҙарыбыҙ ҡыйыу һәм сибәр. Улар хәҙер матур итеп бейеп тә күрһәтер. (“Ете ҡыҙ” бейеүен башҡаралар.)
Инәй. Афарин, балалар. Шулай итеп, буҙа өсөн һоло, тағы туң май кәрәк буласаҡ.
Фиҙәлиә. Инәй, мин туң май тураһында шиғыр беләм, һөйләп ишеттерәйемме?
Инәй. Әйҙә, ҡыҙым, һөйлә.
Фиҙәлиә.
Ҡыҙҙырмаһаң, был аҡ май
Бүлмәлә иреп аҡмай.
Уның исеме – туң май,
Туң май һыуыҡта туңмай.
Ғәжәп бит: үҙе май,
Ә былай ашап булмай.
Инәй. Афарин, эй аҡыллыһығыҙ ҙа инде үҙегеҙ! Буҙа күбекләнеп торһон өсөн уға туң май йә эс майы ҡушҡандар.
Еңгә. Буҙаны һолонан, шулай уҡ «Геркулес» ярмаһынан да эшләйҙәр. Һолонан буҙа ҡарараҡ төҫтә килеп сыға, ә тәмендә айырма юҡ. Тәүҙә уны табала йә эҫе мейестә бер аҙ киптереп алалар. Шул саҡта уның әскелтем тәме юҡҡа сыға.
Еңгә. Балалар, әйҙәгеҙ һолоно мейестә ҡыҙҙырып, тирмәндә тартҡансы, “Косилка, молотилка” бейеүен бейеп алығыҙ.
1. Улай итербеҙ әле лә
Былай итербеҙ әле.
Ҡушымта. Косилка, молотилка,
Сортировка, веялка.
2. Уйнайбыҙ бергә-бергә лә
Бейейбеҙ бергә-бергә.
Ҡушымта. Косилка, молотилка,
Сортировка, веялка.
3. Уйнап-көлөп, шау-гөр килеп,
Йәшәрбеҙ бергә-бергә.
Ҡушымта. Косилка, молотилка,
Сортировка, веялка.
Инәй. Афарин, балалар, һоло әҙер. Үҙен ошо тирмәндә тарттырып та алдым. Тәүҙә ҡаҙандың эсен туң май менән майлайыҡ.
“Буҙа”
Беҙгә килгән ҡунаҡтар
Ауыҙ итә буҙанан.
Һоло, арпа буҙаһы бар,
Беҙ эшләнек бойҙайҙан.
Беҙ эшләнек һолонан,
Килгәс ни ҡулыбыҙҙан.
Ваҡланған һолоно йыуып,
Бер аҙға ебетәләр.
Һарҡыталар, елләтәләр,
Төйөрлөк тип әйтәләр.
Төйөлә һоло, төйөлә,
Бәләкәс тау өйөлә.
Еңелсә ҡыҙҙырылған
Он ҡушабыҙ бойҙайҙан.
Ҡайнар аҡ май саҡ ҡына
Ҡайнар һыуға һалһаҡ ҡына!
Йылы ерҙә тоторға,
Бер аҙ ваҡыт оторға.
Йылымыс ҡайнаған һыу,
Әсетке уға ҡушыу.
Болғатаһың иҙмәне,
Артыҡ шыйыҡ итмәгеҙ.
Һөҙөп алып ҡуяһың,
Өҫтөн ябып тораһың.
Әсей башлаһа буҙа,
Бызыр-бызыр көй һуҙа.
Ирегән һары майҙай,
Балҡый түңәрәк айҙай,
Буҙам шәп, тиеп, маһай! (Рәсимә Ураҡсина)
Әмилә. Әсәй, мин дә теге ваҡыт өйрәнгән шиғырҙы һөйләп ишеттерәйемме?
Еңгә. Әйҙә, ҡыҙым.
Әмилә.
Буҙа һығам,
Сәт-сәт киләм.
Буҙа һығам,
Һыҙылып аға буҙам.
Әсәйемә рәхмәт тиеп,
Әкрен генә йыр һуҙам.
Әсәйемдең буҙалары
Уңып тора күпереп.
Уңһын инде минеке лә,
Эсһен халыҡ хуп күреп!
Сәт-сәт килеп буҙа һығам,
Күперәләр буҙалар.
Табын, туйҙар, һабантуйҙар
Буҙа эсеп уҙалар.
Буҙа эсһәң, йәнгә рәхәт,
Тәнгә тарала сихәт.
Инәй. Шулай, дөрөҫ әйтәһегеҙ. Боронғолар юҡҡа ғына “Егәрленең ҡулы ете” тимәгәндәр бит. Тағы ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ һеҙ?
Балалар теҙеп әйтеп китә:
Самат. “Ашыҡҡан – ашҡа бешкән”.
Дим. “Эш бөткәс, уйнарға ярай”.
Ильвина. “Эшенә күрә – ашы”.
Самат. “Эшләү ҡаты – ашау татлы”.
Алмас. “Эшләһәң, эш ҡарышмай”.
Инәй. Афарин, балалар, ҡайһылай күп мәҡәлдәр беләһегеҙ.
Яман сырхауҙар булмаһын,
Әсетеп ҡуйҙым буҙа.
Минән буҙа – бер күнәк,
Бергә эсербеҙ күмәк.
– Был буҙабыҙ әсей торһон, минең алдан әҙерләгән ҡымыҙымды тәмләп алайыҡсы.
Еңгә. Аҡ – сафлыҡ, паклыҡ, яҡтылыҡ, яҡшылыҡ билгеһе бит ул.
Иҙел.
Аш-һыуҙарҙы тәмләнек,
Уйын менән йәмләнек.
Буҙа ҡойорға өйрәндек,
Буҙа тәмләп һөйөндөк!

Л.К. Ишбаева, Г.М. Ирназарова,
Сибай ҡалаһы «Тирмәкәй» балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәселәре;


Г.М. Йәнтилина, башҡорт теле уҡытыусыһы

Читайте нас: