Бөтә яңылыҡтар
Начальная школа
23 Апрель 2019, 12:59

Әкиәттәр һуҡмағы буйлап …

Г.Ә. НУРУТҠУЛОВА, Бөрйән районының Иҫке Собханғол 2-се Баҙал башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

Тема. Шалҡан әкиәте.

Бабай. Яҙ етте – йәшелсә сәсер мәл етте.
Шалҡан сәсергә кәрәк,
Файҙаһы күп бигерәк.
Мул итеп һыу һибәйем,
Төбөн утап, күмәйем.
Ҙур булып үҫһен шалҡан,
Көн дә ҡарармын, ялҡмам.
– Ай- һай, ҙур үҫкән шалҡан –
Өйөмә алып ҡайтам.
Ҡайҙа, тартып ҡарайым –
Көс етмәҫтер, моғайын!
– Әбей, әбей, һин ҡайҙа?
Йүгереп килсе бында.
Һинһеҙ эш алға китмәй,
Шалҡанға көсөм етмәй!
Әбей. Әү-әү, бабай, мин киләм,
Шалҡан тартайыҡ берҙәм!
Тотон әйҙә шалҡанға,
Сығыр беҙ ныҡ тартҡанға!
– Юҡ шул, шалҡан бирешмәй,
Ейәнсәрһеҙ көс етмәй!
Ҡыҙым, килсе тиҙерәк,
Шалҡан тартырға кәрәк!
Ейәнсәр.
Шалҡаныбыҙ ҙур үҫкән –
Беҙҙең көс етер микән?
Әйҙә, тартып ҡарайыҡ –
Шалҡанды сығарайыҡ!
Юҡ, олатай, өләсәй,
Беҙҙең генә көс етмәй.
Бындай шалҡан бик һирәк,
Этте саҡырыр кәрәк!
– Эй, Аҡтырнаҡ, кил бында,
Тиҙ бул, нишләйһең унда!
Эт.
Уау-уау, киләм, йүгерәм,
Бар ергә лә өлгөрәм!
Һеҙгә лә ярҙам кәрәк –
1,2,3 – әйҙә, тарттыҡ бергәләп!
– Ай-һай, шалҡан ҙур икән,
Бесәйһеҙ сыҡмаҫ микән?
Йоҡлап ятма, Мыраубай,
Шалҡан тартыш, кил дауай!
Бесәй. Йоҡонан торҙом күптән,
Һеҙҙе күҙәтәм ситтән.
Минһеҙ эшегеҙ бармай –
Мин кәрәк шул – Мыраубай!
Әйҙә, бергә тартайыҡ,
Шалҡан алып ҡайтайыҡ!
Көс етмәҫтер, ахыры,
Сыҡты шул тик яртыһы.
Саҡырайыҡ сысҡанды,
Сығарайыҡ шалҡанды!
Йүгер, кил бында, сысҡан,
Һинһеҙ сыҡмай бит шалҡан!
Сысҡан. Пип-пип, ҡалай ҙур шалҡан,
Йәбешегеҙ, мин тартам!
Вәт! Килеп сыҡты шалҡан,
Иң көслөһө мин – сысҡан!
Юҡ, юҡ, ышанып ҡуймағыҙ,
Мин бары тик шаяртам!
Күмәкләшеп көс һалдыҡ –
Шалҡанды беҙ сығарҙыҡ!
Балалар (һәр береһе үҙен атай.) Бабай – шалҡанға, әбей – бабайға, ейәнсәре – әбейгә, эт – ейәнсәренә, бесәй – эткә, сысҡан бесәйгә тотоноп, шалҡанды тартып сығарғандар, ти.
Бергәләп.
Күмәкләшеп көс һалдыҡ –
Шалҡанды беҙ сығарҙыҡ!
Читайте нас: