Маҡсат. Тиҫтә эсендә иҫәпләү күнекмәләрен, һандар составын нығытыу.
Танып белеү бурыстары. 1. 1 – 9 һандары менән үтелгән темаларҙы ҡабатлау, нығытыу. 2. 0-дән 9-ға тиклем һандарҙы үҫә һәм кәмей барыу тәртибендә дөрөҫ әйтеү. 3. Һандар составын үҙләштереү.
Үҫтереүсе бурыстар. 1. Уҡыусыларҙың хәтерен, иғтибарын үҫтереү. 2. 9 һаны эсендә дөрөҫ иҫәпләү күнекмәләрен булдырыу.
Тәрбиәүи бурыстар. 1. Уҡыусыларҙа математика дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу хисен тәрбиәләү. 2. Һөйләшеү культураһын, коллективта бер-береһе менән килешеп эшләү күнекмәләрен тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Проектор, экран, компьютер, презентация, таратма материал.
– Дуҫтарығыҙҙан, йылмайышып, һаулыҡ һорашығыҙ.
II. Белемдәрен актуалләштереү. 1. Төркөмләп эшләү.
– Уҡыусылар, бөгөн мин һеҙҙе экскурсияға саҡырам. Ҡайҙа барыуыбыҙҙы белер өсөн һеҙгә 23-сө биттәге 6-сы биремде төркөмләп эшләргә кәрәк.
– Циркка һүҙе килеп сыҡты. Тамаша ваҡытында һеҙгә бик иғтибарлы булырға, быға тиклем математика дәрестәрендә алған белемдәрегеҙҙе иҫкә төшөрөргә кәрәк буласаҡ. Ҡарағыҙ әле, беҙҙе кем ҡаршы ала? (Клоун.) Ингәндә билеттарыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Билеттар буталып бөткән. (Таҡтала һанлы йорттар асыла.) Клоунға белемдәребеҙҙе күрһәтәйек әле?
3. Телдән иҫәпләү. а)Һандарҙы үҫә һәм кәмей барыу тәртибендә һанау, алдында-артында торған һандарҙы атау; б) һандар составын ҡабатлау.
– Һәр беребеҙ тамашасы залына үтә. Беҙҙең урындар 12-се рәттә. Унда үтеү өсөн 12 миҫалды эшләргә кәрәк.
8 – 1 10 – 1 5 + 1 3 + 2 6 – 0 5 – 2
5 + 0 9 – 1 8 + 1 7 – 7 2 + 3 4 – 1
0 һаны тураһында һығымта яһау.
– Урындарыбыҙға ултырыштыҡ.
– Йомаҡты дөрөҫ сисһәгеҙ, кем беренсе булып аренаға сыҡҡанын белерһегеҙ.
Ҡышын – ҡарҙан да аҫта. (Айыу.)
– Айыуҙар, гастролдә күп йөрөп, уҡыуҙан артта ҡалған. Улар һеҙҙән мәсьәлә сисеүҙә ярҙам һорай.
– Циркта иң күңелле персонаж кем? Кем һәр ваҡыт шат йылмайып йөрөй? Клоун һеҙҙе ял итеп алырға саҡыра.
4. Дәреслек менән эш. №4, 23-сө бит.
– Киләһе артистарҙы ҡаршы алабыҙ. Өйрәтелгән эттәр ҙә бөгөн һеҙҙән ярҙам көтә. Улар китаптың 23-сө битендәге 4-се биремде үтәй алмай. Ярҙам итәбеҙме?
Һәр рәттән бер бала таҡтала эшләй, ә башҡалар урында тикшерә.
5. Геометрик фигуралар менән эш.
– Бында филдәр томшоҡтары менән төрлө фигуралар һүрәтен төшөргән. Ҡарағыҙ әле, былар ниндәй фигуралар? Уларҙың исемдәрен атағыҙ. Иҫбат итегеҙ.
– Цирктағы иң уҫал һәм тауышһыҙ хайуан кем? Ул да башҡаларға, үҙе һымаҡ, тауышланмай ғына эшләргә тәҡдим итә.
7. ”Сәскәләр йыйыу” уйыны. Парлашып эшләү.
– Бар нәмәне туҙҙырырға яратҡан маймылдар һеҙҙең менән уйнарға теләй. Бына был сәскә таждарын улар йолҡҡолап бөткән. Уларҙы йыйыр өсөн уларҙың арттарындағы миҫалдарҙы эшләргә кәрәк.
IV. Йомғаҡлау. Рефлексив анализ. Бөгөн дәрестә ҡайҙа барҙыҡ? Унда нимәләр күрҙегеҙ? Ниндәй эштәр башҡарҙығыҙ?
– Ә хәҙер, дәрестәге эштәрҙе еңел һәм дөрөҫ башҡарһағыҙ – ҡыҙыл, биремдәрҙе ҡыйынлыҡ менән үтәһәгеҙ – йәшел, бер нимә лә аңламай эшләмәй ултырһағыҙ – һары төҫлө шар алып йәбештерегеҙ.
– Ә һеҙ цирк артистарына бик оҡшанығыҙ. Улар һеҙҙе «тағы ла килегеҙ» тип саҡырып ҡала!
Ейәнсура районының Башҡорт Үргене урта мәктәбе уҡытыусыһы