Өфө ҡалаһының 308-се башҡорт балалар баҡсаһында халҡыбыҙҙың милли рухын күтәргән «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһе ҙур йәнлелек менән үтте.
«Йөрәк һүҙе» – ул халығ проекты. Туған телебеҙ, башҡорт теленең матурлығын, уның данын йырлаусылар, киләсәген һәм яҙмышын һаҡлаусылар, баҡсабыҙҙа беренсе тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, бик теләп ҡатнаштылар.
«Йөрәк һүҙе» проектының маҡсаты. Балаларҙы, атай-әсәйҙәрҙе әҙәбиәткә, атап әйткәндә, шиғриәткә ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу, Башҡортостандың күренекле шағирҙары менән яҡындан таныштырыу, уларҙың әҫәрҙәрен өйрәнеү, шулай уҡ тәрбиәүи маҡсаттан, яттан һөйләүҙе үҫтереү.
Ошо проекттың сценарийын балалар баҡсаларында эшләүсе тәрбиәселәргә тәҡдим итәм.
1-се алып барыусы. Шиғриәт бәйгеһен асыҡ, тип иғлан итәбеҙ! (Фанфары.)
2-се алып барыусы. Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, балалар, милләттәштәр! Һаумыһығыҙ!
1-се алып барыусы. Халҡыбыҙҙың милли рухын күтәреп, уға яңы һулыш өҫтәгән «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһе беҙҙе, төрлө йәштәгеләрҙе – кесене, олоно, төрлө ҡараштағы милләттәштәребеҙҙе туплап, берләштереп, туған телебеҙ – башҡорт байрағы аҫтына йыйҙы.
2-се алып барыусы. «Йөрәк һүҙе» ул – халыҡ проекты. Туған телебеҙ, башҡорт теленең матурлығын, уның данын йырлаусылар, киләсәген һәм яҙмышын һаҡлаусылар, баҡсабыҙҙа беренсе тапҡыр үткәрелгән һүҙ бәйгеһенә йыйылды бөгөн. Әйҙәгеҙ, уларҙы алҡышлап түргә саҡырайыҡ. Бына улар, рухлы «Йөрәк һүҙе» бәйгеселәре. (Һәр бәйгесе менән таныштырыу.)
1-се алып барыусы. Бына таныштыҡ та. Бәлки башларбыҙ бөгөнгө бәйгене.
2-се алып барыусы. Юҡ, юҡ, беҙгә әле йәрәбә һалаһы бар. Шулай уҡ бөгөнгө бәйгене ғәҙел жюри ағзалары менән таныштырып үтәйек. (Жюри менән таныштырыу.)
1-се алып барыусы. Жюри билдәләнде, ә хәҙер инде йәрәбә алабыҙ. (Ҡатнашыусы команданан бер бала подностан һан алып күрһәтә.)
2-се алып барыусы. Сығыш яһар өсөн тәртип һандарын белдек. Һүҙҙе жюри рәйесенә бирәбеҙ.
Жюри рәйесе. 308-се башҡорт балалар баҡсаһында 1-се «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһен асыҡ тип иғлан итәм.
1-се алып барыусы. Ә беҙ бөгөн «Йөрәк һүҙе» реферияһы булырбыҙ.
2-се алып барыусы. Мин риза, башланыҡ!
– Бөгөнгө «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһе Башҡортостаныбыҙҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл һәм Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.
(Алып барыусылар Башҡортостанға арналған шиғырҙр һөйләйҙәр, йырҙар башҡаралар.)
1-се алып барыусы. «Йөрәк һүҙе» бәйгеселәре, хәҙер һүҙ һеҙгә.
(Ҡатнашыусыларҙың сығышы.)
2-се алып барыусы. Афарин, һүҙҙе жюриға бирәбеҙ.
1-се алып барыусы. Беҙҙең бәйгеселәр II турға әҙерләнгәнсе, ял итеп, күңелле бейеү ҡарап алайыҡ.
2-се алып барыусы. Бәйгеселәр әҙер булһа, II турҙы башлайбыҙ.
1-се алып барыусы. II турҙа бәйгеселәр халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләп көс һынашырға әҙер.
2-се алып барыусы. Эйе, халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәримдең «Күкрәгемдән ҡоштар осорам», «Уңдым» шиғырҙарын яттан һөйләйҙәр.
1-се алып барыусы. Эйе, беҙ, ысынлап та, «Йөрәк һүҙе»дә ҡатнашыусы бәйгеселәребеҙҙән уңдыҡ. Әйҙәгеҙ, бәйгеселәр, һүҙ һеҙгә. (Ҡатнашыусылар М. Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләй.)
2-се алып барыусы. Афарин! Бөгөнгө «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһенә йомғаҡ яһап, беҙҙең жюри ғәҙел баһа бирергә әҙерләнә. Ә беҙ инде шундай көсөргәнешле бәйгенән һуң матур бейеү ҡарап алайыҡ.
1-се алып барыусы. Һүҙҙе «Йөрәк һүҙе»н баһалаусы жюриға бирәбеҙ.
2-се алып барыусы. Рәхмәт һеҙгә.
Бөгөнгө матур кисәне «Халҡыма дан!» тигән матур бейеү менән тамамлайбыҙ.
З.Н. ШӘМСЕТДИНОВА, Өфө ҡалаһының 308-се башҡорт балалар баҡсаһының юғары категориялы тәрбиәсеһе