Бөтә яңылыҡтар
Начальная школа
13 Февраль 2020, 16:01

Белем илендәге тәүге бейеклек

БЕРЕНСЕ ЕҢЕҮ
11 февралдә Күмертау ҡалаһының Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияһының I А класында бик матур байрам - "Әлифба байрамы үтте ". Әле 1 сентябрь иртәһендә генә мәктәп тупһаһынан тәүге тапҡыр атлап кергән бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итә. Эйе, хәрефтәрҙе таныу, ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, уҡырға өйрәнеү еңел булманы. Әммә уҡыусылар тырышты. Байрамда кескәй уҡыусылар яттан шиғырҙар һөйләп, күңелле йырҙар йырланы, ребустар, йомаҡтар сисеп, һөнәрҙәрен күрһәтте.
Әлифба ул белем илендә яулаған тәүге бейеклек. Артабан да уҡыусыларҙың тырышып уҡыуҙарын, белемдәрен арттырыуҙарын теләйбеҙ.

Гөлфиә ҠОТЛОМБӘТОВА,

директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.

Читайте нас: