Яңы быуын дөйөм белем биреү стандарттарының төп положениеһы – уҡыусыларҙа универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (шәхси, регулятив, танып белеү, коммуникатив) һәм компетенциялар комплексын формалаштырыу. Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге тип балаларҙа яңы белем, күнекмә һәм компетенцияларҙы үҙ аллы уңышлы үҙләштереү мөмкинлеген биреүсе дөйөмләштерелгән эшмәкәрлек атала. Белем биреү стандарттарының икенсе мөһим ҡиммәти ориентиры – уҡыу-уҡытыу процесына компетентлыҡлы ҡараш булдырыу. Бындай ҡараш уҡыусыларҙа күп төрлө компетенциялар формалаштырыу һөҙөмтәһендә бойомға аша.
Дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡыусыларҙа түбәндәге компетенциялар комплексын формалаштырыу ҡарала: 1) төп (үҙәк) компетенциялар: белем биреүҙең дөйөм (метапредмет) йөкмәткеһенә ҡарай; 2) дөйөм предмет компетенциялары: белем биреүҙең айырым предметтар төркөмөнә һәм өлкәләренә ҡарай; 3) предмет компетенциялары: уҡыу-уҡытыу предметтары сиктәрендә формалаштырыла. Был компетенцияларҙың һәр төрө күп компоненттан торған бер нисә тармаҡҡа айырыла. Төп (үҙәк) компетенцияларға ҡиммәти-мәғәнәүи компетентлылыҡ, дөйөм мәҙәниәтлелек, танып белеү эшмәкәрлеге, мәғлүмәтлелек, коммуникатив һәм ижтимағи-хеҙмәт компетентлылығы, шәхестең камиллашыуға һәләте һ.б. инә. Башҡорт теле дәрестәрендә формалаштырылыусы дөйөм предмет компетенциялары бөтә гуманитар фәндәр һәм параллель рәүештә өйрәнелеүсе телдәр (башҡорт, рус, инглиз, төрөк, немец һ.б.) өсөн уртаҡ.
Предмет компетенциялары “Башҡорт теле” предметының йөкмәткеһен үҙләштереү менән бәйле билдәләнә һәм метапредмет компетенцияһын формалаштырыу менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Уҡыу планындағы һәр дисциплинаның үҙенсәлегенән һәм йөкмәткеһенән сығып, уны өйрәнеү барышында компетенцияларҙың айырым төрҙәрен тәьмин итеүгә өҫтөнлөк бирелә. Туған тел дәрестәрендә, мәҫәлән, грамматик материалды өйрәнеү коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенциялар формалаштырыу менән органик берлектә тормошҡа ашырылырға тейеш. Шуны иҫәпкә алып, заман талаптарына ярашлы төҙөлгән ғәмәлдәге башҡорт теленән инвариант (мотлаҡ) “Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар” туған телде уҡыу-уҡытыуҙа компетентлыҡты һәм эшмәкәрлекле ҡараш формалаштырыу принциптарына нигеҙләнгән йөкмәткенән тора:
1) коммуникатив компетенцияны тәьмин итеүсе йөкмәтке;
2) тел һәм лингвистик компетенцияларҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке;
3) мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке. Программа аҙағында “Башҡорт теле” предметын үҙләштереүҙән көтөлгән метапредмет, предмет һәм шәхси һөҙөмтәләр билдәләнгән.
Коммуникатив компетенция аралашыу этикетын белеүҙе, ижтимағи компетентлылыҡты, аралашыусыңдың һәм хеҙмәттәш партнерҙарыңдың позицияһын иҫәпкә ала; башҡа кешеләрҙе тыңлай һәм диалогка инә белеүҙе, проблемаларҙы коллектив менән хәл итеүҙә ҡатнашыуҙы, йәштәштәрең менән интеграциялашыуҙы, тиҫтерҙәрең һәм үҙеңдән өлкәндәр менән продуктив хеҙмәттәшлек ойоштора белеүҙе тәьмин итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: яңы белем биреү стандарттарында коммуникативлылыҡ универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең бер блогы булараҡ та, айырым бер компетенция төрө булараҡ та билдәләнгән. Тимәк, хәҙерге белем биреү системаһында уҡыусыларҙа коммуникативлылыҡ формалаштырыу иң мөһим маҡсаттарҙың береһе һанала, сөнки шәхестең йәмғиәттә үҙенең урынын таба алыуы, тормошта килеп тыуған төрлө ҡатмарлы шарттарға яраҡлашып йәшәүгә әҙерлеге коммуникатив эшмәкәрлектең ниндәй кимәлдә үҫешкән булыуы менән туранан-тура бәйле.
Туған тел дәрестәрендә коммуникатив компетентлылыҡ формалаштырыу маҡсатында түбәндәге эш төрҙәре иң эффектлылары һанала.
1. Бер партала ултырыусы уҡыусылар менән – парҙарҙа, ике партала ултырыусы уҡыусыларҙың бәләкәй төркөмдәрендә төрлө эштәр ойоштороу.
2. Парҙарҙа һәм төркөмдәрҙә башҡарылған эш буйынса һәр төркөмдән бер уҡыусының бөтә класс алдында отчет тотоуы. (Был алым уҡыусыларҙа үҙ һүҙе өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләй.)
3. Эште үтәү барышында балалар бәхәсләшә, үҙ фекерҙәрен иҫбатлай алырлыҡ проблемалы ситуациялар тыуҙырыу.
4. Уҡыусыларҙы бер-береһенең фекерен тыңларға, дөрөҫ булмаһа, уны танырға һәм дөрөҫ фекерҙәрҙе ҡабул итергә күнектереү.
5. Уҡыусыларҙы иптәштәренең яуабын иғтибар менән тыңларға, анализларға өйрәтеү.
6. Йәштәштәренә һәм өлкәндәргә аралашыу ситуацияһына ярашлы дөрөҫ итеп һорау ҡуйырға өйрәтеү һ.б.
Тел һәм лингвистик компетенцияларға килгәндә, ғилми-методик әҙәбиәттә был бер-береһе менән тығыҙ бәйле ике төшөнсәнең айырмаһы һәм сиктәре аныҡ билдәләнмәгән. Берәүҙәр был терминдарҙы синоним булараҡ файҙаланһа, икенселәре уларҙың ҡулланыу даирәһендәге ниндәйҙер айырмалыҡтарҙы билдәләй.
Тел компетенцияһы телдең үҙен, уның төҙөлөшөн һәм ҡулланылыу нормаларын, йәғни тел системаһын, тел материалын белеүҙе күҙ уңында тота. Бында уҡыу, яҙыу һәм телмәр нормалары – орфоэпик, орфографик, пунктуацион грамоталылыҡ, телмәрҙең тасуирилығы, эмоционаллеге, аныҡлығы инә. Тимәк, ул телде ғәмәли үҙләштереү кимәленә ҡарап билдәләнә.
Лингвистик компетенция туған тел теорияһы, уның төп төшөнсәләр һәм категориялар комплексы буйынса белемдәрҙе телмәрҙә ҡулланырға күнектереүҙе үҙ эсенә ала. Лингвистик компетенция формалаштырыуҙа телмәр күренештәрен һәм уларҙың телмәрҙә ҡулланылышын танырға өйрәнеү ысулдарын үҙләштереү мөһим роль уйнай. Бында шулай уҡ телдең төҙөлөшө, унда нимәләрҙең үҙгәреүе, телдең тарихы, лингвистик анализ методтары, күренекле тел белгестәре тураһында мәғлүмәт биреү ҙә инә. Лингвистик компетенция үҫтереү – ул уҡыусыларҙа телгә ғилми ҡараш формалаштырыу һәм уларҙы телгә эйә булған шәхес итеп тәрбиәләү.
Туған тел дәрестәрендә тел һәм лингвистик компетенциялар үҫтереүҙең түбәндәге төп өс шарты билдәләнә:
1) уҡыусыла үҙенең хис-тойғоларын, фекерен әйтеп биреү ихтыяжын тыуҙырыу, телмәр мотивацияһын формалаштырыу;
2) телмәр төҙөү теләген генә түгел, ә нимәлер тураһында әйтеп биреү мөмкинлеген тыуҙырырлыҡ йөкмәткеле нигеҙ булдырыу;
3) уҡыусыларҙы теге йәки был тексты төҙөү өсөн кәрәкле тел саралары менән ҡоралландырыу, ул сараларҙы телмәр ситуацияһына ярашлы һайлай һәм ҡуллана белергә күнектереү.
Был бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡыусыларҙы бер-береһе менән тығыҙ бәйле ике типтағы эшмәкәрлеккә өйрәтергә кәрәк: а) тел системаһы буйынса мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү өсөн кәрәкле булған уҡыу һәм танып белеү эшмәкәрлеге; б) телде аралашыу функцияһында ҡулланыу мөмкинлеген биреүсе телмәр эшмәкәрлеге. Танып белеү һәм телмәр эшмәкәрлегенең бындай берҙәмлеге уҡыусының дөйөм үҫешен активлаштырыу өсөн ерлек булдыра. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға аралашыу шарттарына, телмәрҙең маҡсатына һәм йөкмәткеһенә ярашлы тел сараларын ҡулланып, үҙ фекерҙәрен телдән һәм яҙма формала бәйләнешле һәм аныҡ итеп әйтеп биреү мөмкинлеге тыуҙырырлыҡ күп төрлө биремдәр тәҡдим итергә кәрәк.
Мәҙәни компетенция формалаштырыу милли үҙаңды үҫтереү; бөтә кешелеккә, төрлө халыҡтарға, айырым шәхестәргә хас дөйөм ҡиммәттәр менән бер рәттән, туған халҡыңа хас булған ҡиммәттәрҙе – халҡыңдың телен, әҙәбиәтен, тарихын, мәҙәниәтен, традицияларын һ.б. үҙләштереү; йәмғиәттәге, ғаиләләге күренеш һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең әхлаҡи-мәҙәни нигеҙҙәрен белеү; кеше тормошонда фән һәм диндең урынын билдәләй алыу; көнкүреште һәм ял ваҡыттарын дөрөҫ ойоштороу ысулдарын өйрәнеү һәм башҡаларға нигеҙләнә.
Этник культураны тергеҙеү, һаҡлау һәм артабан үҫтереү кешелек үҫешенең мөһим компоненты булып тора. Был проблема полиэтник, полилингваль, поликонфессиональ һәм поликультуралы Рәсәй өсөн айырыуса мөһим, сөнки ошондай ҡатмарлы арауыҡта сағыштырмаса аҙ һанлы халыҡтарҙың үҙен дөйөм кешелектең ҡабатланмаҫ бер ҡиммәте, хазинаһы булараҡ һаҡлап алып ҡалыу проблемаһын тик йәш быуын тарафынан туған халҡының быуаттарҙан-быуаттарға тапшырыла килгән әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен үҙләштереүе аша ғына ыңғай хәл итергә мөмкин. Мәҙәни компетенция формалаштырыу күп ҡырлы эшмәкәрлекте үҙ эсенә ала. Мәктәп шарттарында, мәҫәлән, туған телде өйрәнеү барышында дәреслектәрҙәге күнегеүҙәрҙән тыш, мәҙәни йөкмәткеле текстар ҡулланыу, мәҙәни һәм этномәҙәни йөкмәткеле байрамдар, һабантуйҙар, бәйгеләр ойоштороу маҡсатҡа ярашлы.
Шулай итеп, башҡорт теле дәрестәрендә формалаштырылыусы төп предмет компетенциялары булып коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенциялар тора. Улар айырым-айырым түгел, грамматик материалды өйрәнеү менән тығыҙ бәйле һәр дәрестә, һәр теманы үҙләштереү барышында комплекслы, системалы үҫтерелергә тейеш.