Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә йәшәүсе Земфира Ғизетдин ҡыҙы Сәхипова үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылай. РСФСР мәктәптәренең мәғариф отличнигы, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, РСФСР Педагогик һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, К.Д. Ушинский миҙалы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәй Яҙыусылар берлеге ағзаһы З.Ғ. Сәхипова 1940 йылдың 13 апрелендә Көйөргәҙе районының Ермолаево ҡасабаhында донъяға килә.
Атаһы Fизетдин Сәрүәретдин улы, «35 меңсе» булараҡ, партияның район комитетында эшләй. Тиҙ арала үҙен эшhөйәр hәм талапсан белгес итеп күрhәткән йәш белгесте Ишембай районының «Тәйрүк» промартеле (hуңғараҡ – колхоз) рәйесе итеп эшкә ебәрәләр. Буласаҡ ғалимдың бала сағы, мәктәп йылдары тап ошонда, колхоз үҙәге булған Смаҡай ауылында, йәмле Тәйрүк буйҙарында, үтә.
Тәйрүк йылғаhы нисек тулыраҡ hыулы йылғаларға ҡушыла-ҡушыла Мәскәү тарафтарына юл алhа, ныҡыш, тырыш, үҙ-үҙенә үтә лә талапсан Земфира ла ауылдан баш ҡалағаса оҙон юл үтә.
Урта мәктәпте Ишембай ҡалаһында тамамлап, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес бер нисә йыл Көйөргәҙе районының Мораптал, Ишембай районының Әхмәр урта мәктәптәрендә рус теле hәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Оҙаҡламай Земфира Fизетдин ҡыҙын үҙе уҡыған институтҡа эшкә саҡыралар. Юғары уҡыу йортонда эшләү өсөн белемен артабан камиллаштырыу кәрәклеген яҡшы белгән һәләтле ҡыҙ Мәскәүҙәге РСФСР Педагогия фәндәре академияhының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтындағы аспирантураға юллана. Кандидатлыҡ диссертацияhын уңышлы яҡлаған йәш белгес ошо уҡ институтта эшкә ҡалдырыла. Бында З. Сәхипова милли мәктәптәрҙә рус телен уҡытыу проблемаларын өйрәнә. Ғилми-методик эҙләнеү һөҙөмтәләрендә уның 8 монографияhы, дүрт тиҫтәнән артыҡ дәреслеге, егермеләп методик ҡулланмаhы нәшер ителә, йөҙҙәрсә фәнни-методик мәҡәләhе Мәскәү, Санкт- Петербург, Өфө, Ҡазан, Чебоксар, Ашхабад, Элиста ҡалаларында донъя күрә. Һуңғы йылдарҙа ғалимә Мәғарифты үҫтереү федераль институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре вазифаһын башҡара.
Ғүмеренең күпселек өлөшө баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә үтһә лә, хөрмәтле яҡташыбыҙ һәр саҡ туған халҡына тоғро хеҙмәт итә. Оҙаҡ йылдар З.F. Сәхипова етәкселегендә Стәрлетамаҡ, Салауат педагогия колледждарында эксперименталь майҙансыҡ әүҙем эш башҡара. Уның етәкселегендә Башҡортостандан тиҫтәләгән йәш методист кандидатлыҡ диссертацияhы яҡлап, республикабыҙҙың төрлө уҡыу йорттарында уңышлы эшләп йөрөй.
Рәсәй Яҙыусылар берлеге ағзаһы З.F. Сәхипова һуңғы йылдарҙа әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. Уның кескәйҙәргә тәғәйенләнгән “Ҡуян да хәйлә ҡорған” (2005), рус һәм башҡорт телдәрендәге “А что красивее всего? Нимә иң матур нәмә?” (2009), “Күк япраҡтар” (2015) исемле китаптары балалар өсөн оло бүләк булды. Автобиографик характерҙағы “Листая страницы прожитых лет” (2010) китабында ғалимә үҙенең үтелгән ғүмер юлын бәйән итә, өлкәндәргә тәғәйенләнгән “Йәшлекте лә була оҙайтып…” китабына яҙыусының үҙе ижад иткән шиғырҙары, Ғүмәр Хәйәм робағиҙарының, Сергей Михалков мәҫәлдәренең, Лариса Рубальскаяның шиғырҙарының башҡортсаға тәржемәһе ингән.
Ә инде Земфира Fизетдин ҡыҙының йәмәғәт эшмәкәрлеге, ғүмере буйы тыуған халҡы өсөн күрhәткән хеҙмәттәре баhалап бөткөhөҙ. Ул беренселәрҙән булып Мәскәү ҡалаhында үҙ инициативаhы менән башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе аса һәм башҡорт балаларын туған теленә өйрәтә. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте съездарында делегат балараҡ ҡатнаша. Мәскәүҙәге уҡыу йорттарында белем алыусы Башҡортостан йәштәре менән бәйләнешкә инеү өсөн дә ваҡыт таба.
Был илаһи донъяға ғашиҡ, эшкә сәмсел, көслө рухлы шәхес булараҡ, Земфира Fизетдин ҡыҙы бөгөн дә тормош уртаһында ҡайнап йәшәй. Уның шиғырҙары, мәҡәләләре республикабыҙ гәзит-журналдарында йыш донъя күрә.
Күреүебеҙсә, олпат юбилейын тантана итеүсе хөрмәтле яҡташыбыҙҙың ғүмер миҙгелдәре тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе биргән уңыштар менән биҙәлгән. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн З.Ғ. Сәхипова күп төрлө наградалар менән бүләкләнгән.
Ҡәҙерле Земфира Fизетдин ҡыҙын матур ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлап, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы ижади уңыштар, ғаилә именлеге, балалар шатлығы теләйбеҙ! Артылаһы үрҙәрегеҙ алда ла күп булһын!