Бөтә яңылыҡтар
Начальная школа
10 Август 2020, 15:24

Беренсе сентябрь – Белем байрамы

Сценарий

Алып барыусы. Хәйерле иртә, хөрмәтле уҡытыусылар, ҡунаҡтар, ата-әсәләр, уҡыусылар! Беҙ һеҙҙең менән оло тантана – 1 сентябрь – Белем байрамына йыйылдыҡ.
(Гимн яңғырай.)
Алып барыусы. Ә хәҙер, беренсе ҡыңғырау тантанаһына, мәктәпкә тәү тапҡыр аяҡ баҫыусы, белем донъяһы ишеген тәү башлап асыусы, беренсе класс укыусыһын саҡырабыҙ.
Ниндәй күңелле
Сентябрь башы.
Мәктәпкә илткән
Юлдар ҡояшлы.
Шатлана-көлә
Ата-әсәләр.
Ҡулдарҙа гөлдәр,
Алһыу сәскәләр.
Яғымлы иҫә
Хатта еле лә,
Ҙур байрам бөгөн
Тыуған илемдә.
(Ҡул сабыу.)
Алып барыусы. Бөгөнгө тантананы асыҡ тип иғлан итергә рөхсәт итегеҙ.
(Ҡул сабыу.)
Алып барыусы. Эйе, йәйге каникулдар күңелдәрҙә бай хәтирәләр ҡалдырып үтеп тә китте, мәктәп беҙҙе бөгөн яңынан үҙ тупһаһына йыйҙы. Мәктәп – татыу ғаилә ул. Барыбыҙға ла ошо ғаиләлә татыу йәшәргә, яңы дәрт һәм көс менән белем алырға, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштарға ирешергә насип итһен.
1-се уҡыусы. Алтын көҙҙә, һалҡын ҡышта
Яҙғы матур көндәрҙә,
Беҙ киләбеҙ һиңә мәктәп
Шаулап, гөрләшеп бергә.
2-се уҡыусы
Мәктәптә күңелле булһын,
Дәрестәр еңел үтһен
Һәм беҙҙең өсөн асылһын
Бөтә серҙәре ерҙең.
  • Ә хәҙер ҡотлау өсөн һүҙ мәктәп директорына бирелә.
  • (Мәктәп директорының сығышы.)
    (Ҡул сабыу. Сәскә тапшырыу.)
    Алып барыусы. Ҙур рәхмәт. Беҙҙе ҡотларға ҡунаҡтар ҙа килгән.
    (Ҡунаҡтарға һүҙ биреү. Уларҙы тыңлағандан һуң, рәхмәт әйтеп, сәскә тапшырыу.)
    Алып барыусы. Бөтә сығыш яһаусыларға ла ҙур рәхмәт, ә хәҙер уҡыусылар “бүләген” ҡабул итегеҙ.
    (Йыр-бейеү. Ҡурайҙа уйнау.)
    3-сө уҡыусы. Уҡытыусым!
    Яҡты ҡояш һымаҡ
    Ғумер буйы белем өләшә,
    Үҙ яҙмышын бер яҡ ситкә ҡуйып
    Меңәр яҙмыш өсөн көрәшә.
    4-се уҡыусы. Уҡытыусым!
    Ниндәй ғорурһың һин!
    Изге теләк һинең күңелдә
    Бөтәбеҙгә рухи илһам биреп
    ....................
    (“Уҡытыусыма”йырын башҡаралар.)
    5-се уҡыусы.
    Һәр йыл беренсе класҡа,
    Ҡаршылайҙар мәктәптәр.
    Ә бөгөн бигерәк күңелле
    Килдек беҙ бәләкәстәр.
    6-сы уҡыусы.
    Бәләкәсһегеҙ тигәнгә
    Һис тә үпкәләмәйбеҙ.
    Күтәргән гөлләмәләрҙән
    Үҙебеҙ күренмәйбеҙ.
    7-се уҡыусы.
    Уйындар артта ҡалды,
    Беҙ хәҙер уҡыусылар.
    Киләсәктә ололарға
    Булырбыҙ алмашсылар.
    8-се уҡыусы.
    Атайым да, әсәйем дә
    Ниңәлер тулҡынлана.
    Әйтерһең дә беренсегә
    Мин түгел, улар бара.
    9-сы уҡыусы (Сығарылыш класы уҡыусыларына арнап).
    Һеҙгә һуңғы уҡыу йылы
    Башлана был минуттан,
    Беренселәр исеменән
    Теләйбеҙ бар йөрәктән:
    Ҡыйыу алға барырға,
    Дөрөҫ юлды табырға.
    10-сы уҡыусы
    Шулай итеп бөгөн беҙгә
    Сентябрь сәләм бирә
    Билем, ғилемгә әйҙәп ул
    Саҡыра мәктәбенә.
    Алып барыусы. Ә хәҙер беренсе класс уҡыусыларын тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына саҡырыусы беренсе ҡыңғырау яңғыраясаҡ.
    11-се уҡыусы.
    Эй, ҡыңғырау!
    Ҙур уңыштар менән
    Майҙа оҙатып ҡалдың.
    Беренсе сентябрь еткәс,
    Тағы саҡырып алдың!
    (Беренсе һәм сығарылыш класының уҡыу алдынғыһы, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән спортсмен балалар алмашлап ҡыңғырау шылтырата, балалар, класс етәксеһе менән бергә, уҡыу бүлмәләренә тарала.)

    С.Ф. ИШКИНИНА,

    Өфө ҡалаһының 119-сы мәктәп уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы

    Читайте нас: