Маҡсат. Сәләмәт йәшәү рәүешенең мөһим өлөшө – дөрөҫ туҡланыу тураһында белем биреү.
Йыһазлау. Таблицалар; аҙыҡ-түлеккә ҡушыла торған сәләмәтлек өсөн зыян һәм тыйылған өҫтәмәләрҙең исемлеге һ.б.
- Таҡтаға эпиграф яҙылған: «Беҙ ашау өсөн йәшәмәйбеҙ, йәшәү өсөн ашайбыҙ».
Уҡытыусы. Нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө дәрес темаһы көндәлек тормошта әһәмиәтле темаларҙан һаналамы?
Уҡыусылар. Эйе, был бик мөһим тема, сөнки дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлектең нигеҙе.
Уҡытыусы. Килешәм. Туҡланыу, ысынлап та, биологик яҡтан әһәмиәтле мәсьәлә генә түгел, ә социаль-иҡтисади һәм хатта сәйәси проблема ла. Бөтөн дөнъя сәләмәтлек һаҡлау ойошмаһы ултырыштарында был турала даими һүҙ алып барыла. Беҙ тағы ла ниндәй дәрестәрҙә был темаға фекер алышҡаныбыҙ булды? (Яуаптар тыңлана.)
Уҡытыусы. Шуны иҫкәртеп ҡуям: дәрес аҙағында бөгөн ниндәй яңылыҡ белеүегеҙ тураһында әйтерһегеҙ.
Туҡланыу гигиенаһы – аҙыҡ-түлек һәм һау-сәләмәт кешенең дөрөҫ туҡланыу проблемаһын өйрәнә торған өлкә.
Дөрөҫ (рациональ) туҡланыу – йәшәйеш шарттарында кеше организмының энергияға һәм тормош өсөн мөһим булған матдәләргә ихтыяҗын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә торған туҡланыу.
(Билгеләмәләр дәфтәрҙәргә яҙҙырыла.)
Уҡытыусы. Һеҙҙеңсә, дөрөҫ туҡланыу ниндәй була? (Төрләндерелгән, даими, еңел эшкәртелә торған һ.б.)
- Текст йөкмәткеһе буйынса әңгәмә (тексты «Гигиена и здоровье» китабынан (А.Г. Хрипкова, Д.В. Колесов. – М.: Просвещение, 1984) алырға мөмкин; кластағы уҡыусыларҙың белем кимәлен иҫәпкә алып, уны уҡытыусы үҙе лә һайлай ала).
- Тексты уҡығанда юл ситенә: “+”– мин быны беләм; “–” – мин быны белмәйем; “?” – һорауым бар; “I”– иң мөһиме; “* ” – был минең өсөн яңылыҡ кеүек билгеләр ҡуйып барығыҙ.
Тексты уҡып анализлағандан һуң, таблица тултырырға тәҡдим ителә (биремде өй эше итеп бирергә лә була).
- Текст эстәлеген анализлау.
| | Был минең өсөн яңылыҡ булды | Быны белеү ҡыҙыҡлы булыр ине |
Уҡытыусы. Шулай итеп, беҙ туҡланыу гигиенаһының ниндәй булырға тейешлеген асыҡланыҡ.
Уҡытыусы. Дөрестең был өлөшөндә төркөмдәрҙә эшләрбеҙ. 2-се таблицаға иғтибар итегеҙ.
Көндәлек туҡланыу нормаһы
Аҙыҡ-түлек исемлеге | Минең шәхси фекерем | Уртаҡ фекер | Тейешле норма |
Уҡытыусы (таблицаға күрһәтеп һөйләй). Күреүегеҙсә, 1-се бағанала аҙыҡ-түлек исемлеге бирелгән. Һеҙҙең йәштә уларҙы көн һайын ниндәй күләмдә ашарға кәрәк тип уйлайһығыҙ? Аҙыҡ-түлек күләмен өлөштәрҙә (порцияларҙа) күрһәтегеҙ. Башта бер өлөшкә тура килгән аҙыҡ-түлек күләмен асыҡлап китәйек.
- Һөт һәм һөт ризыҡтары (сыр, эремсек һ.б.): 1 өлөш (200 мл – 1 стакан) һөт; бер киҫәк (45 г самаһы) ҡаты сыр; ярты өлөш (100 мл) эремсек.
- Икмәк, ярма (аларҙан бешерелгән ботҡа), бәрәңге: бер һыныҡ икмәк, бәләкәй күмәс йә берәр төрлө ҡамыр ризығы, 5 – 6 ҡоро печенье; ярты өлөш (100 мл) бутҡа йә туҡмас; уртаса ҙурлыҡтағы ике бәрәңге.
- Ит, балыҡ, йомортка: 50 г һыйыр ите, ҡош ите, берәр төрлө ит ризығы йә балыҡ, балыҡтан әҙерләнгән ашамлык йә бер йомортҡа.
- Майҙар, баллы тәм-том: 1 кәнфит; ярты пирожный йә бәләкәйерәк торт киҫәге; 25 г аҡмай йә 1 аш ҡалағы үҫемлек майы.
- Еләк-емеш, йәшелсәләр: уртаса ҙурлыҡтағы бер алма; банан йә әфлисун; сирек өлөш (1/4 стакан) киптерелгән еләк-емеш; ярты өлөш (1/2 стакан) бешкән йә сей йәшелсә.
Уҡытыусы. Таблицаның 2-се һәм 3-сө бағаналарына иғтибар итегеҙ. Туҡланыу тулы ҡиммәтле булһын өсөн һәр төркөмгә кергән ашамлыҡтарҙы көн һайын ниндәй күләмдә, йәғни нисә порция ашарға кәрәк? Башта һәр ҡайһығыҙ «Минең шәхси фекерем» тигән бағанаға үҙ фекерен яҙа, шунан һуң бергәләп уйлашып, «Уртаҡ фекер» бағанаһын тултырығыҙ. Артабан һәр төркөмдән бер кеше уртаҡ фекерҙе әйтә. Дүртенсе бағана әлегә буш ҡалып торһон. Уны һуңғараҡ, үҙ фекерегеҙҙе фәнни мәғлүмәт менән сағыштырғандан һуң, тултырып бөтөрөрһөгөҙ.
(Уҡыусылар биремде үтәй, һәр төркөмдән берәр кеше сығыш яһай.)
Уҡытыусы. Сәләмәтлек ныҡ булһын өсөн, организмды билгеле бер күләмдә углевод, май, аҡһым, минерал тоҙҙар һәм һыу менән даими тәьмин итеп торорға кәрәк. Туҡлыҡлы матдәләрҙең күләме төрлө ризыҡта төрлөсә була.
( Таҡтаға 3-сө таблица эленә йә ул экранда күрһәтелә.)
3-сө таблица. Аҙыҡ-түлектәрҙәге туҡлыҡлы матдәләр һәм аларҙың кеше организмы өсөн әһәмиәте.
| | | Ниндәй аҙыҡ-түлектә була? |
| Кальций, А һәм Д витаминдары | Һөйәк һәм тештәрҙең дөрөҫ үҫеүен тәьмин итә, уларҙы нығыта; мускул һәм нервылар эшсәнлеген яҡшырта | Һөт, сыр, йогурт, эремсек, туңдырма һ.б. |
| Углеводтар, витаминдар, минерал матдәләр | Энергия сығанағы булып тора; нeрвы системаһының дөрөҫ формалашыуына йоғонто яһай | Ондан әҙерләнгән ашамлыҡтар (туҡмас, икмәк һ.б.), ярма (ботҡалар) |
| | Тән тиреһе туҡымаларының, һөйәктең, ҡандың, мускулдарҙың яһалыуында һәм яңырыуында ҡатнаша; майҙа эрей торған витаминдарҙы «ҡыуып йөрөтә» | Мал, ҡош ите, иттән әҙерләнгән ризыҡтар; балыҡ һәм балыҡтан әҙерләнгән ашамлыҡтар, йомортҡа |
| | Майҙар – күҙәнәктәр өсөн кәрәкле булған мөһим «яғыулыҡ». Углеводтар организмды энергия менән тәьмин итә | Үҫемлек майы, кәнфит, ҡайнатма, бал, тәм-том |
| | Клетчатка энергия сығанағы булып тора, матдәләр алмашыныуын яҡшырта; органдарҙың оҙаҡ ваҡыт сәләмәт хәлдә эшләүен, күҙҙәрҙең яҡшы күреүен тәьмин итә | Барлыҡ йәшелсә һөм еләк-емеш 1 |
Күреүегеҙсә, организм өсөн кәрәкле матдәләрҙең барыһын бер юлы үҙендә туплаған бер генә ашамлыҡ та юҡ. Шуға күрә ризыҡты һәр вакыт төрләндереп торорға кәңәш ителә.
Уҡытыусы. Һеҙҙең көн һайын ниндәй ашамлыҡтарҙы күпме ашарға теләгәнегеҙҙе асыҡланыҡ. Уны анализлап ҡарайыҡ: зауығығыҙ дөрөҫ туҡланыу нормаларына тап киләме икән? Әлеге нормаларҙы үҙ мәғлүмәттәрегеҙ менән сағыштырып ҡарап, һеҙ көнлөк рационды үҙегеҙ өсөн тағын да файҙалыраҡ итеп үҙгәртә аласаҡһығыҙ. 3-сө таблицала аҙыҡ-түлектәр исемлеге организм өсөн әһәмиәтлелеге яғынан төркөмләп бирелгән. Ашамлыҡтарҙы тағын сәләмәтлек өсөн файҙаһы яғынан бер- береһенә яҡынса туры килгән төркөмсәләргә лә бүләргә мөмкин. Быны «Дөрөҫ туҡланыу пирамидаһы»нан күреп була. (Уҡытыусы плакаттағы рәсемгә күрһәтеп һөйләй.)
Рәсемдә: «Дөрөҫ туҡланыу пирамидаһы».
Ит, ҡош ите, балыҡ, йомортҡа, сәтләүек, ҡуҙаҡлылар
- Хәҙер 2-се таблицаның һуңғы бағанаһын тултырып бөтөрәйек. Туҡланыу тулы ҡиммәтле, сәләмәтлек өсөн файҙалы булһын өсөн, һәр төркөмдәге аҙыҡ-түлектең көнлөк нормаһы ошондай булырға тейеш: 1-се төркөмдәге ашамлыҡтар – 3 өлөш (порция), 2-сеһендәгеләр – 6 – 11; 3-сөһөндәгеләр – 2; 4-сеһендәгеләр – 1; 5-се төркөмдәгеләр – 5 өлөш. Иҫтә тотарға кәрәк: был норма спорт йә ауыр хеҙмәт менән шөғөлләнеүселәр өсөн аҙ буласаҡ. Ә хәҙер үҙ мәғлүмәттәрегеҙҙе фәнни, йәғни тейешле норма менән сағыштырып ҡарай алаһығыҙ. Айырмаларҙы билдәләп, көндәлек туҡланыуҙы сәләмәтлек өсөн нисек файҙалыраҡ итеп үҙгәртеү тураһында фекерҙәрегеҙҙе белдерерһегеҙ. (Уҡыусылар сағыштырыу һөҙөмтәләренән сығып яуап бирә.)
Уҡытыусы. Ғалимдар туҡланыу өлкәһендә өҙлөкһөҙ тикшеренеүҙәр алып бара. Шундай тикшеренеүҙәрҙең бер һөҙөмтәһе буларак, илебеҙҙә 2008 йылың 18 декабрендә «Россия Федерацияһында йәшәүсе төрлө ҡатлау кешеләренең энергияға һәм туҡлыҡлы матдәләргә физиологик ихтыяҗы нормалары» булдырылды. Әлеге документ нигеҙендә илебеҙҙә аҙыҡ-түлек етештереүҙе планлаштыру; ауыл хуҗалығы продукцияһын етештереү комплексының дәүләт күләмендә һөҙөмтәле үҫешен һәм халыҡтың туҡланыу иминлеген тәьмин итеү; дауалау-профилактика учреждениеларында һәм дөйөм туҡланыу урындарында дөрөҫ туҡланыуҙы ойоштороу; туҡланыуҙың сифатын тикшереп баһалау; әлеге өлкәлә белгестәр әҙерләү һәм халыҡты сәләмәтлек өсөн файҙалы туҡланыу принциптарына төшөндөрөү буйынса эш программаларын төҙөү һ.б. шундай саралар ойошторола.
Программаны нигеҙҙә белгестәр файҙалана. Әгәр һеҙ туҡланыу мәсьәләләре буйынса фәнни-тикшеренеү эше яҙырға теләһәгеҙ йә киләсәктә табиб һөнәрен һайларға уйлаһағыҙ, Программа менән Интернеттан Роспотребнадзор сайтында таныша алаһығыҙ.
Дөрөҫ туҡланыу, һис шикһеҙ, аҙыҡ-түлектең сифаты менән дә бәйле. Ашамлыҡтарҙың төргәгендәге йә тартмаларындағы яҙыуҙарға иғтибар итәргә күнегергә кәрәк. Уларҙағы кодтар ашамлыҡтарға өҫтәлгән ҡушылмаларҙың кеше организмына күпме йоғонто яһауы тураһында мәғлүмәт бирә. Күбебеҙ был өҫтәмәләрҙе «химия» тип иҫәпләй һәм шуға күрә уларҙы организм өсөн зарарлы тип һанай. Ысынында иһә күп ҡушылма ашамлыҡтарҙың сифаты тейешле органдар тарафынан ҡабул ителгән санитария-гигиена талаптарына тура килһен өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, лимон һәм һөт кислоталары, сахароза тулы- һынса зыянһыҙ өҫтәмәләр тип иҫәпләнелә.
Ҡайһы бер ҡушылмалар, ысынлап та, күпмелер дәрәҗәлә зыянлы, ләкин уларҙы ҡулланыу тыйылмай. Ни өсөн тигәндә, ашамлыҡтарға уларҙы өҫтәмәгән осраҡта, зыян күберәк булырға мөмкин: әйтәйек, аҙыҡ-түлектең төҫө йәмһеҙләнә, уның һаҡланыу ваҡыты ҡыҫҡара; микрофлораһы үҙгәргәнлектән, токсиндар барлыҡҡа килә; бындай ризыҡты ашап, ағыуланыу ихтималы арта. Мәҫәлән, натрий нитраты бешереп яһалған ҡаҙылыҡҡа ҡыҙғылт төҫ бирә һәм билгеләнгән ваҡытта уны боҙолоуҙан һаҡлай. Натрий нитраты ҡушып бешерелмәгәнгә күрә, өйҙә әҙерләнгән ҡаҙылыҡтың төҫө ҡарая, тиҙ боҙола. «Е» коды менән аталып йөрөтөлә торған ҡушылманы ҡайһы саҡта ашамлыҡ төргәгенә – «глутамат натрия» тип яҙалар, шунлыҡтан һатып алыусыға был аңлашылып та бөтмәҫкә мөмкин.
- Һеҙгә көн дә ҡулланыла торған ашамлыҡтарҙың төргәген, йәки тартмаһын алып килергә ҡушылған ине. Әйҙәгеҙ, был аҙыҡ-түлектең нимәнән етештерелгәнлеген, ниндәй өҫтәмәләр менән байытылғанлығын анализлап ҡарыйыҡ. Бының өсөн таблицаны файҙаланырбыҙ. (Экранда 4-се һәм 5-се таблицалар сыға йә улар һәр партаға таратыла.)
4-се таблица. 6. Аҙыҡ-түлеккә ҡушылған өҫтәмәләрҙең төркөмдәргә бүленеше.
| Буяуҙар (красители) аҙыҡ-түлектең төҫөн яңырта йәки көсәйтә |
| Консерванттар (консерванты) – аҙыҡ-түлекте микробтарҙан, бактерияларҙан һаҡлап, яраҡлылыҡ ваҡытын оҙайта |
| Кислород менән ҡушылыуҙан (окислашыуҙан) һаҡлағыстар (антиокислители) – майҙарҙы төҫө үҙгәреүҙән, әсеүҙән һаҡлай |
| Тотроҡландырғыстар (стабилизаторы) – ашамлыҡтарҙың баштағы тығыҙлыҡ һәләтен (ҡатылығын йә йомшаҡлығын) һаҡлай Ҡуйыртҡыстар (загустители) – үҙлелекте, һуҙылыусанлыҡты көсәйтә |
| Эмульгаторҙар – матдәләрҙең (әйтәйек, һыу менән майҙың) үҙ-ара ҡушылмый торган фазала бер төрлө ҡушылмаһын барлыҡҡа килтерә |
| Күбек һүндергестәр – күбекләнеүҙе кәметә йәки булдырмай |
- Россияла тыйылған ҡурҡыныслы аҙыҡ-түлек өҫтәмәләре.
Е121 – цитрустар төҫөндәге ҡыҙыл буяу (цитрусовый красный 2);
Е123 – ҡыҙыл амарант буяу (красный амарант) Е240 – формальдегид (консервант).
– яман шеш барлыҡҡа килерә торғандары:
Е103, Е105, Е121, Е123, Е125, Е126, Е130, Е131, Е142, Е152, Е210, Е211, Е213-217, Е240, ЕЗЗО, Е447;
- ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын барлыҡҡа китерәторғандары: Е221-226, Е320-322, Е338-341, Е407, Е450, Е461-466;
- аллергия булдыра торғандары:
Е230-232, Е239, Е311-313;
– бауыр һәм бөйөр ауырыуҙарын тыуҙырыусылары: Е171-173, Е320-322.
Россияла рөхсәт ителмәй торғандары (тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгәндәре):
– Е103, Е107, Е125, Е127, Е128, Е140, Е153-155, E160d, E160f, Е166, Е173-175, Е180, Е182;
- Е209, Е213-219, Е225-228, Е230-233, Е237, Е238, Е241, Е263, Е264, Е282, Е283;
- Е302, ЕЗОЗ, Е305, Е308-314, Е317, Е318, Е323-325, Е328, Е329, Е343 -345, Е349-352, Е355-357, Е359, Е365-368, Е370, Е375, Е381, Е384, Е387-390, Е399;
– Е403, Е408, Е409, Е418, Е419, Е429-Е436, Е441-444, Е446, Е462, Е463, Е465, Е467, Е474, Е476-480, Е482-489, Е491-496;
– Е505, Е512, Е519, Е521-523, Е535, Е537, Е538, Е541, Е542, Е550, Е554-557, Е559, Е560, Е574, Е576, Е577, Е580;
– Е622-625, Е628, Е629, Е632-635, Е640, Е641;
– Е906, Е908, Е909-911, Е913, Е916-919, Е922, Е923, Е9246, Е925, Е926, Е929, Е943а, Е9436, Е944-946, Е957, Е959;
– Е1000, Е1001, Е1105, Е1503, Е1521.
Уҡыусылар биремде үтәй, шунан һуң уҡытыусы етәкселегендә анализлайлар.
Уҡытыусы. Әгәр сәләмәтлегегеҙҙе һаҡларға теләһәгеҙ, аҙыҡ-түлек тышлығындағы яҙыуҙарға иғтибар итмәй ҡалмағыҙ. Матбуғат аша халыҡҡа «Е» кодлы яңы өҫтәлмәләр ҙә хәбәр ителеп торола.
Уҡытыусы. Инде дәрес башында ҡуйылған һорауға яуап бирегеҙ: дәрестә ниндәй яңылыҡар белдегеҙ? (Уҡыусылар яуап бирә.)
Уҡытыусы. Иң мөһиме һеҙ туҡланыу мәсьәләһенә етди ҡарарға кәрәклеккә төшөндөгөҙ. Белеүебеҙсә, ауырыуҙарҙың 90 проценты беҙгә ашҡаҙан аша эләгә.
- Өйгә эш. 2-се таблица ярҙамында«Мин сәләмәтлеккә зыян килтермәҫлек итеп дөрөҫ туҡланаммы?» тигән һорауға яуап әҙерләп килергә.
Салауат районының Идрис башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы