Маҡсат: башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәре буйынса дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү һәм тормошта уның әһәмиәтен асыҡлау, аңлатыу.
Бурыстар: дуҫлыҡ тураһында фольклор материалдары менән танышыу, дуҫлашыу ҡағиҙәләрен нығытыу; уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, хәтерен үҫтереү; дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәтеү, бер-береңә ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү.
Социаль проект: төрлө мәктәп уҡыусылары араһында дуҫлыҡ күпере һалыу, аралашыу ойоштороу, осрашыуҙар үткәреү.
Ижади проект: дуҫлыҡ билдәһен уйлап сығарыу, эшләү һәм уны презентациялау.
Йыһазлау: компьютер, проектор, динамик колонкалары, Интернет селтәре, Skype программаһы; индивидуаль, сигнал карточкалар; “кәрәҙле тамға” (фишка), тамбурлы сигеү менән сигелгән алъяпҡыс, таҫтамалдар, альбом бите, фломастер һ.б.
Формаһы: интеллектуаль уйын.
Предмет-ара бәйләнеш: халыҡ ижады, тел, әҙәбиәт, һынлы сәнғәт, музыка.
Уйын барышы
I. Ойоштороу этабы. Психологик инеш (слайд №2).
Һаумыһығыҙ! Һаумы әле!
Ниндәй йылы һүҙ икән!
Һәр күңелде иретерлек,
Һәр кемгә лә үҙ икән!
(М. Дилмөхәмәтов)
(Бер-беребеҙгә ҡарап йылмайыу, ауыҙ- ирендәр менән төрлө күнегеүҙәр үтәү.)
II. Кластан тыш сараның темаһын асыҡлау. (2 минут.)
Үҙеңә әйтәм йомаҡ!
Яуабын белһәң,
Тимәк, һин – зирәк!
Шатланып йәшәр өсөн
Был тормошта кем кәрәк?
(Уҡыусыларҙың яуабы таҡтаға теркәлә бара йә карточкаға яҙыла: ата-әсә, туғандар, дуҫтар, таныштар, иптәштәр һ.б.)
– Дөп-дөрөҫ, беҙгә ата-әсә, туғандарҙан тыш, дуҫтар кәрәк! Бөгөнгө кластан тыш сара ла ошо темаға арнала. (Проекторҙа 3-сө слайд асыла, теманы уҡыусылар хор менән уҡый.)
“Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын!”
III. Кластан тыш сараның маҡсат һәм бурыстарын асыҡлау. (2 минут.)
– “Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын!” – ул һөйләмме, мәҡәлме, әйтемме әллә йомаҡмы?
– Дөрөҫ, ул беҙгә билдәле мәҡәл! Ә мәҡәлде кем ижад иткән? (Яуаптар.)
– Эйе, мәҡәл – ул халыҡ аҡылы. Бөгөн башҡорт халыҡ ижады миҫалында нисек дуҫлашырға, дуҫтың ҡәҙерен белергә тигән һорауға яуап эҙләрбеҙ. (Экранды һүндерәм.)
– Интеллектуаль уйындың ҡағиҙәләре менән танышып үтәйек.
– Бөгөнгө уйыныбыҙҙа, уҡыусыларҙан «Тапҡырҙар» һәм «Зирәктәр» командаларын төҙөп, белемдәрен күрһәтәбеҙ.
– Әйҙәгеҙ, интеллектуаль уйында көс һынашыусы командаларҙы ҡаршы алайыҡ.
Тапҡыр еңер, оттормаҫ,
Хатта ҡыуып тоттормаҫ!
(«Тапҡырҙар» командаһы өҫтәл артынан урын ала.)
Зирәк һәр ерҙә кәрәк,
Улар булмаһын һирәк!
(«Зирәктәр» командаһы өҫтәл артынан урын ала.)
– Интеллектуаль уйын бер нисә турҙан тора. Һәр турҙа һорауҙар, эштәр, ярыштар алынған. Кем беренсе булып яуапты таба, сигнал карточкаһын күтәреп яуап бирә һәм командаһына “кәрәҙле тәңкә” (фишка) йыя. Иң күп “бал” йыйған команда еңеүсе була һәм бүләкләнә. (Слайд №4.) Уйынды башлайбыҙ.
IV. Кластан тыш сараның төп өлөшө.
I тур. Мәҡәл – халыҡ аҡылы (слайд №5).
– Уҡыусылар, һеҙҙең алда ятҡан конверт эсендәге һүҙҙәрҙән мәҡәлдәр төҙөргә кәрәк. Ниндәй мәҡәлде үҙегеҙҙең командаға дуҫлыҡ девизы итеп алыр инегеҙ? Ни өсөн? Ошо һорауға ла яуап эҙләйбеҙ!
(Һәр командаға конверт тәҡдим ителә. Уҡыусылар конверт эсендәге һүҙҙәрҙән мәҡәлдәр йыя, уҡый, аңлата.)
Мәҡәлдәр (слайд №6).
1. Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлдөрөп көйрәтер.
2. Дуҫ килгән көн – байрам көн.
3. Дуҫһыҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош.
4. Ағас – тамыры менән, кеше дуҫтары менән көслө.
– Дөрөҫ! Ниндәй мәҡәл оҡшаны? Ниндәй мәҡәлде үҙегеҙҙең командаға дуҫлыҡ девизы итеп алырға була? (Уҡыусыларҙың яуабы, девиз-мәҡәлде хор менән әйтеү, һығымта яһау.)
– Дөрөҫ, был һорауға ... командаһы тиҙерәк яуап бирҙе. Уларға – “кәрәҙле тәңкә”.
Был тормошта беҙгә еңелерәк һәм күңеллерәк булһын өсөн бер-беребеҙгә ярҙам итерлек дуҫтар кәрәк. Һәр мәҡәл ошо хаҡта.
II тур. Борон-борон заманда... (Слайд №7.)
– Икенсе тур “Борон-борон заманда...” тип әйтелә. Аңлағанһығыҙҙыр инде, был турҙа әкиәттәр буйынса дуҫлыҡ ҡағиҙәләрен асыҡларға тырышырбыҙ.
– Иң тәүҙә ошо буталған хәрефтәрҙән башҡорт халыҡ әкиәтенең исемен йыйып әйтегеҙ. (8-се слайд: ТКЛӨӨ МӘЕНН ТНОРА.)
1) ТКЛӨӨ МӘЕНН ТНОРА
– Дөрөҫ, бында “Төлкө менән торна” әкиәте яҙылған. Нисек уҡынығыҙ? Һүҙҙә тәүге һәм һүңғы хәрефтәр генә булһа ла, беҙ уны уҡый алдыҡ.
–“Төлкө менән торна” әкиәтендә ниндәй дуҫлыҡ ҡағиҙәһе йәшеренгән? Әкиәт беҙҙе нимәгә өйрәтә? (9-сы слайд асыла, уҡыусылар фекерҙәрен аңлата, һығымта яһала.)
– “Төлкө менән торна” әкиәтендә генә беҙ төлкөнөң кем менән дуҫлашҡанын күрә алабыҙ. Был әкиәт дуҫыңдың теләген нисек иҫәпкә алырға, уны ихтирам итергә, ҡунаҡҡа килһә, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә кәрәклеген аңлата.
– Дөрөҫ, был һорауға ... командаһы яуап бирҙе. Уларға – “кәрәҙле тәңкә”.
2) Һүрәт буйынса әкиәттең исемен әйтегеҙ. (Слайд №10.)
– Эйе, һүрәттә “Йомарт ҡуян” башҡорт халыҡ әкиәте төшөрөлгән. Ә ошо әкиәттә ниндәй дуҫлыҡ ҡағиҙәһе ята? (Уҡыусыларҙың яуабы.)
– “Йомарт ҡуян” башҡорт халыҡ әкиәтендә изгелеккә изгелек менән яуап бирергә, ауыр саҡта дуҫыңа ярҙам итергә кәрәклеге әйтелгән. (Слайд №11.)
– Афарин, бик яҡшы. Әкиәттәрҙән ҙур аҡыл алдыҡ.
– Был һорауға ... командаһы яуап бирҙе. Уларға – “кәрәҙле тәңкә”.
“Хәрәкәттә – бәрәкәт” ял минуты (слайд №12).
– Һеҙгә хәҙер кабинетта төрлөсә хәрәкәт итеп (эйелеп, бөгөлөп йә үрелеп), мин йәшергән карточкаларҙы табырға һәм унда яҙылған дуҫлыҡ һүҙҙәрен ҡысҡырып уҡырға кәрәк. Ҡайһы команда һүҙҙәрҙе күберәк табыр икән? (Уҡыусылар кабинетта парта-ултырғыс аҫтына, шкаф башына һ.б. ергә йәшерелгән карточкаларҙы эҙләй. Һәр команда уларҙы айырым йыя бара, аҙаҡтан улар иҫәпләнә, һығымта яһала. Шул рәүешле улар хәрәкәт итә, эҙләй, аралаша. Ял минутында музыка ҡабыҙырға ла була.)
– Бик яҡшы, хәҙер үҙебеҙҙе дәртләндереп сәпәкәй итәйек тә парта артына ултырып уйынды дауам итәйек.
III тур. Йомаҡ – зиһен асҡысы (слайд №13).
– Был турҙа йомаҡтар ҡоябыҙ. Йомаҡтарҙы һеҙгә уҡыусыларым әҙерләне. (Слайд №14.)
– Бөгөн һеҙгә иң яҡшы уҡыған уҡыусылар йомаҡ ҡоясаҡ. Бының өсөн һәр команданан бер уҡыусы сығып, ошо карточкала яҙылған һандарҙы аса һәм кемдең йомаҡ әйтерен уҡый. Шунан шул уҡыусыға Skype программаһы аша шылтыратам, ул онлайн-режимда беҙгә йомаҡты уҡый. (Техник сәбәптәр арҡаһында уҡыусы онлайн-режимда эшләй алмаһа, уның алдан яҙылған видеоһы күрһәтелә.)
1. Иртән – дүрт аяҡ,
Төш – ике аяҡ,
Кис – өс аяҡ. (Кеше.)
2. Уҡырға ла өйрәтә,
Яҙырға ла өйрәтә.
Уны белә һәр кеше,
Ул була … . (уҡытыусы).
3. Дүртәүҙер аяғы,
Ҡайсылай ҡолағы,
Таштан ҡаты тояғы. (Ат.)
4. Кешенең дуҫы, йорттоң һаҡсыһы. (Эт.)
(Уҡыусылар йомаҡтарҙы сисә, яуап- һүрәттәр таҡтаға эленә бара.)
– Эйе, беҙ кешеләр (туғандар, таныштар), уҡытыусы менән дуҫ була алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ат йә этте лә кешенең тоғро дуҫы тип әйтәләр. Ат һәм эттең кешеләр менән дуҫлығы тураһында бик күп әҫәрҙәр бар, фильмдар төшөрөлгән.
Хәҙер Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге уҡыусыларына йомаҡтар өсөн рәхмәт әйтәйек. Уҡыусыларыбыҙ бик аҡыллы, төрлө конкурс-ярыштарҙа ла әүҙем ҡатнаша, тырышып белем ала, яҡшы уҡыйҙар. Тик уларға аралашыу етмәй, дуҫтар кәрәк. Шуға ла мин бөгөн ошо кластан тыш сарала уҡыусыларыма дуҫтар табырға тип килдем.
– Уҡыусылар, һеҙ беҙҙең уҡыусылар менән танышып, дуҫлаша алаһығыҙ. Улар быға бик шатланып риза булыр ине.
– Һеҙгә ошондай тәҡдимем бар. Әйҙәгеҙ ошолай онлайн-режимда төрлө осрашыу, ярыш, конкурстар үткәрәйек. Беҙ, Өфөгә килеп, һеҙҙең менән яҡындан танышып, дуҫлашып, төрлө экскурсиялар ойошторайыҡ. Беҙгә Өфө тураһында башҡорт телендә һөйләрһегеҙ, бергәләп театрға барырбыҙ. Һеҙ ризамы?
– Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тигәндәй, беҙ ҙә һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырырбыҙ. Йәй көндәрендә һеҙ ҙә беҙгә килерһегеҙ, тәбиғәттә ял итербеҙ.
IV тур. Дуҫлыҡ тамғаһы (слайд №15).
– Беҙҙең IV тур “Дуҫлыҡ тамғаһы” тип атала. Башҡортостанда ҡурай – дуҫлыҡ тамғаһы, шуға ла ул дәүләт байрағында һәм гербында урын алған.
– Уҡыусылар, ҡарағыҙ әле, башҡорт орнаментында һәр элемент ниндәйҙер мәғәнәгә эйә. (Тамбурлы сигеү менән сигелгән алъяпҡыс, таҫтамалдарҙы ҡарау, орнаменттарҙы аңлатыу.)
– Бөгөн мин һеҙгә дуҫлыҡты аңлатҡан орнамент биҙәге йә дуҫлыҡ тамғаһын эшләргә тәҡдим итәм. Дуҫлыҡ тамғаһын һәм эмблемаһын нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
(“Милли костюмды презентациялау” видеоһы ҡабыҙыла, һәр команда бер тамға, эмблема төшөрә, уны аңлатып сығыш яһай.)
V. Кластан тыш сараны йомғаҡлау, һығымта яһау.
– Бөгөнгө уйында кем күпме “бал” йыйҙы? Кем еңеүсе? Беҙҙә бөгөн дуҫлыҡ еңде, сөнки һәр уҡыусы тырыш бал ҡорто кеүек эшләне. Һәр команда уҡыусылары ла тапҡыр, зирәк булып сыҡты. (Командаларҙы бүләкләү.)
– Һеҙ бөгөн интеллектуаль уйында нимәләр белдегеҙ, үҙегеҙгә ниндәй белем алдығыҙ, ниндәй яңылыҡ астығыҙ? (Фекерҙәрен тыңлау.)
– Уйында дуҫлыҡ девизын асыҡланыҡ, ҡағиҙәләрен нығыттыҡ, тамғаһын уйлап сығарҙыҡ. Ә иң мөһиме – Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге уҡыусылары менән дуҫлыҡ күперенә нигеҙ һалдыҡ.
– Беҙ ҙә уҡыусылар менән дуҫлыҡ тамғаһын яһаныҡ, ул – ҡанаттарын киң йәйеп осҡан күгәрсен (слайд №17). Күгәрсен – тыныслыҡ тамғаһы. Уның ҡанаты – балаларҙың (төрлө төҫтәге ҡағыҙға төшөрөлгән) устары менән бер-береһенә терәлгән ҡулдары. Беҙ төрлө, әммә дуҫлашырға асыҡбыҙ. Дуҫтар менән тыныс, бәхетле тормошта йәшәргә теләйбеҙ. Киләһе осрашыуҙа беҙгә: “Ил өҫтөндә илле дуҫым бар!” – тип әйтергә яҙһын.
А.Р. СИРБАЕВА,
Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү
үҙәге уҡытыусы-дефектологы