Хәҙерге тиҙ үҙгәреүсән заманда компьютер технологиялары кеше эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләренә лә йылдам үтеп инә. Дөйөм белем биреү процесын да компьютерлаштырыу – көн талабы. Башланғыс класс уҡытыусыһының төп маҡсаты – һәр дәресте ҡыҙыҡлы, заман талаптарына яуап бирерлек итеп үткәреү. Бының өсөн бөгөн таҡта һәм аҡбур йә күргәҙмәлек кенә етмәй, белем биреү эшмәкәрлеген мәғлүмәти компьютер технологияларын ҡулланып ойоштороу кәрәк.
Беҙҙең балаларҙың “иртәгәһе” – ул мәғлүмәтле йәмғиәт. Улар компьютер менән эшләй белеү, унда булған икһеҙ-сикһеҙ мәғлүмәттән үҙенә кәрәклеһен генә һайлап алыу, уларҙы системаға килтереү кеүек эштәрҙе үтәй, белемен үҙ аллы тулыландыра белергә тейеш.
Бөгөн бөтә балаларҙың да персональ компьютеры бар тиерлек. Әммә унда эшләй белеү кимәле генә төрлөсә. Был проблеманы беҙ ата-әсәләр теләге һәм ярҙамы менән хәл иттек. Уларға тәүҙә компьютерҙың мөмкинселектәрен, йәғни компьютер ҡулланып дәрестәрҙе нисек ҡыҙыҡлы, бай материаллы итеп ойоштороп булыуын, ниндәй эш төрҙәре барлығын, уның балаларға аңлайышлы ла булыуын һөйләнек. Һөҙөмтәлә I класҡа уҡырға килгәндә беҙҙең балаларҙы мобиль компьютер класы көтә ине.
Нимә һуң ул “мобиль компьютер класы”? Ул “тәгәрмәсле” тулы фукциональ компьютер (1-се һүрәт).
Роутер үҙендә. Уны кластан-класҡа йөрөтөп була. Бындай класта һәр бер баланың персональ ноутбугы булыуы шарт. Тағы сейф-арба (ноутбуктар һаҡлана торған урын), сымһыҙ локаль селтәргә инеү нөктәһе була. Сейф- арбала ноутбуктар зарядка алып тора.
Мобиль компьютер класы уҡытыусыға түбәндәге мөмкинлектәрҙе бирә:
һәр бер баланың компьютерҙа эшләүен уҡытыусы үҙ эш өҫтәлендә күҙәтә;
уҡыусыларҙың төркөмдә һәм индивидуаль эшләүе менән идара итә;
диагностика үткәрә;
“бер уҡыусы – бер компьютер” электрон уҡытыу моделе буйынса эш алып бара;
уҡыусы традицион белем алыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм нығыраҡ үҙләштерә, эш күләме яҡынса ике тапҡырға арта;
уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен формалаштыра, тейешле мәғлүмәтте табырға өйрәтә;
бала яңы белемде үҙе эҙләп табып үҙләштерә, ижади үҫергә мөмкинселектәр тыуҙыра.
Компьютер – мәғлүмәти белем алыу сығанағы.
Бөгөн иң мөһиме – баланы мәғлүмәт менән эшләргә өйрәтеү. Белемде төрлө юлдар менән алып булыуын беҙ яҡшы беләбеҙ, мәҫәлән, уҡытыусынан, китаптан, матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларынан, шулай уҡ Интернет селтәренән. Уҡыусы Интернеттан үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте һайлап ала белергә тейеш. Бының өсөн уларҙы эҙләнеү программаһы менән эшләргә өйрәтеү мөһим.
Компьютер – күргәҙмә әсбаптар. Компьютерҙа күргәҙмә материалды күрһәтеү тураһында һүҙ йөрөткәндә иң отошлоһо булып уҡытыусының өйҙә әҙерләп килгән эштәренең бала ноутбугында күренеүе тора. Төп компьютерҙың эш өҫтәлендә ниндәй генә һүрәт, таблица йә башҡа материал урынлаштырылһа ла, махсус Classroom management by Prestigio программаһы ярҙамында ул һәр бер баланың экранында сағыла (2-се һүрәт). Шулай итеп, уҡыусылар күргәҙмә материалды яҡындан асыҡ итеп күрә, аңлашылмаған мәлдә ярҙам һорай.
Беҙҙең дәрестәрҙә уҡыусылар – ҡарап ултырыусы ғына түгел, ә һәр береһе эш менән мәшғүл. Улар үҙҙәренең яуаптарын, төҙөгән төрлө ижади эштәрен дәфтәргә теркәп тормай, ноутбукта ғына күрһәтә. Уҡытыусы бөтә балаларҙың да эш процесын,“яуабын” күреп тора. Тикшерергә теләгәндә иһә, баланың “битен” үҙ компьютерында асып, хаталарын төҙәтә, кире ҡайтара ала.
Компьютер – тренажер. Интернет селтәрендә төрлө темаларға тренажерҙар бик күп. Уларҙы “бер уҡыусы – бер компьютер” моделе буйынса эшләгәндә, ыңғай яҡтары күп. Мәҫәлән, ҡабатлау һәм бүлеү таблицаһын тикшереү өсөн uchi.ru сайтында онлайн-тренажер үтергә мөмкин. Интерактив программаның “Уҡыу тиҙлеген тикшереү” тренажеры уҡытыусы өсөн бик уңайлы, сөнки һәр бер баланы сиратлап тикшерергә кәрәкмәй. Балалар тексты бер юлы уҡый, бер минут эсендә бөтә класс уҡыусыларын да тикшереп була. Шунда уҡ уҡыуҙарын баһалап, йөкмәткене аңлағандармы-юҡмы икәнлекте белеү мөмкинлеге лә бар.
Компьютер – диагностика сығанағы. Мобиль кластың иң мөһим мөмкинлектәренең береһе – ул диагностика. Ул уҡытыусы һәм уҡыусыларҙың йә уҡыусыларҙың бер-береһе менән юғарыла әйтелгән махсус Classroom management by Prestigio программаһы аша аҙ ваҡыт эсендә мәғлүмәт менән алышыу мөмкинлеген бирә.
Уҡытыусы балаларға тест ебәрә. Уны ул үҙе әҙерләп алып килә йә төрлө платформаларҙан әҙерҙе генә сығарып бирә ала. Уҡыусылар тәҡдим ителгән биремдәрҙе башҡара. Бының өсөн балаға махсус күнекмәләргә эйә булыу кәрәкмәй. Уға клавиатуралағы дөрөҫ яуапты күрһәткән һан йә хәрефле төймәгә баҫырға ғына кәрәк. Мәҫәлән, тесты таратҡас, һорауҙарға яуап биреү башлана.Таблола яуап бирергә нисә секунд ҡалғаны, нисә кеше яуап биргәне күренеп тора.
Эште ошо рәүешле ойошторғанда, белемде аҙ ваҡыт эсендә тикшереп, йомғаҡ яһарға була. Тест һөҙөмтәләре шунда уҡ уҡытыусыла күренә: уны кем хатаһыҙ эшләгәне, кем беренсе булып яуап биргәне, ниндәй һорауҙарҙа хата күберәк ебәрелгәне, сифат һәм өлгәш нисә процент булыуы асыҡлана. Шул рәүешле тулы анализ яһала.
Балаларҙың буш ваҡытта үҙ аллы эшләү мөмкинселектәре лә бер нисә тапҡырға арта. Улар бер-береһе менән ярышып “Якласс”, “Учи.ру” порталдарында марафондар үтә, төрлө эштәрҙе башҡара. Үҙе һайлап алған предмет буйынса тәҡдим ителгән биремдәрҙе башҡара. Хата китһә, уны программа күрһәтә, уҡыусы материалды ҡабаттан үтәй, хатаһын төҙәтә.
Ижади эштәрҙе башҡарырға ла компьютер класы ярҙам итә. Өйгә эштәр әҙерләгәндә бала өҫтәлмә материалдар эҙләп белемен арттыра, һөйләргә әҙерләнгәндә презентация төҙөй. Эҙмә-эҙлекле төҙөлгән презентацияға уҡыусы үҙе иллюстрациялар яһай. Шулай итеп ул һөйләү, һүрәт төшөрөү һәләтен үҫтереүгә ирешә, фантазияһын байыта.
Балаларға иң мауыҡтырғысы – үҙ ҡулдары менән йәнһүрәт яһауҙыр. Тәүҙә һайлап алған сюжетҡа ҡарата уҡыусылар пластилиндан фигуралар әүәләй. Артабан, уларҙы фотоға төшөрөп, Stop motion программаһы ярҙамында хәрәкәтләндерәләр, йәғни йәнләндерәләр. Шундай бер эшебеҙҙе өлгө урынына Youtube каналында ҡарай алаһығыҙ: https://youtu.be/f4L6bz1qRig.
Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының өҫтөнлөклө йүнәлеше булып баланы шәхес булараҡ тәрбиәләү, төрлө яҡлап үҫтереү тора. Бының өсөн мобиль компьютер кластарын булдырып, мәғлүмәти-коммуникатив технологияларҙы үҫтереп, заман менән бергә алға атларға ғына ҡала.