Бөтә яңылыҡтар
Начальная школа
2 Август 2021, 13:49

Аҡыл төбө – тәжрибә

Һөнәри конкурс

Ағымдағы йылдың ғинуар айында “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021” конкурсы булып үтте. Күп йылдар дауамында матур традицияға әүерелгән был сара илһөйәр, телһөйәр, киң ҡарашлы, оло йөрәкле уҡытыусы-остаздарҙы, үҙ эшенең оҫталарын асыҡларға ярҙам итә. Туған телдең торошо, үҫеше, таралыуы, ҡулланылышта булыуы һәм киләсәге нәҡ уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле, сөнки туған телдә һөйләшеү, аралашыу ҡағи­ҙәләрен үҙләштереү, ғаиләнән тыш, тәү сиратта башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә атҡарыла. Телде өйрәтеү эше, айырыуса ҡала шарттарында, уҡытыусыларҙың иңенә төшә. Шуға күрә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, ә конкурста ҡатнашыуҙарын, башлыса, тәж­рибә уртаҡлашыу, алдынғы эш алымдарын таратыу тип баһаларға кәрәктер.
Конкурста 16 педагог бер ай дауамында 6 төрлө бәйгелә үҙҙәрен һынап ҡараны, коллегаларының уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлеге менән танышты, үҙ методик алымдары менән бүлеште. “Интернет-ресурс”, “Дәрес”, “Клас­тан тыш сара”, “Оҫталыҡ класы”, “Милли кос­тюм презентацияһы”, “Түңәрәк өҫтәл” кеүек конкурс этаптарының һәр береһе уҡытыусыларҙың педагогик отҡорлоғон, мәғлү­мәтлелеген, заман менән бергә атлауын, уңышлы методик алымдарын йәмәғәтселеккә күрһәтә белеүен асыҡлау­ға йүнәлтелде.
Тәүге конкурс – “Интернет-ресурс” – уҡытыусылар менән ситтән тороп танышыу мөмкинлеген бирҙе. Уны “Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ” тип атап булыр ине, сөнки был этапта педагогтарҙың тәж­рибәһе лә, ҡаҙаныштары ла, методик асыштары ла, тормошҡа ҡараштары ла улар үҙҙәре булдырған интернет-биттәре аша асыҡ күренде. Сағыу биҙәлешле, йөкмәткеле, уҡытыу-тәрбиә эше генә түгел, фәнни-методик эшмәкәрлеге лә тулы урын алған биттәр (Ә.Р. Ғәзизова, 58-се лицей; Ә.Ф. Шафиҡова, 60-сы лицей; Р.К. Яруллина, М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы; Ф.Ә. Фәтхетдинова, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерләүсе Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты; А.У. Ғәҙелшина, 99-сы мәктәп; Э.Й. Һағынбаева, 103-сө мәктәп) конкурста ҡатнашыусының тәжрибә туплау баҫҡыстарын, методик яҡтан камиллашыу юлдарын, был юлда ҡаҙанған уңыш-табыштарын эҙмә-эҙлекле күҙ алдына баҫтырҙы, конкурсанттарҙы ысын мәғәнәһендә педагогик тәжрибә менән бүлешергә лайыҡлы остаз булараҡ танытты. Әйтергә кәрәк, сайттар төрлө кимәлдә: уйлап эшләнелгән, яңыртылып торғандар янында һай ғына мәғлүмәт менән сикләнгән биттәр ҙә булды. Шулай ҙа айырым уҡытыусыларҙың танышыу биттәрендә орфографик-пунктуацион хаталар осрауы күңелде ҡырҙы. Уҡыусыларға, ата-әсәләргә, коллегаларына мөрәжәғәт иткәндә тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуймаған кешенең сайтына артабан инеп танышыу теләге юғалды, уның башҡорт теленең стандарт, нигеҙ талаптарын белеүенә шик тыуҙы.
Конкурстың икенсе этабында дәрес­тәр күрһәтелде. Был этапҡа әҙерлек барышында түбәндәге факторҙар күҙ уңында тотолорға тейеш ине:
– дәрес темаһының дөйөм уҡыу программаһына тап килеүе;
– материалдың актуаллеге, үткәрелеү формаһының шәхси методик темаға бәйләнеше;
– ҡулланылған алымдарҙың дәрестең маҡсатына, бурыстарына, йөкмәткеһенә тура килеүе;
– заманса технологияларҙың отошло ҡулланылыуы;
– дәрестең әҙәп ҡағиҙәләре, педагогик талаптар буйынса ойошторолоуы;
– көтөлгән һөҙөмтәләрҙең ФДББС талаптарына ярашлы булыуы;
– уҡытыусының ыңғай эмоциональ мөхит һәм уҡыусыларҙа мотивация булдырыуы;
– педагогтың ҡулланылған алым­дарҙың эффектлылығын баһалай алыуы һәм был эшкә уҡыусыларҙы йәлеп итеүе.
Уҡытыусыларҙың күбеһе был маҡсатты еренә еткереп атҡарҙы, методик яҡтан бөтөн, төҙөк, балаларҙың телмәрен камиллаштырыуға, мәҙәни грамоталы­лығын арттырыуға йүнәлтелгән дәрес­тәр үткәрҙе. Башланғыс кластарҙа тәрбиәгә, йәғни үҙеңде тотоу, уҡыуға яуаплы ҡарау, сәләмәтлекте, тәбиғәтте һаҡлау кеүек темаларға баҫым яһалһа, өлкәнерәк клас­тарҙа тыуған яҡ, тыуған ҡала, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәләренә бәйле дәрестәр күрһәтелде. Һәр уҡытыусы дәресен уҡыу­сыларының йәшенә ярашлы итеп, файҙалы, фәһем алырлыҡ итеп үткәрергә ынтылды. Муса Гәрәев исемендәге баш­ланғыс осоуға әҙерләүсе мәктәп-интернаты курсанттары үҙҙәренең уҡытыусылары Ф.Ә. Фәтхетдинованан бик уңған. Фәнилә Әсҡәт ҡыҙы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән, башҡорт телен бөтөнләй ишетмәгән үҫмерҙәрҙә телгә ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт уята алған. Бер нисә генә йыл уҡыу дәүерендә курсант Өфө ҡалаһы, уның тарихи-мәҙәни урындары, башҡорт милли геройҙары, 1812 йылғы һуғыштағы төньяҡ амурҙары, уларҙың ҡоралдары, ғөмүмән Башҡортостан тураһында ярайһы мәғлүмәт үҙләштерә. Фәһемле дәрестәр менән бер рәттән, уҡыусыларҙы төрлө театрҙарға йөрөтөү уҡытыусының отошло эш алымы булып тора.
Р.К. Яруллина, Ә.Р. Ғәзизова, Э.Й. Һағынбаеваларҙың дәрестәре һөҙөмтәлелеге менән айырыуса иҫтә ҡалды. Иң мөһиме – улар уҡыусыларҙың дәрескә теләп йөрөүен күрһәтте. Быға конкурс­тың быйылғы үткәрелеү форматы ла булышлыҡ иткәндер, сөнки үҙ класыңда дәрес үткәреү бер нисә йыл дауамында йыйылып килгән отошло алымдарҙы, традицион методтарҙы, уларҙың даими ҡулланылышының уртаҡ ҡаҙанышҡа әүерелеүен, уңышҡа алып барыуын асыҡ күрһәтергә мөмкинлек бирҙе.
Әйтергә кәрәк, уңыштың нигеҙен, тәү сиратта, традицион, электән апробация үткән классик методик алымдар тәшкил итә. Шәхси методик темаларға ярашлы ниндәй генә заманса технология йәки формаларҙы файҙаланыу һыҙыҡ өҫтөнә алынмаһын, “заманса” тигәнебеҙ йыш ҡына экранда презентация күрһәтеп, ҡурай тауышын тыңлау менән генә сикләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус компьютер программаларын ҡулланыу, уларҙы үҙләштереүгә уҡыусыларҙы йәлеп итеү әлегә аҡһай. Әлбиттә, заманса технологиялар әҙерлек этабында күп ваҡыт талап итә, әммә уның һөҙөмтәһе лә бер башҡа юғары була. Киләсәктә конкурста ҡатнашасаҡ педагогтарға был тәңгәлгә күберәк иғтибар бүлергә кәрәк.
Конкурстың 3-сө этабы – кластан тыш саралар – өсөн көнүҙәк темалар һайланылғайны: телебеҙҙең мөғжизәүи байлығын күрһәткән “Башҡорт теле иле буйлап сәйәхәт”, “Туған телем – тыумышымдан килгән булмышым”; дөйөм кешелек принциптарын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән “Дуҫлыҡта кеше көслө”, “Сәләмәтлек”, “Сәләмәт тәндә – сәлә­мәт рух”; тыуған яҡ ҡәҙерен аңлатҡан “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам!”, “Салауат батыр төйәге”, “Башҡорт яугиры тарихта”; халҡыбыҙҙың рухиәтенә бағышланған “Башҡорт фольклоры”, “Кис ул­тырыу”, “Аулаҡ өй”, “Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары”, “Уйнаһын ғына ҡурайың”, “Башҡорт орнаменты”, “Милли биҙәүестәр” кеүек исемдәр алынған. Темаларҙың актуаллеге рухи тәрбиә биреү эшен этномәҙәни йүнәлештә ойоштороуҙан, ҡала шарттарында үҫкән балаларға халҡыбыҙҙың матур йола һәм ғәҙәттәре нигеҙендә әхлаҡ ҡанундарын өйрәтеүҙең әһәмиәтенән сығып билдәләнгән. Уҡыусылар бындай дәрестәрҙә рухи ҡиммәттәрҙе баһаларға, ҡәҙерләргә, һаҡларға өйрәнә. Ҡаралған кластан тыш эштәрҙең маҡсатҡа ярашлы, ижади булыуы (Р.К. Яруллина, Э.Й. Һағынбаева, Ф.Ә. Фәтхетдинова; А.К. Әмирова, 44-се полилингваль күп профилле мәктәп; Г.С. За­һитова, Ғ. Иб­раһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейы; Г.Ф. Зәкиева, Р. Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы) менән бер рәттән, айырым уҡытыусыларҙың дәрестәрендә инновацион алым­дарҙың һирәгерәк ҡулланылыуы күҙгә ташланды. Хатта уҡытыусының методик темаһы инновацион алымдарҙы талап иткән саҡта ла был бәйләнеш еренә еткерелмәне, тәрбиәүи сара ғәҙәттәге дәрес рәтендә ҡалды.
“Оҫталыҡ класы” этабында, уҡытыу­сыларҙың шәхси методик темаларынан сығып, алдынғы тәжрибәне таратыу маҡсатында үткәрелгән саралар күҙалланған. Күпселек темалар халыҡ педагогикаһы (Ә.Ф. Шафиҡова, А.К. Әмирова, А.У. Ғәҙелшина, Г.Ф. Зәкиева), компьютер технологиялары (Э.Й. Һағынбаева, Г.С. Заһитова), коммуникатив компетенция­ны формалаштырыу методтарына (Ә.Р. Ғәзизова; А.М. Ҡотлозаманова, 162-се “СМАРТ” полилингваль күп профилле мәктәбе; Ф.Ә. Фәтхетдинова) нигеҙләнеп алынған. Башҡорт теленең уҡытыу методикаһы ышаныслы аҙымдар менән заманға ярашлы атлауын конкурсанттарҙың яңы технологиялар менән эшләү алымдарынан сығып әйтеп була: “Miro” интерактив таҡтаһы (Э.Й. Һағынбаева), Wоrdwall интерактив уйындар ресурсы (А.К. Әмирова), Stepik онлайн-курсы (А.У. Ғәҙелшина) кеүек саралар айырыуса йәш уҡытыусыларҙың методик ҡумтаһының айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән. Шулай ҙа был алымдарҙы файҙаланыу һәм киңерәк планда ҡуллана башлау киләсәктә хәл ителәсәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.
“Милли костюмды презентациялау” – конкурсҡа һуңғы йылдарҙа ғына индерелгән мөһим этап. Бәйгелә ҡатнашҡан уҡытыусылар был йүнәлештә лә үҙҙәрен ярайһы ғына әҙерлекле итеп күрһәттеләр. Айырыуса милли костюмдың ҡайһы бер элементтарын (баш кейемен, биҙәүес­тәрҙе) дәрестәрҙә айырып өйрәнгәндә, кластан тыш сараларҙа иғтибар бүлгәндә был яҡшы күренде. Уҡытыусыларҙың милли кейем тураһында мәғлүмәтле булыуҙары, уҡыусыларҙа, һис шикһеҙ, үҙ мәҙәниәтебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятырға булышлыҡ итер тигән һығымта яһалды.
Милли кейемде презентациялау этабы сағыулығы, йөкмәткелелеге, төрлө формаларҙа булыуы менән хәтерҙә ҡалды. Һәр бәйгесе үҙе кейеп сыҡҡан кос­тюм­дың тарихын һөйләне: кемдер төрлө мәҙәни саралар өсөн теккән, кемдер әсәһенең төҫө итеп һаҡлаған, бәғзе берәү танышына милли кейем кейҙереп алып килгән (Ҡурған башҡорттарының костюмы шундайҙан булды). Тәтешле районындағы балыҡсы ырыуы вәкилдәренең костюмы ла бик үҙенсәлекле булып иҫтә ҡалды. Костюмы булмағандары, милли биҙәүестәр тағып, башҡорт кейеме тураһында һөйләп үтте. Был этап көслө тәрбиәүи сара булып иҫтә ҡалды.
“Түңәрәк өҫтәл” уҡытыусыларҙың шәхси, һөнәри кимәлен төрлө яҡлап күрһәткән конкурсты йомғаҡлау этабы булды. Жюри ағзалары, саҡырылған ҡунаҡтар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, конкурсанттарҙың башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға бәйле ҡараштарын өйрәнде. Яңы методик алымдар, башҡорт телен үҫтереүҙә Интернет селтәренең роле, тел өлкәһендә ҡабул ителгән яңы закондар, матбуғат яңылыҡтары, уҡытыу сифаты, уны күтәреү өҫтөндә эш кеүек көнүҙәк мәсьәләләр уртаға һалып һөйләшелде, ҡатнашыусыларҙың фекере иҫәпкә алынды, тәҡдим-кәңәштәре айырым һорауҙарҙы хәл итергә булышлыҡ итте. Уҡытыусылар үҙҙәрен киң мәғлүмәтле, алдынғы ҡарашлы, туған телде үҫтереүсе әүҙем граждандар, мәғариф системаһына, телде уҡытыуға ҡағылышлы төрлө мәсьәләләрҙә компетентлы төплө белем эйәләре булараҡ иҫбатланы.
Ғөмүмән, бәйгеселәр эшен яратып башҡарған, ижади эшләгән уҡытыусылар булып күҙ алдына баҫты. Конкурста ҡатнашыу иһә уларға үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, яңы идеялар менән байыу, педагогик оҫталыҡтарын арттырыу мөмкинлеген бирҙе.
Баш ҡаланың мәғариф идаралығы начальнигы Е.Р. Хаффазова етәкселегендә эшләгән милли мәғариф бүлеге, идаралыҡтың баш белгесе А.Ғ. Йосопова, “Фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәк”тең милли мәғариф бүлеге етәксеһе С.Х. Рәхмәтуллина, методист З.Т. Шәрәфетдиноваларҙан торған бәләкәй төркөм бәйгене тейешле кимәлдә ойошторҙо. Пандемия шарттарында конкурс, башлыса, дистанцион форматта үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, бүлек хеҙмәткәрҙәре жюриҙың һәм конкурстанттарҙың ваҡытын һәм көсөн бушҡа сарыф итмәй, ваҡытында баһалама һәм мәғ­лүмәти материалдар менән тәьмин итте, килеп тыуған барлыҡ мәсьәләләр тиҙ хәл ителде. Ойоштороусыларға жюри ағзалары исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Г.Н. ЙӘҒӘФӘРОВА,
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел
һәм әҙәбиәт институты тел ғилеме бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре,
филология фәндәре докторы, жюри ағзаһы;
Г.Р. ХӨСӘЙЕНОВА,
фольклористика бүлеге мөдире, филология фәндәре докторы, жюри ағзаһы

Аҡыл төбө – тәжрибә
Аҡыл төбө – тәжрибә
Автор:Ильдар Кулбахтин   
Читайте нас: