Бурыс: сәскә төрлөлөгө, уларҙың үҙенсәлектәре, кеше тормошонда тотҡан роле менән таныныштырыу; уҡыусыларҙың фекерләүен үҫтереү; коммуникатив һәләтлектәрен һәм командала эшләү күнекмәләрен үҫтереү; ижади һәләтлектәрен стимуллаштырыу.
Әҙерлек: бер-нисә команда ойошторола. Уларға әҙерлек өсөн алдан эштәр бирелә. Бәләкәстәр менән шиғырҙар өйрәнелә. Баһалама ағзалары саҡырыла. Баһалау критерийҙары билдәләнелә. Алып барыусыларҙың сығыштары әҙерләнелә.
Йыһазландырыу: компьютер, экран, проектор.
Сара барышы
- Сәләмләү.
- Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөнгө байрам һүҙ сәнғәте, һынлы сәнғәт, тамғалар, шиғри юлдар, символдар, дизайн теле һәм башҡа тармаҡта киң ҡулланылған, тормошобоҙҙо йәмләгән – сәскәләр темаһын яҡтырта. Сәскәләр – ул кешеләргә шатлыҡ һәм илһам биргән тәбиғәт йылмайыуы, уның баһаһыҙ хазинаһы. Сәскәләр беҙгә яҡшы кәйеф бүләк итә. Улар беҙҙе байрамдарҙа һәм көнкүрештә оҙатып бара. Сәскәләр – урамдарҙы, баҡсаларҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмләй. Ә бүлмә гөлдәре ҡайһылай матур һуң! Шағирҙарҙы һәм рәссамдарҙы нисек илһамландыра! Сәскәләрҙе барыһы ла ярата. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән мауыҡтырғыс сәскәләр донъяһында сәйәхәт итәсәкбеҙ. Күркәм дуҫтарыбыҙ тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә эйә булырһығыҙ.
- Ярыш – байрамда ҡатнашыусыларҙың отҡорлоғон, оҫталығын, белемдәрен бизмәнгә һалып үлсәп, беҙҙе таныштырып барыусы баһалама ағһалары менән таныштырып үтәбеҙ.
(Жюри ағзалары менән таныштырыу.)
- Башлап сығыш яһау өсөн, йәрәбә тартырға капитандарҙы саҡырабыҙ.
(Йәрәбә.)
- Команданың визит карточкаһы.
- Ә хәҙер командалар үҙҙәре менән таныштырып үтә. Уларҙы алҡыштар менән сәләмләйек! (Командалар үҙҙәренең исеме, девизы менән таныштыралар.) Конкурсанттарыбыҙҙы ярышҡа әҙерләнергә сәхнә артына оҙатабыҙ.
- “Гөлләмәләр”.
- Сәскәле декор боронғо донъя тарихына барып тоташа. Боронғо Египетта тере йәки киптерелгән сәскәләр менән йорт биҙәй башлайҙар. Хәҙер гөлләмә эшләү буйынса махсус һөнәр ҙә бар – флористар тип йөрөтәләр уларҙы. Бер минутта үҙ гөлләмәләрен яҡлап сығыш яһауға конкурсанттарҙы сәхнәгә саҡырабыҙ. Алҡышлайбыҙ!
- Капитандар ярышы.
- Команданы етәкләүселәрҙе иң зирәк, иң отҡор, иң күп белгән кешеләр булараҡ капитан итеп һайлап ҡуялар. Капитандар, үҙегеҙҙең мәғлүмәтле булыуығыҙҙы күрһәтеү мәле етте. Алға, капитандар! Ниңә абаға бер ваҡытта ла сәскә атмай? Ниндәй сәскәләрҙең атамаларында ҡош исемдәре бар? Өфөләге сәскәле архитектура һәйкәле нисек атала? Ҡыҙҙар исеме. Һабағы төрлө предметтарға уралып үҫкән гөл.
- Сәхнәләштереү.
- Ярыштың был этабында бәйгеселәр актерлыҡ оҫталығын күрһәтәсәктәр. Уларға сәскәләр хаҡындағы текстан өҙөк сәхнәләштереү өсөн ике минут ваҡыт бирелә. Әйҙәгеҙ, беренсе команданы дәррәү ҡул сабып ҡаршы алайыҡ! (Тәҡдим ителә: “Ҡәнәфер сәскәһе”, “Үҙе сәскә, үҙе сәғәт”.)
- Актерлыҡ оҫталығын күрһәтеүгә һәр командаға 3 минут ваҡыт бирелә.
- “Сәскәләр теле”.
- Сәскәләр тормошта декор, гардероб биҙәге генә булып ҡалмаған, ә ниндәйҙер символды белдерә башлаған. Шулай итеп, сәскәләр теле барлыҡҡа килгән. Ә хәҙер сәмле уҙышыусылар серле ҡумталағы һүрәттәрҙәге сәскәләрҙең ниндәй мәғәнә белдереүен аңлатырға саҡырыла.
- “Дефиле” – сәскә костюмы.
- Тағы ла тарихҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. XIX быуатта сәскәләр гардеробтың бер өлөшө булараҡ ҡулланыла башлай. Тәүҙә улар ювелир биҙәүестәр менән бер рәттән йөрөй. Сөнки тәүге сәскәле аксесуарҙар ебәктән эшләнгән була. Тора-бара ағас, балсыҡ кеүек материалдар ҙа файҙаланыла.
(Музыка аҫтында П.И. Чайковскийҙың “Сәскәләр вальсы әҫәре тәҡдим ителә – дефиле – 2 минут.)
- “Башватҡыс”.
- Матурлыҡ вә илһам сығанағы – сәскәләр тәүҙә тәбиғи шарттарҙа ғына үҫһә лә, гөл һөйөүселәр, ғалимдар, эшҡыуарҙар тарафынан донъяның төрлө тарафтарына таратыла. Шуға уларҙың атамалары ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ребустар сисеп сәскәләр менән танышып алайыҡ әле.
(Ребустар: күгәрсен күҙе, ҡыңғырау сәскә, боланут, еҙ төймә, алтынбаш, ынйы, ҡарабойҙай гөлө (бегония), япон гөлө (гортензия).)
- Сәскәләр тураһында йыр.
- Ижад кешеләре араһында сәскәләр хаҡында музыка ижад итеүселәр ҙә күп. Музыкаль ярыш – сәскәләр хаҡында бер куплетлыҡ йыр башҡарыуға арнала. (Йыр төрлө телдә башҡарылырға мөмкин.)
- “Сәскәле-йырлы викторина”.
- Бәйгеселәребеҙ йырҙар һүҙҙәренә иғтибарлымы икән? Әйҙәгеҙ, тикшереп ҡарайыҡ!
- Был сәскә нисек атала?
- Гөлсөм Бикбулатова йырында аҡ сәскәне кемгә бүләк итә? (Апайына.)
- Айҙар Ғәлимов йырында ниндәй сәскәне бәхет гөлө тип атай? (Розалар.)
- Азамат һәм Нәсимә Тимеровтар йырында ҡара толомдарға ниндәй сәскәләр үрергә йыйыналар? (Миләүшәләр.)
- Әлфиә Юлчурина йырында Өршәктең күлдәрендә ниндәй сәскәләр сәскә ата?
- Гәлсәр Байғусҡарова йырында автор үҙен ниндәй сәскә тип атай? (Умырзая.)
- Фәриҙә Ғаззалова үҙ йырында ниндәй сәскәләр “ап-аҡ өйөрмә”, “йондоҙ бураны”? (Аҡ сирендәр.)
- Роза Аккучукова йырында ниндәй ағас “аҡ яулығын иңенә һала”?
- Фәрүәз Урманшин йырында Яңы йыл кисендә ниндәй сәскәләрҙең асылырына өмөтләнә? (Ҡәнәферҙәр.)
- Фәрүәз Урманшиндың был йырында болондарҙан үткәндә, ниндәй сәскәләргә теймәүҙе үтенә? (Ҡыңғырау.)
- Ул сәскәне Әлфиә Юлчурина хәҙер үҙ баҡсаһында үҫтерә. (Пион.)
(Викторина экранға сығарыла. Вотум системаһын йәки башҡа төр электрон белем биреү платформаларын ҡулланырға мөмкин.)
- Йомғаҡлау.
- Шулай итеп, шәп, отҡор, талантлы конкурсанттарыбыҙҙың сығышы тамам. Баһалама ағзалары иҫәпләүҙәрен аҙағына еткергәнсе, һүҙҙе бәләкәс дуҫтарыбыҙға бирәбеҙ.
- Улар Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Фаҡиһа Туғыҙбаеваның шиғырҙар шәлкемен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итә. Рәхим итегеҙ, бәләкәстәр!
Пион
Сәскәләре шундай ҙур,
Ҙурлыҡта ул – чемпион.
Хуш еҫтәрен тарата,
Ел иҫкәндә ал пион.
Гладиолус
“Глобус” түгел был сәскә,
Гладиолус – исеме.
Ярата Гөлсәсәкте –
Һыу һипкән ҙур кешене.
Роза
Тотонһаң һабағына,
Һалһаң да тырызыңа,
Ҡулды ул сәнстерә,
Ауырттыра, уф, роза.
Бәрхәт
Ҡыҙғылт-һары сәскәгә
Йәй буйына бик рәхәт:
Бирешмәй һыуыҡтарға,
Бик сыҙамлы шул бәрхәт.
Ҡәнәфер
Ҡышҡаса сәскә ата
Ҡәнәфер – ал да ҡыҙыл.
Күбәләктәр ҡуналар
Ҡәнәфергә көн оҙон.
Мимоза
“Мин нәҙек тә мин оҙон”, – тип
Ҡояшҡа башын һуҙа,
Тәмле еҫтәр сәсә-сәсә,
Һары ғына мимоза.
Нәркәс
Һары нәркәс
Ҙур үҫә,
Ҡар һыуын
Эсә-эсә.
Бәпембә
Һикерешә бәпембәләр
Йәшел үлән өҫтөндә,
Һикерешкән бәпембәләр
Алтын ҡояш тәҫөндә.
Умырзая
Умырзая балалары
Йәшәйҙәр бер ояла.
Улар әле бик бәләкәй,
Кешеләрҙән ояла.
Аҡ сәскә
Юл буйҙарын яратамын,
Саңлы булһа ла һәләк.
Юлға сыҡҡан кешеләргә
Ҡаламын аҡ юл теләп.
Ҡыңғырау сәскә
Сың-сың-сың-сың…
Мин – күк төҫтә,
Мин – Ҡыңғырау сәскәһе,
Мине өҙмәһендәр ине,
Килә оҙаҡ йәшәге.
- Жюри ағзаларының сығышы. Еңеүселәрҙе бүләкләү. Фото: com