Телсе, филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Лотфулла Ғәйфулла улы Хәбибов хаҡында ишеткән, ғилми мәҡәләләрен уҡыған бар ине, ғалимдың үҙен күргән, һүҙ-лөғәт алышҡан юҡ. Телсе, филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Лотфулла Ғәйфулла улы Хәбибов хаҡында ишеткән, ғилми мәҡәләләрен уҡыған бар ине, ғалимдың үҙен күргән, һүҙ-лөғәт алышҡан юҡ. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында деканыбыҙ, мәшһүр ғалим Марат Вәли улы Зәйнуллиндың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгәндә Лотфулла Ғәйфулла улы менән тәүге осрашыу бәхете тейҙе. Ул да беҙҙең хаҡта хәбәрҙар ине. Профессор бер үк ваҡытта БДУ-ның татар теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡыта икән. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Лөғәт йүнәлешен әле яңыраҡ ҡына «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында беҙ уҡыған «Эҙләнеүҙәрҙең нәтижәләрен барлағанда» мәҡәләһенә йүнәлттем. Автор, Л.Ғ. Хәбибов, тәрән ихтирам иткән татар телсеһе, профессор Алмас Ғәлимйән улы Шәйхулов хаҡында йылы һүҙ менән ғалимдың эшмәкәрлегенә оло баһа биргәйне. Һабаҡташы, коллегаһы тураһында ул тағы ла йәнләнеберәк һөйләп алды. Мин шуға айырыуса иғтибар иттем: профессор Лотфулла Ғәйфулла улы үтә лә интеллигент, милли зыялыбыҙ, юғары мәҙәниәтле ғалим, күркәм шәхес булып сыҡты. Телмәр интонацияһы, культураһы, әңгәмәсегә иғтибарлылыҡ, холҡондағы баҫалҡылыҡ, башҡорт һәм татар телдәренең икеһен дә телселәргә хас бар камиллығында белеүе, туғандаш әҙәбиәттәрҙе бер-береһенән айырмай тәрән үҙләштереүе, һөйөүе – былар барыһы ла, ысынлап та, мәҙәни кимәле юғары шәхес хаҡында һөйләй ине. Артабан беҙ бер-беребеҙгә һәр саҡ ынтылып торҙоҡ, аралашыуыбыҙҙан ләззәт кисерҙек. Бәхетемә күрә, һуңғы тиҫтә йыл арҡадашбыҙ, байтаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһында хеҙмәт итәбеҙ, эш өҫтәлдәребеҙ йәнәшәлеге күңел яҡынлығын тағы ла арттырып ебәреүе һөйөнөслө.
Л.Ғ. Хәбибов матурлығы менән хайран итер, һомғол шыршы-нараттары менән һушыңды алыр, Төй йылғаһы буйында һайрар һандуғастарының моңо менән әсир итер, милләтемдең шанлы тарихы менән күптәрҙең иғтибарын үҙенә тартып торор Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында үҫә. Ә тәүге ауазын Силәбе ҡалаһында 1948 йылдың 7 авгусында һала, атаһы Силәбе заводтарының береһендә эшсе була. Буласаҡ ғалим 1966 йылда Урмияҙ ауылында урта мәктәп тамамлай, бер йыл Көнгәк урта мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп ала. Әрме сафында һалдат бурысын үтәгән Лотфулла Хәбибов 1970 – 1975 йылдарҙа БДУ-ның филология факультетының рус-татар бүлегендә юғары белем ала. Уҡыу алдынғыһы университетты ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм йүнәлтмә буйынса үҙ районының Ҡубыяҙ урта мәктәбендә татар теле, әҙәбиәте һәм немец теленән балаларға һабаҡ бирә. Был йылдарҙа йәш уҡытыусы район гәзитенә мәҡәләләр яҙа, тәүге шиғырҙарын ижад итә.
Өфөгә бер килгәнендә остазы, факультет деканы М.В. Зәйнуллин: «Ҡара мыйыҡлы, һаҡаллы егеткә аспирантурала уҡып, ғалим да булһа бик килешер ине», – ти. Ойотҡо үҙе лә уйында өлгөрөп килгән йәш педагогҡа ярап ҡала, күңелендә фән менән шөғөлләнеү уйы бермә-бер арта. Әммә бормалы һәм мауыҡтырғыс фән юлы үҙен тиҙ генә ҡосағына алып бармай, уның ҡапыл-ғара аңлап бөтмәҫ нескәлектәре бар, имеш. Баҙап ҡалмай Асҡын егете, тота ла Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының Нәшриәт, полиграфия һәм китап һатыу эштәре буйынса идаралығына өлкән инструктор булып урынлаша. Әҙерлекле белгес һәр ерҙә лә кәрәк. 1976 – 1980 йылдарҙа ошо яуаплы һәм абруйлы вазифаны теләп тарта, эшкә таҫыллығын таныта. Дәүләт хеҙмәтендә ҡалһа, әллә ниндәй юғары үрҙәр яулар, шөһрәт ҡаҙаныр ине Лотфулла Хәбибов. Күңеленә айырылмаҫ ике ҡош оялаған шул: береһе – бала саҡтан күңеленә һеңгән ғәзиз туған теле, икенсеһе – Ҡол Ғәлиҙең «Йософ ҡиссаһы», Туҡайҙың «Шүрәле»һе менән йөрәген яулаған әҙәбиәт. Шуларҙан нисек айырылмаҡ кәрәк? Йәнә килеп, остазы Марат Вәли улының: «Һиңә мотлаҡ аспирантура тамамларға кәрәк!» – тигән фатиха һүҙҙәре. Ниәт иткән – моратына еткән, тиҙәр. 1980 – 1984 йылдарҙа ул БДУ-ның татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһында аспирантурала белемен үҫтерә. Уҡыуын, «Татар теле антонимдарының лексик-семантик һәм структур үҙенсәлектәре» темаһына диссертацияһын уңышлы яҡлап, тамамлап ҡуя. Шул рәүешле, тикшеренеүсе академик М.З. Зәкиев, профессорҙар Ж.Ғ. Кейекбаев, Ф.С. Сафиуллина, М.Х. Әхтәмов кеүек телселәрҙең ошо өлкәләге эҙләнеүҙәрен уңышлы дауам итә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Л.Ғ. Хәбибов антонимдарҙың тәбиғәтен өйрәнеүгә барлыҡ ижади ғүмерен арнай. Ҡазан ҡалаһында нәшер ителгән (электрон баҫма) «Татар теленең аңлатмалы антонимдар һүҙлеге» (2017 й., 184 б.) ошо хаҡта асыҡ һөйләй.
Билдәле, фән һуҡмағы еңел булмай, уның үрҙәренә һәр ғалим борма-борма юлдар үтеп артыла. Л.Ғ. Хәбибов та, тел мәсьәләләре менән мөкиббән китеп шөғөлләнгәнсе, педагогика фәне менән мауығып ала. Кисәге аспирант БДУ-ның педагогика кафедраһында ассистент вазифаһын башҡара. Кафедра мөдире Р.Ә. Ҡудашев, бар булмышы менән зыялы, ҡойоп ҡуйған буй-һынлы ғалим, йәш коллегаһын педагогика, этнопедагогика йүнәлешендә үҫтермәксе. 1984 – 1990 йылдарҙа өлкән уҡытыусы педагогика проблемалары буйынса 12 хеҙмәт яҙа, методик эшкәртмәләр әҙерләй, студенттарҙың педпрактикаларын ойоштора. Әлбиттә, бер нимә лә барҙан юҡ булмай, киләсәктә телсе һәм әҙәбиәтсе студенттар менән эшләгәндә, кафедра мөдире вазифаларын үтәгәндә педагогика өлкәһендәге тәжрибәһе ярап ҡала, хатта бөгөн дә Мәғарифты үҫтереү инситуты профессорына ул тәжрибә һәр йәһәттән булышлыҡ итә.
1990 йылдан башлап, Лотфулла Ғәйфулла улының эшмәкәрлеге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән бәйле. Ул татар-рус бүлегенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, 1996 йылға тиклем татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. Кафедраның эшен юғары кимәлдә ойоштороуға ирешә ул. 2014 йылға тиклем ең һыҙғанып университетта хеҙмәт итә. Был йылдарҙа 166 ғилми мәҡәлә, шул иҫәптән 7 дәреслек әҙерләй, 27 уҡыу-уҡытыу методик хеҙмәттәре яҙа, ваҡытлы матбуғатта 8 ғилми-популяр мәҡәлә нәшер итә. Ғалимдың ни тиклем ныҡышмал эшләүен күрһәтеү өсөн шул да етә: ҡайһы бер йылдарҙа ул 12 – 15 мәҡәлә әҙерләп, фәнни журнал, йыйынтыҡтарҙа баҫтыра. Шуға ла хеҙмәтенә хөрмәте көттөрмәй. 1992 йылда ВАК доцент ғилми дәрәжәһен раҫлай, 1998 йылда – Башҡортостан Респубикаһының мәғариф алдынғыһы билдәһе менән, 2008 йылда Рәсәй фән һәм мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә педагогия хеҙмәте ветераны. 2011 йылда татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы профессоры итеп һайлана, күрһәткән фәнни-педагогик хеҙмәттәре өсөн 2016 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһының Шәрәфле профессоры исеме бирелә. Хәҙер ғалим – БР Мәғарифты үҫтереү институты профессоры.
– Беҙҙең кафедра һәм республикабыҙҙың татар теле, әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн профессор Лотфулла Ғәйфулла улы оло табыш булды. Ул юғары кимәлдәге уҡытыусы, ғалим-педагог, дәрестең бар нескәлектәрен яҡшы белә, коллегаларының профессиональ оҫталығын даими күтәрә. Абруйлы профессор фән менән етди шөғөлләнә, дәреслектәр авторы булыуы – үҙе бер мәртәбә, – ти БР Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр, әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, профессор З.М. Ғәбитова.
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты коллективы һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһы, мөхәрририәт ағзалары исеменән юбилярҙы 70 йәше тулыу менән ихлас ҡотлайбыҙ! Йән тыныслығы, тән сәләмәтлеге менән донъяны, әйләнә-тирәңде йәмләп, ихлас мөләйемлек менән башҡаларҙың күңелен яҡтыртып, оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Ф.Б. САНЪЯРОВ,
филология фәндәре кандидаты, РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар
союздары ағзаһы, М. Өмөтбаев, Ш. Хоҙайбирҙин премиялары лауреаты,
«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының мөхәрририәт ағзаһы