Башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы З.Ф. Шәйхисламова семинарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, телселәр семинарының бөйөк башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө һәм февралдә билдәләнәсәк Халыҡ-ара туған телдәр көнө алдынан үтеүе һәр йәһәттән дә отошло булыуын билдәләне.
Филология фәндәре кандидаттары – Р.Ә. Солтаҡаева «Көньяҡ диалектының Өршәк һөйләше лингвистик тыуған яҡты өйрәнеү сығанағы» тигән тема буйынса, ә Л.Р. Кирәева «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә күпмәҙәнилек белем биреү мөхите шарттарына лингвокультурологик ҡараш» тип аталған сығыштарында фәнни күҙлектән сығып фекер йөрөттөләр, эш йомғаҡтары менән бүлештеләр. Практик уҡытыусылар – Бөрө медицина-фармацевтик колледжы уҡытыусыһы Р.М. Фәтхуллина, сағыштырмаса йәш, әле яңы тәжрибә туплаусы уҡытыусылар – Өфө ҡалаһының 119-сы мәктәбенән А.Р. Амантаева, «СМАРТ» 2-се Республика полилингваль гимназияһынан Н.И. Хәбибуллина, 108- се мәктәптең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары А.Ш. Сәхәүетдиновтар сығыштарында үҙ асыштарын, проекттарын асып һалды, фекерҙәре менән ихлас бүлеште.
Семинарҙа ҡатнашыусы Илеш районы методисы З.С. Әхмәтова, Ейәнсура районы уҡытыусылары Н.Я. Юлдашбаев, Л.И. Ҡотошова семинар ойоштороусыларға, сығыш яһаусы ғалимдарға, уҡытыусыларға рәхмәтен еткерҙе, ошондай күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүҙәрҙең йышыраҡ ойошторолоуын теләне, семинарҙар темаһын уртаҡ һайларға тәҡдим индерҙе.
Р.Р. АҠЪЮЛОВА,
башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһының өлкән методисы.