

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары, туған телдәр буйынса ҡала, район методик берекмә етәкселәре, мәғариф бүлектәренең, мәктәптәрҙең туған тел буйынса методистары, тел белгестәре менән бергә был күләмле, эшлекле сарала милли мәғариф идаралығы начальнигы Морат Нил улы Ишемғолов, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлегенең баш белгес-эксперты Ләлә Әғдәс ҡыҙы Зәйдуллина, Мәғарифты үҫтереү институтының уҡыу-методик эш буйынса проректоры Баширова Эльза Владимир ҡыҙы, Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, филология фәндәре кандидаты Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы Шәйхисламова ҡатнашып, һутлы телебеҙгә һөйөү хистәре менән һуғарылған ҡайнар сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Морат Нил улы үҙ сыгышында туған телдәр һәм әҙәбиәттәр буйынса Мотлаҡ дәүләт имтихандарына һәм Берҙәм Төбәк имтихандарына уҡыусыларҙы әҙерләүҙең мөһимлеген һыҙыҡлы өҫтөнә алды. Ләлә Әғдәс ҡыҙы үткән 2025 йылдағы Мотлаҡ дәүләт имтихандарына (ОГЭ) һөҙөмтәләренә туҡталды.
Мәғариф министрлығы вәкилдәре уҡытыусыларҙың һорауҙарына ентекле һәм аңлайышлы итеп яуап бирҙеләр. Эльза Владимир ҡыҙы башҡорт теленән мотлаҡ дәүләт имтихандарына (ОГЭ) әҙерләүгә интеллектуаль тренажёр әҙерләү һәм публикациялауҙы хупланы. Ғәмәли характерҙағы спикерҙарҙың сығыштарында конкрет ҡарарҙар менән мотлаҡ дәүләт имтихандарына (ОГЭ) һәм Берҙәм Төбәк имтихандарына (ЕРЭ) әҙерләүгә әһәмиәтле йүнәлештәр тәҡдим ителде.
Ҡаҙағстан иле ғалимдары, тел белгестәре – Астана ҡалаһынан Л.Н. Гумилев исемендәге Евразия милли университеты ҡаҙаҡ теле ғилеме кафедраһы профессоры, филология фәндәре докторы Сыздыҡова Гөлбәршин Олжабай ҡыҙының – «Берҙәм милли тест үткәреү» структураһы һәм уның туған тел буйынса әҙерлектә әһәмиәте», А.Байтурсынов исемендәге Тел ғилеме институтының филология фәндәре кандидаты Әмирбәкова Айгөл Байдебәк ҡыҙының «Ҡаҙағстанда милли тест үткәреүҙә тест эштәрен конструкциялау алымдары: йөкмәткенең дөрөҫлөгөнән когнитив ҡатмарлылыҡҡа» темаһына онлайн рәүешендәге сығыштары бик күп яңылыҡлы булыуы менән бөтә халыҡтарҙың иң ҙур байлығы – тел нескәлектәрен тәрәнтен өйрәнеүгә һәм өйрәтеүгә ҡарата иғтибарлы булырға һәм дәрестәрҙә уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға йүнәлтелгән ине.
Дүртөйлө районының Черлаҡ урта бюджет дөйөм белем биреү мәктәбенең туған (мари) теле уҡытыусыһы Аптулаева Татьяна Григорий ҡыҙының «Туған тел буйынса мотлаҡ дәүләт имтихандарына әҙерләү өсөн интеллектуаль тренажёр барлыҡҡа килтереү» темаһы буйынса миҫалдар менән бик тәфсилләп аңлатып һөйләне.
Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Камалова Руфина Зәки ҡыҙының «Башҡорт теле фәне буйынса мотлаҡ дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса ҡулланма эшләү һәм апробациялау», Бөрө ҡалаһының 1-се һанлы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү мәктәбенең юғары категориялы мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Апсатарова Серафима Иван ҡыҙының «Мари теле һәм әҙәбиәте буйынса мотлаҡ дәүләт имтихандарына әҙерлек барышындағы ҡайһы бер мәлдәр», Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Луиза Риф ҡыҙы Кирееваның «Башҡорт теле имтихандарына әҙерлек барышында тексты менән эшләү алымдары», Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Руслан Флүр улы Сөләймәновтың «Татар теле һәм әҙәбиәте буйынса контроль – үлсәү материалдары йөкмәткеһе», Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, филология фәндәре кандидаты, доцент Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы Шәйхисламованың «Башҡорт теле буйынса Мотлаҡ дәүләт имтихандарына (ОГЭ) һәм Берҙәм Төбәк имтихандарына (ОРЭ) әҙерлек барышында тел (грамматика) материалдары буйынса эш алымдары» темаларға сығыштары үтә лә файҙалы булды.
Республика буйынса 381 кешенең был семинарҙа ҡатнашыуға онлайн регистрация үтеүе лә сара темаһының юғары актуаллеге һәм бөгөнгө көндә бик тә кәрәклеге хаҡында белдерҙе.
Сығыштар буйынса киң фекер алышыуҙар, тәжрибә уртаҡлашыуҙар бик оҡшаны.
Был шәп республика күләмендәге файҙалы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «Саҙаҡаның хәйерленән хәйерлеһе –
Телде һаҡлау, телде һаҡлау,
Һаҡлау телде» тигән кинәйәле әйтелгән хәҙисе менән оҙатылған семинарҙы ойоштороп, юғары кимәлдә үткәргән Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтының профессорҙары, уҡытыусылары составына һәм башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы методистарына ил-йортобоҙҙоң төрлө район-ҡалаларынан килгән күп һанлы делегаттар исеменән сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, иҫтәлеккә фотоға төшөп, бик бай мәғлүмәтле булып, ҡыуанышып таралыштыҡ.
Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы СӘЙӘХОВА,
Бөрйән районының Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Яуымбай филиалының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Гранты эйәһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы эйәһе.