Сараларға рәхим итегеҙ!

Бөгөн Рәсәй халыҡтары телдәре көнө билдәләнә. Был байрам Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы ойошторола. Башҡортостанда ниндәй саралар үтә - уҡығыҙ.  Республикала төп ваҡиғаларҙың береһе "Өфө - Махачкала: рухи берҙәмлек нигеҙе булараҡ туған һүҙ" тип аталған телекүпер рәүешендәге төбәк-ара түгәрәк өҫтәл буласаҡ. Бында ведомство етәкселәре, милли-мәҙәни үҙәк вәкилдәре, халыҡ шағирҙары,яҙыусылар, ғалимдар һәм йәштәр ҡатнаша. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм Дағстан йәмәғәтселеге лә фекер алышыуға ҡушыла. Башҡортостан Өфөләге Рәсүл Ғамзатов урамы тураһында видеояҙма, ә Дағстан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған фильм күрһәтә.

Сараларға рәхим итегеҙ!Сараларға рәхим итегеҙ!
Сараларға рәхим итегеҙ!

 Республикала төп ваҡиғаларҙың береһе "Өфө - Махачкала: рухи берҙәмлек нигеҙе булараҡ туған һүҙ" тип аталған телекүпер рәүешендәге төбәк-ара түгәрәк өҫтәл буласаҡ. Бында ведомство етәкселәре, милли-мәҙәни үҙәк вәкилдәре, халыҡ шағирҙары,яҙыусылар, ғалимдар һәм йәштәр ҡатнаша. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм Дағстан йәмәғәтселеге лә фекер алышыуға ҡушыла. Башҡортостан Өфөләге Рәсүл Ғамзатов урамы тураһында видеояҙма, ә Дағстан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған фильм күрһәтә.

 "Рәсәй - халыҡтар йорто" Бөтә Рәсәй диктант яҙыу акцияһы үтә. Уны онлайн яҙырға, йәки БР Милли музейы, БР Милли китапханаһы, Милли әҙәби музей, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында офлайн ҡатнашырға була. Шулай уҡ Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдарында республикала йәшәгән төрлө халыҡтарҙың телдәрендә диктант яҙыу ойоштороласаҡ.

 З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала "Рәсәйҙең күп тауышлылығы" тематик сәғәте һәм "Шағирҙар дуҫ булғанда, халыҡтар дуҫлаша" әҙәби сәғәте үтә.

 Республика музейҙары "Тел - мәҙәниәткә асҡыс" акцияһына ҡушыла.

 Республика кино залдарында Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһының "Остаз" һәм "Күңел йыры. Абдулла Солтанов" тигән фильмдары күрһәтелә.

 Китапханаларҙа һәм мәғариф учреждениеларында "Тел - халыҡ күңеле", "Китаптан дуҫлыҡ күпере", "Туған тел инешенә сәйәхәт" темаларына китап күргәҙмәләре ойоштороласаҡ.

 Республиканың тарихи-мәҙәни үҙәктәре лә әүҙем ҡушыласаҡ: республиканың мари, латыш, удмурт, сыуаш, башҡорт һәм татар тарихи-мәҙәни үҙәктәрендә, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайы һәм Ханты-Манси автономиялы округындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәрендә осрашыуҙар, тематик сәғәттәр, балалар өсөн ҡыҙыҡлы саралар ойоштороласаҡ.

 Шулай уҡ "Рәсәй халыҡтары тауыштары: туған телдәрҙә шиғырҙар һөйләйбеҙ" (Голоса народов России: читаем стихи на родных языках) флешмобына, "Күңелдең туған тауышы" ("Родной голос души") акцияһында ҡатнашырға мөмкин.

Бөтә саралар милләт-ара татыулыҡты нығытыуға һәм Рәсәйҙең хазинаһы булған күп төрлө туған телдәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Сығанаҡ: "Башҡорт донъяһы"нан

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас