Бөтә яңылыҡтар
Победа. Новости
2 Март 2020, 15:30

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы республикала киң билдәләнәсәк

2020 йыл илдә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде

Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына әүҙем әҙерлек башланды. Ойоштороу комитетының беренсе ултырышында Радий Хәбиров һуғыш ветерандарына иң тәрән иғтибар йүнәлтеү төп мәсьәлә, тип белдерҙе. Республика етәксеһе легендар яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү эшмәкәрлеген дауам итергә саҡырҙы. Был йәһәттән хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҙмышы тураһында мәғлүмәт йыйыусы эҙәрмән отрядтарының эшен ыңғай баһаланы, ҡала-райондарҙа иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереп тәртикә килтерергә ҡушты, “Үлемһеҙ полк” акцияһын махсус сценарий буйынса әүҙем ойошторорға тәҡдим итте. 2020 йыл илдә Хәтер һәм дан йылы, тип иғлан ителде. Башҡортостанда әле Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 886, балиғ йәшенә еткәнсе концлагер тотҡоно булған 324, блокадалағы Ленинградта йәшәгән 103 кеше, 23788 тыл хеҙмәтсәне, һуғыш ветерандарының 9784 ғаилә ағзаһы бар. Бөйөк Еңеүҙең юбилейына бар ветерандар торлаҡ менән тәьмин ителергә, яңғыҙ фронтовиктар көндәлек ҡурсауға алынырға тейеш.

https://gtrk.tv/heberzer/151832-boyok-eneuzen-75-yyllygy-respublikala-kin-bildlnsk