Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2021, 13:43

Әҙәбиәттең алтын бағанаһы

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Н. Мусинға – 90 йәш.

Әҙәбиәттең алтын бағанаһы
Әҙәбиәттең алтын бағанаһы

Башҡорт әҙәбиәтенең ХХ быуат осоро халҡыбыҙҙың рухи үҫешенә, ошо йүнәлештәге ҡиммәттәренә әйтеп бөткөһөҙ ҙур өлөш индерҙе. Классик әҙәбиәттең айырым жанрҙары ныҡлы формалашып, һүҙ сәнғәтенең кимәлен билдәләрлек юғарылыҡҡа күтәрелде. Әҙәби осор тураһында һүҙ йөрөткәндә айырым быуын яҙыусыларының, шағирҙарының ижады күҙаллана. Ә бына тотош быуатҡа торошло айырым ижадсының булыуы – башҡорт әҙәбиәте өсөн дә, беҙҙең халҡыбыҙ өсөн дә оло табыш! Ул – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Сөләймән улы Мусин!

Халыҡ яҙыусыһының кендек ҡаны тамған, тәпәй баҫып киткән төйәге – Ишембай районының гүзәл тәбиғәтле Ҡолғона ауылы. Атаһынан иртә етем ҡалған сабыйҙы олатаһы көслө рухлы ир-егет итеп тәрбиәләй, урман яғына хас һөнәргә өйрәтә. Бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килгән үҫмер, ололар менән бер рәттән, хеҙмәттә сыныға, урман эшенең бар нескәлектәренә төшөнә. Шуға ла Ноғман ағай ғүмеренең һәр осоронда ла ағас, урман эшенән айырылмай.

Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлағас, хәрби хеҙмәткә тиклем, егерме йәшлек егет Маҡар районының мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй. Артабан “Әҙәби Башҡортостан”, “Совет Башҡортостаны” баҫмаларында – хеҙмәткәр, Яҙыусылар союзында – әҙәби консультант, нәшриәттә редактор вазифаларын атҡара. Һәр урында замандаштары хәтерендә ныҡышмал һәм егәрле эшмәкәр, әҙәбиәт серҙәрен төпсөнөүсе булараҡ уйылып ҡала ул. 1966 йылда Н. Мусин Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Һүҙ сәнғәтенә һөйөү студент йылдарында уҡ шиғырҙар яҙыуҙан башлана, тик үҙенең ижади булмышы эпик төрҙә икәнлеген ул тиҙ төшөнә. Тәүге эпик пландағы “Минең дуҫым” хикәйәһе 1954 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылып сыға. Ябай ғына хикәйәнән башланған ижад шишмәһе артабан күп һанлы хикәйәләр, очерктар, нәҫерҙәр, повесть һәм романдар менән тулыланып, мул һыулы йылғаға әйләнә. Бөгөн яҙыусының ижад мөмкинлектәре, даирәһе, һүрәтләү ысулдары китап уҡыусыларҙы һоҡландыра, хайран ҡалдыра.

Яҙыусының “Зөһрә” исемле тәүге китабы 1960 йылда китап нәшриәтендә донъя күрә. Ошо осорҙан башлап Н. Мусиндың илленән ашыу китабы башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителә. Ул, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте тарихында иң тәүгеләрҙән булып, һайланма әҫәрҙәренең 12 томлығын баҫтырып, уҡыусылар хөкөмөнә сығара. Яҙыусы ижады хаҡында төрлө йылдарҙа фән докторҙары З. Нурғәлин, Р. Байымов, Ғ. Хөсәйенов, З. Шәрипова, Г. Гәрәева, С. Поварисов, Р. Аҙнағолов яҙа. Фән кандидаттары Ә. Вахитов, Ә. Хәбиров, З. Әлибаев, З. Мырҙағоловалар уның ижадына күҙәтеүҙәр яһай, айырым әҫәрҙәренә анализ эшләй. Яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың Н. Мусин ижадына арналған хеҙмәттәре лә байтаҡ. Улар араһын да – Әмир Әминев, Ринат Камал, Таңсулпан Ғарипова, Флүзә Мырҙабаева, Зөһрә Ҡотлогилдина, Салауат Әбүзәров һәм башҡалар. Тик һаман да халыҡ яҙыусыһының ижады хаҡында монографик хеҙмәт яҙылмаған әле. Яҡын йылдарҙа был йүнәлештә эш башланыр тигән өмөттәбеҙ.

Н. Мусин, әйтеүебеҙсә, ижадын хикәйә жанрынан башлап ебәрә. Милли әҙәбиәт өсөн бик бай һәм үҙенсәлекле жанр һәр осорҙа уҡыусының зауығын ҡәнәғәтләндерә, күңел донъяһын яулай. “... Хәҙер мин үҙем дә аптырабыраҡ торам; ошоғаса ниңә хикәйәләр китабы сығарманым икән? Бәлки, шуға күрәлер, әҙәбиәт белгестәре мине хикәйәсе булараҡ телгә алғандары юҡ... Нисек кенә булһа ла, ижад шишмәмдең башы булараҡ, улар миңә ҡәҙерле. Ә артабан... артабан, ныҡлабыраҡ күҙ һалһаң, алтмыш йылдан артыҡ повестар, романдар ижад иткән осорҙа ла туҡтауһыҙ хикәйәләр яҙыла торған икән дә!” – тип билдәләй яҙыусы X том хикәйәләр йыйынтығында. Иллегә яҡын хикәйәләрендә, тиҫтәләрсә нәҫерҙәрендә яҙыусының күңел ҡылдарын тирбәтеүсе ваҡиғалар ағышы ғына түгел, ә заман һулышын ярып һалырҙай проблемалар герой характеры аша сағылыш таба. Авторҙы һәр саҡ башҡорт ауылының киләсәге, кеше яҙмышы, тәбиғәт мәсьәләләре борсой. Шуға ла “Нөгөш буйҡайҙары бөҙрә сауҡа”, “Ҡатмарлы операция”, “Өй артында өс ҡарағай” кеүек хикәйәләре һәр сюжет һыҙығы, һәр характер аша заман мәсьәләләрен ҡыйыу күтәреүе менән уҡыусы хәтерендә уйылып ҡала. Яҙыусының һуңғараҡ яҙылған “Үлеләр – китә, тереләр – ҡала”, “Китмә, китмә, һандуғас”, “Һуңлаған хат”, “Ҡала себене” хикәйәләрендә кеше ғүмеренең ахыры, яҙмыш, үҙ-ара мөнәсәбәттәр фәлсәфәүи яҡтан тасуирлана. Уҡыусыны уйландырған, тетрәндергән ваҡиғаларҙың беҙҙең тормошта ла йыш осрауы – яҙыусының һәр хикәйәһенең нигеҙле, тормошсан булыуындалыр.

Н. Мусиндың “Һунарсы хикәйәләре” башы аҫтында бирелгән “Ҡоралайҙар”, “Талғаҡтан атылған айыу”, “Етемәк болан балаһы” һәм башҡа әҫәрҙәрендә урман һәм кеше мөнәсәбәттәре төрлө йәһәттән сағылыш тапҡан. Ләкин һәр сюжеттың нигеҙендә тәбиғәткә айырыуса иғтибар, уны яратып бағыу ҡыҙыл еп булып үрелгән. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында уҡ башҡорт әҙәбиәтендә нәҫер жанры әүҙемләшеп китә. Уның романтик рухы, поэтик яңғырашы әҙәбиәткә аһәңлек өҫтәй. Н. Мусин ижадында ла “Ҡарағай һәм ҡая”, “Таң нуры”, “Шишмәләр”, “Ысыҡ тамсыһы” һәм башҡа нәҫерҙәр йөҙөк ҡашы кеүек балҡып тора.

Ноғман Мусин үҙен повесть жанры оҫтаһы булараҡ та танытты. Ике тиҫтәнән артыҡ повестарының тематик даирәһе киң, образдар системаһы хайран ҡалырлыҡ. Яҙыусы үткән быуаттың илленсе йылдары аҙағында уҡыусылар хөкөмөнә тәүге “Аҙашыу” повесын тәҡдим итә. Ә жанрҙың барлыҡ мөмкинлектәрен ҡулланып ижад ителгән “Ғүмерҙең бер мәле”, “Ер биҙәге”, “Йыртҡыс тиреһе”, “Ике ир һәм бер ҡатын” повестары әҙәбиәтебеҙҙә өр-яңы күренеш булды. Халыҡ яҙыусыһының төп темаһы – тәбиғәт, тип билдәләргә күнеккәнбеҙ. Авторҙың ошо йүнәлештәге эпик ҡарашы заман проблемаларын системалы, тулайым характер аша бирергә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, “Йыртҡыс тиреһе” повесында символика, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр шәхес һәм йәмғиәт конфликтын аса. Төп герой Һолтанбай ғүмер буйы үҙ принциптарын алға ҡуйып, иркенләп йәшәһә лә, ахырҙа бәләкәй генә ваҡиғаның ҡолона әйләнә, тормош ҡараштарының емерелеүе уны трагедияға илтә.

Ноғман Мусин ижадындағы тәбиғәт һәм кеше проблемаһы – улар мөнәсәбәтенә дан йырлау ғына түгел, иң башта ошо гармонияларҙы һаҡларға саҡырыу, киләсәк афәттәрҙе иҫкәртеү: “Урман юҡ икән, ерҙең йәмкүрке юҡ, сөнки ул әҙәм балаларын утлы, һыулы, ризыҡлы, йорт-ерле иткән”. Шуға ла тәбиғәткә аңһыҙ мөнәсәбәт, уның хатта бер генә биҙәге юҡҡа сығыуы ла кешелекте әкренләп һәләкәткә килтереүе ихтимал. Сөнки тәбиғәт – тәү сығанаҡ, кеше – уның бер айырылмаҫ өлөшө. Тимәк, тәбиғәтте һәләк итеү – үҙүҙеңде һәләк итеү. Бына ниндәй глобаль фекерҙәр төйөнләнә урмансыларҙың, кешеләрҙең ябай, ә ҡайһы саҡ ғәмһеҙ көнкүрешендә”, – тип билдәләй Р. Байымов.

Ноғман Мусиндың ижад юғарылығын уның романдары билдәләй. 1970 йылда “Өҙәрем юл кешеләре” исемле тәүге романы донъя күрә. Артабан бер-бер артлы “Һайлап алған яҙмыш”, “Мәңгелек урман” дилогияһы, “Зәңгәртауҙа – аҡ болан” трилогияһы, “Шунда ята батыр һөйәге”, “Һуңғы солоҡ” романдары ижад ителә. Яҙыусының “Зәңгәртауҙа – аҡ болан” трилогияһының тәүге китабы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда кешеләрҙең тылдағы хеҙмәт батырлыҡтарын, уларҙың рухи ныҡлыҡтарын һүрәтләүгә арналған. Ваҡиғалар урман төп көлөндәге бер ауылда бара. Автор үҙенең традицион урман темаһына был әҫәрендә лә хыянат итмәй. Ауылдан ун һигеҙ саҡрым алыҫлыҡтағы урманда ауыл кешеләре йылғанан һал менән ҡыуырға бүрәнә киҫәләр. Ҡайын ороларын тумырып ташыйҙар һәм скипидар заводында эшкәртәләр. Бик ауыр һәм яуаплы осор. Йыраҡта ярһыған һуғыш ялҡынын һүндереү ауыл кешеләренең хеҙмәтенә, ихтыярына ла бәйле. Һәр кемдең күңелендә Еңеү хаҡындағы уй-теләк йәшәй.

Романда алғы планға Ирназар Байназаров сыға. Замандың ауыр осоро, шәхси тормошондағы ҡайғы-хәсрәттәр Ирназарҙың елкәһенә тауҙай ябырыла, әммә герой уй-хыялы, рухы менән күпкә көслөрәк, сөнки уның йыуатыусыһы, өмөтө, барлыҡ хыялы, тормошон еңеләйтеүсеһе – аҡ боланы бар. Әҫәрҙең төп конфликты Ирназар Байназаров менән Атау Әһлиев араһында ҡырҡыулашып хәрәкәт итә. Ул – шәхси ҡаршылыҡтар ғына түгел, ә йәмғиәттәге тыуған кире күренештәр менән “аҡ боланлы” Ирназарҙың яҡты уйҙары, изге ниәттәренең бәрелеше лә. Ирназар характеры аша кеше күңеленең гәлсәр таҙалығы, еңеүҙәргә барыуы, ауырлыҡтарға баш эймәй алға ынтылыуы индивидуаль планда ғына түгел, ә башҡорт халҡының милли һыҙаттары аша күрһәте лә, тәрән психологик анализ яһала. Романда кешенең булмышы, ил алдындағы яуаплылығы Ирназар һәм Атау ҡаршылыҡтары, башҡа персонаждар һынландырыуында күренә. Әҫәрҙә хыял донъяһына илтеүсе шәп деталь – Ирназарҙың “аҡ боланлы” кеше булыуы. Һүрәтләнгән осор нисек кенә ауыр булмаһын, яҡты өмөт, кешенең хыялы, ысынлап та, бер ваҡытта ла ташлап китмәй. Тик һуғыш осоро яҙмыштарҙы аямай. “Зәңгәртауҙа аҡ болан” романында ла һәр геройҙың, персонаждың тормошона ул үҙ тамғаһын һала, һуғыш – тормош ҡаршылығы ғына түгел, шәхси яҙмыштар бәрелешенең төп сәбәпсеһе, конфликт нигеҙен тәшкил итеүсе лә.

Н. Мусиндың “Зәңгәртауҙа – аҡ болан” трилогияһының икенсе һәм өсөнсө китаптары “Яралы кеше тауышы”, “Таң менән сыҡ юлдарға” тип атала. Романдың һуңғыһында ваҡиғалар тап беҙҙең көндәрҙә бара. Әҫәр урман һәм унда йәшәгән кешеләрҙең яҙмыштары аша көнүҙәк проблемаларҙы, улар араһындағы мөнәсәбәт ҡатмарлылығын хәл итеүгә ҡоролған. Трилогияның өсөнсө китабында тәүге ике әҫәрҙәге геройҙар Әхәт Аҙнаев, Зифа һәм Кәбир Әхмәтшиндар, Ирназарҙың улы Таһир, Ризуан Әхмәтшин хәрәкәт итә.

Романдың конфликты төп герой Ризуандың характеры үҫешендә барлыҡҡа килә. Ризуан, юғары белем алып, ата-бабалары кеүек үк тыуған тәбиғәте һағына баҫа. Әлбиттә, ауыр, яуаплы, әммә бик кәрәкле эштә аҙым һайын ҡаршылыҡтар тулып ята. Әйткәндәй, Ризуан яҙмышының баштан уҡ һынауҙарға дусар булғанын билдәләп китергә кәрәк. Һуғышҡа киткән Кәбирҙән оҙаҡ йылдар хәбәр булмағас, Зифа уны һөйөп йөрөгән Әхәт менән уйламағанда ғына осрашып, балаға уҙа. Кәбире лә ҡайтып төшә, әммә хаталарҙы төҙәтеп булмай. Кәбир, немец лагерына эләгеп, ирлек дарманын юғалтып ҡайта. Ул, Зифаның үҙгәрешен күреп, эстән генә уны кисерә, ғәфү итә. Улдары тыуғас, Ризуан тип исем ҡушалар. Ошо ваҡиғанан уҡ артабан сабыйҙың яҙмышы нисегерәк булыуы төҫмөрләнә. Әҫәрҙә хәрәкәт итеүсе был геройҙы аҙым һайын эреле-ваҡлы ҡаршылыҡтар көтә. Был иһә характерҙы төрлө яҡлап һынарға, шәхси һәм дөйөм кешелек мәнфәғәттәрен баһаларға ярҙам итә. Ризуандың Таһир Ирназаров менән бәрелешендә беҙ тәүге китапта бер үҙәктән халыҡ өсөн көрәшкән аталарын – Ирназар менән Әхәтте генә хәтерләп ҡалмайбыҙ, ә заман ҡаршылыҡтарының тамырҙарын шәйләйбеҙ. Берәүҙәргә, йәки Таһир, Мирғазов кеүектәргә урман – байлыҡ нигеҙе, күпме теләйһең, шулай тәләфләргә булһа, икенселәргә, Ризуан һәм уның кеүектәргә – йәшәү сығанағы, йәшәйештең айырылғыһыҙ бер өлөшө лә. Романдың төп конфликты ошо ике ҡараш араһында ҡырҡыулаша. Ризуан менән Фаягөлдөң мөнәсәбәттәре лә был ҡаршылыҡҡа ҡуҙ өҫтәй. Романда конфликт асыҡ көйө ҡала.

Ғөмүмән, хәҙерге башҡорт прозаһында тәбиғәт, экология темаһы ярайһы уҡ күп яҡтыртыла. Алдағы осорҙа иһә күберәк фәнни-техник прогресты бер генә яҡлы һүрәтләп, тәбиғәт проблемаһы күләгәлә ҡала ине. Башҡортостан ерҙәрендә экологик проблемалар ҡот осҡос торғанда, был, әлбиттә, ыңғай күренеш түгел. Шуға ла һуңғы йылдарҙағы романдарҙың, ошо теманы киңәйтеп, төрлө яҡлап яҡтыртыуы маҡтауға лайыҡ. Яҙыусының романдары китап уҡыусылар күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы, уларҙың алдына уйландырырлыҡ етди һорауҙар ҡуйҙы.

Публицистик аһәң – Н. Мусин ижадының үҙенсәлекле һыҙаты. Был яҙыусының оҙаҡ йылдар гәзит-журнал редакцияларында эшләүенән дә, очерктар, публицистик мәҡәләләр яҙыуҙы художестволы эшмәкәрлегенең айырылғыһыҙ өлөшө итеп ҡарауынан да киләлер. Уның ХI һәм ХII томдарында мәҡәләләр, очерктар, рецензиялар тупланған. Яҙыусының ижадташтары әҫәрҙәренә лә, йәштәргә лә бик иғтибарлы булыуы күренеп тора. “Алатауға артылған һуҡмаҡ” эссе жанрына ҡараһа, Б. Бикбай, З. Биишева, Н. Нәжми, М. Тажи, И. Ғиззәтуллин, Х. Ғиләжев, Ғ. Ибраһимов, Я. Ҡолмой, Д. Исламов, Ғ. Рамазанов, З. Хисмәтуллин, Ш. Бикҡол, Ф. Иҫәнғолов, С. Шәрипов, Т. Ғарипова һәм башҡа яҙыусылар ижадына күҙәтеүҙәр ҙә яһай әҙип. “Үҙ ҡәләмдәштәренең ижады тураһында уйланмаған, теге йәки был әҫәрҙе, вайымһыҙланып, уҡымай үткәреп ебәргән кеше бармы икән?” – тип юҡҡа ғына үҙ-үҙенә һорау бирмәйҙер яҙыусы.

Ғөмүмән, 90 йәшен тултырған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Сөләймән улы Мусин әле лә ижади юлына саң ҡундырмай. Әҙәбиәтебеҙҙең алтын бағанаһы кимәленә күтәрелгән яҙыусы ижад өҫтәленән ҡараштарын алға, юғарыға төбәп, халҡыбыҙ уйҙарын барлай.

З.А. ӘЛИБАЕВ,

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты,

филология фәндәре кандидаты,

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: