БАЙРАМ МЕНӘН!
Байрам бөгөн. Иң көтөлгән байрам!
Мәктәп беҙҙе әйҙәй, саҡыра...
Шул уҡ мәктәп. Күптән өйрәнелгән.
Бәлки, үҙгәргәндер саҡ ҡына?
Бөтәһе лә бында күптән таныш,
Шундай яҡын, шундай ҡәҙерле!
Шул уҡ кластар. Тик балалар ғына
Үҫеп киткән бер ни ҡәҙәре.
Ихлас йылмайыуҙар, яҡты йөҙҙәр,
Ҡосаҡ тулы сәскә бәйләме,
Ҡайнар ҡотлауҙарҙан күңел үҫә,
Хатта баштар китә әйләнеп!
Иҫке юлдан яңы пландар менән
Яңы йылға аяҡ баҫабыҙ,
Балаларға белем донъяһына
Ишектәрҙе бөгөн асабыҙ.
Ҡанатланып мәктәбемә инәм,
Ләззәт алып һәр бер өнөнән…
…Уҡытыусы өсөн йыл башлана
Сентябрҙең тәүге көнөнән!
Уңышҡа мул булһын яңы йылым,
Уй-хыялдар ашһын тормошҡа,
Рәхмәтлемен миңә ауыр, ләкин
Изге һөнәр биргән яҙмышҡа.
Байрам менән һеҙҙе, коллегалар!
Йәлләмәһен Хоҙай һаулыҡты…
Бер ниндәй эш хаҡы ҡаплай алмаҫ
Һеҙҙең күңелдәге байлыҡты!
Күп кәрәкмәй беҙгә: күҙ алдында
Балаларҙың яҡты йөҙҙәре,
Уйыбыҙҙа – бала киләсәге,
Ҡолаҡтарҙа – рәхмәт һүҙҙәре!
Фирүзә Абдуллина
БЕРЕНСЕ СЕНТЯБРЬ ИРТӘҺЕ
Синыфтағы таҡта яҙыу көтә,
Бер мөйөштә – аҡбур һынығы,
Аҡбалсыҡтар, буяу еҫе бөркә
Ҡайтауазлы мәктәп тынлығы.
Тәлгәштәрен һирпеп, ҡайын үрә
Сулпыларҙың алтын һарыһын;
Мәктәп зыңғырында – алһыу таҫма,
Тиҙҙән тынлыҡ шартлап ярылыр.
Бүлмәләргә тулыр бала-саға,
Бер синыфҡа инде ҙурайып,
Йөҙҙәренә ҡояш нуры һеңгән,
Иңкәйҙәре киткән турайып.
Ейәнсәрем янда. Портфель тотҡан.
Беренсегә тәүләп барабыҙ,
Мин дә беренсегә барыр инем –
Ваҡыт бормаҡ юҡ шул сарабыҙ.
Сабыйлығым әммә китмәгән дә,
Ҡыйын түгел икән йәшәреү:
Ейәнсәрем килә – минән оло,
Уға киләсәктә йәшәйһе!...
Киләсәктә...
Гүзәл Ситдиҡова
МӘКТӘП ЮЛЫ
Ерҙә, күктә, диңгеҙҙәрҙә -
Был донъяла юлдар тулы.
Тик барынан яҡыныраҡ,
Ҡәҙерлерәк мәктәп юлы
Бына тағы еҙ ҡыңғырау
Иртүк сыңлап һөрән һала.
Ошо юлдан тағы атлай,
Сәскә тотоп, күпме бала.
Сәскә төҫлө яҡты ғүмер
Һәр бер әсә теләп ҡала.
Сәскәләй саф уйҙар менән
Уҡытыусы ҡаршы ала.
Ер аҫтында, ер өҫтөндә
Күпме юлдар – таҫма һымаҡ,
Диңгеҙҙәрҙе ярып үтә,
Йондоҙҙарға илтә һуҡмаҡ.
Башлана һуң улар ҡайҙан?
Улар башы – мәктәп юлы,
Ул – тынғыһыҙ белем юлы.
Һәр кем изге күрә уны.
Сафуан Әлибай
БЕЛЕМ КӨНӨ
Беренсе сентябрь. Бөгөн ғәжәп:
Урамдарҙа — шау-гөр, йәнлелек.
Ҡайҙа бар ул, ҡайһы илдә донъя
Күреп тора шундай йәмлене?!
Ал-ҡыҙыллы сәскә — сабыйҙарҙа,
Урамдарға сәскә һибелгән.
Көләс йөҙҙәр, шат тауыштар яңғырай,
Һәр бер бала ҡупшы кейенгән.
Ҡояш көлә. Көҙгө ҡояш көлә,
Ниндәй ғәзиз һары нурҙары!
Ҡотлай ҡояш Белем көнө менән
Ватанымдың ул һәм ҡыҙҙарын.
Кәтибә Кинйәбулатова
ҠЫҢҒЫРАУЛЫ ИРТӘ
Бына тағы юл-һуҡмаҡтар
Мәктәпкә ҡарай илтә:
— Һаумы, сентябрь иртәһе –
Ҡыңғыраулы саф иртә!
Был иртәлә бар йәнлелек,
Йәмлелек күсеп килде,-
Мәктәп алды, әйтерһең дә,
Сәскәле болон инде.
Беренселәр алға баҫҡан,
Иң кескәй дуҫтар улар:
Унынсылар сәскә һуҙа,
Теләп хәйерле юлдар.
Ал таҙмалы ҡыңғырауҙан,
Күңелде арбап, әйҙәп,
Моң таралды тирә яҡҡа:
— Һаумы, һөйөклө мәктәп!
Барый Ноғоманов
БЕРЕНСЕ СЕНТЯБРЬ
Һары япраҡтарын елпеп,
Сентябрь килде беҙгә.
Эй йылмаялар балалар,
Шатланып алтын көҙгә.
Яңы портфель тотоп ҡулға,
Яңы формалар кейеп,
Дәртле баҫып, урамдарҙан
Үтә улар, гөр килеп.
Килә балалар көс йыйып
Яңы хеҙмәткә, эшкә.
Бар теләктәре уларҙың
Уҡырға дүрткә, бишкә.
Фәүзиә Рәхимғолова
ИҢ МАТУР КӨН
Сентябрҙә иң матур көн —
Ул беҙҙең белем көнө.
Ошо көндө көтә-көтә
Сәскә атҡан һәр гөлө.
“Телем, Илем, Дуҫлыҡ, Ерем…”
Беҙ шиғырҙар ятлайбыҙ,
Иҫәп-хисапты беләбеҙ —
Компьютер аса серен.
“Әсәй, атай, Ватан,” — тиеп
Теҙәбеҙ матур һүҙҙәр,
Үҙебеҙсә уҡығанда
Нурланып китә йөҙҙәр.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина