Йәйҙәр ҡайҙа китә һуң?
Йәй артынан китер инем,
Йәйҙәр ҡайҙа китә һуң?
Зөмрәт йәшел ҡырға ниңә
Үрттәр һалып китә һуң?
Яна тауҙар, яна урман,
Үрттәр ләүкей баҫыуҙа,
Ҡурҡыуҙарым-өркөүҙәрем
Шул ялҡынға баҫыуҙан...
Тик ялҡыны һалҡын икән –
Ипкендәре өшөттө,
Өшөттө лә, сәстәремә
Иртә ҡырау төшөрттө.
Ирей торған ҡырау түгел –
Аҡланманы көткәнем.
...Китер инем бергә, белһәм
Йәйҙәр ҡайҙа киткәнен.
Әбейҙәр сыуағы
Күлдәктәре йәйҙең туҙҙы инде,
Ҡойолдо ла инде уҡаһы.
Ә мин һаман, ялғап-ҡорап булһын,
Йәйҙәремде килә тотаһым.
Һүрәнәйә барған ҡояшының
Һәр нур-уғын һалам ҡыныма,
Башланышта ғына йәй күңелдә
Һыйынһа ла көҙҙәр һыныма.
Сыуаҡлаған булып көҙ ҡыҫҡартам,
Үпкәләрем әммә юҡ йәйгә:
Йәне – йәндән, тәне тәндән алмам
Ерегеп тә ергә түл йәйгән.
Көҙгө һыуҙа йөҙҙәремде һырлап
Үрмәкселәр үрә үәл-ауын,
Аһ, йәйҙәрҙең күлдәктәре туҙҙы,
Тоторға тип һонған ҡул еленән
Осоп китә япраҡ-ямауы.
Бирнә
Ҡыҙыл башлы һөлгө элдем
Ҡоралай мөгөҙөнә,
Китер инде өйҙән сығып
Ҡоралайым көҙөнә.
Ос-осона баҫҡан ынйы –
Яҙғы ләйсән тамсыһы,
Һырлы-һырлы суҡтар һалды
Йәйҙең алтын ҡамсыһы.
Ҡыҙыл алма һондо көҙҙәр,
Ҡушып үрҙем нур-епкә,
Күҙ ҡамашыр ҡар яланын
Ҡыштар бирҙе ерлеккә.
Ҡыҙыл башлы һөлгө сиктем,
Нағыштары – Һомайғош,
Һомайғошло өйҙә генә
Йәшәрҙәргә, Хоҙай, ҡуш.
Мышар
Мышылы урмандарымда
Мышарҙар ҡушар-ҡушар,
Ушатыр уттай һутына
Юшандар таты ҡушар.
Мышарҙармы – йәй өҫтөндә
Алҡынмағанға бошар?!
Белеп кенә үҙ баһаһын
Ҡояш нурҙарын тышар.
Ҡуҙғымай ҡуҙ төшөрөргә
Миҙгелен көтә мышар,
Ялҡын һүнгәс, урмандарҙы
Баҙратыр тошар-тошар.
Йөҙөмә ҡаба эҫеһе,
Ҡайнарлығын ҡыш ҡоршар.
...Икәүләп мышар тирәбеҙ,
Ҡулыбыҙ ҡушар-ҡушар.
Саған япрағы
Көҙ таратып бөткән бар емешен,
Ел өйөртә япраҡ буранын...
Өшәңгерәп ятҡан ер ҙә тиҙҙән
Аҡ тунына ойоп уралыр.
Ни эҙләйһең, һис ни ҡалманы, тип,
Ҡырыҫ ҡына геүләй ағаслыҡ,
Ышыҡ бирмәҫ булып ҡара көйгән
Йәй сабында ҡорған аласыҡ.
Ҡарағусҡыл инде Йөйәк һыуы,
Өтөп ала һалҡын ағышы.
Ауырайған терегөмөш кеүек,
Һәлмәкләнгән тулҡын ҡағышы.
Таныш саған ниҙер һөйләй төҫлө,
Әллә инде илай әсенеп,
Сабый ҡулы кеүек бер япрағы
Ҡуйыныма инде йәшенеп.
Бармаҡтары менән сат йәбешеп,
Устарымда яна ут һымаҡ.
...Көҙ барыбер мине буш итмәне –
Шиғыр һалып китте усыма.
Гүзәл Ситдиҡова