Тәрбиә – йәмғиәт үҫешенең мөһим факторы. Илдең киләсәге йәш быуындың тәрбиәлелегенә, рухи-әхлаҡи үҫешенә, гражданлыҡ сифаттарына бәйле.
Ватансылыҡ төшөнсәһе киң мәғәнәгә эйә. Балаларҙа был хисте тәрбиәләүҙе туған телдән башҡа тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Баланың аңы үҫеүе, белеме артыуы, ысынбарлыҡты танып-белеүе һәм ыңғай кешелек сифаттарына эйә булыуы уның әсә телен белеүенә бәйле. Шуға күрә телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, оло ихтирам хистәре тәрбиәләгәндә башҡорт халҡының милли мираҫына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ.
Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиә һәм белем биреү эшмәкәрлеге Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына нигеҙләнеп, Төп программаның 40 процентын тәшкил иткән «Башҡортостан – тыуған илем» (төҙөүселәре – Ф.Ғ. Аҙнабаева, Г.Ш. Әлбәкова, Ә.Р. Буранбаева, К.Ф. Мортаева) региональ программаһына таянып ойошторола.
Программаны тормошҡа ашырыу белем биреү процесын ойоштороуҙың комплекслы-тематик, бөтөнлөк һәм интеграция принциптарына нигеҙләнеп, йәш үҙенсәлектәренә тап килгән эшмәкәрлек төрҙәрен ҡулланыу аша атҡарыла.
Балалар баҡсаһының төп маҡсаты:
– балала Ватанына, еренә, теленә, халҡына хөрмәт, һөйөү тойғоһон формалаштырыу;
– милли мәҙәниәткә, ғөрәф-ғәҙәттәргә, йолаларға ҡыҙыҡһыныу уятыу;
– йәмғиәттәге башҡа милләттәргә ҡарата толерантлыҡ сифаттарын тәрбиәләү;
– балаларҙың аң-белемен арттырыу, психик үҫешен нығытыу, һаулығын һаҡлау;
– ата-әсәләрҙең психологик-педагогик белдеклелеген күтәреүҙә ыңғай ғаилә тәжрибәләрен ҡулланыу;
– мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы һәм мәктәп араһында күсәгилешлек булдырыу.
Ә был маҡсаттар нисек тормошҡа ашырыла һуң?
2020/2021 уҡыу йылынан «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған «Урал батыр мәктәбе» проектын ғәмәлгә ашырыу эшенә әүҙем ҡушылдыҡ, сөнки бөгөн үҫеп килгән йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһын, йәғни мәшһүр «Урал батыр» эпосын ҡулланыуҙың отошло булыуын яҡшы аңлайбыҙ.
Маҡсатҡа йүнәлтелгән эш Мәрйәм Бураҡаева тәҡдим иткән ун йүнәлеш буйынса проект планын төҙөп алып барыла. Рухлы егеттәр тәрбиәләү өсөн – «Урал батыр», нәзәкәтле ҡыҙҙар үҫтереү өсөн «Һомай» фольклор студиялары эшләй. Бында беҙ балаларға башҡорт халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен өйрәтәбеҙ, шулай уҡ улар бында ҡумыҙ, дөңгөр, ҡалаҡ һуғырға ла өйрәнәләр.
Ата-әсәләр ҡатнашлығында үткән йола байрамдарында кескәйҙәр халҡыбыҙҙың үткәне менән таныша.
Был донъяла һәр кеше яҡшылыҡҡа, изгелек ҡылыуға, үҙенән һуң яҡшы эҙ ҡалдырырға ынтылырға тейеш тигән фекерҙе күҙ уңында тотоп, төркөмдәрҙә «Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!» девизы аҫтында изге эштәр мөйөшө булдырҙыҡ. Унда маҡтауға лайыҡлы ваҡиғалар теркәлеп барыла.
Тәрбиәселәр һәм белгестәр араһында эпос персонаждарына бәйле темаларға ҡул эштәре (макеттар, ҡурсаҡтар) бәйгеһе үткәреп, мини-музей ойошторҙоҡ. Ошо күргәҙмә материалдарҙы ҡулланып үткәрелгән дәрестәр балаларға эпостың йөкмәткеһен, асылын аңлауға булышлыҡ итә. Әҙер макеттарыбыҙҙы файҙаланып йәнһүрәт төшөрөүгә лә өлгәштек. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» республика конкурсында эшебеҙ өсөнсө урынға лайыҡ булды.
«Урал батыр» эпосын ятлау, өҙөктәрен сәхнәләштереү, йөкмәткеһенә арналған һүрәттәр төшөрөү, Баймаҡ телевидениеһы ойошторған «Әкиәтле һандыҡ» проектында ҡатнашыу, төркөмдә башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләү – былар барыһы ла башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадына, ҡомартҡыларына ҡыҙыҡһыныу уята, әсә телендә ирекле һөйләшергә өйрәнергә этәргес көс булып тора.
Балаларҙа хеҙмәткә ҡарата ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләү, иптәштәренә, өлкәндәргә ярҙам итеү теләге уятыу мөһим. Был юҫыҡта баҡсабыҙҙың «Атайҙар ҡоро» эше оло маҡтауға лайыҡ. Атайҙарыбыҙҙың Ватанда һаҡлаусылар, Еңеү көндәренә арналған иртәлектәрҙә ҡатнашыуҙары, урамды сүп-сарҙан таҙартыуҙа, йыһаздарҙы йүнәтеүҙә, тирә-яҡ мөхитте байытыуҙа күрһәткән ярҙамдары балаларға үрнәк.
Балалар баҡсаһында алған тәрбиә кешенең киләсәк тормошона нигеҙ һалыуын төплө аңлай «айыуҡай»ҙар. Был осорҙа балала тәбиғәткә, тирә-йүнгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләнә. Ул яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белергә, шәфҡәтлелеккә, изгелеккә, әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәргә өйрәнә.
Г.Ш. ӘЛБӘКОВА,
Баймаҡ ҡалаһы «Айыуҡай» балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы