+1 °С
Болотло
Һуңғы битен йыртам календарҙың,
Тотош бер йыл – ҡағыҙ киҫәге.
Иртәгәһен, өр-яңы йыл тыуғас,
Бар үткәнең була кисәге!
Әммә миңә уҙған йылым булмаҫ,
Бите туҙған иҫке календарь.
Күпме һыҙланыуҙар йәндә тулай,
Япраҡ ҡоя һаман ҡайындар...
Һаран шатлыҡ,
Ғазап-ҡайғыларым
Йөрәгемә ятҡан уйылып.
Онота алырмынмы мин уларҙы
Үткәндә лә хатта ун йылым!
Тәүге көндәрендә Яңы йылдың
Һис тапмайым бер ни яңылыҡ:
Ике йылдың был ҡауышҡан төнө
Бүләк итә миңә яңғыҙлыҡ.
Һуңғы битен иҫке календарҙың
Күкрәгемә ҡыҫам ҡәҙерләп.
Йылды барлап, уның йылы көнөн
Тойоп торайымсы әҙерәк...
Фәнзил САНЪЯРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.