Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2022, 22:45

Балалы бисә (Хикәйә)

– Рәмис Хәмитович, һеҙҙе Аллаһы тәғәлә һынамаҡҡа матур, аҡыллы, тәрбиәле ҡыҙ менән бүләкләгән. Һеҙ уның ҡәҙерен белмәнегеҙ. Башҡаса бындай бәхетте ҡулға төшөрә алһағыҙ ярай ҙа ул. Икеле. Бөгөн ошонда ултырған йәш, матур, һөйкөмлө ҡыҙҙың аҡылына хайран ҡалдым. Ниндәй ата менән әсәнән шундай матур тәрбиә алды икән, тип уйландым, шул ата-менән әсәгә эстән рәхмәт әйттем. Ә һеҙҙе, Рима Рауиловна, оло йәштәге ханымды, ошо йәш кенә баланан өлгө алырға саҡырыр инем. Бөгөнгө тәртибегеҙ үҙегеҙҙең дә, ҡыҙҙарығыҙҙың да бер ниндәй рамкаға ла һыймай. Етмәһә, үҙегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа уҡытыусы. Ысын уҡытыусы бына һеҙҙең ҡаршыла ултыра. Иманым камил, ул үҙенең бәхетен барыбер табасаҡ.

Балалы бисә (Хикәйә)
Балалы бисә (Хикәйә)

(Дауамы.)

Иртәгеһенә эшкә барып, кабинетына инеү менән, артынса директор килеп инде.

– Асия Хәнифовна, һуңғы ваҡыттарҙа төҙөлөш эше менән мәктәптә һирәк булынды, атайығыҙ мәрхүм булып ҡалған икән, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Нисек йөрөп килдегеҙ? Юлдар арытҡандыр инде. Аңлайым, ауыр ҡайғы. Әммә бирешмәгеҙ, ял кәрәк булһа, дәрестәрегеҙҙе алмаштырайыҡ, бөгөнгә ял итегеҙ, – тиһә лә Асия ризалашманы.

Ҡара көҙ ҡышҡа алышынды. Ноябрҙең һуңғы аҙналары ерҙе тоташтан ап-аҡ юрғанға күмде. Тирә-яҡ аҡҡа сорналды. Тәбиғәттең ағы бер аҙ күңелгә лә аҡлыҡ, күтәренкелек өҫтәне. Көндә яуған аҡ ҡар донъяны нурға күмде. Көрт тәрәнәйҙе. Декабрь сасҡау һыуыҡтар менән тыуҙы. Аҙнаға яҡын ҡоро сасҡау һыуыҡ торҙо ла тағы көн болотҡа тартты. Бер аҙ йылытып ебәрҙе. Яңы йылға ла күп ҡалманы.

Асия әсәһенең хәлен белешеп хатты йыш яҙа. Хатында мөмкин тиклем әсәһен йыуатырға тырыша. Әлдә апайҙары бар, алмашлап әсәләренә хәл белергә киләләр. Асия алыҫ булыу сәбәпле, ҡышҡы каникулды көтөп, көндәрен һанай.

Ҡыштың үтә ҡыҫҡа көндәре, таң ата ла кис була. Мәктәптә лә Яңы йылға әҙерлек башланды. Иртән мәктәпкә килгән Асия ҡайһы ваҡыт күҙ бәйләнгәс кенә ҡайтырға сыға. Класы менән сценарий әҙерләй Яңы йыл кисәһенә. Бөгөн дә әллә нисә тапҡыр репетиция үткәреп, уҡыусыларҙы оҙатып, ҡайтырға торғанда кабинетҡа Рәмис Хәмитович килеп инде. Атаһына барып ҡайтҡандан һуң бик осрашыу форсаты булманы икәү арала. Ул спортзал төҙөтөү эшенә бәйләнеп китте. Унда-бында йөрөнө. Ул арала Асияның атаһы мәрхүм булып, мәшәҡәтле осор тыуып китте. Элекке һымаҡ директорҙан ҡасып-боҫмаһа ла осрашҡанда һаулыҡ биреү менән генә сикләнде ҡыҙ. Атаһының ҡайғыһы менән Рәмис менән булған ваҡиғаны онотоп та бөткәйне. Әле бына ҡапыл килеп ингәс, һораулы ҡарашын директорға төбәне.

– Асия, үҙең минең менән кәңәшләш тигәйнең, шуға кәңәшкә индем, иртәгә филармония концерт менән районға килә, билет алһам, барырһыңмы? – тип янына килеп баҫты. – Кире ҡаҡма инде был юлы, барайыҡ әйҙә. Әбейеңә бөгөн әйтеп ҡуйырһың, әгәр ҡыйынһынһаң, үҙем һорап алып китәм, –  тип Асияның ҡулдарынан тотоп алды, күҙҙәренә текләне. Ҡыҙ бер аҙ уйланып торғас:
– Ярай, һөйләшеп ҡарармын, былай ҙа ҡайтырға йыйынғайным? – тип cумкаһын алып ишеккә ыңғайланы.

– Әйҙә? оҙатып ҡуяйым үҙеңде, тышта ҡараңғы бит, –  тип артынан эйәрә башлағайны ла, Асия:

– Үҙем ҡайтам, кәрәкһә, башҡа ваҡыт оҙатырһығыҙ, – тип ишекте асты.
– Ярай , улайһа хәйерле кис, иртәгәгә тиклем, – тип ишеккә тиклем оҙатып килде лә кире боролоп, кабинетына ыңғайланы директор. Рәмистең ҡыҙҙы ҡармаҡлауын коллективта һиҙҙеләр. Ауылда ла йүкә телефон шәп эшләй. Кем нимә уйлағандыр, береһе лә тышҡа сығарманы. Фатима әбей генә икенсе тапҡыр райүҙәккә концертҡа барып ҡайтҡас, ҡыҙҙың күңелен ҡалдырмайым тинеме:
–  Ҡороҡ һалды шикелле, балам, һиңә директорың, бер ҙә юҡҡа ураған һайын концертҡа, тамашаға саҡырмайҙыр. Үҙең ҡара, мин әйтеремде әйттем. Егет алам тигәнен ала ул, бына ҡыҙҙар ғына барам тигәненә баралмай, егет алмаһа. Әйткән ти бит бер ҡыҙ, минең дә генералға барғым килә ине, алманы тип. Матур йөрө, әсәйең әле атайың ҡайғыһынан арына алмай, берүк алданып ҡуйма. Был егетте күп ҡыҙҙар менән йөрөп йышылған тип ишеттерҙеләр әле миңә, һаҡ бул, – тип ҡыҙҙы иҫкәртте.

Тама-тама тамсы ташты ла тишә, тейҙәр. Рәмис тә иғтибары менән Асияның күңеленә үтеп инде. Ҡыҙ әкренләп егеткә ылыға башланы. Саҡырған еренә барҙы. Алып килгән күстәнәс-бүләктәрен дә ҡабул итте. Еңеүгә ирешкән егет йәнтәслим һөйөүен иҫбат итергә тырышты. Инде хәҙер улар араһындағы мөнәсәбәт ауыл халҡы өсөн дә яңылыҡ түгел.

Дилбегәне ҡыҫҡа тоторға уйланы директор. Ҡышҡы каникулдан килгәс, Асияға тәҡдим яһаны. Ҡыҙ шунда уҡ ризалыҡ бирмәне.

– Беҙ әле бер-беребеҙҙе белеп бөтмәнек, ашыҡмайыҡ, әсәйем дә ҡайғыһынан арынып етмәгән, – тип ипле генә аңлатты ҡыҙ егетенә.
Көндәр яҙға тартылды. Арыуыҡ көн оҙайҙы. Ҡояш та әкренләп юғарыға үрмәләй. Күңелдәрҙе март еҫе ҡытыҡлай. Ҡыйыҡтарҙан тамсы тама. Иртәле-кисле һыуыта.

Фатима әбей баштараҡ ҡул ҡуймайыраҡ маташһа ла, Асия менән Рәмистең дуҫлығына тора-бара күнде.

– Кем белә, бәлки, атаһына оҡшаһа, арыуҙыр. Ни тиһәң дә, килеп һорап алып китә, әйткән сәғәтенә алып килеп ҡуя. Уҡыған, төҫө-башы бар. Ер аяғы ер башынан килгән берәүҙең бер аяулы балаһын ҡаҡмаһа була, – тип уйланы.

Көн артынан көн үтте. Асия ауылға ла, коллективына ла буйтым өйрәнде. Ауыл йәштәре менән танышты. Клубта төрлө кисәләр, концерт ойоштороуға ярҙам итте. Ата-әсәләр менән дә әүҙем эш алып барҙы. Алыҫтан килгән ҡыҙ үҙенең матур холҡо, таланты, эше менән коллегалары араһында ихтирам яуланы. Ауыл халҡы, ата-әсәләр ҙә яратып өлгөрҙө. Бик күп егеттәрҙең йөрәге янды ҡыҙ өсөн. Әммә береһе лә Рәмис һымаҡ әрһеҙлек күрһәтмәне. Ауыл йәштәре менән аралаша башлағас, үтә ныҡ әрһеҙләште егет. Асияның клубта икәнен белһә, клубҡа килеп етә һала. Әллә ауыл егеттәре һалдырып алыр тинеме, артынан бер тотам ҡалманы.

Оҙон ҡыш үтеп, ниһайәт, ер өҫтөнә тулыһынса яҙ хужа булып алды. Көндәр йылытыу менән бөтә тереклек үҙгәреш кисерҙе. Ҡояштың йылы нурҙары күңелдәрҙе иркәләне. Ҡарҙан яңы әрселеп кибергә өлгөргән урындарҙа күгүлән морон төрттө. Яҙ һулышы бөтә ергә батшалыҡ итә. Ағастарҙа бөрөләр тиртә. Бына-бына тәбиғәт йәшел төҫкә сорналырға тора. Йөрәк елкенә. Хистәр таша. Бер көндө Асия дәрестән ҡайтып, ашағас, иҙәндәрҙе йыуып алды. Өйгә һыу ташыны ла ял итеп ҡайтыу ниәтенән ҡаршылағы тауға йүнәлде. Илаһи хозурлыҡты яҡындан күҙәтергә, күңеленә һеңдереп ҡалырға уйланы. Һуңғы арала әсәһенең хаты ла оҙаҡланы. Ҡышҡы каникулдан һуң ҡайта ла алғаны юҡ. Яҙғы каникулда әсәһе, бысраҡ, һыу-күл ваҡытында ыҙалап йөрөмә, тип яҙғас, ҡайтмағайны. Һағынды, өҙөлөп һағынды. Хат менән генә һағышты баҫырлыҡ түгел. Хайран ҡалды ҡыҙ яңы терелеп килгән тәбиғәткә. Ул һауаның сафлығы! Бына ҡайҙа йәшеренгән йән тыныслығы! Күк йөҙө төпһөҙ зәңгәрлектә. Бейектә, бик бейектә йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштар сылбыры күренә. Тау башын, асыҡ урындарҙы йәшел үлән ҡаплап өлгөргән. Асыҡ, тигеҙ урындарҙа һары умырзаялар сәләм бирә. Ағастарҙа бөрөләр асылған. Бына-бына улар өҫтәренә йәшел күлмәк кейергә тора.

– Беҙҙең Олотауҙа ла ошо хозурлыҡтыр инде, – тип ирекһеҙҙән тыуған яғын иҫкә төшөрҙө ҡыҙ. Бала саҡтарында атаһы мәрхүм арбаһына тейәп алыр ине урамдағы ҡырыуар баланы. Ҡайын һыуына, еләккә йә муйылға алып китер ине. Бер ҙә генә эшем бар, ҡаҡшатмағыҙ, тип әйтә белмәне. Әле былтыр ғына ла, әсәһен, апайҙарын алып еләккә йөрөттө ат егеп. Эй, иҫләргә генә ҡалды. Уҡыуҙан көтөп алған Асияһын эштән көтөп алырға насип булманы ҡәҙерлеһенә. Эшләп аҡса ала башлаһам, атайымды баштан-аяҡ кейендерермен тигән уйы ла хыялда тороп ҡалды.

– Асия, бына һин ҡайҙа икәнһең, тәки таптым, – тигән тауышҡа тертләп артына ҡараһа, Рәмис тора. – Барыбер эҙләп таптым. Ни эшләп миңә лә әйтмәнең, бергә менер инек. Әле әбейеңдән һорап белдем, – тип ҡыҙҙы ҡосағына алды. – Бәй, әллә илаған инде? Ниңә, берәйһе йәберләнеме әллә? – тип ҡыҙҙың күҙ йәштәрен һөрттө, етәкләп алды һөйгәнен.

– Рәмис, атайымды һағындым, ҡосағында иркәләнеп, арҡамдан һөйҙөргөм килә, – тип егеттең күкрәгенә башын һалып шым ғына иларға кереште Асия. Оҙаҡ торҙолар улар шулай. Ҡыҙҙы тынысланғансы тотто ҡосағында егет. Иркәләне, наҙланы, һағышын баҫырға тырышты. Әҙерләнеп килгән тау башына Рәмис. Юлдың теге ситендә ултыртҡан машинанан алып килеп түшәк йәйҙе. Матур ғына ашъяулыҡ түшәп, вино ултыртты, сок менән ҡиммәтле шоколад ҡуйҙы. Студент саҡта туған көндәрҙә ҡыҙҙар менән Асияның вино тәмләгәне бар ине. Күңелендә тыуған һағыштарҙы баҫыр өсөнмө, Рәмистең һыйынан баш тарта алманы. Тәҡдим иткән бер рюмканы ялындырмай эсеп ултыртты. Бер аҙҙан күңеле күтәрелгәндәй булды. Рәмистең теле-телгә йоҡмай, матур һүҙҙәре яуҙыра. Хатта Асияны ҡарата алыу шатлығын да йәшермәне. Икенсе рюмканан һуң башы әйләнеүен тойған ҡыҙ, егет нисек кенә ҡыҫтаһа ла, рюмканы башҡаса тотманы. Рәмис иркәләне ҡыҙҙы. Сәстәренән һыйпаны, маңлайына төшкән сәстәрен йыйҙы. Татлы ирендәрҙән оҙаҡ-оҙаҡ һурып үпте. Шул арауыҡта етеҙ ҡулдар тығыҙ түштәрҙе лә ҡапшаны. Ҡыҙҙың леп-леп типкән йөрәк тибешен тойоп кинәнде. Ни ғәжәп, вино тәҫьир иттеме, башҡа ваҡытта егеткә артығын рөхсәт итмәгән ҡыҙ ҡаршылашманы. Был уғата ярһытты егетте. Уның һайын шашып үпте ҡыҙҙың муйындарын, түштәрен һәрмәне. Ҡыҙҙы наҙы, эҫе тыны менән илертеп түшәккә йыҡты. Шул саҡ аңына килдеме, Асия, тыпырсынып:
– Рәмис, ярамай, теймә миңә, үтенеп һорайым, – тип ҡалҡына башланы. Тик көслө ҡулдар уны ысҡындырырға теләмәне. Һүҙ әйтергә ирек бирмәй ирендәрен бер туҡтауһыҙ һурып үпте. Шул арала етеҙ ҡулдар аҫҡа йүгерҙе, һыйпаны, салбар төймәләрен эҙләне. Ҡыҙҙың тыпырсынып илауы ла егетте туҡтатманы. Ҡыҙҙың түштәрен асып ҡомһоҙланып үбә башланы. Уларҙы болотҡа олғашҡан, япа-яңғыҙ ҡайындар араһында дәһәйеп ултырған ҡарағай күҙен йоммай күҙәтте.

Егеттең минеке буласаҡһың тигән теләге бөгөн көслөк менән тигәндәй тормошҡа ашты. Рәмис күҙ бәйләнеп, ҡараңғы төшкәндә ҡыҙҙың сафлығын алып бәхеттең етенсе ҡатында йөҙһә, Асия нимә булғанын төшөнә алмай, ултырған килеш оҙаҡ иланы.

– Нимә эшләттең мине, Рәмис, әсәйемдең күҙенә нисек ҡарармын, һин бит мине мәсхәрәләнең, аңлайһыңмы шуны, – тип буҫығып, тыйыла алманы. Көскә-көскә йыуатып, Фатима әбейҙең ҡапҡаһына килеп туҡтағанда, донъя ҡараңғылыҡҡа сумғайны.

Һуңғы арала һурышып, ябығып киткән Асияға Фатима әбей аптырай төштө. Элек ул-был хәбәре булһа һөйләй ине. Хәҙер хәбәр ҙә һөйләмәй, һорағанға ғына яуап бирә. Уныһында ла эйе, йә юҡтан уҙмай. Бешергән ашты ла айырмай ашай торғайны, ашауының да рәте китте. Дәрестән ҡайтһа ла хәҙер бүлмәһенән сыҡмай, башы ауыртыуға һылтанып ята ла ҡуя. Башына килгән уйҙан үҙе ҡурҡып китте Фатима әбей. Шулай ҙа әбейҙең һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡты. Ай үтеүгә Асия үҙенең ауырға ҡалғанын белде. Ни ғәләмәт, һуңғы арала ураған һайын кабинетҡа инеп йөрөгән Рәмис һирәкләй башланы. Донъя алмаш тигәндәй, ҡыҙ хәҙер үҙе ҡарауыллай егетте. Бер көндө дәрестәр бөткәс, бөтә ҡыйыулығын йыйып, үҙенең ауырлы икәнен әйтергә директор кабинетына инде. Быны көтмәгәндер инде егет, нимәлер яҙып ултырған еренән туҡтаны ла, ауыҙын йырып:

– Ни йомош , Асия Хәнифовна? Әйҙәгеҙ, үтегеҙ, әйтегеҙ йомошоғоҙҙо, беҙ бит ят кешеләр түгел, – тигән булып шат йылмайҙы. Асия иламаҫ өсөн, иренен тешләп:

– Рәмис Хәмитович, мин оҙаҡҡа түгел, йомошом да юҡ, бары тик үҙемдең ауырлы икәнемде һеҙгә әйтергә индем. Эйе, минең балам буласаҡ. Хәҙер мин һеҙгә кейәүгә сығырға ризамын.

Күҙе түбәһенә менгән Рәмис ауыҙы ла ҡыйшаймай:

– Ә ул минең баламы, һеҙ яңылышмайһығыҙмы? – тимәһенме. Күҙ йәшенә быуылып Асия:

–  Нисек оялмайһығыҙ, минең һеҙгә тиклем дә, һеҙҙән һуң да бер кемем дә булманы, –  тип аҙарына башлағайны, коллегалары ишетер тип ҡурҡтымы, әллә йәлләнеме, Асияны ҡосағына алды.

–  Ярай, шаярттым ғына бит, мин әллә ҡасандан өйләнергә әҙер. Ярай, илама, өйҙәгеләр менән кәңәшләшермен, өйләнешербеҙ. Тик әлегә был турала берәү ҙә белмәһен йәме, – тигәс ҡыҙ бер аҙ тынысланды.

Фатима әбей ҡыҙын аңлай алмай бер булды. Әллә атаһын һаман уйлап ҡайғырамы? Ҡайтмағанына ла арыу ғына булып китте, әллә шулай ныҡ һағындымы? Барыбер осона сыға алманы.

Йома көнө кис, тамаҡ ашап, әбей телевизор ҡарарға, Асия әсәһенә хат яҙырға ултырҙы. Тышта эт өрҙө. Унғанса булмай даһыр-доһор берәү өйгә килеп инде. Фатима әбей алғы өйгә сығып ҡараһа, ғүмере тупһаға аяҡ баҫмаған директорҙың әсәһе Рима тора. Аптырап китте Фатима әбей:
– Үтегеҙ, әйҙә, – тигән булды.

– Фатима апай, Асия тигән уҡытыусы ҡыҙҙы һиндә йәшәй тигәйнеләр. Шул ҡыҙ кәрәк ине миңә. Ҡайҙа ул, өйҙәме? – тигәс йөрәге жыу итеп ҡалды.

– Өйҙә, Асия балам, һиңә килгәндәр, сыҡ әле был яҡҡа, – тине лә үҙе төпкө бүлмәгә үтте. Асияны күреү менән Рима:

– Ә, һинме ни әле минең баламдың башын ашарға йөрөгән ҡыҙ. Бына нимә, йә минең баламды покойҙа ҡалдыраң, йә мин һине ҡыуҙырам үҙ илеңә. Нимә, үҙ илеңдә ир тапманыңмы? Бында килеп Рәмискә йәбешеп сығырға уйлаған икән берәү? Ҡуҡыш, һиңә эләкмәйәсәк, Рәмис, белдеңме? Бала менән ҡурҡытып тороп. Ул бала кемдекелер әле. Балалы бисә алырға минең улымдың башына тай типмәгән. Иларҙан алда түшәлеп ятмаҫ кәрәк ине, кем етте шуға. Хәҙер атай эҙләйеңме балаңа? Бынан ары минең улыма яҡынлайһы булма. Башың эшләй икән, кемгә йәбештерегә белә балаһын, – тип туҙынған ҡурҡыныс ҡатынға һүҙ әйтеү түгел, ҡарай ҙа алманы Асия. Ҡолап китмәҫ өсөн ултырғысҡа ултырып, башын баҫып өнһөҙ иланы ла иланы. Баштараҡ ни икәнен аңламаған Фатима әбей эштең айышына төшөнгәс тә төп яҡтан килеп сыҡты:

– Рима, һинең дә кем икәнлегеңде бик яҡшы беләбеҙ. Бынамын тигән Хәмиткә һине лә йәбешеп сыҡты тинеләр. Хәҙер әллә кем булып торһаң да. Яҡшы саҡта дуй бынан, хәҙер атыу һиңә лә управа табылыр, бынағайыш. Минең өйөмә килеп тороп, даулашып торорға һиңә кем рөхсәт бирҙе әле. Һинең малайыңдан башҡа берәү ҙә тапаманы минең тупһаны. Рәмисең килде көн аша, унда һорап, бында һорап. Оятһыҙ, битһеҙ, хәҙер әсәһен ебәреп ултыра. Иртән мин барам мәктәпкә даулашырға. Берәүҙең бер ғәзиз балаһын рәнйетеп, бәхетле булырмы икән балаң? – тип йән асыуы менән бер тынала дыуылдатып, борҡотоп сығарып ебәрҙе Риманы.

Рима сығып киткәс, күҙ йәштәренә быуылып илаған Асияны ҡосаҡланы ла үҙе лә илап ебәрҙе:

– Эй, балам, балам, әйткәйнем дә бит һиңә, ҡул да бирмәгәйнем, ни эшләп кенә тыңламаның? Ҡалайтаһың, хәҙер илауҙан файҙа юҡ. Күпмелек һуң? Рәмис нимә тине? Былай ҡалдырып булмаҫ. Мәктәп, ауыл белә һинең арттан бер тотам ҡалмай йөрөгәнен. Һуңғы арала бик килмәй ҙә башланы әле. Ахырлай ҙа кис тимәй, төш тимәй һине һорап килә лә етә торғайны. Ала, алмай ҡайҙа барһын. Алдыртабыҙ беҙ аны. Вәт эт нәмә, әсәһенең ышығында ҡасып ҡалырға уйлай. Үҙ балаһын танымаһа, танытырбыҙ. Партийный буғай әле Рәмис, партком Ғәли кейәү менән кәңәшләшербеҙ бик булмаһа, әсәһенең һүҙенә төшөп киреләнеп ҡараһын, ярай, илама, булыры булған бит , инде ни эшләмәк кәрәк? Ҡыҙ саҡта күҙ һуҡыр була шул, ҡалайтаһың, – тигәс тә Асия:

– Ғәфү ит, әбей, һине тыңламаным, яңылыштым, мин һеҙҙе үҙ әсәйемдәй күрәм. Рәхмәт, барыһы өсөн дә, – тип әбейен ҡосаҡлап алды.

Дауыл нисек башланһа, шулай тиҙ баҫылды, партком мәжбүр иттеме, әллә выжданмы, Рәмис Асияны мәктәп өйөнә, үҙе янына күсереп алды. Әсәһен, апайҙарын аптыратып, мин кейәүгә сыҡтым, тип хәбәр ебәрҙе. Мәктәп профкомы хәстәре менән улар хөрмәтенә табын ойошторолдо. Коллегалары матур теләктәр, ҡотлауҙар еткерҙе, бүләкләнеләр. Тәүҙә һәүетемсә генә барҙы тормош. Эш артынан эш, көн артынан көн үтте. Рәмис менән йәшәй башлағандың тәүге аҙнаһында иренең атаһы килде танышырға. Әсәһе кешеләрҙән балалы бисәне өйөмә индермәйем, тип хәбәр генә ебәрҙе. Ҡаратамаҡҡа ла яңғыҙы ҡайтты Рәмис. Әсәһе шулай яңғыҙ ҡайтырға ҡушҡанмы, әллә индермәйем тигәнен улына ла әйткәнме, барайыҡ әйҙә, тип ауыҙ асманы. Үҙе яңғыҙ йөрөһә лә, Асияның әбейенә барғанын яратманы. Хатта йәйге отпускыға ла ҡайтарманы. Асияны күрергә апайҙары ғына килеп ҡайтты. Улар килеүгә, Асия тумалаҡланып эсе беленә башлағайны.

Йәшәүҙәренә өс ай тигәндә беренсе тапҡыр, Рәмис ике туған ҡустыһынан ҡыҙғанып, йөклө Асияға ҡул күтәрҙе. Ҡустыһы Дамир, ағаһының өйләнгәнен ишетеп, хәл белергә килгәйне. Рәмис районға киткән. Күстәнәс тотоп, мин ҡустыһы тип торған кешене сығарып ебәреп булмай, тип уйлап Асия сәй ҡуйҙы, барынса матур итеп өҫтәл әҙерләне. Ире оҙаҡлағас, ҡунаҡты сәй эсергә саҡырҙы. Бына шулай ҡара ҡаршы ултырып сәй эсеү Рәмистең һарыуын ҡайнатҡан икән. Ҡустыһы сығып киткәс, мин юҡта тағы нимә эшләнегеҙ, тип бисәһенең башына һуҡты. Башҡа эләккән йоҙроҡтоң күге күҙенә төшөп оҙаҡ йөрөнө. Бер кемгә лә белгертмәне. Ни тиһәң дә директор, йә авторитеты юғалыр, – тип уйланы Асия.

Иң ҡыйыны декретта ултырыу булғандыр. Өйҙә бер үҙе ялҡты. Әбейенә барыр ине, рөхсәт юҡ. Әллә әсәйемдәргә ҡайтып киләйемме тигәнсә:

– Әсәйеңә ҡайтҡың килгәс, ниңә кейәүгә сыҡтың. Сыҡмаҫ кәрәк ине. Һағыналар икән үҙҙәре килеп күрһен. Ҡайтаһың икән, килмәйһең, – тип биреләнде. Өйҙә атай-әсәйҙе һөйләү ҙә тыйылды. Хаттар йәшерен яҙыла хәҙер. Бер туҡтауһыҙ хат яҙаң, мине яҙаңмы, тип бәйләнә. Үҙенең туғандарынан ярай атаһы килеп китә. Атаһының килгәненә һөйләнмәй. Йәшәй-йәшәй Асия, кеше шул тиклем дә ике йөҙлө буламы икән, тип аптырай. Һуң, ул бит мәктәпкә инһә, бөтөнләй икенсе кеше. Бөтәһенә итәғәтле, иғтибарлы. Бына өйгә килеп күрһендәр ине уны. Бешергән ашың уға ашлыһыу, йыуған керең буҙарған. Ирекһеҙҙән әсәһенең һәр ризығына рәхмәт яуҙырған атаһы иҫкә төшөп, илап алып китә Асия. Яратмағас, ниңә яратам тип алды икән, үҙен алдап, мине бәхетһеҙ итеп. Бер көн Фатима әбейҙең әхирәте килеп инде, әмәлгә ҡалғандай районға сығып киткән ине Рәмис.

– Балам, хәлең нисек, Фатима борсола. Көнө етәлер инде, ти. Үҙе лә килмәй. Хатта һағындым, ти бит. Барып хәлен белһәң ни була?

– Рәхмәт, Тайба инәй. Бара алмайым, Рәмис өйҙән сыҡҡанды яратмай. Тауыш ҡуптарып ҡына тора. Бына хәҙер һеҙҙең ингәнде күрһә лә енләнәсәк.

– Улай булғас туҡмайҙыр ҙа әле. Ҡороғор, алманың аҫылын ҡорт ашай. Үҙенә теймәҫте алып, ҡалай ул. Әсәһенең һүҙен һөйләй инде. Йәшәтмәйем мин, балалы бисәнән айыртам, ҡыҙҙан алып бирәм, тип дулай ти бит һаман. Әйтерһең, үҙе әллә кем, Хәмиттең өҫтөнән күпме йөрөнө, уны ни Ҡаратамаҡтар бөтәһе лә белә. Аҡыллы иргә тап булып, кеше булып йөрөгәнен белмәй, йә, ярай, ҡуй ҡайтайым. Күреп ҡалмаһын, – тип ултырманы ла, әйләнеп сығып китте Тайба әбей.

Көнө етә башлаған һайын борсолдо Асия. Күршеләренә лә инергә рөхсәт бирмәгән ир ҡайһы ваҡыт ҡунырға ла ҡайтмай ҡала. Ҡайҙа ҡундың, тигәнгә, Ҡаратмаҡта, ти. Йәне булған кеше япа-яңғыҙ көнө еткән бисәһен ташлап, ата-әсәһенең өйөндә йоҡлап ятамы?

Асияның атаһы менән әсәһе беренән-бере айырылып тамаҡҡа ла ултырманы. Әсәһенең генә яһаған сәйен эсте, әсәһенең икмәген генә маҡтап ашаны, ашап-эскән һайын рәхмәттәрен яуҙырҙы. Матур, татыу, берҙәм ғаиләлә үҫкәс, минең дә ирем атайым кеүек буласаҡ, ти торғайны. Юҡ шул, кешеләр араһында төрлөләре була икән. Инде нисә ай яңғыҙлыҡтан интегә йәш ҡатын. Берәү инмәй, берәү сыҡмай. Инһә-сыҡһа, оло тауыш. Ауырып китһәм, өйҙә булмай ҡуйһа, ҡалайтырмын, тип ҡурҡа Асия көндәре һанаулы ҡалғас. Артыҡ мыжып та булмай, ҡысҡырырға тотона, килеп һуғып ебәрмәҫ тимә. Эскән сағы булһа, ҡарап та тормай һуғасаҡ. Шуға күп ваҡыт Асия теш ҡыҫып түҙергә тырыша. Һуңғы арала ҡыҙмаса ҡайтыуҙар йышайҙы. Ҡана ла һуң һеңдереп кенә, өндәшмәй ҡуйһа. Ул-былдан сәбәп табып тауыш сығарырға ғына тора. Баштараҡ ҡаршы әйткеләгән булды Асия. Хәҙер нимә тиһә лә, үҙе хәлем үҙемә саҡ, ти ҙә өндәшмәүҙе хуп күрә. Унда ла бит телеңде йоттоңмо, тип ҡабара. Әкренләп кеше күнә икән көндәлек тормошона. Баштараҡ төрлөсә сағыштырып, төрлөсә ярарға тырышҡан Асия һуңғы ваҡытта тормошон нисек бар, шулай ҡабул итә башланы. Күберәк ишетмәмешкә һалышты. Бәлки, бала тыуғас, яҡшы яҡҡа үҙгәрмәҫ микән тигән өмөт тотто уны.

Бер көн Рәмис районға китеп һала көн юғалды. Спортзал төҙөүселәр әллә нисә өйгә килделәр һорап. Ҡайтманы ла ҡайтманы. Инде лә ҡайтманы микән, тип һорарға килгән эшсе, өйҙән сығып барғанда, Рәмискә тап булды. Мәктәпкә барып документацияларына печать ҡуйып ҡайтҡас, һорау алыу башланды. Баштараҡ Асия йылмайып, мине нимә итһен ул, һине һорайҙар, тине ипле генә. Уның шулай йылмайып, ипле һөйләшеүе сығарынан-сығарҙы ирҙе. Ҡолата һуҡты Асияны. Ҡоторған ир бисәһе ҡолағас та туҡтап ҡалманы, йән асыуына типкесләй башланы.

– Баланы үлтерәһең бит, баланы үлтерәһең, теймә, Рәмис, типмә инде, – тип ялбарып ҡысҡырҙы. Бисәһе ҡысҡырған һайын ботинкаһы менән типкесләне. Унан ҡалһа сәсенән һөйрәне. Башы, ҡулы бәрелде. Танауҙан-ауыҙҙан ҡан китте, ауыҙ йыртылды. Асия нисек кенә булһа ла арҡаһын ҡуйып балаһын һаҡларға тырышты, меҫкен, бисара.

– Нимә, мин алғас та , минең бала тейеңме әллә? Беләм мин һинең кем менән уйнаш иткәнеңде. Үҙ яғыңда кем буш ҡалған тейһең? Эйе, директор бисәһе булып рәхәт йәшәргә уйлағайныңмы? Бирермен мин һиңә рәхәт тормош, – тип һамаҡланы типкән һайын. Ҡапыл ишек асылды. Хоҙай тәғәлә араланы. Хәл белергә тип килеп ингән атаһы Рәмискә килеп йәбеште.

– Күҙе-башы шеш, ҡанға туҙған Асияны, машинаһына тейәп, ҡайныһы больницаға алып китте. Дежур врач шунда уҡ операцияға әҙерләргә ҡушты. Ни тиклем генә тырышмаһындар, баланы алып ҡала алманылар. Ударҙан эскә ҡан һауып, бала тонсоҡҡан. Асия өс көн реанимациянан сығалманы. Аңына килеп балаһын һораны. Балаһының үлемен ишеткәс, тағы аңын юғалтты. Килгәндән ҡабул иткән врач аҙна буйы янынан китмәне тиһәң дә була. Тик врачтың тырышлығы менән күҙен асты. Бына-бына тыуырға торған нарасайын һаҡлай алмағанға йәне әсене. Үҙен ғәйепләне. Үҙе, үҙе ғәйепле лә баһа, ни эшләп әсәһенә генә ҡайтып китмәҫкә? Тиран икәнен белде лә баһа иренең. Үҙенең туҡмалғанына түгел, тыуырға ла өлгөрмәгән балаһының туҡмалып үлеүенән йөрәгенә ҡан һауҙы. Асия арыуланғас та обходҡа ингән врач:
– Протокол төҙөнөк, енәйәти эш ҡуҙғаттыҡ, һәр кем ҡылған ҡылығы өсөн яуап бирергә тейеш, һеҙҙең имза кәрәк, – тип ҡағыҙ һонғас:

– Ултыртасаҡтармы? – тип һораны.

– Уныһын әйтеүе ауыр, беҙҙең эш түгел, һеҙ нимә, ултыртыуҙы талап итәһегеҙме? – тип һораны.

– Юҡ, ултыртмаһындар, мин барыбер уға ҡайтмаясаҡмын, хәҙер уның менән бүлешер бер нәмәм дә юҡ. Ул ныҡ ҡурҡыныс кеше, үс алырға ярата. Төрмәгә ултырһа, әсәһенән, туғандарынан миңә покой булмаясаҡ. Шунан ҡурҡам. Туғандары ҙур урында эшләй, барыбер уны алып ҡаласаҡтар.

– Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ, Асия, ҡәҙерле балағыҙҙы юғалттығыҙ шул тиран арҡаһында, үҙегеҙҙе саҡ алып ҡалдыҡ, нимә, шул кеше хәҙер яуапһыҙ ҡалырға тейешме, юҡ, уға яза тейеш. Ниндәй яза, уныһы беҙҙең эш түгел, – тип текләп торғас, ахырҙа имзаһын ҡуйҙы.

Больницала арыуыҡ ҡына ятырға тура килде Асияға. Кеше танығыһыҙ ҡыҙ тора-бара үҙ асылына ҡайтты. Сәсен йыуып, тәрбиәләне. Фатима әбей ике тапҡыр аш бешереп ебәрҙе кейәүенән. Районға килгән коллегалары инеп хәл белде. Хатта уҡыусыларына тиклем килде хәл белергә. Һорағандарына яуап бирҙе, ҡыҙыҡһынмағандарға бер нәмә лә һөйләмәне, һөйләргә теләге лә булманы. Ундай хәлде тоҡҡа тыҡһаң да тишеп сығыры билдәле. Рәмистең атаһы көн һайын килде хәл белергә. Баланы ла алып ҡайтты ерләргә. Баштараҡ Асияны күреү менән илай ҙа ҡуя ине. Реанимацияла ятҡанда ике тапҡыр Рәмис үҙе лә килгән. Врач ныҡ һөйләшкәнме, шөрләнеме, әллә Асияның үҙен ғәфү итмәҫен белдеме, башҡаса килмәне.

Баштараҡ балаһы минут һайын иҫенә төшөп үҙәге өҙөлдө. Тора-бара әкренләп тынысланды. Врач Таһир Азатович обходҡа ингән һайын:
– Бик бөтөрөнмәгеҙ, әле йәшһегеҙ, балағыҙ буласаҡ, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ, – тип йыуатты. Асия бүлмәләштәренән Таһир Азатовичтың утыҙ йәштә булып, әле булһа өйләнмәүе, шәп белгес, күп ҡатындарҙың ихтирамлы врачы булыуы тураһында информация алды. Эйе, шулайҙыр, медсестра Асияға операциянан һуң күҙен асҡас та:

– Балаҡайым, күҙеңде асмай хәлең юҡ, Таһир Азатович өс көн буйы тик һинең янда йоҡламаны ғына, – тип ҡыуанғайны.

Бөгөн обходҡа ингәс, врач Асияға ҡарап:

– Иртәгә һеҙҙе сығарабыҙ, обходтан һуң минең янға инерһегеҙ, больничный тултырыр кәрәк, – тип яғымлы ғына өндәште. Уртаса буйлы, ҡарамаҡҡа һөйкөмлө генә, аҙ һүҙле врачтан ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлә. Ауырыуҙарға айырыусы иғтибарлы.

Больничныйын алырға ингәс:

– Асия, шул тиклем йыраҡтан был яҡтарға эшкә килгәнһегеҙ. Үҙегеҙҙең яҡта эш юҡ инеме ни? Бигерәк йыраҡ. Ата-әсәйһеҙ, туғандарһыҙ, ҡыйындыр бит. Тағы етмәһә, яҙмышығыҙҙы шундай кеше менән бәйләгәнһегеҙ.

– Мине ВУЗ йүнәлтмә менән ебәрҙе. Яҙмыштыр инде. Күрәсәгең булһа, күркә тапап үлтерә, тигәне шул минең хаҡталыр инде. Инде күҙҙе асып ҡарарға һабаҡ булыр.

– Хәҙер кемгә ҡайтағыҙ, һуң унда?Әле генә йыраҡ юлға сыҡмағыҙ инде, нығынмайынса, берүк һаҡлағыҙ үҙегеҙҙе. Мин үҙем генә беләм һеҙҙең ғүмерегеҙ өсөн нисек көрәшергә тура килгәнде. Тиран менән һеҙгә тағы судта осрашырға тура киләсәк. Сабырлыҡ теләйем һеҙгә. Хәҙер беҙҙең скорый машинаһы һеҙҙең яҡҡа сыға. Шуға ултырып төшөп ҡалырһығыҙ, йәме, – тип йылы ғына хушлашты.

Асия тура Фатима әбейгә ҡайтты. Ун биш көндән Асияны судҡа саҡырҙылар. Судҡа шаһит булараҡ ҡатнашҡан Таһир Азатович машинаһы менән үҙе килеп алды ҡыҙҙы. Судҡа Рәмис ике апаһы, бер погонлы еҙнәһе, әсәһе менән килгән ине. Әле ҡасан ғына тиран ир бахырға әйләнгән. Элекке ут күҙҙәр һүнгән, күтәрелеп ҡарарға ла эшкинмәй, ҡарашын йәшерә, күберәген аҫҡа ҡарай, үҙен тынысһыҙ тота. Асия суд һорауына ғына яуап бирҙе, бер туҡтауһыҙ ажғырып-екергән Рәмистең әсәһенә иғтибар итмәне, апайҙарының мыҫҡыл итеүе ла яуапһыҙ ҡалды. Үҙен тәрбиәле, сабыр, тотто. Йөрәге ҡушҡанса, аҡыл менән эш итте. Рәмистең суд буйы башы күтәрелмәне, суд һорауына ла көсәнеп яуап бирҙе. Әсәһенең бер туҡтауһыҙ ҡысҡырыуына судъя штраф һалды. Бер апаһын Асияға һүгенеп ҡысҡырған өсөн судья суд залынан сығарып ебәрҙе. Уҡымышлы, вазифалы кешеләрҙең дә балаларының тәрбиәһеҙлегенә иҫе китте ҡыҙҙың. Үҙенең ябай ғына, эшсе ғаиләһендә тыуып үҫкәненә мең шөкөрҙәр ҡылды. Судта Таһир Азатович та шаһит булараҡ һөйләне. Ниндәй хәлдә ҡабул итеүе, күпме дауалауы тураһында бәйән итте. Тиран үҙ язаһын алырға тейеш, тип тамамланы ул һүҙен.

Һуңғы һүҙ Асияға бирелде:

– Мин ниндәйҙер айырым яза һорамайым. Закон буйынса ниндәй яза тейеш, үҙегеҙ ҡарағыҙ. Әлбиттә, бына-бына яҡты донъяға тыуырға торған баламды туҡмап үлтерҙе, быны минең йөрәгем дә, аҡылым да ғәфү итмәйәсәк. Хөкөм ҡарарын һеҙгә тапшырам. Судья ҡатын, хөкөм ҡарарын тотоп сыҡҡас, һүҙ башланы:

– Рәмис Хәмитович, һеҙҙе Аллаһы тәғәлә һынамаҡҡа матур, аҡыллы, тәрбиәле ҡыҙ менән бүләкләгән. Һеҙ уның ҡәҙерен белмәнегеҙ. Башҡаса бындай бәхетте ҡулға төшөрә алһағыҙ ярай ҙа ул. Икеле. Бөгөн ошонда ултырған йәш, матур, һөйкөмлө ҡыҙҙың аҡылына хайран ҡалдым. Ниндәй ата менән әсәнән шундай матур тәрбиә алды икән, тип уйландым, шул ата-менән әсәгә эстән рәхмәт әйттем. Ә һеҙҙе, Рима Рауиловна, оло йәштәге ханымды, ошо йәш кенә баланан өлгө алырға саҡырыр инем. Бөгөнгө тәртибегеҙ үҙегеҙҙең дә, ҡыҙҙарығыҙҙың да бер ниндәй рамкаға ла һыймай. Етмәһә, үҙегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа уҡытыусы. Ысын уҡытыусы бына һеҙҙең ҡаршыла ултыра. Иманым камил, ул үҙенең бәхетен барыбер табасаҡ.

Суд Рәмискә йөҙ мең штраф һәм ике йылға шартлы хөкөм итергә тигән ҡарар сығарҙы. Бер ниндәй язаһыҙ ҡалыр, тип ышанып килгәндәрме, суд бөтөү менән туғандары күмәкләшеп Асияға ябырылды. Тик Таһир Азатович уларға хут бирмәне, ҡыҙҙы етәкләп тигәндәй залдан алып сығып китте.

–  Ишетмә ундай кешеләрҙең һүҙҙәрен, дөрөҫөн әйткәндә, ултырырға тейеш ине ул тиран. Үҙ балаһын үлтергән кешене кеше тип тә атамаҫ инем. Закон йомшаҡ шул шундай бәндәләргә, – тип әсенде.

Судтан һуң күп тә тормай Рәмис Хәмитович эштән сығып ҡайҙалыр юғалды. Өфөгә киткән тинеләр. Мәктәптә директор эше Фирая Агзамовнаға йөкмәтелде. Үҙенең урынына завуч итеп Асияны тәғәйенләне. Ҡыҙ мәктәп эшен һағынып өлгөргән ине. Бер йылдай ҡулға-ҡул тотоношоп эшләнеләр Фирая Агзамовна менән. Коллектив татыу, көслө уҡытыусылар менән тупланған. Завуч булараҡ, районға, семинарға йыш йөрөнө Асия. Таһир Азатович менән икәү аралағы дуҫлыҡ әкренләп мөхәббәткә әйләнде. Быйыл өс йыл тула, шуны тултырам да үҙебеҙгә ҡайтам, тип йөрөгән Асия икенсегә бәхетен һынап ҡарарға булды. Йәйгелеккә отпускыға Таһир менән ҡайтты тыуған яғына. Әсәһе, апайҙары яҡын булғанғамы, бик үк ҡаршы булманы, фатихаһын бирҙе. Көҙгөлөккә Таһирҙың ата-әсәләре бик матур туй үткәрҙеләр. Асияның туғандары ла килде. Йәштәргә больницанан квартира бирҙеләр. Асия Юрғашты мәктәбенән райондың беренсе мәктәбенә күсеп эш башланы. Хәҙер инде ике ҡыҙ үҫтерәләр. Береһе балалар баҡсаһына йөрөй, икенсеһе өсөнсө класта уҡый. Йыл да машина менән берәр айға тыуған яғына алып ҡайта Таһиры. Әсәһе хәҙер бәләкәй апаһында йәшәй. Асия күсеп килгәне бирле мәктәптә әҙәбиәттән уҡыта. Юрғаштыға ла йөрөйҙәр Фатима әбейҙең хәлен белергә. Һуңғы йылдары ҡартайып китте әбей. Асияның ҡыҙҙарын ярата. Килеүҙәрен көтөп кенә тора. Таһиры хас та атаһы холоҡло. Тыныс, кешелекле, ҡыҙҙар өсөн дә, ҡатыны өсөн дә өҙөлөп тора. Эшендә абруйлы белгес. Ҙурҙан йорт төҙөп яталар. Быйыл көҙгә бөтөрөп инергә иҫәп тоталар. Бына бөгөн балалы бисәнән һалдырған Мәлгинә тиҙҙән уларҙың күршеһе буласаҡ.

Балалы бисә. Күпме хәтирәләргә ҡайтарҙы был ике һүҙ. Эйе, иҫкә төштө. Хәсрәте-ҡайғыһы ла, татлыһы-баллыһы ла. Был донъяла бөтә кешенең дә, шул иҫәптән балалы бисәнең дә, бәхетле булырға хаҡы бар.

 

Эльвира Юнысбаева.

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: