Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2022, 15:07

Абруйлы ғалим, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре

Филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүровҡа  – 85 йәш

Абруйлы ғалим, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре
Абруйлы ғалим, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре

Рәшит Закир улы Шәкүров 1937 йылдың 11 ғинуарында БАССР-ҙың Әлшәй районы Яңы Абдрахман (хәҙер Стәрлетамаҡ районына ҡарай) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Күрше Мораҙым ауылында (Ауырғазы ра­йоны) ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1952 – 1956 йылдарҙа Октябрьский нефть техникумында уҡый, техник-геолог белгесе дипломын ала. 1956 –1959 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡортостан радиоһында хәбәрсе булып эшләй. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ҡыҙыл диплом менән тамамлай.

Хеҙмәт юлын “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында дауам итә, унда 1969 йылға тиклем бүлек мөдире вазифаһын башҡара. Артабан 1969 – 1970 йылдарҙа – Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, 1970 – 1972 йылдарҙа  Мәскәүҙәге СССР Фәндәр академияһының Тел белеме институтында аспирантурала уҡый.  1974 йылда “Дим йылғаһы бассейнының топонимияһы” тигән темаға филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1972 – 1977 йылдарҙа – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, 1977 – 1978 йылдарҙа “Ағиҙел” журналы редакцияһында бүлек мөдире вазифаһын башҡара, 1978 – 1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында әҙәби консультант булып эшләй. 1984 йылдан алып 1996 йылға тиклем – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, 1998 йылда ул “Көньяҡ Урал һәм Урал алды башҡорт топонимияһын тарихи-стратиграфик һәм ареаль планда тикшереү” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән осорҙа, 1992 йылда, Рәшит Шә­күров институтта Башҡорт энциклопедия­һы бүлеген ойоштора, бының менән Баш­ҡортостан Республикаһында яңы фән тар­мағын башлап ебәрә. 1993 – 1995 йылдарҙа ошо бүлек нигеҙендә ойошторолған “Башҡортостан энциклопедияһы” Баш редакцияһының әҙәбиәт, фольклор, тел белеме бүлеге мөдире була. 1995 йылдан алып 1998 йылдың ғинуарына тиклем ул “Башҡортостан энцик­лопедияһы” ғилми нәш­риәтенең директоры, баш мөхәррире булып эшләй. 1996 йылда уның мөхәр­рирле­гендә Башҡортостан Республика­һында тәү башлап “Башҡортостан: Краткая энцик­лопедия” тигән фундаменталь хеҙмәт 50000 тираж менән рус телендә донъя күрә. 1997 йылда был энциклопедия,  Р. Шә­күров мөхәррирлегендә башҡорт теленә тәржемә ителеп, яңынан баҫтырыла.

1998 – 2012 йылдарҙа Рәшит Шәкүров М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафед­раһында профессор вазифаһында студенттарға белем бирә.

Филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Закир улы Шәкүровтың ғилми-педагогик, әҙәби-ижтимағи эшмәкәрлеге күп яҡлы. Башҡортостанда һәм төркиәттә уны топонимист, диалектолог, фольклорсы, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре тип беләбеҙ. 

Рәшит Закир улы Шәкүров  фәндә иң элек Көньяҡ Урал һәм Урал алды топонимияһын өйрәнеүсе ғалим булараҡ билдәле. Юғарыла әйтелеүенсә, ул профессор Н.А. Баскаков етәкселегендә 1974 йылда “Дим йылғаһы бассейнының топонимияһы” тигән темаға филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Диссертация өсөн материалдар Башҡортостандың Дим йылғаһы бассейнында урынлашҡан Федоровка, Стәрлебаш, Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй, Дәүләкән райондарына, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ, Матвеевка, Пономаревка райондарына ҡараған 72 ауыл һәм ҡасабала йыйыла, диссертант башҡорт, рус, татар, мордва, сыуаш  ауылдарында теркәлгән 4350 топоним менән эш итә. Рәшит Шәкүров топонимик легендаларҙы яҙып алыу барышында урындағы диалекталь үҙенсәлектәргә лә иғтибар бирә, уның һөҙөмтәһе булараҡ, һу­ңыраҡ башҡорт диалектологияһы бу­йынса байтаҡ ғилми-тикшеренеү эштәре башҡарыла.   Тупланған топонимик материал лексик-семантик һәм структур- һүҙьяһалыш күҙлектән тәрән анализлана. Рәшит Шәкүров башҡорт топонимияһында тәүгеләрҙән булып топо­нимдарҙың лексик-семантик классификацияһында ике ҙур төркөмдө айыра: тәбиғәттәге географик ысынбарлыҡты сағылдырыусы һәм халыҡтың матди һәм йәмғиәт тормошон белдереүсе атамалар. Әйтергә кәрәк, ул тәҡдим иткән ошо классификация артабан күп топонимистар тарафынан уңышлы ҡулланыла.

Экспедицияларҙа яҙып алынған материалдар нигеҙендә Рәшит Шәкүров “Ерҙең хәтер китабы” (1984 й.) тигән фәнни-художестволы очерктар һәм мәҡәләләр туплаған хеҙмәтен баҫтыра.

Ғалимдың кандидатлыҡ диссертация­һы “По следам географических названий: Топонимия бассейна реки Дёмы” (1986 й.) исеме аҫтында айырым китап булып нәшер ителә.

1983 йылда донъя күргән “Исемдәрҙә – ил тарихы: Тикшеренеүҙәр, мәҡәлә­ләр” исемле китабындағы тикшеренеүҙәр Башҡортостандың һәм киңерәк планда Көньяҡ Урал регионының географик атамалар донъяһын өйрәнеүгә арнала. Рәшит Шәкүров был осорҙа Башҡортостан топонимияһын фәнни күҙлектән өйрәнеүен дауам итә, экспедицияларға сыға, күп фактик материал туплай һәм артабан үҙенең ғилми-тикшеренеү эштәрен филология фәндәре докторы дәрәжәһенә ғилми доклад рәүешендә тәҡдим итә.  1998 йылда Рәшит Шәкүров “Көньяҡ Урал һәм Урал алды башҡорт топонимияһын тарихи-стратиграфик һәм ареаль планда тикшереү” тигән темаға ҙур уңыш менән докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Ғилми докладтан күренеүенсә,  1973 – 1998 йылдар дауамында алып барылған тикшеренеүҙәр йәмғеһе 40 баҫма табаҡты тәшкил иткән 3 китапта, 1 топонимик һүҙлектә, 28 ғилми мәҡәләлә апробация үткән.

Дөйөмләштереп әйткәндә, профессор Рәшит Шәкүров – башҡорт топонимияһын һәм Башҡортостандың топонимик системаһын өйрәнеүгә үҙенең тос өлөшөн индергән ғалимдарҙың береһе. Уның хеҙмәттәрендә башҡорт ономастикаһының төрлө тармаҡтары – топонимия, гидронимия, оронимия, этнонимия, антропонимия, космонимия һ.б. һорауҙар ҡарала. Башҡорт антропонимияһына бәйле мәҡәләһендә атай-әсәйҙең, шулай уҡ апай-ағайҙарҙың исеменә оҡшатып яһалған исемдәрҙе “йоғаш исемдәр” термины аҫтында тикшерергә тәҡдим итә.  Даими үткәрелгән “Волга буйы ономастикаһы” тип аталған конференцияның әүҙем ҡатнашыусыһы һәм ойоштороусыһы ла ул була. Рәшит Шә­күров – шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге”н (1980, 2002) төҙөүселәрҙең береһе.  

Рәшит Закир улы Шәкүров башҡорт ономастикаһы буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре барышында төрлө ер-һыу атамаларын, улар хаҡындағы легендаларҙы, хәтирәләрҙе яҙып алғанда урындағы халыҡтың һөйләү теле менән ҡыҙыҡһына, байтаҡ фактик материал туплай.

Профессор оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Башҡорт диалектологияһы” курсын уҡыта. Юғары уҡыу йорттарының башҡорт филологияһы факультеты студенттары өсөн төҙөлгән “Башҡорт диалектологияһы” курсының программаһында (1999 й.) профессор башҡорт диалекттарының һәм һөйләштәренең яңы тулыландырылған классификацияһын бирә.

Ғалимдың төркөмләнеше буйынса, башҡорт телендә өс диалект бар: көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш. Диалекттар үҙ нәүбәтендә һөйләштәргә бүленә.

Көнсығыш диалектҡа ҡараған һөйләштәр

Был диалектта әй һөйләше (уның сос­тавында профессор Н.Х. Мәҡсүтова тарафынан өйрәнелгән һөйләшсәләр ҙә тикшерелә: дыуан-мәсетле һөйләшсәһе, лағыр һөйләшсәһе, лапаҫ һөйләшсәһе, петрушка йәки бөтөрөшкән һөйләшсәһе), миәс һөйләше, ҡыҙыл һөйләше (күбәләк, ҡарағай-ҡыпсаҡ һәм бөрйән һөйләшсәләре), асыуҙы һөйләше  (Учалы районының типтәр-башҡорт ауылдары һөйләше), арғаяш һөйләше (ялан-ҡатай һөйләшсәһе), салйоғот (салйот) һөйләштәре бар.

Көньяҡ диалектҡа ҡараған һөйләштәр

Бында эйек-һаҡмар (төп көньяҡ) һөйләше (уның составында эйек-юшатыр, һаҡмар, туҡ-соран, быҙаулыҡ-кинәле, ырғыҙ-кәмәлек һөйләшсәләре айырыла), дим һөйләше, өршәк һөйләше, урта һөйләш (инйәр һөйләшсәһе, еҙем һөйләшсәһе, ҡырмыҫҡалы һөйләшсәһе), егән һөйләше (Ғафури һәм Ишембай райондарының Егән буйы төбәгендә был һөйләш вәкилдәре йәшәгән типтәр-башҡорт ауылдары) айырып тикшерелә.

Төньяҡ-көнбайыш (көнбайыш) диалекты ҡариҙел һөйләшен, танып һөйләшен, түбәнге ағиҙел һөйләшен, ғәйнә һөйләшен үҙ эсенә ала.

Көнсығыш диалект составында, телсе-диалектолог М.И. Дилмө­хә­мәтов билдәләгәнсә, йәнә урта урал һөйлә­ше (Мәсетле районының төньяҡ өлөшөндә­ге һәм Свердловск өлкәһенең көнь­я­ғын­дағы беҙҙең республикаға күрше райондарҙағы башҡорт ауылдарының һөйләү теле) күрһәтелә. Урта урал һөйләше үҙе төньяҡ һәм көньяҡ зоналарға бүленә.

Айырым алғанда, көньяҡ диалектта йәнә өршәк һөйләшен үҙ аллы һөйләш булараҡ тикшереү мөмкинлеге тәҡдим ителә. Урта урал һөйләше төньяҡ-көнба­йыш диалект составында ҡарала. Өйрәнгән һәр диалектҡа һәм һөйләшкә автор тулы характеристика бирә. Хеҙмәттә бирелгән ерле һөйләш материалы бик ҡиммәтле сығанаҡ булып тороуын иҫәпкә алғанда, бөгөн белем алыусы студенттарға тап ошо дәреслек буйынса башҡорт диалекттарын өйрәтеү тел тарихы бу­йынса ла мәғлүмәт бирә аласаҡ, тип әйтергә кәрәк. Танып һөйләшенә Бөрө, Дүртөйлө, Борай, Балтас, Яңауыл ра­йон­дары башҡорт ауылдарының тел үҙенсәлектәре алынған. Тикшеренеү бары­шында диссертант үҙе йыйған күләмле фактик материал нигеҙендә был һөйләштең башҡорт әҙәби теленә, башҡорт теленең башҡа һөйләштәренә, шулай уҡ башҡа төрки телдәргә, айырым алғанда, татар теленә мөнәсәбәтен билдәләй. Миҫал өсөн [б] өнөнөң ҡулланылышына иғтибар итәйек. Билдәле булыуынса, башҡорт телендә [б] өнө һүҙ башында нығынған. Танып һөйләшендә был позицияла [п] өнө килә. Билдәле ғалим, төрки телдәре белгесе С.Е. Малов күрһәтеүенсә, һүҙ башындағы [п] өнө бик боронғо күренеш булырға тейеш, һәм күп кенә төрки телдәре ошо боронғо форманы һаҡлаған. Диссертанттың фекеренсә, танып һөйләшендәге [п] өнө лә боронғолоҡ күренеше булырға тейеш: танып һөйләшендә – печән, дим һөйләшендә – песән, әҙәби телдә – бесән. Был үҙенсәлек танып һөйләшен урта, әй, арғаяш, дим һөйләш­тәре; себер татарҙары теле; алтай, уйғыр теленең диалекттары менән яҡынайта.

Р.Ш. Алсынбаева өршәк һөйләшендә Ауырғазы, Әлшәй, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан 25 башҡорт ауылының йәнле һөйләү телен тикшерә. Көньяҡ диалекттың дим һөйләшенән өршәк һөйләшен үҙ аллы айырып тикшереү мөмкинлеген диссертант тарихи факттарға һәм тел үҙенсәлектәренә таянып дәлилләй. Һөйләштә боронғо төрки теленә хас булған күренештәрҙең һаҡланыуы (фирештә – фәрештә, ҫәке – һике, ҫурау – һорау, ҡая – ҡайҙа, дәрән – тирән һ.б.) өршәк буйында көн күргән башҡорттарҙың боронғолоғо хаҡында һөйләй. Мәләт, Кәлде (күл атамалары), Ҡаҙырғол (ауыл исеме), Өршәк кеүек онимдарҙы анализлау ҙа был фекерҙе раҫлай.

Шуныһы ла мөһим: профессор Р.З. Шә­күров йәш ғалимдар менән башҡорт һөйләштәрен өйрәнеүен дауам итә. Уның етәкселегендә әҙерләнгән кандидатлыҡ диссертацияларында башҡорт диалекттарының айырым һөйләштәренә ентекле анализ яһалды. Аспиранттары З.Ф. Зәйнә­шева “Башҡорт теленең танып һөйләше” (Өфө, 2008), Р.Ш. Алсынбаева “Баш­ҡорт теленең өршәк һөйләше” (Өфө, 2010) темалары буйынса үҙ эш­тәрен яҡланы.

Дөйөмләштереп әйткәндә, диалектолог Р.З. Шәкүровтың хеҙмәттәре башҡорт диалектологияһы фәнен яңы ҡаҙаныштар менән байыта, уны артабан өйрәнеү юлдарын күрһәтә. Билдәле булыуынса, әҙәби телдең нигеҙендә ошо телдең диалекттары һәм һөйләштәре ята. Һәр диалекттың, унда таралған ерле һөйләштәрҙең үҙенсәлектәрен дөрөҫ билдәләү телдең әҙәби формаһының үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.  Быға тиклем дөйөм ҡабул ителгән башҡорт теленең диалекттары системаһында профессор Р.З. Шәкүров тарафынан тәҡдим ителгән һөйләштәрҙе һәм һөйләшсәләрҙе тикшереү телебеҙҙең тарихын тәрәнерәк өйрәнергә, уның бөгөнгө торошон аңларға ярҙам итә.

2011 йылда профессор Р.З. Шәкүровтың Башҡорт дәүләт педагогия университеты нәшриәтендә “Башҡорт диалектологияһы” исемле күләмле уҡыу ҡулланмаһы донъя күрҙе. Унда ғалим үҙенең классификацияһын тағы ла тулыландыра.  2012 йылда был дәреслек Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителеп, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә 2012 йылда – 3200, 2020 йылда 3650 тираж менән яңынан баҫтырыла.

Профессор Р.З. Шәкүровтың ғилми мәҡәләләрендә башҡорт теленең оҙаҡ ваҡыттар бәхәс тыуҙырып килгән төнь­яҡ-көнбайыш диалектына ҡағылышлы мәсьәләләргә ҙур урын бирелә, ғалим был төбәктең тел үҙенсәлектәренә, әҙәби мираҫҡа, шулай уҡ тарихи сығанаҡтарға таянып, бындағы халыҡтың боронғо башҡорт ырыуҙарынан булыуын һәм уларҙың һөйләү теле башҡорт теленең айырым бер диалекты икәнлеген иҫбатлай.

Рәшит Закир улы Шәкүров студент йылдарында уҡ яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе булырға хыяллана, дүрт йыл буйы Башҡорт дәүләт университетындағы башҡорт әҙәби түңәрәгенә етәкселек итә. Диплом эше темаһы итеп әҙәбиәт тарихында бөтөнләй өйрәнелмәгән өр-яңы проблема – “Мифтахетдин Аҡмулла: тормошо, ижады, донъяға ҡарашы” тигән теманы ала.

Әҙәбиәткә ул шиғырҙар һәм тәнҡит мәҡәләләре менән килеп керә. Тәүге мәҡәләһе “Әҙәби Башҡортостан” журналында донъя күрә. “Өршәгем” исемле шиғыры тәүге тапҡыр 1960 йылда “Ленинсы” гәзитендә баҫыла. 1961 йылда СССР Журналистар союзына ағза итеп алына, 1979 йылдан – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, 1988 – 2013 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара ағзаһы була. Ул, яҙыу­сы, публицист һәм ғалим булараҡ, 9 шиғыр­ҙар һәм поэмалар йыйынтығы, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, топонимияһы һәм диалектологияһы буйынса 7 монография; күп һанлы ғилми-популяр хеҙмәттәр, йәмғеһе өс тиҫтәгә яҡын китап сығарған.

Ғалим – 6 томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” хеҙмәтенең авторҙашы һәм мөхәррире, шулай уҡ ул башҡорт әҙәбиәте буйынса мәктәп дәреслектәрен төҙөүҙә ҡатнаша.

“Йөрәгемдә – ҡояш: Шиғырҙар” (1970), “Тауҙарым, далаларым: Шиғыр­ҙар” (1982), “Заманалар юлында: Шиғыр­ҙар, поэма” (1988), “Малин-ҡала: Ши­ғыр­ҙар, хикәйәттәр, әкиәт” (1997), “Ыласындар оса бейектә: Шиғырҙар, йырҙар, хикәйәттәр” (2007), “Һайланма әҫәрҙәр” (I том, 2017), “Ынйы бөртөктәре: Ҡыҫҡа шиғырҙар” (2007) тип аталған шиғри йыйынтыҡтарында шағир Рәшит Шәкүр үҙенең заман, тормош, кешеләр һәм яҙмыштар тураһында уйланыуҙырға ҡоролған афористик ижад өлгөләрен (бер, ике, дүрт, алты, һигеҙ юллыҡ шиғырҙар) бергә туплап биреүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Әҙиптең 50-нән артыҡ шиғырына йыр яҙылған, улар 2003 йылда “Сәңгелдәгем – сал дала” исемле йыйынтыҡ итеп сығарылды. Айырым әҫәрҙәре рус, украин, ҡаҙаҡ, төрөк, сыуаш, татар, болгар, немец телдәренә тәржемә ителгән.

Музыка белгесе Ф. Камаев менән берлектә ул 1988 йылда атаҡлы башҡорт халыҡ ҡурайсыһы Кәрим Дияровтың репертуарынан “Сал Уралдың моңдары” тигән йырҙар, көйҙәр һәм йыр-көй тарихтарын туплаған ҡиммәтле йыйынтыҡ әҙерләп баҫтырҙы.

Рәшит Шәкүрҙең фольклористика өлкәһендә алып барған күп йыллыҡ тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһе булараҡ “Сыңрау торналар иле” (1996 й.) исемле мәҡәләләр һәм очерктар йыйынтығы донъя күрҙе.

Ул –  Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнының авторҙашы.

Рәшит Шәкүров – башҡорт әҙиптәренең, мәғрифәтселәренең мираҫын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән шәхес. Уның “Шиғриәт йондоҙо” (1981, 1996, 2006 йылдарҙа рус телендә нәшер ителгән) исемле монографик хеҙмәте башҡорт халҡының бөйөк мәғрифәтсе шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә арналған. “Арҙаҡлы башҡорттар” (1998, 2005), “Быуаттар аманаты” (2002), “Истоки духовности” (2009), “Баш йортобоҙ – Башҡортостан” (2011) тигән тәрән йөкмәткеле хеҙмәттәрендә башҡорт ғилемен, әҙәбиәтен, тарихын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәр хаҡында бай мәғлүмәт тупланған. 2018 йылда ғалим һәм шағир Рәшит Шәкүрҙең “Йөрәктәге яҙмалар” тигән ҙур күләмле хәтирәләр китабы баҫылып сыҡты.

Рәшит Закир улы Шәкүров Башҡортостан Республикаһының иң әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренең береһе булараҡ киң билдәлелек алды: 1989 – 1991 йылдарҙа “Урал” Башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе вазифаһын башҡарҙы; 1991 – 2010 йылдарҙа – БР Президенты Аппараты янындағы административ-территориаль төҙө­лөш буйынса комиссия ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәр саҡырылышы делегаты, “Ағиҙел” журналының кәңәшселәр ҡоро ағзаһы; 1991 йылдан – “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законын ғәмәлләштереү буйынса Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте янындағы Топонимик хеҙмәт Комиссияһы ағзаһы (1999 – 2011 йылдарҙа был комиссияның етәксеһе).

2012 йылдан – БР Яҙыусылар союзының М. Буранғолов исемендәге премия­һын тапшырыу комиссияһы рәйесе.

Шағир һәм ғалим Рәшит Закир улы Шәкүров – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Мифтахетдин Аҡмулла, Рәми Ғарипов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, БАССР-­ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған фән эшмәкәре, Халыҡ-ара төрки академияһы академигы. Ул башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге уңыштары өсөн Салауат Юлаев, “Башҡортостан Респуб­ликаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордендары менән бүләкләнде.

2011 йылда уға – башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән тос хеҙмәте өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресының) йәмәғәт премияһы, 2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйы­лышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы тапшырылды. 2021 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының Указы менән Рәшит Шәкүргә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелде.

Л.М. ХӨСӘЙЕНОВА,

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының

башҡорт филологияһы факультеты деканы,

филология фәндәре докторы

Автор:Тимур Рахматуллин
Читайте нас: