Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозда хисапсы булып эшләй. Колхоз рәйесенең улы башҡа тиҫтерҙәренән бер нисек тә айырылмай, сөнки ул – башҡорт әҙәбиәтендә танылыу яулаған “егерме һигеҙенселәр” быуыны вәкиле. Был хаҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың киң билдәле шиғри юлдары бар:
...Һуғыш беҙҙе, ҡолаҡтарҙан тартып,
Ваҡытынан иртә өлгөрттө.
Кистән егет итеп йоҡлатты ла
Таң атыуға инде ир итте.
“Ҡыҙыл таң” колхозының хисапсыһы үтә яуаплы эш башҡара: ауылдаштарының көндәлек эш нормаһын теүәл иҫәпләп, һәр береһенә “трудодень” теркәп бара, сөнки эш һөҙөмтәһен район үҙәгенә, “уполномоченный”ға мотлаҡ еткереп тороу кәрәк. Ғалимыбыҙ хаҡында очерк әҙерләгәндә ошондай бер һуғыш осоро ҡиссаһы хәтеремә уйылып ҡалды.
“Закондың ҡаты заманы, саҡ баштар османы бер мәл, ҡустым”, – тип һөйләгәйне ул. Теүәл хисапсыға үс итеүселәр табылып, сажин таяҡтарының осон ике илегә ҡыҫҡартып китәләр. Уны-быны тоймаған хисапсы һөрөлгән ерҙәрҙе үлсәй бирә. Ә бер нисә көндән дүрт гектарҙан ашыу “приписка” мәғлүм була. Махсус комиссия егетте ғәйепле тип таба, әммә миһырбанлы берәүһе: “Эште ҙурға ебәрмәйек, алһыҙ-ялһыҙ эшләгәнен барығыҙ ҙа белә, әйҙә, шул ерҙе үҙе бушҡа һөрөп бирһен”, – ти. Хәтәр бит! Ниҙәр кисермәй, ни генә уйламай устары ҡанһырап, билһеҙ ҡалған үҫмер.
Бәлки, тап шул осорҙа, мотлаҡ ун класс тамамларға, артабан уҡып, кеше булырға тигән ныҡлы ҡарар яралғандыр күңелендә. Инсафлы егет билдәһеҙ ауылдашына үс тотмай, һуғыш ауырлығы нимәгә этәрмәй бәндәне. Еңеү ҡыуанысы “таң атыуға инде ир булған” хисапсы күкрәгендә “1941 – 1945 йылдарҙа Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы булып балҡый!
Хыялы тормошҡа аша: 1945 — 1947 йылдарҙа Абзан урта мәктәбендә уҡый (60 саҡрым араны йәйәүләп ике йыл тапай, ҡар-буранын, яҙғы шыяһын кисә, һалҡын тейҙереп ике ай сырхап ята), уны тамамлағас, Мырҙабай башланғыс мәктәбендә, Үрген балалар йортонда эшләп ала. Уҡытыусы һөнәренең изгелеген һәм бөйөклөгөн татый йәш педагог. Әммә саялығы, хыялға ынтылыуы үҙенекен итә. 1950 — 1954 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетына уҡырға инә.
1959 йылда ул Иҫәнғол урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Ең һыҙғанып эшләп йөрөгән етәксене БАССР халыҡ мәғарифы министры, легендар шәхес Ф.Х. Мостафина күреп ҡала һәм министрлыҡҡа инспектор итеп эшкә саҡыра. Фатима Хәмид ҡыҙының батырлығы арҡаһында республикала тиҫтәләгән данлыҡлы етәкселәр, ғалимдар үҫеп сыға! Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы 1961 – 1964 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый, артабан унда ғилми хеҙмәткәр була. 1966 йылда профессор Т.М. Ғарипов етәкселегендә “Хәҙерге башҡорт телендә омонимдар” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1972 – 2013 йылдарҙа Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы БДУ-ла студенттарға һабаҡ бирә. 1996 йылда “Хәҙерге башҡорт телендә һүҙ төҙөлөшө” темаһына арналған докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһының профессоры була.
2020 йылдың 19 октябрендә ғалим Өфө ҡалаһында беҙҙең менән мәңгегә хушлашты.
Шәхсән үҙемә, уның студенты булыу бәхете менән бергә, йәш айырмаһына ҡарамай, коллега, яҡын дуҫ, фекерҙәш кимәленә ирешеү насип булды. Үтә тыйнаҡлығы, һөйкөмлөлөгө, эске донъяһының бай һәм таҙа булыуы һәр кемде уға тартып торҙо. Беҙҙең дә һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне, бер-беребеҙгә ихтирамыбыҙ көслө ине. Атаҡлы ғалимдың кешегә ярты тонға булһа ла тауышын күтәреп һөйләшкәнен белмәйем. Күп һанлы БДУ студенттарының, уҡытыусы-профессорҙарының яратҡан остазы булыу бәхете һәр кемгә йылмаймай. Уның өсөн инсафлы инсан булыуың кәрәктер. Өҫтәүенә остазым бик бөхтә, һәр эште теүәл башҡарыр, яҙған китаптарын, мәҡәләһен ташҡа баҫтырмай туҡтап ҡалмаҫ ине. Хисапсыллығы, математиканы яҡшы белеүе филология өлкәһендә лә уңыштар килтерҙе уға. Атаҡлы ғалим лексикографияның бығаса бер кем дә йөрьәт итмәгән өлкәләрен тикшерҙе. Мәҫәлән, 2008 йылда профессор М.Х. Әхтәмовтың “Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге” тигән фундаменталь хеҙмәте баҫылып сыға. Һүҙлектә бер һүҙ ярҙамында ҡулланылған бөтә мәҡәлдәр, әйтемдәр тупланған. Мәҫәлән, “баш” һүҙенә бәйлеләре генә 500-ҙән ашыу. Ошо нигеҙҙә алты мең төп мәҡәл һәм әйтем, уларға ингән 60 мең һүҙ теркәлгән. Бындай хеҙмәттең төрки телдәренең береһендә лә булмауы күп нәмә хаҡында һөйләй. Беҙгә был фундаменталь хеҙмәт тураһында ҙур күләмле рецензия яҙыу бәхете тейҙе. Йәнә 1999 йылда “Башҡорт теленең кире һүҙлеге”, “Татар теленең кире һүҙлеге” хеҙмәттәрен яҙып, ғалим үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡуйҙы, сөнки бындай һүҙлектәр – бик һирәк осрар күренеш.
Арҙаҡлы ғалим ғүмер буйы үҙе тыуҙырған ғилми мөхиттә йәшәне. БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика Башҡорт гимназия-интернатының математика уҡытыусыһы ғына түгел, киң билдәле методист, тәржемәсе һәм лексикограф та булды. Әхтәмовтарҙың ғаилә фәнни-тикшеренеү институты шулай уҡ киң билдәле математика терминдары һүҙлеген әҙерләне, ташҡа баҫтырҙы. Улы, математика фәндәре докторы, профессор Азамат Мөхтәр улы ла, башҡорт телен ифрат юғары кимәлдә белде, китаптар, ғилми мәҡәләләр әҙерләне, Рәсәй фәне кимәлендә танылыу яуланы. Башҡарған эштәре бихисап ине. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының редколлегия ағзаһы булараҡ, Азамат Мөхтәр улы объективлығы, аҙ һөйләп бай мәғәнә еткереүе, фәнни ҡараштарының киңлеге менән хайран итер булды. Барыһының да урындары йәннәт түрендә булһын!
Халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, мәшһүр ғалимыбыҙ, ифрат кешелекле шәхесебеҙ, Ерәнсә сәсән ҡаяһылай, олуғ ғилми хеҙмәттәр яҙҙы; туған телебеҙҙең лексикаһын, һүҙлек составын, грамматиканың барлыҡ өлкәләрен тәрән тикшергән өс тиҫтәнән ашыу китаптар, дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары әҙерләне. Беҙ уларҙы бөгөн студенттар һәм уҡыусылар ҡулында күрәбеҙ икән, тимәк, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй юғары мәктәбенең маҡтаулы хеҙмәткәре, профессор Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмов фән, туған тел һәм халҡыбыҙ алдындағы үҙ бурысын оҙаҡ йылдар һоҡланырлыҡ, юғары кимәлдә башҡарған! Уралыбыҙ, халҡыбыҙ бындай изгелекте онотмай!
Ф.Б. САНЪЯРОВ,
Өфө күп профилле һөнәри колледжының юғары категориялы уҡытыусыһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ һәм БР-ҙың мәғариф алдынғыһы