Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2022, 12:46

Марттың берендә аяҙ – аяҙ булыр бөтөн яҙ (Март айына бәйле һынамыштар)

Тәбиғәтте күҙәтеү — быуын-быуындан килгән ғәҙәт, сөнки бик боронғо замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған. Хәҙер ҙә игенселек һәм баҡсасылыҡтағы отоу-отолоуыбыҙ күп осраҡта йылдың нисек килеүенә, һауа торошона, яуым-төшөмдөң булыу-булмауына бәйләнгән. Күп йылдар һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә.

Марттың берендә аяҙ – аяҙ булыр бөтөн яҙ (Март айына бәйле һынамыштар)
Марттың берендә аяҙ – аяҙ булыр бөтөн яҙ (Март айына бәйле һынамыштар)

Берендә көнө буйы көслө ел иҫһә, йәй ҙә елле булыр.
Март башында турғай эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы килер.

Егерме бишенсе мартта ямғыр яуһа, арыш уңыр.

Мартта күпләп ҡар яуһа, баҡса емештәре уңыр.
Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә. 

Март сыҡмай – дәрт сыҡмай. 
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була. Мартта көн менән төн тиңләшә. Марттың шартын апрель сығарыр. 

Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр. 
Март береһендә аяҙлыҡ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ. 
Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер. 
Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға эреп инһә, бер айҙан ҡар китер. 
Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр; көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр; ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.
Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йыл яҡшы була.

Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.

Мартта көн менән төн тиңләшә.

Мартта шарт та шорт, апрелдә апырыр ҙа шапырыр.

Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.

Апрелдең шапырыныуы марттың дименән.
Марттың берендә аяҙ булһа, яҙ буйы аяҙ була.
Марттың егерме бишендә һыу ҡатһа, бер аҙналыҡ юлға сыҡ.
Марттың шартын апрель сығарыр. 
Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә. 

Март сыҡмай – дәрт сыҡмай.
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
Мартта көн менән төн тиңләшә.
Марттың шартын апрель сығарыр.
Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
Март береһендә аяҙлыҡ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ.
Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға эреп инһә, бер айҙан ҡар китер.
Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр;
Көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.
Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.

Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: