Кисәлә Башҡортостандың билдәле артистары башҡарыуында Роза Сәхәүетдинова көйөнә яҙылған – күптән инде хиттарға әйләнгән йырҙары яңы һулыш ала. Концертта республиканың билдәле сәхнә оҫталары Нәзифә Ҡадырова, Азамат Тимеров, Айгөл Һағынбаева, Артур Туҡтағолов, Әлфиә Юлсурина, Искәндәр Сөләймәнов, Фәнәүи Сәлихов. Ғәзим Ильясов, Алһыу Бәхтиева һәм башҡалар сығыш яһай. Сарала Зөлфиә һәм Алмаз Мирзаяновтар – Татарстан артистары ла ҡатнаша. Был кистә сәхнә түрен бары тик йыр-моң биҙәйәсәк. Улар араһында “Кәкүк”, “Үтте лә китте йәшлегем”, “Ғүмер” (Рәми Ғарипов), “Мин – умырзая”, “Аҡ ҡайындар”, “Сейәле тау”, “Үҙең бүләк”, “Ромашкалар” (Уран Кинйәбулатов), “Аҡҡош күле”, “Бәпес ҡайтты” (Гөлфиә Юнысова), “Юғалма юлдарымдан” (Кәбир Аҡбашев), “Талпынаһың, ашҡынаһың” (Мостай Кәрим), “Күңелемдән яҙҙар иртә китте”, “Балдағым” (Дилә Булгакова), “Аҡ сирендәр” (Тамара Ғәниева), “Күҙ нурым” (Таңһылыу Ҡарамышева), “Ел ҡапҡа”, “Һәр көндө керәһең төшөмә” (Радик Нуретдинов), “Елдәр” (Римма Күсимова), “Һағынғанда аҡ болотҡа ҡара” (Әнғәм Атнабаев) һәм башҡа бик күп йырҙары бөгөн дә сәхнәләрҙән һәм радио-телевидение тулҡындарынан яңғырап тора. Улар халыҡ йырҙары кимәленә күтәрелгән. Композитор өсөн шунан да юғарыраҡ баһа булыуы ла мөмкин түгелдер.
Концерттың режиссеры Сулпан Асҡарова. Продюсерҙары Индира Сәхәүетдинова, Илгиз Абдраҡипов, Гәүһәр Батталова. Белешмәләр өсөн телефон: 8-905-007-99-50.