Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль , 11:37

«Ҡариҙел» гәзите редакцияһы яңы биналы булды

Ҡариҙел ауылында район гәзите редакцияһы өсөн модулле бинаны асыу тантанаһы  үтте. Был проект «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте тарафынан тормошҡа  ашырылды. Модулле бина төҙөү – заманса талаптарға яуап биргән, функциональ һәм уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында эшләнгән проект.

«Ҡариҙел» гәзите редакцияһы яңы биналы булды
«Ҡариҙел» гәзите редакцияһы яңы биналы булды

Яңы бина редакцияның эшмәкәрлеген яҡшыртыу, журналистарға һәм хеҙмәткәрҙәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн булдырылған. Бинала заманса техника, ижади эшмәкәрлек өсөн кәрәкле инфраструктура бар.

Тантанала ҡатнашыусылар яңы бина асыуҙың район өсөн мөһим әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Яңы мөмкинлектәр мәғлүмәт таратыу һәм журналистика үҫеше өсөн яңы офоҡтар, ижади үҫештәр  асыр.

Фото: Марат Бүләков

«Ҡариҙел» гәзите редакцияһы яңы биналы булды
«Ҡариҙел» гәзите редакцияһы яңы биналы булды
«Ҡариҙел» гәзите редакцияһы яңы биналы булды
«Ҡариҙел» гәзите редакцияһы яңы биналы булды
«Ҡариҙел» гәзите редакцияһы яңы биналы булды
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас