Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
17 Март 2025, 15:37

Ә.М.Фәррәхова. Китмә, һөйөклөм! (Өс күренештән торған драма)

Хәл-ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда бара.

Ҡатнашалар:

Маһинур  оло йәштәге инәй, берҙән-бер улы фронтта батырҙарса һәләк булған

Гөлзифа – йәш кенә күрше ҡатын, йәш балаһы бар. Ире фронтта.

Морат – Гөлзифаның ире, һуғышта ике аяғын да ҡалдырып ҡайтҡан һалдат

Фаягөл  урта йәштәрҙәге ауыл ҡатыны

Хәлил – ауыл һунарсыһы, сулаҡ

Хәл-ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда бара. Моңһоу ғына көй уйнай. Шаршау асылғанда Маһинур инәй үҙенең өй бүлмәһендә, көйҙө көйләп, йөн иләй.

Маһинур (үҙ алдына). Һә тигәнсе йөн иләп, ойоҡбаш бәйләп ҡуя торған инем. Юҡ инде хәҙер, юҡ...Ҡайғынан күҙҙәрем дә насарайҙы, олоғайҙым да инде.

Берҙән-бер улымдың башҡайҙары үлемесле яралар алып, һуғыш яланында ятып ҡалғас, йәшәйемме мин, юҡмы, үҙем дә аңламайым (башындағы яулығын ипләп ала). Көн артынан көн үтә тора, тик йөрәк яраларым ғына уңалмай. Улымды уйламаған, күңелемдән уның менән һөйләшмәгән көнөм юҡ. Ярай әле, кешелә күңел һалып һөйләшә алырлыҡ мөмкинселек бар, тегеләй мин улымдың артынан күптән тегендә булған булыр инем (юғарыға күрһәтеп ала). Уның менән һөйләшеп, йөрәгемдең ярһыуын, һағышын баҫам. Эй, Аллам, яҡындарын юғалтҡандарҙың барыһына ла күңел тыныслығы, йәшәргә көс, сабырлыҡ, түҙемлек  бир!.. Тиҙерәк бөтһөн ине был ҡәһәр һуҡҡан һуғыш! (Ҡулына улының карточкаһын алып оҙаҡ ҡына текәлеп ҡарап тора, ҡулы менән ҡәҙерләп кенә һыпыра) Ыласыным, ҡайта алманың шул... Барыһына ла ошо ҡәһәрле һуғыш минауат...

Ишек шаҡыған тауыш ишетелә, Маһинур тертләп китә, ләкин тиҙ генә үҙен ҡулға ала.

Маһинур. Эй-й-й,  кем унда? Ишек асыҡ, инегеҙсе...

Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына башына мамыҡ шәл һалған күршеләге йәш ҡатын Гөлзифа килеп инә, бер урында тапанып баҫып тора.

Гөлзифа. Иҫәнме, Маһинур инәй! Кис булһа ла инеп сығайым, хәлеңде беләйем, йомошомдо әйтәйем тип ингәйнем.

Маһинур. Рәхмәт яуһын үҙеңә, Гөлзифа! Рәхмәт хәл белеп тороуыңа! Ауыр ҡайғыларға батҡанымда һеҙ күршеләрем, барлыҡ ауылдаштарым, миңә ҙур терәк, таяныс булдығыҙ! Изгелектәрегеҙҙе бер ҡасан да онотмам.

Гөлзифа. Рәхмәт үҙеңә, Маһинур инәй! Үҙең дә бит бер кемде лә ярҙамыңдан, кәңәшеңдән ҡалдырмайһың. Әле лә бына йомошҡа ингән инем.

Маһинур. Эй-й-й, Гөлзифа ҡыҙым, түрҙән уҙ, әйтә һал йомошоңдо. Хәлдән килгәнсә ярҙам итермен.

Гөлзифа. Инәй, бер-ике сәғәткә Булатымды ҡарап тора алмаҫһыңмы икән тип ингән инем. Яғырға бөтөнләй бер ни ҡалмаған, урманға барып берәй сана утын алып ҡайтайым тип уйлағайным...

Маһинур. Килтер, килтер, ҡарармын-ҡарармын. Бер ни уйламай йөрөп ҡайт. Тик урманға бик һуң сығаһың түгелме? Ҡараңғы төштө бит, килен.

Гөлзифа. Иртәрәк сығырға һис мөмкинселек булманы, инәй, көндөҙ колхоз эшендә булдым, йүгереп кенә баламды ҡарарға ҡайта-китә йөрөнөм. Бер үҙен ҡалдырып китәм бит. Бая эштә оҙаҡлап киттем, ярһып илаған да илаған, асыҡҡан. Тиҙ генә тамағына ашаттым да, улай-былай иткәнсе ҡараңғы ла төшөп китте.

Маһинур. Килен, бар йәһәтерәк баланы килтер. Иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт инде урмандан! Бүреләргә осрай күрмә!

Гөлзифа. Инәй, ҙур рәхмәт! Хәҙер алып килермен. Урманға ла йәһәтләп барып ҡайтырға тырышырмын (сыға).

Маһинур (үҙ алдына). Эй, килен, бик һуңлағанһың шул. Иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт инде! Былтыр Сәлимәне утынға барғанында бүреләр ботарлағандан һуң, борсолам да торам.

Икенсе күренеш

Моңһоу көй уйнай. Өйө эсендә йоҡа юрғанға уралған баланы әүрәтеп Маһинур инәй йөрөй.

Маһинур. Эй, Аллам, бик оҙаҡланы бит әле был Гөлзифа килен. Иҫән-һау ғына ҡайтып етһен инде урмандан. Бигерәк кискә ҡарай сығып китте. Был сабый ҙа илап-илап, еүеш икмәкте сепрәккә төрөп, имергә биргәс кенә йоҡлап китте. Аслыҡтан, әсәһенең күкрәген һорап илай инде, бәләкәс. Тик әсәйең генә иҫән-һау ғына ҡайтып етһен. Бүреләргә тап килмәһен! Атайың да һинең бәхетеңә фронттан тере генә йөрөп ҡайтһын! (Бишек йырын көйләй.)

Шул саҡ сәхнә артынан аяҡ тауыштары ишетелә. Маһинур шатланып китә.

Хоҙайға шөкөр! Ниһайәт, килен ҡайтып етте (ҡулындағы балаға ҡарап йылмая). Бына әсәйең дә ҡайтып етте, ә һин мине ятһынып илаған булаһың... (Ишек шаҡыған тауыш ишетелә, тағын да шатланып. ) Гөлзифа килен, ишек асыҡ, ин, ин... Аяҡ тауышыңды ишетеү менән барып астым.

Ҡайғылы көй уйнай. Шул саҡ өй эсенә һалдат шинеле кейгән, ике аяғы ла булмаған, ҡул менән этәреп йөрөтөлә торған арбаға ултырған Морат килеп керә.

Ул бер килке өндәшмәй  тора, Маһинур ҙа аптырап ҡатып ҡала.

Морат (бер аҙҙан). Иҫәнме, Маһинур инәй! Мине таныманың, ахырыһы? Был мин – күршең Морат (моңһоу ғына йылмая).

Маһинур. Эй-й-й-й, Хоҙайы-ы-ым, ниндәй шатлыҡ! Танымай торам бит һине. Гөлзифа килен кереп килә тип торам. Нисек кенә ҡайтарҙылар, Морат улым? Ранил булдыңмы?

Морат. Эйе, инәй. Бына һуғышта бер түгел, ике аяҡты ла ҡалдырып китергә тура килде. Нимә эшләйһең инде...

Маһинур. Ярай, балаҡай, иң мөһиме – үҙең иҫән-һауһың. Бына минең улым бөтөнләйгә ятып ҡалды. Ҡайғыларҙан башты ташҡа һуғып булмай шул... (Шул саҡ бала уянып, илай башлай. Маһинур баланы ҡулына алып йыуата.) Эй, ҡарт иҫәүән, сәй ҡуйырға ла башҡа килмәй аптырап торам. Морат, бына һин һуғышҡа китер алдынан тыуған улыңа күҙ һал, нәғез үҙең бит. (Баланы яҡын килтереп, йылмая. Морат һаҡ ҡына баланы ҡулына ала, оҙаҡ ҡына уға ҡарап тора, күкрәгенә ҡыҫа. Күҙенән йәш бөрсөктәре тәгәрәп төшә.)

Морат. Мин улымды күрәйем тип кенә ҡайттым, инәй. Бик күргем килде, ошолайтып ҡулыма алыр саҡтарҙы уйлап, күпме көндәр уҙғара инем. Рәхмәт Хоҙайыма, ниәтемә ирештем. Ә хәҙер миңә китер кәрәк.

Маһинур. Морат, ҡайҙа бараһың һуң кискә ҡарай? Гөлзифаң бит һине өҙөлөп көттө.

Морат. Юҡ, инәй, минең Гөлзифа эргәһендә ҡалырға хоҡуғым юҡ. Мин ярты ғәрип, ә ул йәш, матур ҡатын. Ул үҙ бәхетен табыр әле, ә мин үҙ юлым менән китәм (күҙ йәштәренә ирек бирмәҫкә тырышып, күҙенең ситен һөрткөләй).

Һағышлы көй ағыла. Маһинур ҙа тынысланған баланы күтәргән килеш, ни әйтергә белмәй, тын ҡала.

Морат. Инәй, мин һуғышҡа киткәндә бер-нисә генә көнлөк булып ҡалған улымды күрер өсөн генә ҡайттым. Уны күрер өсөн генә был ҡанлы һуғышта тере ҡалғанмындыр. Тағын бер ҡулыма алырға зар-интизар булған саҡтарым күп булды. (Илай.) Гөлзифамды өҙөлөп яратам, шуға ла уға ауырлыҡ килтермәҫкә тейешмен, башым һуҡҡан яҡҡа сығып китәм. Ҡатынымды өҙөлөп һөйгән өсөн китәм, ул бәхетле булырға тейеш.

Маһинур. Хәлеңде аңлайым, Морат улым, тик һин бит бик яңылышаһың. Гөлзифаңа һин бик кәрәкһең.

Көсөргәнешле көй уйнай.  

Өсөнсө күренеш

Сәхнә артында шау-шыу. Йүгереп Фаягөл килеп инә. Ул шинель кейгән Моратты күреп телһеҙ ҡала, шунан йүгереп килеп уны ҡосаҡлай.

Фаягөл. Морат, күҙгә күренмәйһеңдер ул?

Морат. Фаягөл апай, был мин, Морат. Тик, ғәрип Морат (ауыр һулай).

Фаягөл. Ғәрип булһаң да, һин тереһең ҡустым, шуға ҡыуан. (Бер Маһинурға, бер Моратҡа ҡарап) Маһинур апай, Гөлзифаны һиңә керетәйек әле, утындан ҡайтып килгәнендә бүрегә юлыҡҡан, ярай ҙа бүре яңғыҙы булған. Бәхетенә, ҡырҙан ҡайтып килгән Хәлил һалдырып алған, аяғын тешләп өлгөргән ҡанһыҙ януар... Әле Хәлил һинең өйгә килтерә ята үҙен, бөгөнгә һин дә булып торһон!

Маһинур. Эй, Аллам. Бигерәк ҡараңғы төшкәс китте шул утынға, әйтеп тә ҡараным мин уға...

Морат ни әйтергә белмәй ҡатып ҡала

Морат. Аһ, Гөлзифам, Гөлзифа (өҙгөләнә) ...

Шул саҡ Хәлилгә таянып, хәлһерәгән Гөлзифа өйгә килеп инә. Хәлил уны ултырғысҡа ултырта. Башындағы шәлен һыпырып төшөргәс кенә Гөлзифа Моратты күреп, телһеҙ ҡала.

Морат (арбаһын этәрә-этәрә Гөлзифа эргәһенә килә, улар ҡосаҡлаша, һүҙһеҙ ҡалалар. Гөлзифа өнһөҙ генә илай). Эх, Гөлзифам-Зифам, донъя беҙҙе шундай хәлдәргә дусар итер тип кем уйлаған (барыһы ла моңһоу ғына уларға ҡарап тора).

Маһинур (кинәт). Эй-й-й, өйҙән мәйет сыҡҡандай ҡайғырышып баҫып тормайыҡ әле. Ниндәй шатлыҡ бит, Морат ҡайтып килде һуғыштан, Гөлзифа яраланған булһа ла иҫән ҡалған, Хоҙайыма мең шөкөр! Хәҙер мәтрүшкәләп сәй эсербеҙ бергәләп. Бына беҙҙең батыр сабыйыбыҙ ҙа ҡулдағы йылыға йоҡлап китте. Әйҙәгеҙ, өҫ кейемдәрегеҙҙе һалығыҙ! Шатлыҡтан таҡмаҡтар иҫкә төштө әле (шаян ғына йылмая, ололарса бер-нисә таҡмаҡ әйтеп, әйләнеп бейеп ала).

Морат (кинәт һиҫкәнеп киткәндәй була, күҙ ҡараштарын йәшерә). Маһинур апай, миңә юлға ҡуҙғалырға ваҡыт. Барығыҙ ҙа һау булығыҙ! Ғәрип көйөмсә Гөлзифа эргәһендә ҡалырға хоҡуғым юҡ. Бәхетле бул, кәләш! Һин әле үҙеңә тиң булғанды, һау кешене осратырһың (барыһына ла күҙ һирпә лә, ултырған арбаһын этәреп, өйҙән сыға башлай. Күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырыша.).

Гөлзифа аяғының ауыртыуын онотоп, сатанлап тороп баҫа һәм йүгереп барып, Моратты барып ҡосаҡлай. Һағышлы көй ағыла.

Гөлзифа. Морат, һин ҡайҙа-а-а-а-а?(Илай). Китмә, Морат, китмә, ҡәҙерлем! Һинән башҡа миңә йәшәү юҡ, миңә бер кем кәрәк түгел...Улыбыҙ менән һине өҙөлөп көттөк. Бергә булғанда беҙ барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығарбыҙ! Зинһар, ташлап китмә беҙҙе, һөйгәнем! Улыбыҙға ла, миңә лә һин бик кәрәк. Нисек барһың, шулай кәрәк (илап һығылып төшә).

Арбаһын этәреп сығып барған Морат, артҡа әйләнеп, туҡтап ҡала. Шаршау ябыла. Өмөтләндергес көй уйнай.

Шаршау ябыла.

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас