Республикабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ысынбарлыҡҡа тура килгән ҡарашты тыуҙырыу буйынса Республика Хәрби Дан музейы үҙенең ҙур ролен үтәй. Музей үҙенең эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы һәм Республика ветерандар советы ҡарары менән Бөйөк Еңеүҙең 55 йыллығы айҡанлы 2000 йылда башлай. Быйыл музей үҙенең 25 йыллыҡ эш дәүерен билдәләй. Ул Өфө ҡалаһының иң күркәм, кешеләр яратып ял иткән «Еңеү» паркында урынлашҡан. Проект «Архпроект» фирмаһы тарафынан эшләнелә. Уның авторы - Винкельман Дмитрий Александрович. Шулай уҡ проекты тормошҡа ашырыуҙа башҡа архитекторҙар: Винкельман П.А., Варыпаева Л.Н., Маткина О.В., Пронина М.Г. – үҙ өлөштәрен индерә. Зданиеның тышҡы ҡиәфәте, һуғыштың ауыр, ҡанлы булыуын сағылдырып, формаһы буйынса танкыға ҡаршы ҡоролманы, йә хәрби кораблде күҙ алдына баҫтырта.
Музейҙа фәнни-фонд, фәнни-ағартыу, күргәҙмә ойоштороу йүнәлешендә эш ойошторолған.
Граждандарҙың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү юғары кимәлдә үтәлә. 2024 йылда бөтәһе 372 экскурсия ойошторола. Шунда 11752 экскурсант була. Махсус тема буйынса 75 сара үткәрелә. Уҙғарылған экскурсиялар күләме арта бара. Әйтәйек, 2022 йылда - 582, ә 2023 йылда 609 экскурсия үткәрелә. Фәнни-ағартыу йүнәлеше буйынса 2022 йылда - 74, 2023 йылда 96 сара уҙғарыла. Унда 2022 йылда - 4700, 2023 йылда 6400 кеше йәлеп ителә.
Музей йыл әйләнәһенә тиерлек килеүселәр өсөн асыҡ. Миҫал өсөн, 2023 йылда 310 көн музей экспозицияһы менән танышыуға мөмкинлек тыуҙырыла. Ташлама менән килеүселәр ҙә, һаулыҡтары менән сиклеләр ҙә, йәше мәнән өлкәне лә ситләтелмәй. Һөҙөмтәлә ҡыҙыҡһынып килеүселәр һаны артҡандан-арта. Мәҫәлән, 2022 йылда - 44, 6 мең, 2023 йылда - 46,6 мең һәм 2024 йылда 62000 кеше музей экспозицияһы, күргәҙмәһе менән танышҡан.
Йыл да Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы темалар буйынса музейҙа 8 һәм башҡа урындарҙа 30-40 күсмә күргәҙмә ойошторола хеҙмәткәрҙәр тарафынан. Был мөһим сара музейҙың һәм башҡаларҙың фондындағы экспонаттарҙы ҡулланып үткәрелә. Республика кимәлендәге мөһим сараларҙа, Бөйөк еңеү һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөндә һәр ваҡыт күргәҙмә менән танышыу мөмкинлеге тыуҙырыла.
Һаулыҡтары сикләнгәндәр музей хеҙмәткәҙәренең махсус иғтибар үҙәгендә тора. Миҫал өсөн, улар өсөн махсус рәүештә 2023 йылда музейҙа - 18, ә онлайн аша 15 сара үткәрелә.
Музейҙың фонды бай һәм ул йылдан-йыл арттырыла. Музейҙың фондында 2023 йылға 15 950 экспонат тупланған була. Ә 2022 йылда ул 15734 тәшкил иткән. Уларҙың төп өлөшө – Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яҙылған хаттар, шул һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарҙың документтары, наградалары, фотолары, хәрби кейемдәре, һуғыш ҡоралдары, мина, бомба ярсыҡтары һәм башҡалар. Бында шулай уҡ Чечнялағы террорға ҡаршы һәм Махсус хәрби операцияға, Афғанстанға интернациональ ярҙам итеүгә бәйле предметтар ҙа бер ни тиклем йыйналған. Экспонаттар тураһында мәғлүмәт Рәсәй Федерацияһының дәүләт музей каталогына индерелгән. Унда 2024 йылдың башына 5748 экспонат теркәлгән. Улар менән ҡыҙыҡһыныусыларға һәм фәнни эҙләнеүселәргә ошо каталог аша яҡындан танышыу, өйрәнеү мөмкинлеге тыуҙырылған.
Йыйналған экспонаттар төп, ярҙамсы һәм күргәҙмә фондына бүленгән. Улар графика, скульптура, приклад сәнғәт, нумизматика, баҫма продукция, техника, хәрби ҡорал, фотография, негатив, көнкүреш һәм этнография төркөмдәренә тупланған. Бында шулай уҡ айырым шәхестәрҙең әйбер коллекциялары билдәләнгән. Экспонаттарҙың күбеһе граждандарҙың үҙ теләге буйынса килешеү нигеҙендә музей фондына килтерелә. Эҙләнеү отрядтары ла музей фондын яу яланы урындарында ҡаҙылған ерҙән табылған предметтар менән тулыландыра. Улар килтергән әйберҙәр араһында һалдат муйынында медальон эсендә йөрөтөлгән яҙманы, пуля һәм бомба ярсыҡтары менән тишкеләнгән Совет Армияһы һәм трофей каскаларын, көрәктәрен, кәстрүлдәрен, һуғыш ҡоралдарын күрергә мөмкин.
Фондтағы экспонаттар даими рәүештә экспозицияла ҡулланыла. Әйтәйек, экспозицияла төп фондтан 2022 йылда - 581, ә 2023 йылда 217 экспонат урынлаштырыла. Экспозиция-күргәҙмә майҙаны ике ҡатлы бинала 1890 квадрат метр тәшкил итә. Унда Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстанға интеранациональ ярҙам итеү һәм бөгөнгө көндәге Махсус хәрби операция темаһы сағылдырыла. Башҡортостандың ошо ваҡиғаларға ҡағылышлы роле күрһәтелә.
Музейҙың беренсе ҡатындағы экспозия Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тыл тормошон һәм Афғанстанға интернациональ ярҙам итеүҙе күҙ алдына килтерергә мөмкинлек тыуҙыра. Витриналарҙағы мәғлүмәт Өфө моторҙар эшләү, Резина-техник изделиелар, Тау ҡоролмалары, Кабель һәм Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводтары, «Прогресс» агрегат етештереү берекмәһе, Белорет металлургия комбинаты, мәғдән сығарыу, нефть сығарыу һәм уны эшкәртеү, төҙөлөш, энергетика һәм ауыл хужалығы тармағындағы һуғыш осорондағы күренеште асыҡларға булышлыҡ итә. Завод тормошон һүрәтләгән витриналар алдына, шул осорҙо күҙалландырып, станок артында эшләп тороусы үҫмер-маникен урынлашҡан. Бында шулай уҡ эҙәрмәндәр ҡаҙып табып килтергән, Өфө моторҙар эшләү заводы сығарған самолет двигателе урын алған. Ике витринала медицина һәм сәнғәт өлкәһенә ҡағылышлы предметтар күрһәтелә. Экскурсияға килеүселәр иң беренсе сиратта һуғыш тойғоһон сағылдырған инсталляция менән танышалар. Инсталляция гранит таштарҙан торған Башҡортостан картаһынан, һауыт формаһын күҙәләндергән символик ҡурайҙан, бауҙарға эленгән хаттарҙан һәм ИЛ-2 самолет макетынан тора. Бер диорама һалдатты һуғышҡа оҙатыуҙы, ә икенсеһе – Афғанстан илендәге тауҙарҙаға үрмәләгән Совет Армияһы һуғышсыларын сағылдыра.
Икенсе ҡатҡа күтәрелгән саҡта иң беренсе сиратта Башҡортостанда тыуған Советтар Союзы Геройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары һәм Рәсәй Федерацияһының Геройҙары исемлеге бирелә. Артабан музейға килеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған художнигы Ф.Е. Трофимовтың «Красная площадь. 1941 г.» картинаһы ҡаршы ала. Был картинала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан билдәле шағир, яҙыусы Мостай Кәрим дә төшөрөлгән. Картина Ҡыҙыл майҙанда 1941 йылдың 7 ноябрендә һалдаттарҙың һәм халыҡтың рухын күтәргән хәрби парадҡа бағышланған.
Икенсе ҡатта Бөйөк Ватан һуғышы барышы экспозицияларҙа эҙмә-эҙлекле һүрәтләнелә. Иң беренсе сиратта Брест крепосы, сик буйындағы алыштарға бәйле мәғлүмәттәр бирелә. Артабан Мәскәү, Сталинград, Курск янындағы һәм башҡа фронттарҙағы һуғыштар тасуирлана. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихына һәм уның яугирҙарының яҙмышына айырым витрина бағышлынған. Музейға килеүселәр Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларында ҡатнашҡан яугирҙар (Муса Гәрәев, Даян Мурзин, Мәғүбә Сыртланова, Наталья Ковшова, Миңлеғәле Шайморатов, Вафа Әхмәҙуллин һ.б.), һуғыш күренештәрен сағылдырған диорама һәм ҡулланылған һуғыш ҡоралдары менән таныша. Бер диорама Паньшино ауылы янындағы ҡаты алышты күҙ алдына баҫтыра. Икенсе диорамала Рейхстагҡа хәрби байраҡты беренселәрҙән булып күтәргән һәм уның стенаһына яҙып тороусы өлкән сержант Ғазый Ҡазыхан улы Заһитов һынландырылған. Витриналарҙа Ленинградтағы блокада һәм партизан хәрәкәте тураһында мәғлүмәт тә урын алған. Бер зал тулы рәүештә Донецк халыҡ республикаһындағы һәм Луганск халыҡ республикаһындағы Махсус хәрби операцияға арналған.
Музей үҙенең эшмәкәрлегендә башҡа музейҙар менән бәйләнеш тота. Форумдар үткәрә. Экспонаттар менән алмашып торалар. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаһын сағылдырған башҡа ойошмаларҙың сараларына экспонаттар биреп ярҙам итә.
Бөгөнгө көндә 30 штаттан торған музейҙың хеҙмәткәрҙәр коллективын Үтәев Илшат Ислам улы етәкләй. Һыҙыҡ өҫтөнә алыр кәрәк шуны ла: Дим биҫтәһендә 112-се Башҡорт кавалерия музейы филиал булараҡ эшләй. Музей хеҙмәткәрҙәре профессиональ оҫталыҡтарын үҫтерәләр. Квалификацияны күтәреү курстарында белемдәрен камиллаштыралар, яңы технолог алымдарҙы өйрәнәләр, семинарҙарҙа һәм вебинарҙарҙа ҡатнашалар. Конкурста маһирлыҡтарын да күрһәтәләр. Грант нигеҙендә проекттарҙы тормошҡа ашыралар. Һуңғы яҡын аралағы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына Әхмәтова Филүзә Марат ҡыҙы авторлығында «Башавтотранс» унитар дәүләт предприятиеһының автобусында музей фондының мәғлүмәте нигеҙендә ике проект «Өфө – хеҙмәт данындағы ҡала», «Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостан» тормошҡа ашырылды. Минаков Илья Павлович философия фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлаған. Эшенә күрә – баһы тигәндәй, Үтәев Илшат Ислам улы һәм Гирфанова Гөлшат Илдус ҡыҙы «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булдылар.
Музей киң рәүештә бөгөнгө көндәге хәҙерге заман талабына ярашлы техник, мәғлүмәт саралары менән йыһазландырылған. Интернет селтәренә тоташтырылған. Махсус сайты эшләнелгән һәм уға инеп ҡарау мөмкинлеге тыуҙырылған. Музей менән был сайт аша күп мәғлүмәткә эйә була ала. Яңы мәғлүмәт технологияһы ҡулланыла. Музейҙың мультимедия уйын зонаһынан Интернет селтәре аша уҡыусылар менән интерактив «История-онлайн» дәрес үткәрелә. Был тиҙ арала алыҫ арауыҡта ятҡан ауыл һәм ҡала уҡыусыларын музейҙың раритет экспонаттары менән яҡындан танышыуға мөмкинселек бирә. Музейҙың сайтында «Еңеү» паркы һәм музей менән виртуаль дә танышыу ҡаралған. Музей эсендә виртуаль гидтар ҡыҫҡаса рәүештә Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тарихы, республиканың еңеүгә индергән өлөшө һәм батырҙары менән таныштыра. «Рәсәй хәрби тарих йәмғиәте» ярҙамы менән башҡорт, рус һәм ингиз телендә «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан» аудиолекцияһы булдырылған. «Артефакт» һандар платформаһында музей экспозицияһы буйынса ике мультимедия-гид эшләй. Музейҙың 3d үлсәмен сағылдырған мобил өҫтәлмәһе эшләй. Был өҫтәлмә аша музейҙың диорамаһын «терелтергә» һәм тарихи ваҡиғала ҡатнашыу тойғоһон кисерергә була. «Китап-байрам» - «Праздник книг» фестивалендә интерактив «Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Өфө» күргәҙмәһе ойошторола. Смартфон, планшет ярҙамында, тарихи кадрҙарҙы «терелтеп», Өфө тарихы менән тәрәнерәк таныштылар ҡатнашыусылар. Был йүнәлеш музейҙағы экспозициялағы экспонаттар менән танышҡанда ла киң ҡулланыла. «Башавтотранс» унитар дәүләт предприятиеһының автобусында музей фондының мәғлүмәте нигеҙендә ике проект «Өфө – хеҙмәт данындағы ҡала», «Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостан» тормошҡа ашырылды. Бынан тыш Өфөнөң Башавтотранс автобустарының 120 экраны аша Рәсәй хәрби тарихының иҫтәлекле даталар тарихи мәғлүмәте күрһәтелде. Бында «Рәсәй хәрби тарих йәмғиәте» сайтындағы һәм музейҙың проекттар мәғлүмәте ҡулланылды. Йыл һайын яҡынса 16 миллион пассажирға бик кәрәкле, фәһемле фәнни мәғлүмәт менән танышыуға мөмкинлек тыуҙырылды.
Ғөмүмән, Республика Хәрби Дан музейы юғары кимәлдә илебеҙҙең данлыҡлы хәрби тарихы һәм ҡаһарман яугирҙар яҙмышы менән таныштыра, илһөйәрлек тойғоһон уята һәм тәрбиәләй. Ҡыҙыҡһыныусыларға һәм фәнни эш менән шөғөлләнеүселәргә бай материал тупланған.
Ҡулланылған әҙәбиәт: