З.Г. КӘРИМОВА, Хәйбулла районының Һамар урта мәктәбе директоры, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы
Рәзилә Шәрифулла ҡыҙы Бәҙретдинова Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Көйөргәҙе районының Абдул, Ҡансыра мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәтенән, Хәйбулла районының Степной, Һамар мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уҡыусылары олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, ижади конкурстарҙа уңышлы сығыш яһап, призлы урындар яулай. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Р.Ш. Бәҙретдинова балаларға белем биреп кенә ҡалмай, уларҙы үҙен танып-белергә, шәхси һәләттәрен асырға, үҫтерергә, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә. Әлбиттә, иң беренсе нәүбәттә, туған тел уҡытыусыһы булараҡ, ул әсә теленең нескәлектәрен, Тыуған ил, тыуған ер, атайсал кеүек изге төшөнсәләрҙе бала күңеленә һеңдерергә тырыша. Үҙенең бер шиғырында әйткәнсә:
Иген сәсһәң, көҙгә уңыш бирә
Бойҙай ята тау-тау өйөлөп.
Уҡытыусы сәскән емештәрен
Ҡасан йыйыр, туплап-өйөрөп?
Хәҙер инде үҙҙәре тәжрибәле уҡытыусы, табип һәм башҡа һөнәр эйәләре булған уҡыусыларының йыш ҡына “Апа, һеҙҙең дәрестәрҙе оноторлоҡ түгел”, “Беҙ һеҙҙе онотмайбыҙ, хөрмәт итәбеҙ”, тигән һүҙҙәре – остаз өсөн иң оло баһа.
Р.Ш. Бәҙретдинова балаларҙа милли аң, рух тәрбиәләүҙе беренсе урынға ҡуя. Балалар менән бергәләп талҡан, бауырһаҡ, сәк-сәк, бишбармаҡ кеүек халҡыбыҙҙың милли аштарын әҙерләү, халыҡ уйындары, йолаларын күрһәтеү – уҡытыусының әһәмиәтле тәрбиәүи сараларының береһе.
90-сы йылдарҙа үткәрелгән иң тәүге “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы лауреаты Р.Ш. Бәҙретдинова һәр сара, байрам, иҫтәлекле ваҡиға тураһындағы уй-фекерҙәрен шиғыр юлдарына һалырға ярата. Күп кенә шундай шиғри юлдар коллегаларына, дуҫтарына, туғандарына арналған.
Күренекле яҡташы, яҙыусы, журналист Фәрзәнә Аҡбулатованың ижадына арналған асыҡ район әҙәби конкурсында ул үҙе лә, уҡыусыһы ла призлы урын яулаған. Рәзилә Шәрифулла ҡыҙы Бәҙретдинова – Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы, Хәйбулла, Көйөргәҙе райондары мәғариф идаралығының күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Һамар урта мәктәбе директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгән педагог, коллективта, ата- әсәләр һәм ауыл халҡы араһында абруй ҡаҙанған уҡытыусы бөгөн дә сафта.
Мәңге бурыслыбыҙ
Һуғыш йылдарында үҫкәндәр...
Ауырлыҡты күпме күргәндәр.
Фронт өсөн, Еңеү өсөн тиеп,
Төндө көнгә ялғап йөрөгәндәр!
Һеҙҙең алда мәңге бурыслыбыҙ,
Атай, олатай, эшсән инәйҙәр.
Беҙҙең быуын һәм киләсәк йәштәр
Һеҙгә һаулыҡ, бәхет теләйҙәр.
Тормош, яҙмыш ғазаптарын үткән
Шул быуынға беҙҙән ни кәрәк?
Иғтибарлы, ихтирамлы булһаҡ,
Нур сәскәндәй булыр ҡарт йөрәк.
Мәрхәмәтле генә булайыҡсы
Үҙебеҙҙән оло кешегә.
Бер бәләкәй ярҙам, йылы ҡараш
Хөрмәт булһын улар йәшенә.
Дуҫтар, йәштәр! Һеҙгә өндәшәмен
Һаҡ булайыҡ оло быуынға.
Ыуалырға торған йөрәктәргә
Көс бирәйек тағы, тағы ла.
Аҡ ҡайын зары
Йәмле яҙҙа сауҡалыҡта
Бөрө тиртте йәш аҡ ҡайын.
Көс-дәрт артты ботаҡтарҙа
Һут өҫтәлеп аҡҡан һайын.
Тәмле һуты һәр тәлгәшкә,
Һәр бөрөгә шатлыҡ өҫтәр.
Шаулап-гөрләп япраҡ ярыр,
Тирә-йүнгә йәм, нур һибер.
Мәрхәмәтһеҙ, ҡанһыҙ бәндә
Йәш ҡайынға ник күҙ атты?!
Нәфселәнеп, һут эсәм, тип
Ботағына балта сапты.
Ҡайын илай...Сеү!..Тыңласы:
Тамсы-тамсы йәштәр аға.
Кемдең ҡулы йәлләмәйсә
Йәш ҡайынға һалған яра?!
Шул яранан аҡҡан тамсы
Һорай кеүек кешеләрҙән:
Йәрәхәтле, һутһыҙ көйө
Был ерҙәрҙә йәшәргәме?!
Илай, һыҡтай. Яраһынан
Гәрәбәләй йәштәр тамды.
Әйтерһең дә, үлде ҡайын,
Шаулауынын урман тынды.
Бәғерһеҙлек арҡаһында
Һулып, ҡороп кипте ҡайын,
Йәш ағастың ҡороуына
Ҡарауҙары ай-һай ҡыйын.
Аҡ күлдәкле нәфис ҡайын
Тама-тама зарын ҡоя.
Түҙмәйенсә Ер-әсә лә
Ауыр һулап иңрәп ҡуя.
Һәм өндәшә кешеләргә,
Бағлап һуңғы өмөттәрен:
Аңламаһаҡ тәбиғәтте,
Киләсәктә ни көтәлер?
Эй, кешеләр, уянығыҙ,
Тәбиғәтте һаҡлайыҡсы!
Йәш ағасҡа төҙәлмәҫлек
Йәрәхәттәр һалмайыҡсы!
Йәшел күлдәк кейгән урман
Япраҡ ярһын килер яҙҙа.
Ер-әсәнең һаҡсылары
Булһын һәр саҡ арабыҙҙа!
Баймаҡ районында Туғажман
тауында башҡорт халҡының
милли уйын ҡоралы ҡурайға һәйкәл ҡуйылған.
Һәр тажына ҡурайсылар исеме яҙылған. Авторы – Миҙхәт Байрамғолов.
Һәйкәл-ҡурай
Туғажмандың бейек түбәһендә
Ҡурайҡайға һәйкәл ҡуйылған.
Әйтерһең дә, уның һәр бер тажы
Халҡым моңдарынан ҡойолған.
Һәр бер тажда – айырым шәхес, яҙмыш
Ҡурайсылар – улар исеме.
Таждар артһын, алмашсылар үҫһен,
Илһамланып ҡурай көсөнә.
Ҡурайҡайым, даның алыҫ китте,
Сит илдәр ҙә һиңә баш эйә.
Дан йырланһын, ҡурай, һине ҙурлап,
Һәйкәл итеп ҡойған кешегә.
Уйна, ҡурай – башҡортомдоң даны
Сыңла, ҡурай, моңоң үлмәһен.
Башҡорт рухлы ирҙәр бар сағында
Ҡурай моңо мәңге һүнмәһен!