Банат Хәйрулла ҡыҙы Батырова 1904 йылдың 16 декабрендә Өфө өйәҙенең (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы) Иҫке Муса ауылында ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килә. Бала сағы ошо ауылда үтә. Атаһы Хәйрулла Аксаков урманында урмансы булып эшләй. Йырын аша сығып барғанда боҙ емерелеп һыуға төшә. Һыуыҡ алдырып, ҡаты ауырығандан һуң үлеп китә. Әсәһе Нәҡиә старшина йортонда хеҙмәтсе булып эшләй. Банат алты йәшенән бай балаларын ҡарап тамаҡ туйҙыра. Оло ағайҙары байҙарға көтөү көтә, апайҙары йөн тетеп, иләп, бәйләм бәйләй.
Банаттың ағайҙары Беренсе донъя һуғышына китәләр, һуңынан граждандар һуғышы сыуалышында үлеп ҡалалар. Апайҙары аллы-артлы тормошҡа сығалар. 13 йәшлек Банатты ла Вәлиәхмәт исемле ауылдашына кейәүгә бирәләр. Тиҙҙән уның ире лә һуғышҡа китеп, хәбәрһеҙ юғала. 1021 йылда, ун туғыҙ йәше тулғас, Банат Үтәгән ауылынан Сәитғәле исемле кешегә кейәүгә сыға. Йәш ҡатын тормош иптәшенең ауылына йәшәргә күсеп китә. Сағыу тауышлы, үткер Банат был ауылға бик тиҙ өйрәнеп китә. Ҡул эштәренә лә оҫта була ул. Ире Сәитғәли урындағы байға хеҙмәт итә. Байҙың йәйге өйө йәш ғаилә өсөн ваҡытласа йәшәү урынына әүерелә. 1928 йылда уларҙың Минибаныу исемле ҡыҙҙары тыуа, 1929 йылда йәштәр йорт һалып сығалар. Бер йылдан һуң Спартак исемле улдары тыуа.
Банат Батырова – звено башлығы
Батыровтар ғаиләһе ауылдың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша. Тәүгеләрҙән булып колхозға инергә ғариза яҙа улар.
1932 йылда баш агротехник Ф. Нафиҡов Мәскәүҙән ВДНХ-нан ике килограмм шәкәр сөгөлдөрө орлоғо алып ҡайта. Уны сәсеү һәм эшкәртеү звенолары ойоша. Шулай итеп, Башҡортостан ерендә беренсе тапҡыр шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү башлана.
«Иҙел» колхозының Үтәгән ауылы колхозсыһы Банат Батырова өр-яңы эшкә тәғәйенләнә – шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса звено башлығы итеп ҡуйыла.
Республикала был ошо йүнәлештә эшләгән тәүге звено була. “Иҙел” колхозы звеноһындағы ете ҡатын: Банат Батырова, Әсҡәпьямал Хөсәйенова, Фәрхинур Ғиззәтуллина, Ғәйшә Моталлапова, Хәнифә Хәсәнова, Фәрзәнә Хөсәйенова, Фатима Хәсәнова, берәр сирек ер алып, эшкә тотона, ерҙе һөрөү, тырматыу, сәсеүҙән тыш барыһы ла ҡул көсө менән башҡарыла. Сөгөлдөрҙө көрәк менән ҡаҙып, үҫтергән уңышты йыйып алалар.
Беренсе йылда уңыш артыҡ ҡыуандырмай. Ерҙе дөрөҫ эшкәртергә һәм ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү юлдарын өйрәнергә кәрәк була. Һуңынан гектарынан өс центнер уңыш алына. 1939 йылдан алып һәр йыл уңышты арттыра барып, гектарынан 100 центнер тамыраҙыҡ алыуға ирешәләр. Артабан тырышлыҡ һөҙөмтәһендә ике гектарҙан 200 центнер сөгөлдөр үҫтереп алына. Бер нисә йыл ҙур майҙанда орлоҡ фондын тулыландырыу өсөн шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелә. Звено башлығының һәм уның иптәштәренең ныҡышмалы хеҙмәте бушҡа үтмәй, Банат Хәйрулла ҡыҙын тиҙҙән район Советы депутаты итеп һайлайҙар.
«Иҙел» колхозының рекорды
1941 йылда башланған Бөйөк Ватан һуғышы билдәләнгән бөтә пландарҙы селпәрәмә килтерә. Банат ирен һуғышҡа оҙата, ә ике йылдан уның үлем хәбәрен ала. Артабан ул сөгөлдөр үҫтереүгә бөтә көсөн һала. 1945 йылда, фашист илбаҫарҙарын еңгән йылда, Банат Батырованың звеноһы һәр гектарҙан 407 центнер шәкәр сөгөлдөрө йыйып ала. Ағымдағы район Советы сессияһында Банат Батырова гектарынан 500 центнер уңыш алырға йөкләмә алып, уны 502 центнерға үтәй. 1947 йылда ул республиканың юғары Советы депутаты була. Ошо йылда гектарынан 611,5 центнер уңыш алып юғары рекорд ҡуя.
Банат Батырова – Соцалистик Хеҙмәт Геройы
Беҙҙең ерҙә был яңы культураны үҫтерә алыуға ышаныс арта һәм уны күпләп сәсә башлайҙар. Ҡырмыҫҡалы районында “Ҡарлыман” шәкәр заводы асылғандан һуң, сөгөлдөр үҫтереү тағы ла ҙурыраҡ ҡолас ала. 1947 йылда гектарынан 661,5 центнер шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп алған өсөн Банат Батыроваға 1948 йылда Соцалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Башҡортостанда ул ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе хеҙмәт геройы була. Шулай уҡ уны Ленин ордены менән дә бүләкләйҙәр. Звеноһынан өс кешегә – Ғәзизә Байгилдина, Әсҡәпьямал Хөсәйенова, Фатима Хәсәноваларға Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыла.
Рухи байраҡ һинең исемең!
Банат Батырова 1959 йылдың 19 июлендә вафат була, Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылы зыяратында ерләнгән.Үтәгән ауылында Банат Батырова исемен йөрөткән урам бар. Ошо уҡ ауылда уның ейәне йәшәй.Фиҙаҡәр хеҙмәте менән абруй яулаған күренекле яҡташыбыҙ Банат Хәйрулла ҡыҙы һымаҡ хеҙмәт батырҙарының эштәре, үҙҙәре фанилыҡтан китһә лә, мәңге йәшәй. Бөгөн беҙ исеме батырлыҡ һәм хеҙмәт символына әйләнгән Банат Батырова алдында баш эйәбеҙ.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
3.Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.