Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
1 Декабрь 2025, 12:06

«Татр»» ҡаялары бөркөтө

М.М. ГОДБОДЬ (ҠОЛМӨХӘМӘТОВА), Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы һәм Чехия Республикаһының рус телле Журналистар союзы ағзаһы Дәрестең темаһы. 1944 1945 йылдарҙа Чехословакияла «Бейек Татрҙар» исемле партизандар отрядының командиры булған башҡорт егете Вафа Әхмәҙуллиндың яу юлдары һәм тормош биографияһын өйрәнеү.( Урта һәм юғары кластар өсөн тәғәйенләнә.) Маҡсат. Уҡыусыларҙы  Вафа Әхмәҙуллиндың  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында  батыр разведчик һәм партизан отряды  командиры булараҡ сит илдә танылыуын, уның яу юлдарын һәм  тормош биографияһын өйрәнеү, Тыуған илебеҙҙең намыҫын һаҡлау һәм тыныслыҡ яулауҙа күрһәткән батырлыҡтары, рухи ныҡлығы, төрлө телдәрҙә һөйләшеүсе яугирҙарҙан торған  күп милләтле партизандар отряды менән оҫта етәкселек итеүе, командир булараҡ һәләттәре һәм ҡыйыулығы, оҫта ойоштороусы булыуын һөйләп, балалар күңелендә батыр  яҡташыбыҙ менән ғорурлыҡ тойғолары  уятыу.

«Татр»» ҡаялары бөркөтө
«Татр»» ҡаялары бөркөтө

Ҡулланыу өсөн материал:

”Ватандаш” баҫмаһында 2005 йылдың 5-се һанында нәшер ителгән Р.Хажиевтың  “Помнят высокие Татры”, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы, Чехия Республикаһының рус телле журналистар союзы ағзаһы,публицист Миләүшә Годбодь(Ҡолмөхәмәтованың) фотоһы һәм ”Ватандаш” баҫмаһында сит ил әҙәбиәтенә нигеҙләнеп, Вафа Әхмәҙуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата яҙылған  “Татр ҡаялары бөркөтө”исемле документаль повесы күрһәтелә(2022,№7,№8 );

Шулай уҡ Вафа Әхмәҙуллиндың Еңеүҙең 60 йыллығына арнап “Ватандаш”журналының икенсе битенә(2005,№5) ҡуйылған портреты, таалнтлы башҡорт рәссамы Юлай Әминев ижад иткән “Командир Вафа Әхмәҙуллин”исемле портрет менән таныштырыла.

Быларҙан тыш таҡтаға яҙылған словак яҙыусылары Ладислав Беньоның “Бейек   Татрҙар”отрядының батыр командиры Вафа Мостафа улына арнап яҙылған  “Тарихты терелтер батыр.Халыҡ яҡлаусыһы”(1981),   Боһумила Клоудованың “Партизан отряды хроникаһы”(1978), Бранислав Хоманың “Һуғыш романы”н  (1972) ижад итеүҙәре әйтелә, уларҙың исемен дәфтәргә яҙып алалар.

Дәрес барышы. Уҡытыусы дәресте батыр командир хаҡындағы әңгәмә менән башлап ебәрә.

-Татр тауҙары ҡайҙа урынлашҡан? Уның иң бейек түбәһе нисә метр? Ни өсөн отряд “Бейек Татрҙар” тип аталған?-тигән һорауҙар ҡуя. Отрядтың “Бейек Татрҙар”тип аталыуы партизандарҙың ауырлыҡтарҙы еңеп гел алға,еңеүгә барасағы,үҙҙәренең тыныслыҡ яҡлы булыуына ишара итеүенән икәнлеге аңлатыла.Артабан уҡытыусы:

-Батыр командирҙың Башҡортостандың ҡайһы районында тыуып үҫкәнен һорай.

-Тарихта үҙегеҙҙең исемегеҙҙе яҙып ҡалырырға теләр инегеҙме?Кешенең данлы исеме ниндәй осраҡта уның үҙенән һуң да йәшәй?-тигән һорауҙарға яуаптар ала.Шунан һуң Вафа Мостафа улының биографияһы менән танышалар.

-Артабан яҙыусы Р.Хажиевтың рус телендәге  “Помнят высокие Татры”һәм Чехияла йәшәүсе яҡташыбыҙ Миләүшә Годбодь(Ҡолмөхәмәтованың) “Ватандаш”баҫмаһында нәшер ителгән әҫәрҙәренең бер-береһенән нисек айырылыуы аңлатыла,йәғни:Р.Хажиевтың әҫәре Вафа Әхмәҙуллин тере саҡта уның үҙ ауыҙынан һөйләтеп яҙылған әҫәр булһа, Миләүшә Годбодтыҡы авторҙың батыр һуғышҡан ерҙәрҙә йөрөп,Брно ҡалаһындағы Көньяҡ Моравияның иң ҙур китапханаһында үҙе уҡыған китаптарҙы ҡуланып һәм Словакияға сәйәхәт ҡылып яҙған документтарҙан торғанлығын  аңлата.Артабан батырҙың тормош һәм яу юлдарын өйрәнеүгә күсәләр.

Һүҙҙе В. Әхмәҙуллиндың  Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуып үҫкән ябай башҡорт егете булыуынан башлай уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул үҙен бар Чехословакияға киң билдәле батыр командир булараҡ танытҡан шәхес була: һуғыштан һуң  I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары,  Чехословакиялағы иң юғары хәрби награда - «1939 йылғы Чехословакия тәреһе» ордены, «Партизан һуғышында ҡатнашҡаны өсөн», «Батырлыҡ өсөн» һәм тағы ла иҫәпһеҙ юбилей миҙалдары менән наградлана. 1945 йыл Вафа Әхмәҙуллин Чехословакияның Почетлы гражданины тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.Әммә быға тиклем ул оҙон һәм үтә лә ҡатмарлы  яу юлдары уҙа.Артабан батырҙың яу юлдары тураһында һөйләүгә күскәнгә тиклем шул йылдарҙағы сәйәси хәлдәргә лә аңлатма бирелә.

Ни өсөн яҡташыбыҙ Вафа Әхмәҙуллин  Чехословакияла һуғышһа ла, бөгөн Словакияла  тип һөйләйбеҙ,тигән һорауға ла яуап бирелә:чехтар ҙа,словактар ҙа Икенсе Донъя һуғышына тиклем бер илдә - Чехословакияла йәшәгән.Әммә Гитлер “Чехияны –Германияның протектораты,йәғни айырылғыһыҙ бер өлөшө” тип, айырып алғас словактар яңынан Словакияла йәшәй. Ил башлығы  Йозеф Тисо немецтарға һатылған кеше булараҡ һәр йәһәттән дә Гитлерҙың йырын йырлай. Әммә һуғыштан һуң ике ил яңынан ҡушылып Социалистик Чехословакия тип атала башлай. Артабан 2005 йылда ике ил дә НАТО аҫтында ҡалғас бөгөнгө көндә яңынан айырым йәшәйҙәр..

Һуғыш йылдарында Чехословакияла “Ермак”,”Орел”,”Ян Жижк”(командиры яҡташыбыҙ Даян Мурзин),”Ян Гус”,”Ян Козин” кеүек һәм башҡа тиҫтәләгән эреле-ваҡлы партизандар отрядтары була. Башында оҫта командир һәм разведчик Вафа Әхмәҙуллин торған “Бейек Татрҙар”отряды иһә үҙенең тауҙарҙа уңышлы хәрәкәт итеүе менән айырылып торған иң данлы отряд һанала.

...Түбәләрендә йәйен дә,ҡышын да ап-аҡ ҡарҙар ятҡан Татр тауҙары Словакия-Польша араһында урынлашҡан - шунлыҡтан уларҙы “Аҡ Карпат тауҙары” тип атағандар. Был тауҙарҙың буйы -60, киңлеге -15 километрға, ә бейеклеге - 2655 метрға етә. Аҡ Карпат тауҙарында бейеклеге 2500 метрға еткән бөтәһе 25 түбә бар.Шуларҙың  Польша сигендәге өлөшөндә Вафа Әхмәҙуллин партизандары һуғышҡан.

...Һуғыш башланғанда оҫта разведчик һәм яҡшы ойоштороусы булараҡ танылған Вафа Әхмәҙуллингә 19 ғына йәш була. Был ваҡытта ул Каменск-Подольск ҡалаһындағы артиллерия дивизияһында элемтәсе булып хеҙмәт итә.Фашистарға ҡаршы барған ҡаты алыштарҙа ҡурҡыу белмәҫ батыр разведчик гел алғы һыҙыҡта йөрөй, ул украин, немец телдәрен белеү менән бер рәттән башҡорт теленән тыш башҡа төрки телдәрен дә яҡшы аңлаған. Ә инде рус телен һыу кеүек эскән. Ошонда бәләкәй генә сигенеү эшләп,уҡытыусы  разведчиктар һуғышта ни өсөн күп телдәр белергә тейеш булған,тигән һорау ҙа ҡуя.

1941 йылдың 13 майында ил башлығы И.Сталиндың «Дошман тылындағы немец фашистарына ҡаршы йүнәлтелгән һуғыштар алып барығыҙ,бындай һуғыштар СССР-ҙың бөтә сик буйы өлкәләре һәм республикаларында ла алып барылырға  һәм дошмандарға ҡаршы түҙеп торғоһоҙ шарттар тыуҙырырға,уларға тын алырға ла ирек бирмәйенсә туҡмарға кәрәк!» тигән бойороҡ бирә. Шуға ярашлы, СССР-ҙа  ҡыҫҡа ғына арала эреле-ваҡлы 6200 партизан отрядтары барлыҡҡа килә, уларҙа хатта тотош ғаиләләре менән һуғышыусылар ҙа күп була. Башта партизан отрядтары менән маршал Климент Ворошилов етәкселек итә, артабан был яуаплы эш партизандар  хәрәкәте штабының начальнигы П.К.Пономаренкоға тапшырыла.

Барлыҡ партизан отрядтары һәм командирҙары ла партизандар һуғышы Үҙәгенә буйһона, ә  лейтенант В.Әхмәҙуллинды ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы С.А.Ковпак соединениеһына ҡараған «Н.С.Хрущев» отрядының разведка ротаһына тәғәйенләнә. Был ваҡытта уның отряды дошман тылына уңышлы диверсиялар яһай, «Рельстар һуғышында» ҡатнаша, немецтарҙың тимер юл коммуникацияларына һөжүм итә.Мәҫәлән, тик 1943 йылда ғына Украинала һәм Белоруссияла ошондай 42 операция ойошторолоп, унда дошмандарҙың хәрби ҡоралы, аҙыҡ түлек тейәлгән 18 мең составы, 70 күпере, 30 мең һалдаты һәм офицеры  юҡ ителә. Партизандар телендә «икенсе фронт» тип аталған ошондай һуғыштарҙа үҙен оҫта разведчик һәм яҡшы ойоштороусы булараҡ танытҡан яҡташыбыҙ отряды Татр тауҙарында ҡорал яғынан да,һан яғынан да үҙҙәренән йөҙ тапҡырға көслөрәк  немецтар менән алыша һәм гитлерсылар  ҡулсаһынан имен-һау сыға.Быға ул батырлығы өҫтөнә  аҡыл менән хәрәкәт итеүе, етеҙлеге һәм оҫта хәрәкәт итеүе арҡаһында ирешә, шунлыҡтан һәр бәрелештә байтаҡ гитлерсыларҙы юҡ итәләр .Разведчик Әхмәҙуллиндың дошман тылында алып барған  партизандар һуғышы бына шулай 1942 йылдан башлап 1944 йылдың авгусына тиклем дауам итә. 

Василь Ахмадуллин”ға яҙылабыҙ!”

Рус армияһында борон-борондан башҡорт,төркмән,үзбәк,ҡаҙаҡ кеүек төрки халыҡтарының исемдәрен дөрөҫ әйтеү маҡсатында уларға рус исемдәрен биргәндәр. Һуғыш шарттарында был уларға һатлыҡ йәндәрҙән  һакланыу өсөн дә уңайлы булған. Үҙәктең партизандар хәрәкәтен активлаштырыу хаҡындағы бойороғон тормошҡа ашырыу өсөн «Бейек Татрҙар» отряды командиры, 23 йәшлек Вафа Әхмәҙуллин ҙур көс түгә. Башта ул башлыса словак, чех, рус, украин, һәм белорустарҙан торған  партизандар менән  һуғыша.Әммә улар араһында башҡорттар,татарҙар,ҡаҙаҡтар,ҡырғыҙҙар һәм башҡа мосолман халыҡтары вәкилдәре лә була.Һатлыҡ йәндәрҙән һаҡланыу маҡсатында улар ҙа  йәшерен исем аҫтында йөрөй. Вафа Мостафа улы иһә «Вася», «Василь», «Василий» булып  йөрөй. Гитлерсылар иһә “Злой Василий”тип атаған һәм уның юлында  осрауҙан бик ныҡ ҡурҡҡандар.

Вафа Әхмәҙуллиндың отрядында башта 15 партизан  була. «Совет офицерҙары ойошторған яңы отряд барлыҡҡа килгән» тигән хәбәрҙе ишеткәндән һуң  уның отрядына тирә-яҡ ауылдарҙан  өҙлөкһөҙ халыҡ ағыла. Уларҙы Әхмәҙуллиндың комсомолец булыуы, Украинала партизандар отрядында һуғышып, ҙур тәжрибә туплауы, партизандар  менән кешелекле мөнәсәбәттә булғанлығы тарта. Яңы партизандар араһында концлагерҙан ҡасҡан төрлө милләтле кешеләре лә күп була. Барыһы ла совет командирына ныҡ ышана һәм ихтирам итә. Отряд ҙурайғас, отряд  комиссары итеп Леонид Леонов исемле рус офицерын, штаб начальнигы итеп украин егете Анатолий Барабашты, разведка начальнигы итеп Стефан Моравка исемле словак егетен билдәләйҙәр.Яңы барлыҡҡа килгән отрядтың хәрәкәт итеү районы итеп Татр тауҙары  билдәләнгәс, Киевҡа генерал Т.А.Строкач исеменә: «Яңы отряд төҙөлдө, словак халҡы дөйөм милли восстаниеға әҙер һәм  сигнал көтә» тигән радиограмма ебәрелә.

Яҡташыбыҙ командалыҡ иткән отрядты юҡ итеү өсөн Гитлер Татр тауҙарына Гитлер күп тапҡырҙар махсус өйрәтелгән һәм язалауҙа уҫаллығы менән айырылған махсус язалаусылар отрядтары  ебәрә,Ф.Әхмәҙуллиндың  башы өсөн Гитлер 4 мең марка аҡса вәғәҙә итә. Уның был туралағы листовкалары  тауҙарҙа самолеттар ярҙамында таратылған, ләкин тотоп биреүселәр табылмаған. Ерле халыҡ “Бейек Татрҙар” партизандары һәм яҡташыбыҙ  Вафа Әхмәҙуллин яҡлы булып, отряд партизандарына аҙыҡ-түлек, кейем, дарыуҙар менән  хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышҡан.

Дәрестең ошо өлөшөнән һуң уҡыусыларҙан олаталарының һуғышта кем булып хеҙмәт итеүҙәре,улар араһында партизандар,разведчиктар булыуы-булмауы хаҡында белешелә,СССР сигендә урынлашҡан Украина һәм Белоруссияла алып барылған киң танылған партизан һуғыштары хаҡында һорашыла. Һуғыш шарттарында  разведчиктарҙың бер-береһен ташламауы,һатмауы,батыр,ҡыйыу булыуы хаҡында яуаптар  алына. Картанан элекке СССР дәүләте сигендә ятҡан Украина,Белоруссия, Латвия,Литвия, Эстония кеүек илдәрҙе ҡарайҙар.Ошо илдәрҙә алып барылған  партизандар һуғышы  тураһында уҡыусыларҙың ниндәй кинофильмдар ҡарауҙарын, ниндәй китаптар уҡыуҙары һорашыла. Ыңғай яуаптар хуплана һәм маҡтала.

-1944 йылдың 2 сентябрендә Ҡыҙыл армия Европаға яҡынлашҡанда Чехословакия компартияһы чехтар һәм словактарҙы фашистарға ҡаршы көрәшкә саҡырып мөрәжәғәт итә.Ә разведчик Әхмәҙуллинға бер үк ваҡытта немецтарға ла, Украина милләтселәре – бандеровсыларға  ҡаршы ла  һуғышырға тура килә. Етәксеһе Степан Бандеров булған  “бандеровсылар”Карпат тауҙарына китеп, унда йәшәгән кешеләрҙе талай, СССР яҡлыларҙы, коммунистарҙы язалап үлтерә. Һуғыш тамамланыуға барғанда Степан Бандера 20 мең һалдаты менән Татр тауҙары аша башта Польшаның Вирла ҡалаһына барып һыйына, унан Австрия аша Мюнхендағы нацистар ярҙамында Америкаға китә...

 Вафа Әхмәҙуллин отряды Словакия Милли восстаниеһында

Чехословакия Коммунистар партияһы вәкилдәре Ян Шверма, Клемент Готвальд, Рудольф Сланский етәкселегендәге Словакияла Милли восстаниеһы  1944 йылдың  29 авгусынан башлап,27 октябренә  тиклем дауам итә. Етәксеһе- коммунист Ян Шверма билдәләнә. Словакия Милли восстаниеһында бөтәһе 57 партизан отряды ҡатнаша. Улар араһында 20 һаны менән билдәләнгән «Бейек Татрҙар» отряды ла бар, ә яҡташыбыҙ Даян Мурзин етәкләгән Ян Жижка отряды 56 һаны менән билдәләнгән. Милли восстаниеһы тотош илде ялмап ала: кешеләр ауылдары менән партизан отрядтарына һәм баш күтәреүселәр сафына ҡушыла. Был ваҡытта партизан бригадалары һәм отрядтарының төп штабы разведка мәғлүмәттәре алыу өсөн уңайлы тип табылған Волоска ауылында тора. Вафа Мостафа улы етәкселек иткән 2-се партизандар бригадаһы, Ружемберк, Липтовски-Микулаш, Попрад ҡалаларын азат итә,  немецтар тарафынан баҫып алынған Спишска, Нова Вес, Кежмарок кеүек ауыл-ҡалаларҙы фашистарҙан таҙартыуҙа ҡатнаша. Немецтарҙың өҫтәмә көстәрен уҙғармау маҡсатында Яңы һәм Иҫке Смоковцы, Татарнаска Поланка, Штребске Плесо, Важич ҡалалары, Виходна ауылы һәм Гиби станцияларындағы күперҙәр  шартлатыла. Был ауыл-ҡалалар өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа Әхмәҙуллин отряды һәм шәхсән  командир үҙе лә ҙур батырлыҡтар күрһәтә.

 Батыр яҡташыбыҙҙың  отряды башта Липтовска-Кокава исемле ауылда тора.Бында ул Революцион халыҡ комитеты ойоштора, немецтар власы ҡыйратыла, яңы власть халыҡ ҡулына күсә. Ерле халыҡ яҡташыбыҙ етәкләгән отряд партизандарына һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша.Әммә тиҙҙән ҡара көндәр башлана:Словакия восстаниеһын ҡанға батырыла: Гитлер партизандарға һәм уларға ярҙам иткән баш күтәреүселәренә ҡаршы 8 дивизия ташлай.Улар меңәрләгән кешеләрҙе әсирлеккә ала,уларҙың күбеһен  партизандарға ярҙам иткәнһегеҙ,тип аталар, ҡаты язаларға дусар итәләр, төрмәләр баш күтәреүселәр менән тула.

Хәлдең бындай боролош алыуына  И.Сталинды ла, Словакия сигенә яҡынлашҡан Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәре һәм үҙ илен гитлерсыларҙан таҙартырға ашҡынған Советтар Союзы Геройы, генерал Людвиг Свободаның 1-се Чехословакия корпусы ла ныҡ борсола. Әммә улар үҙ ярҙам кәрәккән ваҡытта килеп етә алмай.Килеп еткән хәлдә лә тау баштарына урынлашҡан фашист нығытмаларын күрмәү арҡаһында ҙур юғалтыуҙар кисерә.  Дукла артылыштарында урынлашҡан немец снайперҙары  һәм еңел пулеметтар менән ҡоралланған гитлерсылар Ҡыҙыл армия һәм Чехословакия корпусын һәләк итә.Тәүлегенә 1 саҡрым самаһы араны уҙған совет яугирҙары  ла меңәрләп һәләк була. Ә аҡ ҡар өҫтөндә ятып ҡалған яралыларҙы алып сығыу, үлгәндәрен ерләү мөмкинлеге бөтөнләй булмай, улар шулай киләһе яҙға тиклем яланда ятып ҡала.Шул сәбәпле словактар был яландарҙы бөгөн дә «Долина смерти» тип йөрөтөлә. 

Шайтан тарлауығы”ндағы хәл иткес  көрәш

Был хәлдәрҙән һуң Үҙәктән Словакияла төркөмләп һуғышыу тактикаһын ҡулланып, дошман тылында партизандар хәрәкәтен киң йәйелдерергә» тигән бойороҡ алына. Шуға ярашлы, Словакияла хәрәкәт итеүсе бар отрядтар,шул иҫәптән “Бейек Татрҙар”отряды ла тауҙарға китә һәм  “Шайтан тарлауығы тип аталған тауҙарҙа дошмандарға ҡаршы ҡаты һуғыштар алып бара.

Немецтар партизандарға ҡаршы  50 мең һалдатын ҡуя. 1944 йылдың 25 октябрендә Гитлер төп ударҙы Түбәнге Татр һәм Бескид, Бжезна, Буковина, Поланы тауҙарында хәрәкәт иткән партизан отрядтарына ташлай. Дошман көстәренә ҡаршы, нигеҙҙә иң көслө иҫәпләнгән Вафа Әхмәҙуллин, П.Величко, А.Егоров, И.Волянский, Е.Белик, М.Сечанский, В.Кветинский отрядтары тора. Был турала һуғыштан һуң Чехословакия Компартияһының генераль секретары коммунист Густав Гусак үҙенең иҫтәлектәрендә ошолай тип яҙа: «Беҙ тауҙарҙа аҙашып йөрөнөк,бер-беребеҙ менән бәйләнеште  юғалтҡайныҡ. Беҙгә шыҡһыҙ, ҡарлы-буранлы  һыуыҡ көндәрҙә шомло геүләгән ҡаялар аша Пшеров ҡалаһына сығырға кәрәк ине. Үҙебеҙҙең иҫән ҡалыуыбыҙ менән беҙ барыбыҙ ҙа юл күрһәтеүсе фараж(поп) Бартенға бурыслыбыҙ, ул булмаһа барыбыҙ ҙа аҙашып туңып үлер инек.Бына ошондай шарттар 20 мең партизандар һәм баш күтәреүселәр  диңгеҙ кимәленән 2655 метр бейеклектә ятҡан Татр тауҙары аша Польшаға барып сыҡтыҡ.Аслыҡтан,үҙәккә үтерлек һыуыҡтарҙан юлда күптәр туңып үлеп ҡалды.Үҙен-үҙе юҡ иткән иптәштәр ҙә булды”. 

    1944 йылдың көҙөндә «Бейек Татрҙар» отрядында  200 ашыу партизан була. ҙурайғандан-ҙурая, уңыш артынан уңыштар яулай.Партизандар немецтарҙы үҙ-ара «швабтар», йәки «боштар» тип йөрөтә. Командир Әхмәҙуллин етәкселегендә улар “швабтарға” ҡаршы түҙеп торғоһоҙ “операциялар” ойоштора:мәҫәлән, 1944 йылдың 7 ноябрь көнөндә Бөйөк Октябрь байрамы уңайы менән бейеклеге 2655 метрға олғашҡан Кшиван ҡаяһына ураҡ-сүкеш төшөрөлгән ҡыҙыл байраҡ ҡаҙайҙар. Быны күргән немецтар сығырҙан-сыға:Гитлер тауҙарға баштан аяҡ ҡоралланған ике СС батальонын ташлай һәм партизан отрядтарын тоторға,атырға,киҫергә һәм юҡ итергә бойора.Был турала самолеттар ярҙамында тауҙарға листовкалар ташлаттыра.Әммә“Бейек Татрҙар” партизандары бирешмәй, ныҡ ҡаршы торалар.”Боштарға ҡаршы төркөмләп һуғышыу тактикаһын ҡулланып, һөҙөмтәле уңыштарға ирешәләр. Бының өсөн штаб начальнигы Анатолий Барабаш отрядты 5 төркөмгә бүлергә тәҡдим иткәс, Вафа Мостафа улы ҡуш ҡуллап риза була. Сөнки Былай диверсиялар ойоштороу ҙа уңайлыраҡ, тип табыла. Һөҙөмтәлә Ямская, Рачкова үҙәнендә хәрәкәт итеүсе отрядтан тыш Вафа Әхмәҙуллин, Анатолий Барабаш, Аурель Гришо, Ладислав Беньо етәкселегендәге айырым отрядтар барлыҡҡа килә. Батыр һәм асыҡ йөҙлө,ҡыйыу Ладислав Беньо менән командир  менән Вафа Мостафа улы бик тиҙ уртаҡ тел таба. Алғараҡ китеп әйткәндә һуғыштан һуң Л.Беньо Чехословакияның билдәле яҙыусыһы  һәм мәҙәниәт министры булып китә. Словакияла Вафа Мостафа улы етәкләгән партизандар отрядының немецтарға ҡаршы алып барған һуғыштары   хаҡында “Салва под вершинами”(1965),”Опасная зон”(1972), “Интеллект двух фронтов”(1975),”Обнадеживающие отголоски”(1981), “Грабиновцы”(1981), “Соконя”(1991) исемле китаптар яҙа. Һуғыш тамамланыуға  40 йыл уҙғандан һуң Вафа Әхмәдуллиндың терелеге асыҡланғас бер нисә тапҡыр Мәсетлегә яуҙашы янына килә. Вафа Әхмәҙуллин да Чехословакияға барып, яуҙаштары менән осрашып ҡайта. Кем белә:бәлки,киләсәктә ошо китаптарҙың берәйһен булһа ла башҡорт һәм рус теленә ауҙарыусылар ла табылып халыҡҡа барып етер?..

Икенсе ваҡыт Вафа Әхмәҙуллин партизандары Важец утарында торған боштарҙың ҡорал, аҙыҡ-түлек ылауына һөжүм яһап, уларҙың  хәрби боеприпастарын һәм аҙыҡ-түлек тейәлгән  6 ылауын ҡулға төшөрә. Быға асыуҙары килгән “боштар” “Бейек Татрҙар” отрядын тулыһынса юҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шул сәбәпле отрядты  уратып алып  тулыһынса ҡыйратырға булалар. Ике арала ҡаты алыштар башлана.Был хәлдә лә “Злой Василий”юғалып ҡалмай:уның отрядтары немецтар менән түңәрәк оборона тотоп һуғыша.Партизандар был юлы ла немецтар ҡамауынан төркөмләп сығыу тактикаһын ҡулланып сығалар. Был һуғышта дошмандарҙың утыҙлап  һалдаты һәм офицерҙары үлтерелә. Бынан һуң һеләүһен тиҙлегендә партизандар Кшивани тарлауығына китеп юғала, ә отрядты ҡыйрата алмаған немецтар асыуҙан кире боролорға мәжбүр була.

Әммә партизандар яғынан да юғалтыуҙар була. Словактарҙың  боронғо йолаларына ярашлыауҙарҙа шәһит булғандарҙың исем-шәрифтәре ташҡа уйып яҙылһа ла, уларға һәйкәлдәр ҡуйылмай.Шунлыҡтан “Бейек Татрҙар” партизандар отрядының һәләк булған партизандарын урындағы халыҡ бик ҡәҙерләп тауҙарҙа ерләй һәм ҡәбер өҫтөнә таш постамент ҡуя. Бөгөн Словакияла ла , Чехияла ла тауҙарҙа партизандар һуғышында һәләк булған совет яугирҙарының постаменттары аҙым һайын тиерлек осрап тора.Уларҙан йыл әйләнәһенә сәскәләр өҙөлмәй.

Йомғаҡлау һуңында уҡытыусы балаларҙан Вафа Әхмәҙуллин  хаҡында ниҙәр белеүҙәрен, уға булған мөнәсәбәттәрен һораша, дәрестең оҡшауы-оҡшамауын белешә.Вафа Мостафа улы кеүек батыр яугирҙарға һуңлап булһа ла Рәсәй Геройы исеме бирелергә тейешлеген һыҙыҡ эсенә ала һ.б.

 

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас