Стәрлетамаҡ районында Кәримовтар тураһында һүҙ сыҡһа, ирекһеҙҙән мәғариф күҙ алдына килеп баҫа, сµнки улар нәҫелдәре менән тормошон йәш быуынға тµплµ белем һәм тәрбиә биреү менән бәйләгән, йәштәрҙе кеше итеп оло юлға сығарыу хәстәрлеген күргән. «Алма ағасынан алыҫ тµшмәй», – ти халыҡ. Был мәҡәл Роберт Кәримовҡа туранан-тура килеп ҡағыла. Уның ҡартатаһы Әбделхай Әбделҡадир улы Ишембай, Ғафури райондарында мәғариф µлкәһендә етәксе вазифаларҙы биләгән, Яңғыҙҡайын мәктәбендә директор булып эшләгән.
Роберттың атаһы Юнир Әбделхәй улы Кәримов 35 йыл дауамында Стәрлетамаҡ районының мәғариф бүлеген етәкләй. Бығаса мәғариф бүлегендә күп йылдар мµдир булып эшләүсе булмай – ул Башҡортостанда рекорд ҡуя. Ю.Ә. Кәримовтың районда мәғариф системаһының эшен ойоштороуы, педагогик коллективтар менән уңышлы эшләүе республикала µлгµ булып тора. Атаһы башлаған матур традициялар Роберт Юнир улы Кәримов эшләгәндә лә һаҡлана һәм бµгµн дә дауам итә.
Р.Ю. Кәримов, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлағас, Рощинский мәктәбенә эшкә ебәрелә. Башта ябай уҡытыусы, артабан уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр, уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итә, улар алдында абруй ҡаҙана.
Оҙаҡ та үтмәй, 25 йәшлек Р.Ю. Кәримовты Рощинский урта мәктәбенең директоры итеп билдәләйҙәр. Ошо вазифаны башҡарғанда уның ойоштороу һәләте, мәғариф проблемаларын дµрµҫ аңлап хәл итә белеүе тағы ла яҡшыраҡ асыла.
Районда тәүгеләрҙән булып финанс-хужалыҡ эштәрен үҙгәртеп ҡора башлай, мәктәптең үҙ бухгалтерияһын булдыра. Балаларҙы файҙалы хеҙмәткә µйрәтеүгә ҙур иғтибар бирә, улар эшләгән эштәре µсµн хеҙмәт хаҡы ала башлайҙар. Был сара уҡыусылар, уҡытыусылар, бигерәк тә атай-әсәйҙәр араһында киң хуплау таба, хеҙмәттең мµһим тәрбиә сараһы булыуы иҫбат ителә. 90-сы йылдар башында мәктәптә автопарк ойошторола.
Ваҡыт үтә тора, балалар һаны ла арта, мәктәп бинаһы заман талаптарына яуап бирмәй башлай. Бинала мәктәптән һәм кластан тыш эштәрҙе үткәреү, тµрлµ саралар һәм секциялар ойоштороу ҡыйынлыҡтарға дусар була. Шуға күрә директор мәктәп бинаһын ҙурайтыуҙы хәстәрләй башлай. Тиҙ ваҡыт эсендә Р.Ю. Кәримов етәкселегендә мәктәпкә 362 урынлыҡ тµкәтмә тµҙµлә. Һµҙµмтәлә, мәктәп эшен йәнләндереүсе кластан тыш саралар µсµн киң мµмкинлектәр асыла, уҡытыусыларға ижади эшләргә шарттар барлыҡҡа килә. Информатика, музыка µсµн махсус йыһазландырылған кабинеттар асылыуы, оҙайтылған кµн тµркµмдәре ойошторолоуы уҡытыу-тәрбиәнең сифатын яҡшырта, ашхана, спорт залы, бассейн булдырыу мәғарифты үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Мәктәп ихатаһын да уҡытыу-тәрбиә эшендә файҙаланыу сараһы күрелә: футбол, хоккей майҙансыҡтары булыуы башҡа спорт тµрҙәренең үҫеше µсµн киң мµмкинлектәр аса.
2000 йылдарҙа Рәсәйҙә ҙур масштаблы мәғариф реформаһы башлана. Уның тµп маҡсаты – уҡыусыларҙың белем кимәлен яңыса тикшереү. Быға Рәсәйҙең 16 регионы араһында Стәрлетамаҡ районы ла йәлеп ителә, район мәктәптәре эксперименталь майҙансыҡҡа әйләнә. Был эксперимент Берҙәм дәүләт имтихандарын үткәреүҙән тора. Р.Ю. Кәримов был һынауҙы ла уңышлы үткәрә. Уны хоҡуҡи яҡтан тормошҡа ашырыу буйынса бик күп саралар күрелә, эштәр башҡарыла. Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүҙең ғәҙеллеген һәм дµрµҫлµгµн тикшереүгә мәктәптәр йәлеп ителә. Һµҙµмтәлә райондың педагогик коллективтары республика һәм Рәсәй кимәлендә алдынғылар рәтенә инә: район уҡыусылары, педагогик коллективтар матур һµҙµмтәләргә ирешеп, маҡтауға лайыҡ булһа, ҡайһы бер мәктәптәр аҡсалата премия ала, ҡайһы берҙәренә автобус бүләк ителә.
Ошо ваҡыттарҙа уҡытыу кабинеттарын ғына түгел, мәктәп ихатаһын күркәмләндереүгә, уны уҡытыу-тәрбиә маҡсатында файҙаланыуға ҙур иғтибар бирелә. Пирамидаль уҫаҡтар һәм ҡайындар менән бер рәттән, алма баҡсаһы барлыҡҡа килә, тµрлµ сәскәләр ултыртыла. Мәктәп ихатаһы балаларҙың, уҡыусыларҙың һәм атай-әсәйҙәрҙең ял итеү урынына әйләнә.
Оҙаҡламай Рощинский мәктәбенә «иң тәүге» тигән ҡушамат йәбешә, сµнки республикала тәүгеләрҙән алты йәшлектәрҙе уҡырға ҡабул итеү, инглиз телен балалар баҡсаһынан уҡый башлау, шахмат буйынса дәрестәрҙе мәктәп расписаниеһына индереп µйрәнеү уңышлы һµҙµмтәләр бирә. Шуларҙың береһе – мәктәптә Бµтµн Рәсәй шахмат фестивале үтә.
1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ҡаһым түрәнең тыуған ауылы Айыусыла «Урал батыр» эпосын яттан һµйләүсе йәш сәсәндәрҙең тµбәк-ара конкурсын үткәреү республика кимәлендә ифрат ҙур роль уйнай. Биш кµн барған был конкурста 500-гә яҡын кеше ҡатнаша. Республика кимәлендәге бындай сараны үҙенсәлекле итеп үткәреүҙә район мәғариф бүлеген етәкләүсе Роберт Кәримовтың ойоштороу һәләте тағы ла сағыуыраҡ күренә.
2007 йылда дүрт айҙа Первомайский ауылында бик матур мәктәп бинаһы тµҙµлµп, үҙ ишектәрен аса. Был уҡыусылар µсµн генә түгел, тотош район халҡы µсµн ҙур ҡыуаныс була.
2008 йылда район мәктәптәре базаһында республиканың район һәм ҡала мәғариф бүлеге инспекторҙары, белгестәре µсµн семинар-кәңәшмәһе юғары кимәлдә һәм ҙур ойошҡанлыҡта үтә. Ҡатнашҡан ҡунаҡтар бай тәжрибә менән таныша, бик күп файҙалы эш алымдарын үҙләштерә.
2010 йылда Рощинский мәктәбе уҡытыусыһы Г.Ф. Сәлимйәнованың Мәскәүҙә үткән «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында еңеүе педагогик коллективтың ғына түгел, тотош республика мәғарифының уңышы була.
Р.Ю. Кәримов мәғарифта ғына түгел, йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. 10 йыл дауамында райондың Бµтµн донъя башҡорттары ҡоролтайының район ойошмаһын етәкләй, атай-әсәйҙәр, йәмәғәтселек менән тығыҙ эшләй. Ошо осорҙа мәктәптәрҙә башҡорт дәүләт телен уҡытыуҙың сифаты яҡшыра, йәш быуынды рухи яҡтан тәрбиәләү эше шаҡтай һәйбәт йүнәлеш ала.
Роберт Юнир улы районда мәғарифты үҫтереүгә ҙур µлµш индерә. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте юғары баһалана – Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Бµгµн Р.Ю. Кәримов – Стәрлетамаҡ районында ғына түгел, республика мәғарифы µлкәһендә билдәле шәхес. Уға артабан да ижади уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.
С.Я. ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.