Бөтә яңылыҡтар

Талантлы педагог, абруйлы шәхес ине...

2020 йылдың 21 октябрендә “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тоғро дуҫы, әүҙем авторы, сирек быуаттан ашыу баҫманың редколлегия ағзаһы, юғары профессиональ кимәлдәге кәңәшсеһе булған Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов арабыҙҙан китте...

2020 йылдың 21 октябрендә “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тоғро дуҫы, әүҙем авторы, сирек быуаттан ашыу баҫманың редколлегия ағзаһы, юғары профессиональ кимәлдәге кәңәшсеһе булған Рәмил Ғиниәт улы Мәжитов арабыҙҙан китте...
Барыбыҙ өсөн дә ауыр юғалтыу...
Талантлы педагог һәм тырыш ғалим, ғәҙел етәксе, оло йөрәкле һәм абруйлы шәхес ине ул...
Тыуған Күгәрсен районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй башлаған йылдарынан алып бөгөнгө көнгә тиклем журналыбыҙ менән тығыҙ бәйләнештә торҙо. Һуңғараҡ мәктәп директоры, райондың мәғариф бүлеге етәксеһе, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы булып эшләгән йылдарында тағы ла яҡыныраҡ булдыҡ. Йыш ҡына уҡытыусылар, тәрбиәселәр менән осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар ойошторҙо. Бындай кәңәшмәләрҙә мотлаҡ үҙе сығыш яһап, мәғариф проблемаларын күтәрҙе, педагогтарға ярҙам итергә тырышты. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе булып эшләгән йылдарында ла педагогик-методик баҫманан айырылманы, бөтә сараларҙа бергә булды, кәңәштәрен бирҙе.
Республиканың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры булып эшләгән йылдары “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы өсөн айырыуса емешле булды. Институттың бөтә кафедраһы, бүлеге журнал менән тығыҙ элемтәлә эшләне. Рәмил Ғиниәт улы үҙе лә даими рәүештә йөкмәткеле мәҡәләләре менән сығыш яһаны. Инс­титутта ректорҙың шәхсән инициативаһы менән төрлө саралар ойошторолдо. Арҙаҡлы шәхесебеҙ, профессор С.Ә. Галин исемендәге премияға республика конкурсын тап Рәмил Ғиниәт улы башланы. Колледж директоры булып эшләгәндә лә республика масштабында саралар үткәрҙе.
Редакция хеҙмәткәрҙәрен үҙенең дуҫтары-фекерҙәштәре итеп яҡын күрҙе ул. Журнал үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнашып, коллегаларға уңыштар теләне. Һөнәри белем би­реүҙең 80 йыллығы менән бәйле яҙылған һуңғы мәҡәләһен уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.
Күңеле уның ихластан, аҡтан булды. Ысын уҡытыусы ине ул!
Хуш, бәхил бул, дуҫыбыҙ... Йәнең йәннәттә булһын...


«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы
редакцияһы коллективы.

Читайте нас: