Бөтә яңылыҡтар

«Улар тыуған илен яҡлауҙы һайланы»

Р.Б. АБДУЛЛИНА, Башҡорт кооператив техникумы уҡытыусыһы;   Р. УСМАНОВА , Башҡорт кооператив техникумы студенты     Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған һөнәри белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында үткәрелгән Республика иншалар конкурсында «Улар Тыуған илен һаҡлауҙы һайланы» номинацияһында III урын яулаусы Руфинә Усманованың иншаһын тәҡдим итәбеҙ. Конкурс Башҡортостан республикаһының алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге тарафынан уҙғарылды. Руфинә Усманова техникумдың алдынғы уҡыусыларының береһе. Һөнәри белем биреү ойошмалары араһында үткәрелгән башҡорт теле буйынса Республика олимпиадаһы призеры, Удмурт республикаһында үткән "Минең ғаиләм – минең нәҫелем" төбәк-ара конкурсы финалисы, Өфө фән һәм технологиялар университеты үткәргән «Телебеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулда» исемле V Республика ижади проекттар конкурсы еңеүсеһе, «Тел-мәҙәниәт көҙгөһө» исемле Бөйөк еңеүҙең 80 йыллығына, шулай уҡ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналған республика тикшеренеү һәм ижади эштәр конкурсы призеры, төрлө шиғри конкурстар еңеүсеһе.

«Улар тыуған илен яҡлауҙы һайланы»
«Улар тыуған илен яҡлауҙы һайланы»

Бөйөк Ватан һуғышы йылдан-йыл алыҫлаша бара, ләкин уның шаңдауы кешеләргә әле лә тынғылыҡ бирмәй. Ул йылдарҙа күргән ауырлыҡтарҙы һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре бөгөн дә онотмай. Ошо ауыр көндәр тураһында һәр бала белһен өсөн күпме китаптар яҙылған, кинофильмдар төшөрөлгән. Тыуған илебеҙ өсөн  ҡорбан булған һалдаттарҙы беҙ белергә, уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланырға тейешбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышында һәр бер ғаилә кешеһе ҡатнаша. Ҡайһы ғаиләләрҙә бөтә ир-аттар ҙа һуғышҡа китеп бөтә. Еңеү көндәрен бик әҙҙәре генә күрә ала. Күпме ваҡыт үтһә лә беҙ уларҙың батырлыҡтары тураһында онотмайбыҙ. Геройҙар алдында баш эйәбеҙ. Уларҙың батырлыҡтары тураһында башҡаларға ла һөйләйбеҙ, иҫкә алабыҙ.

Беҙҙең быуын балалары Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ишетеп, кинофильмдар ҡарап, китаптар уҡып, һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар аша ишетеп кенә беләләр. Был ауыр һынауҙы үтеп  сығырға ябай кешеләрҙең баш етмәҫлек батырлыҡтары ярҙам итә. Бик күп кешеләрҙең үлемһеҙлеге аша яулана был еңеү.

Махсус хәрби операция башланып китеү илебеҙ өҫтөнә ҡара ҡайғы булып яуҙы. Был һуғышҡа ла һәр өйҙән тигәндәй  ғаиләләрен ҡалдырып, тыуған илде һаҡлау өсөн ысын геройҙар юлланды. Улар өсөн беҙҙә ғорурлыҡ һәм борсолоу, хәүеф һәм өмөт тойғолары уянды.

Ватанды һаҡлау – ул теләһә ҡайһы ваҡытта: дошман тылында, иптәшеңде яҡлап, яҡлауһыҙҙы ҡотҡарып ҡалыу һәм башҡа ваҡытта үҙеңде ҡорбан итергә әҙер булыу... Быға әҙер булыр өсөн тыуған илеңде ысын күңелдән яратырға кәрәк. Еңеүгә үҙ көсөн һалған, үҙҙәрен ысын патриот итеп күрһәткән һәм Ватанды яҡлауға баҫҡан һәр ир-егеттең имен булыуына һәм иленә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтөп ҡалабыҙ.

Ил өҫтөнә ҡурҡыныс янағанда ил азаматтары дәррәү күтәрелеп ҡулына ҡорал ала. «Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы», – тип йырлай-йырлай ғәзиз тыуған ерен һаҡлап яуға китә. «Ҡайтырбыҙ», – тип китһәләр ҙә, күптәре яу яланында мәңгелеккә ятып ҡала. 

Минең ҡарт олатайым Усманов Мөхәмәҙей Ғәле улы беҙҙең ғаилә өсөн герой ғына түгел, ә батырлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ символы булып тора. Ул армияла хеҙмәт иткәндән һуң Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр хәрби хәрәкәттәрҙең бөтә ҡот осҡос хәлдәрен кисерә, ауыр яралана һәм, ауыртыуҙарға һәм ғазаптарға ҡарамаҫтан, сафҡа кире ҡайта. Был аҙымы уның  яҡшылыҡҡа өмөт һәм ышаныс менән тулы батырлыҡ акты була.

Һуғыш тамамланғас, уның өс улы Нурфәиз, Сәләмгәрәй һәм минең ҡарт олатайым Мәхәммәт атаһының ихтыярын һәм батырлығын мираҫ итеп ала. Уларҙың һәр береһе илде яҡлауға үҙ өлөшөн индерә, ғаилә традицияһын дауам итә, унда намыҫ һәм ҡыйыулыҡ беренсе сиратта әһәмиәткә эйә була. Нурфәиз, атаһының өлгөһөнә эйәреп, командир була һәм   алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Балаларын тыуған илгә хеҙмәт итеү – ул бурыс ҡына түгел, ә быуындан быуынға тапшырылған изге аманат, тип өйрәтә.

Ғаиләбеҙҙең ҡаһарманлыҡ юлын  дауам итеүсе Нурфәиз бабайҙың улы Фаяз була. Ул Афғанстан һуғышы ҡатнашыусыһы була, үҙ иленең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлай. Намыҫ менән үткән хәрби юлы ғаиләһе өсөн оло ғорурлыҡ.

Бөгөнгө көндә лә ғаиләбеҙҙең аҫыл улдары тыуған ил һағында. Минең ике туған ағайҙарым, Усманов Фәнис Фаяз улы  һәм Усманов Айнур Миниәхмәт улы, ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итә. Фәнис ағайым, хәрби белем алып, ғаилә традицияларын дауам итеп, үҙ бурыстарын ғорурлыҡ һәм ихтирам менән башҡара. Ул маҡсатҡа ынтылышлы, лидерлыҡ сифатлы һәм кешелекле кеше.

Айнур ағайым, йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙен Ватандың ысын һаҡсыһы итеп күрһәтә. Уға тапшырылған Шайморатов миҙалы яу яланындағы батырлығын һәм ҡаһарманлығын раҫлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән түгел Айнур ағайымдың  Махсус операцияла батырҙарса һәләк булыуы хаҡында ҡайғылы хәбәре килде. Был фажиғәле ваҡиға ғаиләбеҙҙе тетрәндерҙе, юғалтыу ҡайғыһы һәр беребеҙҙә хеҙмәт һәм батырлыҡ рухы йәшәүен дауам итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның тураһында яҡты иҫтәлектәр мәңге йөрәктәрҙә ҡалыр, уның батырлығына лайыҡлы булырға рухландырыр.

Украинала барған махсус хәрби операция өсөнсө йыл дауам итә. Ошо осорҙа күпме ир-егеттәребеҙ ил һаҡларға юланды – берәүҙәре өлөшләтә мобилизацияға электе, икенселәре контракт буйынса китте. Уларҙың һәр береһенең үҙенең яҙмышы, тарихы, уй-кисерештәре.

Ҡарт олатайым Усманов Мөхәмәҙей Ғәле улының мираҫы Фәнис һәм Айнур ағайымдар кеүектәр ундағы хәрбиҙәр өсөн дә мәңге тере. Тоғролоҡтары уларға ғына түгел, ә тыныслыҡ һәм азатлыҡ өсөн көрәшкән бөтә быуындарға ла хөрмәт күрһәтә. Уларҙың һәр береһе, Мөхәмәҙей олатайҙан алып Айнур ағайға тиклем, ғаиләбеҙ тарихының бер өлөшө генә түгел, ә көс, батырлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү символы ла булып тора. Беҙ уларҙы һәр ваҡыт ғорурлыҡ менән иҫләйәсәкбеҙ, сөнки уларҙың батырлыҡтары беҙҙе хеҙмәт һәм намыҫ традицияларын дауам итергә рухландыра.

Ата-бабаларыбыҙҙың оҙайлы хәтерендә беҙҙең яуаплылыҡ ята: уларҙың мираҫын һаҡлау, улар яҡлаған идеалдарҙы үҙендә тәрбиәләү һәм киләсәк быуындарға тапшырыу. Батырлыҡтарын хәтерләүселәр һәм хөрмәт итеүселәр иҫән саҡта, ғаиләбеҙҙең рухы һүнмәҫ, ә тыныслыҡ тураһында хыялдар  йөрәктәребеҙҙе өмөт менән тултырыр.

 

 

«Улар тыуған илен яҡлауҙы һайланы»
«Улар тыуған илен яҡлауҙы һайланы»
«Улар тыуған илен яҡлауҙы һайланы»
«Улар тыуған илен яҡлауҙы һайланы»
«Улар тыуған илен яҡлауҙы һайланы»
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас