Бөтә яңылыҡтар

Файҙалы осрашыу

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия Башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары һәм студенттары  Өфө күп профилле профессиональ колледжындағы уҡыусылар менән осрашты.

Файҙалы осрашыу
Файҙалы осрашыу

Сара юғары белем биреүҙе популярлаштырыуға, буласаҡ абитуриенттарҙы республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡытыу мөмкинлектәре һәм өҫтөнлөктәре менән таныштырыуға йүнәлтелде. Филология фәндәре кандидаттары, доценттар Раушания Абдулхай ҡыҙы Солтакаева һәм Зөләйха Әхмәт ҡыҙы Хәбибуллина колледж студенттарына башҡорт филологияһы факультеты, студенттарҙың ниндәй фәндәрҙе өйрәнеүе, буласаҡ студенттар ҡатнаша алған төрлө олимпиадалар, конкурстар һәм ғилми саралар тураһында ентекле һөйләне. Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университеты студенттары Зөлфиә Абдуллина, Лилә Дүсмәтова, Гөлназ Хоҙайбиргәнова, Айлина Ҡотлобаева үҙҙәре йөрөгән түңәрәктәр, студент тормошо менән таныштырҙы.

Осрашыу барыһына ла оҡшаны.

 

Фото: com

Файҙалы осрашыу
Файҙалы осрашыу
Файҙалы осрашыу
Файҙалы осрашыу
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас