

Улар «Иң яҡшы дәрес», «Педагогик ринг», «Иң яҡшы теоретик» һәм «Медиавизитка» кеүек этаптарҙа көс һынашты.
Юғары уҡыу йорттары студенттары араһында:
I урын – Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ ҡалаһы филиалы студенткаһы Ғафарова Айгөл.
II урын – Өфө фән һәм технологиялар университеты Сибай филиалы студенткаһы Дәүләткилдина Камила. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университеты студенттары Ҡотлобаева Айлина һәм Ҡыуатова Камила.
III урын – Өфө фән һәм технологиялар университеты студенткаһы Шәйәхмәтова Айзидә. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университеты студенткаһы Ҡарабаева Раушания. Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалы студенттары Ширяева Гүзәл һәм Бикбулатова Азалия яуланы.
«Иң яҡшы медиавизитка» номинацияһына Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалы студенты Ишмырҙин Азамат билдәләнде. «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһына Мөхәмәтова Нәркәс лайыҡ булды. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә инновацион технологияларҙы ҡулланыу» номинацияһы Ғәлимова Фаягөлгә тапшырылды.
Колледждары студенттары араһында:
I – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия колледжы студенткаһы Ғимаҙиева Наҙгөл.
II урын – Белорет күп профилле һөнәри колледжы студенткаһы Ғөбәйҙуллина Илүзә.
III урын – кооператив техникумы студенты Усманова Руфина. Өфө финанс-иҡтисад колледжы студенты Әминева Гөлсибәр.
«Һөнәргә ынтылыш» номинацияһына Мәләүез индустриаль колледжы студенты Ишемғолова Нәркәс, ә «Педагогик дебют»та Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты Буранбаева Зәмзәмиә билдәләнде.
Юғары уҡыу йорттары араһында «Әсә теле - 2026» конкурсының абсолют еңеүсе исемен Өфө фән һәм технологиялар университеты Бөрө филиалы студенты Хәйруллин Юлай, ә колледждар араһында Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы студенты Тимерғәлиев Илдар яуланы.
Студенттарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!
Фото: com