Күңел ҡушыуынса ижад итте

Билдәле ғалим, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Назар Нәжми һәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Әнғәм Хәйбрахман улы Хәбировтың тыуыуына 90 йыл.

Күңел ҡушыуынса ижад иттеКүңел ҡушыуынса ижад итте
Күңел ҡушыуынса ижад итте

Юғары уҡыу йортонда, аспирантурала уҡыған сағымдан ҡаныма һеңгән ғәҙәт башҡорт шиғриәте буйынса мәҡәләләрҙе конспектлап, мәҡәләнең ҡасан, ҡайҙа, нисәнсе биттәрҙә баҫылыуын мотлаҡ рәүештә теркәп барыу ине. Бына 2001 йылдың апрель айындағы яҙмам: Хәбиров Ә.Х. Иманына тоғро шағир // Ағиҙел. – 2001. – №4. – 115-124-се биттәр. Әҙәби тәнҡитсенең Шәриф Биҡҡол тураһындағы был мәҡәләһендә иғтибарымды тартҡан факттар түбәндәгеләр булған:
1. Мәҡәлә авторы шағирҙың утыҙға яҡын китабы араһында «Шиғырҙар, поэмалар» йыйынтығы менән «Баш эйәм алдарында» китаптарын иң уңышлылары тип таба.
2. Шағир ижадында психологизм алымының ҡулланылыуына айырым иғтибар бирә.
3. Шәриф Биҡҡолдоң мөхәббәт лирикаһы ике төркөмгә бүлеп тикшерелә.
4. Шағирҙың һуңғы йылдарындағы ижадында бәләкәй күләмле шиғырҙарҙың йыш осрауы иғтибар үҙәгенә алына. Уларҙың ишаралар тип тә, парсалар тип тә, уймаҡ мәҫәлдәр тип тә аталыуын әйтеп үтә.
          Был мәлдә үҙе менән шәхсән таныш булмаһам да, «Ағиҙел» журналының даими авторы Әнғәм Хәбировтың Бөрө дәүләт педагогия институты профессоры, филология фәндәре кандидаты икәнен, ете шағир һәм дүрт прозаиктың яңы китаптарын һәм әҫәрҙәрен төплө анализлаған «Йәнле шишмәләр» исемле китабының Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылыуын белә инем. Ғөмүмән, ул йәшәгән Бөрө ҡалаһы күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина һәм, әлбиттә, тәнҡитсе ғалим Әнғәм Хәбиров менән ассоциациялана ине.
Бер нисә йылдан Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһына (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы – Г.Ҡ.) уҡытыусы сифатында аяҡ баҫҡас, яңы коллегаларыма: «Профессор Әнғәм Хәбиров нисәнсе курстарҙы башҡорт әҙәбиәтенән уҡыта?» – тигән һорау бирҙем. Әнғәм Хәйбрахман улының мин эш башлаған төрки һәм фин-уғыр филологияһы кафедраһында түгел, ә рус һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһында эшләгәне, боронғо рус әҙәбиәте буйынса лекциялар уҡығанын, рус бүлегендә башҡорт әҙәбиәте буйынса факультатив алып барғанын асыҡлағас, бик ныҡ ғәжәпләндем. .       Башҡорт әҙәбиәтен камил белгән Әнғәм ағайҙың татар мәктәбен тамамлағандан һуң, Бөрө дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетында уҡығаны, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҙаллы өйрәнеүе тураһында белмәй инем әле.
Һуңыраҡ ағай менән яҡынданыраҡ танышып киткәс, уға шундай һорауҙы бирмәйенсә түҙә алманым:
          – Әнғәм Хәйбрахманович, башҡорт әҙәбиәтенә ылығып китеүегеҙ нисек булды?
          – Мәктәптә татарса уҡыһаҡ та, башҡорт әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһыныуым бала саҡтан килә. Әкрәм Вәлиҙең «Беҙҙең яҡ егеттәре», «Сәрмәсән яландарында» тигән повестарын йотлоғоп уҡый инек һәм яҙыусының яҡташыбыҙ булыуы менән (беҙҙең райондың Аблай ауылынан) бик ғорурлана инек. Саҡмағош районынан сыҡҡан башҡорт яҙыусылары Ғилемдар Рамазанов, Әхнәф Байрамовтарҙың ижады менән һәр саҡ ҡыҙыҡһындым. Ауылдашым Вәзих Исхаҡов, яҡын-тирәлә тыуып үҫкән әҙиптәр Тимер Арслан, Назар Нәжми, Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбай, Хәким Ғиләжевтарҙың исемдәре әҙәбиәткә һөйөү уяныуҙа сәбәпсе булды. Хәким Ғиләжев илһамыма йүнәлеш биреүсем булһа, Назар Нәжмиҙең ижадын өйрәнеүгә байтаҡ хеҙмәттәремде арнаным.
          Башҡорт-рус, башҡорт-инглиз бүлектәре студенттарына Назар Нәжми ижады буйынса махсус курстар уҡыған Әнғәм Хәйбрахман улы беҙҙең кафедраға йыш ҡына инеп, башҡорт әҙәбиәтендәге яңы әҫәрҙәр тураһында фекер алышырға яратты. «Ағиҙел», «Ватандаш» журналдарында баҫылған мәҡәләләрен уҡыуыбыҙ, ҡайһы берҙәрен дәрестәрҙә ҡулланыуыбыҙ тураһында әйтһәк, ул бик ҡыуана ине. Шул мәлдәрҙең береһендә мин уға «Иманына тоғро шағир» мәҡәләһе конспектланған ҡағыҙ биттәрен күрһәттем. Яҙмаларҙы ҡулына алып ҡарағас, ғалимдың йөҙҙәре яҡтырып китте. «Һаҡлап ҡуйығыҙ, иҫтәлек булһын», – тине.
          2006 йылда «Ғилем» нәшриәтендә донъя күргән «Назар Нәжми. Семинарий» тип аталған ғилми хеҙмәтенең бик төплө, ентекле эшләнгәненә, Башҡортостандың халыҡ шағирының ижады бар яҡлап та өйрәнелеүенә һоҡланыуымды белдергәс, автор: «Һеҙгә, йәштәргә, файҙаһы тейһен был китаптың. Хеҙмәттең структураһын ҡулланып, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һәр әҙип ижады буйынса ла ошондай типтағы баҫма төҙөргә була. Теләгегеҙ генә булһын», – тине, фатиха биргәндәй.
          Әнғәм Хәбиров әҙәбиәт донъяһындағы яңылыҡтарҙы күҙ уңынан ысҡындырманы. Һуңғы йылдарҙа Һәҙиә Дәүләтшинаның әлегәсә архивтарҙа ятҡан шиғри әҫәрҙәре матбуғат биттәрендә күренә башлағас, башҡорт әҙәбиәтендә ҡалыплашҡан стереотиптарға бер ни тиклем үҙгәрештәр индереүҙе хуп күрҙе. 2011 йылда «Ағиҙел» журналының 8-се һанында донъя күргән «Аҫыл икән затың – һүҙең булһын алтын» (Шағирәләребеҙҙең быуат башында «Ағиҙел» биттәрендәге ижадына бер ҡараш) мәҡәләһендә ғалим беренсе башҡорт әҙибәһе Һәҙиә Дәүләтшинаны хаҡлы рәүештә «башҡорт әҙәбиәтендәге ҡатын-ҡыҙҙар поэзияһының юл ярыусыһы» тип атаны.
Әнғәм Хәйбрахман улы беҙгә, йәш уҡытыусыларға, ҡарата ла бик иғтибарлы булды. Республика матбуғатында мәҡәләләребеҙ баҫылһа, мотлаҡ рәүештә ҡотлай, үҙенең баһаһын бирә ине.
Яҙыусылар Ноғман Мусин, Рауил Бикбаев, Сафуан Әлибай, Гөлнур Яҡупова, Мөхәмәт Закиров, Ғилман Ишкинин, Лариса Абдуллина, Айҙар Хөсәйенов, Азамат Юлдашбаев һәм башҡалар менән юғары уҡыу йортонда үткән осрашыуҙарҙа ағай ихлас ҡатнашты, әҙиптәрҙең ижадтарына үҙ мөнәсәбәтен белдереүе менән сараларҙың бәҫен күтәрҙе.
Әнғәм Хәйбрахман улы ғүмеренең аҙағына тиклем башҡорт шиғриәте менән ҡыҙыҡһыныуын туҡтатманы. Ҡатмарлы операциянан һуң күҙҙәре насар күреүгә ҡарамаҫтан, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Таңһылыу Ҡарамышева, Рамай Ҡаһир, Гөлназ Ҡотоева, Зөфәр Вәлит ижадтары буйынса мәҡәләләр яҙҙы. «Ағиҙел» журналында баҫылған шиғри әҫәрҙәргә йыллыҡ күҙәтеүҙәр яһаны.
          Ғалимдың: «Салауат Әбүзәр шиғриәте тураһында «Әбүзәрҙең ғәмәл дәфтәре» тип аталған мәҡәләм һуңғыһы булыр инде», – тип бер-нисә ҡат әйтеп ҡуйыуы йөрәккә үтеп инде. Был һөйләшеү 2020 йылдың июль айында булды. Ә мәҡәлә 2020 йылда «Ватандаш» журналының 11-се һанында донъя күрҙе, 2022 йылда «Китап» нәшриәтендә баҫылған «Юл ыңғайында: мәҡәләләр, ижади портреттар» китабының иң аҙағына «Туйҙырһа ла ҡайсаҡ кешеләр...» исеме аҫтында урынлаштырылды. «Ағиҙел» журналын даими уҡып барған авторҙың шағир ижадын анализлағанда хронологик принципты һаҡлауы, ҡайһы йылдарҙа актив ижад итеүенә, ижад эволюцияһына ныҡлы иғтибар биреүе һоҡландыра. Ғөмүмән, был принцип Салауат Әбүзәрҙең генә түгел, башҡа әҙиптәрҙең ижадын өйрәнгәндә лә ҡулланылыуы ихтирамға лайыҡ.
Бик етди, системалы эшләгән, төпкөр ғалим ине Әнғәм Хәйбрахман улы. Әҙәби тәнҡит мәҡәләләрен ул үҙенең күңел ҡушыуынса яҙҙы. Авторҙарҙың байтағы менән ул бөтөнләй таныш түгел ине. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙинаның ҡыҙының, Мәләүездән шағирә Мәрйәм Күсмәеваның һәм башҡа авторҙарҙың шылтыратып рәхмәт әйтеүҙәре уның өсөн иң ҙур баһа булды.
Баш ҡаланан, әҙәбиәт донъяһынан ситтәрәк тороу Әнғәм Хәбировҡа ҡамасаулыҡ итмәне. Филология фәндәре докторы, академик Ғайса Хөсәйеновтың: «Ҡырҙаныраҡ, Ағиҙелдең бейек Бөрө тау баштарынан әҙәбиәт панорамаһы киңерәк һәм айырым әҫәрҙәре, бәлки, сағыуыраҡ та күренә торғандыр. Ә. Хәбировтың хәҙерге башҡорт әҙәбиәте тураһындағы мәҡәләләре, яңы китаптарға рецензиялары төплө һәм үҙенсәлекле ҡараштары, нигеҙле анализдары, матур теле һәм стиле менән бик күптәрҙең, шул иҫәптән яҙыусыларыбыҙҙың, иғтибарын һәм ихтирамын яуланы», – тип яҙыуында оло хаҡлыҡ бар.
Коллегабыҙҙың хеҙмәттәрен Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенттары семинарҙарға әҙерләнгәндә, «Хәҙерге башҡорт шиғриәте» дисциплинаһын өйрәнгәндә даими ҡуллана. Курс һәм сығарылыш квалификация эштәре яҙғанда уның китаптарына әленән-әле мөрәжәғәт итә.
Әнғәм Хәйбрахман улы 2023 йылдың 26 июнендә 87-се йәшендә яҡты донъянан күсте. Ул коллегалары, студенттары, башҡорт шағирҙары, китап уҡыусылар күңелендә көслө ғалим, талапсан һәм ғәҙел уҡытыусы, ҙур йөрәкле, яҡты ҡарашлы, йылы һүҙен үҙ мәлендә әйтеп өлгөргән кеше булараҡ тороп ҡалды.

Гөлнур ҠАСҠЫНОВА,

 Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы  доценты, филология фәндәре кандидаты

Бөрө ҡалаһы.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас