Уҡытыусымын. Сикһеҙ ғорурланам!..

Фәнзил Бүләк улы САНЪЯРОВ, филология фәндәре кандидаты, М.Өмөтбаев, Ш.Хоҙайбирҙин премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры   Йәшәй-йәшәй был ғүмер тигәнең күпте уйландыра, үткәнеңә ҡат-ҡат әйләнеп бағып, хәтер ебен тағатырға, киләсәгеңде күҙалларға, үҙенсә, ҡылғаныңа, ирешкәндәреңә ҡайһы бер һығымталар яһарға этәрәлер. Күрәһең, әлегә һаҡал билгә етмәһә лә, беҙ фәҡиргә донъя менән ҡара-ҡаршы ултырып гәп ҡорорға, үҙең уйлағанды әйтергә, күберәк аҡыл эйәһе – донъяны тыңларға, унан кинәнеп фәһем алыр мәл еткән, шикелле. Беҙ, Остаз тип аталмыш йәндәр, донъянан ни тиклем күберәк аҡыл алабыҙ, шул ҡәҙәре уны киләсәк быуынға тапшырып китәбеҙ түгелме?!. Һуңғы көндәрҙә мин үҙемдә ниндәйҙер рух күтәренкелеге тоям, әйтерһең дә, ҡояш нығыраҡ еребеҙҙе йылыта башланы, ҡотоп тарафтарынан һалҡын елдәр иҫеүҙән туҡтаны, ниһәйәт, еребеҙгә именлек, тыныс, бәрәкәтле көндәр килеүен көҫәп, төрлө илдәр башлыҡтары түңәрәк өҫтәл артында һәүетемсә әңгәмә ҡора...

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡытыусымын. Сикһеҙ ғорурланам!..Уҡытыусымын. Сикһеҙ ғорурланам!..
Уҡытыусымын. Сикһеҙ ғорурланам!..

Ошо шарттарҙа  Президентыбыҙ В.В. Путин  тарафынан Рәсәй уҡытыусыларына ҡағылышлы әйтелгән яңы фекерҙәр миңә иртәгәһе көнгә ышаныслыраҡ бағырға, өлкән педагог булараҡ, йәштәребеҙҙең киләсәгенә ҡыуанырға, иң изге өмөттәр менән йәшәргә көс биргәндәй...

Остазлыҡҡа илткән юлым

          Уҡытыусы булыу теләге миндә бик иртә уянған, күрәһең. Алтынсы- етенсе синыфтарҙа уҡығанда пионер галстугын һалып, йылдар ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ыҫпайыраҡ кейенеп, салбарымды матрас аҫтында «үтекләп», мәктәптә бер мин аҡ күлдәккә өлкәндәр галстугы тағып йөрөй башланым. Өйгә ҡайтһам, көҙгө алдына баҫып, «балаларға дәрес бирәм». Был мәшәҡәттәремдең сере ябай: Бишауыл-Уңғарға данлыҡлы Үтәгән ауылынан (Аҡъегет, Банат Батырова, Ғайса Хөсәйенов, Роберт Байымовтарҙы биргән) йыш ҡына ағайым, мәктәп директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рим Сәйетбаттал улы Искәндәров (һуңынан Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты) ҡайтып йөрөр ине. Ул минең тәүге Остазым, кумирым булыуын һуңынан аңлармын. Үҙем дә Үтәгәнгә йыш йөрөнөм. Ағайым йорто эргәһендә генә торған мәктәпкә, эш бүлмәһенә, тел һәм әҙәбиәт кабинетына бармай ҡалмай торғайным. Ә ундағы әңгәмәләр... Әрме хеҙмәтен намыҫ менән үтәп, авиация полкының киске партия мәктәбен уңышлы тамамлаған, КПСС тарихын яттан белгән «штаб ялманы», Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводы аппаратсыһы, «Совет Башҡортостаны» гәзитенең эшсе-хәбәрсеһе булып, йәнә Үтәгәнгә килдем, БДУ-ға һынауҙар тотор мәл еткәйне. Фатихаһын бирҙе данлыҡлы остазым! Йәнә килеп, Шишмә районында йәшәгән башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Сәбилә апайымдың да роле булмай ҡалмағандыр, тим. Уның саф әҙәби телдә һөйләшеүе, күркәм буй-һыны минең аңымда Уҡытыусы образын ижад иткәндер...

          1974-1983 йылдарҙа районымдың Алайғыр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәктәп директоры булып эшләү бәхете тейҙе. Шуныһы ҡыҙыҡлы: ошо уҡыу йортонда Сәбилә апайым педагогик хеҙмәтен башлаған, ауыр йылдарҙа, әле уҡыусы ағайымды янына алып, ошонда изге ғәмәл ҡылған. Ауыл үҙенекеләй ҡабул  итте: портфель тотоп эшкә барһам, әбей-бабайҙар ихлас һаулыҡ һорашты, өс һуғыш ветераны, офицер улдарын Бөйөк Ватан һуғышында  юғалтҡан, үҙе лә педагог Нурислам олатай Нәзиров әбейенә: «Ана, Фәнзил мәктәпкә эшкә китеп бара..», – тип ҡарап ҡалыр булған. Үҙем дә аҡһаҡал янына йыш  йөрөнөм, боронғоларҙы яҙып ала инем. Директорым Хөрмәт Абдулов, уның урынбаҫары Анна Балабановалар минән ысын уҡытыусы, мәктәп директоры яһаны, тип ышаныслы әйтә алам. Ошонан мәғариф министрлығына туған телдәр буйынса инспектор вазифаһына эшкә саҡырылдым, тәжрибәһеҙлек, йәшлек ғәләмәте арҡаһында бара алманым, Өфө лә юлдарыма ҡаршы сығып көтмәгәндер... Уның ҡарауы, Төмән өлкәһендә ифрат бай тәжрибә тупланым, шул осорҙа Свердловскийҙа педагогия институтын тамалап, дефектолог һөнәрен үҙләштерҙем, унда алған психология, медицина, психиатрия өлкәләрендәге белемем әле лә ярҙам итмәй ҡалмай. Ситтә ғүмер итеү, республикаңды, ғәзиз халҡыңды ни тиклем яратыуыңды аңларға булышлыҡ итә ул. Унда ла башҡортлоҡто танытып, сәхнәләрҙә ҡурай тартып, халыҡ йырҙарын башҡарып йөрөнө коррекцион мәктәп-интернаты етәксеһе. Шулай ҙа минең тамам формалашыуымда Күмертау ҡалаһы, Көйөргәҙе районы айырыуса ҙур роль уйнағандыр. Халҡын үҙ иттем, ерен яраттым, партия идеологы, методик кабинет мөдире булараҡ, район халҡына хеҙмәт иттем. Үҙемде лә күрһәттем: 1992 – 1993 йылдарҙа, тәүгеләрҙән булып, республика «Йыл уҡытыусыһы» конкурстарында ҡатнаштып, еңеү яуланым. Ғибрәтле хәл һис онотолмай: район хаҡимиәте башлығы Р. А. Әбдрәшитов бүлмәһенә саҡырып: «Һиңә атҡаҙанған уҡытыусы исемен бирәбеҙ, ҡағыҙҙарыңды әҙерлә!» – ти. Мин: «Раил Абдулла улы, ана, Рафиҡ Әминев Шабағышта Пушкин музейын төҙөгән, ең һыҙғанып эшләп йөрөй, уға бирәйек, ә мин, еңеүсе булараҡ, юғары бүләкте һуңынан да  алырмын», – тим. Атҡаҙанған уҡытыусыһы Рафиҡ Әминев 2015 йылда «Йыл кешеһе» булды, республика йортондағы тантанала минең «Шабағышта тағы алтын көҙ» шиғырымды яттан һөйләгән. Үҙенсә, оло рәхмәте булғандыр авторға. Өфөлә лә остаздарымдан уңдым. Минең, директорлыҡҡа конкурстар үтеп, республика гимназия-интернаттарына етәксе булып килеүемде ғилми етәксем, остазым академик Марат Зәйнуллин, уҡытыусыларым Роберт Байымов, Миҙхәт Мәмбәтов, Әхмәт Сөләймәновтар хуплап ҡаршы алды, тел ярҙамынан ташламанылар. Эргәңдә ошондай остаздарың булыу – үҙе бер оло бәхеттер. Ғилми етәксем Марат Вәлиулла улы менән ағай-ҡусты кеүек ғүмер иттек, «энекәсем» тип яратып әйткән һүҙҙәре әле лә ҡолағымда яңғырай. Өфө мине тәүге халыҡ йырсыбыҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ҡыҙы Роза, ейәндәре Фәрит, Рөстәм Шәрип улдары (Фәрит – Өфөлә мәктәп директоры, Октябрь районы мәғариф идаралығы етәәксеһе, Рөстәм – генерал, Рәсәй хөкүмәтендә юғары вазифа башҡарҙы) менән туғанлаштырҙы, Роза апайҙың йыш ҡына: «Һин минең өсөнсө улым!..» –  тигән һүҙҙәре  минең өсөн иң ҙур наградаларҙан да ҡиммәтерәк! Үҙем дә изгелек ҡылдым: музыка гимназия-интернатына композиторыбыҙҙың  исемен бирҙек, 100 йыллығы уңайынан һәйкәл ҡуйҙыҡ. Донъялыҡта изге ғәмәлдәрҙән дә бөйөк эш юҡтыр. Республика кимәлендәге остазлығымда Рәми Ғарипов исемендәге данлыҡлы гимназия-интернаттарыбыҙ, Башҡорт дәүләт университеты, Республика мәғарифты үҫтереү институты, бөгөнгө көндә Өфө күп профилле һөнәри колледждар ғәйәт ҙур роль уйнаны, тип әйтә алам.Уҡытыусы ҡайҙа эшләһә лә үҙ эшенә намыҫ менән ҡарарға, һөнәри, методик йәһәттән көндән-көн үҫә барырға тейештер, аҡыл эйәләрен ҡабатлаһаҡ: уҡыуҙан, үҫеүҙән туҡтаһаң, уҡытыусы булыуҙан туҡтайһың бит! Ғүмер буйы ошо принциптарға яуап бирергә ынтылдым. Иң ҡыуаныслыһы: улдарым һәм килендәрем барыһы ла уҡытыусы һөнәрен һайланы, уңышлы эштәр күрһәтте. Ике туғандарымды ла ҡушһаҡ – үҙе бер педколлектив! Шуға күрә Уҡытыусы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам!

          Остазлыҡ юлымда бихисап йәмәғәт эштәрен әле лә теләп башҡарам, улар, бөтәһе бергә йыйылып, тиҫтәгә яҡын булып киткән. Йәш коллегаларым ҡолаҡ һалһын ине тим, уҡытыусының тамам формалашыуы дәрес биреүҙәр менән генә бөтмәй, ысын педагог халыҡ араһында булһын, кешеләр менән йышыраҡ аралашһын, өйрәнһен, уларҙың талап-хәстәре менән йәшәһен, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаһын ул. Тик шул сағыңда ғына һин уҡытыусы исемен намыҫ менән йөрөтәһең. Бөгөн колледжда буласаҡ башланғыс класс уҡытыусыларына һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәренә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытам, уларҙың барыһы ла тиерлек мәктәпкә, балалар баҡсаһына барырға ынтылып тороуында минең дә ролем барҙыр тип, икеләнмәй әйтә алам...

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас