

Маҡсат: уҡыусыларҙа әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы, интеллектуаль-уйын эшмәкәрлегенә йәлеп итеү аша танып белеүгә ынтылышты үҫтереү. Командала эшләргә, уйын эшмәкәрлеге аша фекер һәм белем менән уртаҡлашырға өйрәтеү.
Уйынға әҙерлек: классик доминоға оҡшаш, әммә һәр яртыһындағы нөктәләр урынына яҙыусы тураһында мәғлүмәт яҙаһығыҙ.
Эшләү варианттары:
Уйын барышы:
Ҡатнашыусыларҙы 2 командаға тигеҙ итеп бүләһегеҙ. Һәр командаға бер үк карточкалар йыйылмаһын (мәҫәлән, 15 – 20 карточка) таратығыҙ. Һайланған ваҡытҡа таймер ҡуйырға онотмағыҙ (мәҫәлән, 10 – 15 минут) йәки сылбыр тамамланғансы уйнағыҙ.
Һөҙөмтәләрҙе тикшереү:
Алып барыусы һәр команданың эшен хатаға тикшерә. Һәр хата өсөн командаға штраф ваҡыты (мәҫәлән, +30 секунд) йәки балл (мәҫәлән, -1 балл) ҡуйыла.
Балдарҙы иҫәпләү һәм еңеү:
1-се Вариант (ваҡытҡа): сылбырҙы тиҙерәк һәм иң аҙ хаталар менән тамамлаған команда еңә. Ваҡыт секундомер буйынса теркәлә.
2-се Вариант (балл системаһы): Һәр дөрөҫ тоташтырылған пар өсөн 2 балл; хата өсөн -1 балл; иң күп мәрәй йыйған команда еңә.
Уйынды тамамлау. Еңеүселәрҙе билдәләү. Был үҙенсәлекле әҙәби домино уйынын һәр кем уйнай ала.