Федераль дәүләт белем биреү стандарттары уҡытыусыларға заманса фекерләүсе уҡыусылар тәрбиәләү маҡсаты ҡуя. Ә был инде яңыса эш, ижади ҡараш талап итә.
Белем биреү менән бер рәттән, балаларға ижади фекерләүҙең, белемде практик үҙләштереүҙең мөһимлеген аңлатырға кәрәк. Бының өсөн эҙләнеүҙе талап итеүсе эш төрҙәрен файҙаланыу мөһим. Һөҙөмтәлә уҡыусыларҙа телгә ҡыҙыҡһыныу, ижади һәм логик фекерләү, үҙ уйыңды яҡлай белеү сифаттары үҫешә.
Үҫтереүсе уҡыу системаһының авторҙары белемде формалаштырыуҙа ижади эш төрҙәре һөҙөмтәле тип иҫәпләй. Яңы материал уҡыусыға ятлап өйрәнеү өсөн генә түгел, ә артабан тормошта ҡулланыу өсөн бирелергә тейеш, тип раҫлай улар. Бала бары үҙенең эшмәкәрлеге, үҫеше барышында ғына шәхес булараҡ формалаша. Шуға күрә интеллектуаль үҫеш өсөн уҡыу-үҙләштереү асылын булдырырға кәрәк.
Һеҙҙең иғтибарға яҙма һәм һөйләү телен үҫтереүгә ҡоролған “Беҙ ҡышты яратабыҙ” темаһына фекерләү иншаһы яҙыу буйынса оҫталыҡ дәресе тәҡдим итәм.
Маҡсат. 1. Уҡыусыларҙы хикәйәләгән предмет һәм күренештәргә ҡарата үҙ мөнәсәбәтен, баһаларын белдерергә өйрәтеү. 2. Тыуған яҡ тәбиғәтенә һоҡланыу, яратыу хистәре тәрбиәләү.
Инша яҙыу өсөн ҡыш тураһында картиналар, видеопрезентация ҡулланырға мөмкин.
Ижади эште башҡарыу өсөн әҙерлек алдағы дәрестәрҙә үк башлана. Әҙерлек маҡсатында ҡыш тураһында хикәйәләр, шиғырҙар уҡыла, күнегеүҙәрҙәге һөйләмдәр, әңгәмәләр ҙә ҡыш темаһына арнала. Уҡыусылар ҡыш темаһының лексикаһын үҙләштерә, шулай итеп, бер нисә дәрестә темаға ярашлы һүҙҙәр туплана. Мәҫәлән, исемдәр: ҡыш, ҡар, һыуыҡ, ҡар бөртөгө, бәҫ, боҙ, ел, буран, көрт, сана, саңғы, ҡар бабай, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, ағастар.
Ҡылымдар: етте, килде, яуа, туңды, шыуа, уйнай.
Сифаттар: һалҡын, һыуыҡ, ынйылай, ап-аҡ, саф, етеҙ, ҡапланған.
Артабан бирелгән һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр төҙөлә.
1. Исем һәм ҡылым: ҡыш килде, ҡар яуа, боҙ туңа, ел һыҙғыра, көрт өйөлә.
2. Сифат һәм исем: һыуыҡ ҡыш, ап-аҡ ҡар, ялтыр боҙ, етеҙ сана.
3. Исем, ҡылым, сифаттар ҡулланып һөйләмдәр төҙөлә:
Һыуыҡ ҡыш килде. Ап-аҡ ҡар яуа. Әсе ел һыҙғыра.
4. Һөйләмдәр тулыландырыла, телмәргә эпитет, сағыштырыуҙар, рәүештәр индерелә.
Ҡыш килде. Һыуыҡ ҡыш килде. Ҡапыл ҡыш килде. Быйыл ҡыш ҡапыл килде. Быйыл ҡыш ҡапыл ҡарҙарын, бурандарын уйнатып килде.
Һөйләмдә һүҙ тәртибенә, уның тулыраҡ, матурыраҡ яңғырауына иғтибар итәм. Орфограммалар өҫтөндә эш ойошторам. Ижади дәрескә килгәндә, әҙерлек курсы үтелгән, уҡыусылар һүҙлек запасы туплаған була. Шуға ла инша яҙыу барышында һүҙлек эшенә, фонетик-орфоэпик күнегеүҙәргә айырым туҡталмайым.
Иншаны ике дәлилле фекерләү иншаһы тип атайым, был яңылыҡ түгел. Әммә беҙ рус мәктәптәрендә күберәк ябай иншалар ғына яҙырға күнеккәнбеҙ. Рус теле дәрестәрендә иһә бындай иншалар йыш яҙыла. Уҡыусылар фекерҙәрен рус телендә асыҡ итеп әйтә, дәлилләй, факттар килтереп һөйләй белә. Федераль дәүләт белем биреү стандарттары тап ошондай иншаларҙы күҙ уңында тота. Ләкин башҡорт телендә иркен сығыш яһарға уҡыусыларҙың һүҙ байлығы, телмәр практикаһы етешмәй. Әгәр фекерләү иншалары күберәк яҙылһа, уҡыусылар үҙ фекерҙәрен башҡортса иркен әйтергә өйрәнерҙәр ине.
Йыһазландырыу. “Ҡыш” миҙгеле һүрәтләнгән картина.
Уҡыусыларҙың белемдәрен актуалләштереү. (Слайдта ҡыш миҙгеле һүрәтләнгән картиналар күрһәтелә.)
– Әҙәбиәт дәрестәрендә беҙ “Бурай-бурай ҡарҙар яуа” темаһына шиғырҙар, хикәйәләр уҡыныҡ. Ниндәй әҫәрҙәр ине, иҫкә төшөрәйек. (В. Әхмәҙиевтың “Ҡышҡы урманда”, Ғ. Рамазановтың “Яңы йыл килә” шиғырҙары, М. Кәримдең “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта” хикәйәһе.)
(“Ҡышҡы урманда” темаһына яҙылған бер-ике инша слайдта күрһәтелә, уҡыла.)
• Ҡышҡы урмандың үҙ нәфислеге бар. Ҡояшлы иртәләрҙә ул айырыуса матур, айырыуса гүзәл. Суҡлы аҡ шәл бөркәнгән зифа ҡайындар бигерәк һылыу. Улар мәңге йәшел шыршылар эргәһендә ғорур ҡиәфәт менән баҫып торалар.
Елһеҙ аяҙ көндәрҙә урман бигерәк тә тын. Етеҙ ҡоштарҙың өҙлөкһөҙ һыҙғырыуы, тынғыһыҙ тумыртҡаның туҡылдауы ғына тынлыҡты боҙа.
Яңы ғына яуып киткән ап-аҡ ҡар күҙҙәрҙе сағылдыра. Аҡһыл зәңгәр күктә ҡояш йылмая. Уның нурҙары аҫтында аҡ ҡанатлы ҡар бөртөктәре аҫылташ кеүек емелдәй.
Йәшел кейемдәргә төрөнөп, шаулап торған урман хәҙер, тәрән уйға талған кеүек, тып-тын. Ул ҡараһыу һорғолт төҫкә сумып ултыра. Тик ылыҫлы ағастар ғына уға урыны-урыны менән йәшкелт төҫ биреп торалар.
• Ҡыш башланды. Ябалаҡлап ҡарҙар яуа. Дала өҫтө елһеҙ. Тыныс ҡына беренсе ҡар яуа. Улар ҡараһыу болоттарҙан төшәләр ҙә бер урындан икенсе урынға күсәләр. Ҡар бөртөктәре, бер-береһенә һырығып, ер өҫтөнә яйлабыраҡ урынлашырға тырышалар. Мамыҡ кеүек беренсе ҡар яуа.
• Ҡыш. Ап-аҡ бәҫкә төрөнөп, ағастар йоҡоға талған. Ҡупшы шыршылар ғына керпектәрен аҡ ҡар менән буяп, Яңы йылды көтөп, әкрен генә йырлашып ултыра. Ауылдан алыҫ түгел тауҙа балалар сана шыуа. Тау башында бик матур Ҡарһылыу ултыра. Ул тирә-яҡты һоҡланып күҙәтә. Үҙе шат. Шатланмаҫлыҡмы ни?! Күпме дуҫтары бар уның!
– Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә эшләйәсәкбеҙ? (Инша яҙабыҙ, сөнки иншалар тыңланыҡ.)
– Инша ниндәй темаға буласаҡ һәм ни өсөн? (Ҡыш тураһында шиғырҙар һәм хикәйәләрҙе иҫкә төшөрҙөк, ҡыш миҙгелен күрһәтеүсе картиналар эленгән, тимәк, инша ла ошо темаға буласаҡ.)
– Нимәләр эшләргә кәрәклекте дөрөҫ аңланығыҙ. Ә инша, хикәйә яҙыу беҙгә ни өсөн кәрәк? (Ул беҙҙең телебеҙҙе байыта, фекерләүҙе үҫтерә.)
– Инша яҙыу барышында беҙ тема буйынса фекер алышырбыҙ, ҡыш миҙгеле ни өсөн оҡшай икәнлеген аңлатырбыҙ. Бының өсөн беҙгә үтелгән шиғыр һәм хикәйәләрҙе иҫкә төшөрөргә кәрәк булыр. Ул текстарҙа осраған эпитет, сағыштырыу, һүҙбәйләнештәрҙе инша яҙғанда ҡуллана алаһығыҙ.
2. “Ҡыш” картинаһы өҫтөндә эш.(Ҡышҡы урманды һүрәтләгән картиналар күрһәтелә.)
– Картинаға иғтибар итегеҙ. Рәссам картинаны нисек һүрәтләгән? (Ҡыш матур, һоҡланғыс, тылсымлы...)
– Ҡар тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Бөтә ер өҫтөн мамыҡ ҡар ҡаплаған.)
– Ни өсөн ҡар мамыҡҡа оҡшаған? (Сөнки ул йомшаҡ.)
– Ҡар тағы ла ниндәй? (Ынйы бөртөктәренә оҡшаған.)
– Ағастар ниндәй? (Ағастар ҡупшыланған, биҙәнгән.)
– Улар нисек ҡупшыланған? (Аҡ ебәк шәл ябынып (бөркәнеп), урман аҡланына сығып ултырғандар.)
– Был йәмде, матурлыҡты урманға нимә биргән? (Ҡыш биргән.)
– Урман ниндәй? (Тылсымлы, әкиәттәге һымаҡ.)
(Яуаптар барышында аңлашылмаған, таныш булмаған һүҙҙәр таҡтаға яҙыла, орфограммалар күрһәтелә.)
3. Фекерләү иншаһының төҙөлөш таблицаһы өҫтөндә эш.
– Уҡыусылар, мин һеҙгә иншаны ике өлөшкә бүлергә тәҡдим итәм. Беренсе киҫәк – төп фекер. Икенсе киҫәк – төп фекерҙе дәлилләү. Бындай төр эштәрҙә күберәк сөнки, ә, йәиһә теркәүестәре һәм шуға күрә, шулай бит һүҙҙәре ҡулланыла.
4. Инша өсөн текст төҙөү.
– Иншаның төп фекерен нисек билдәләйбеҙ, формалаштырабыҙ? (Беҙ ҡышты яратабыҙ, сөнки ул – иң матур һәм күңелле йыл миҙгеле.)
5. Беҙ нимәне дәлилләйбеҙ? (Ҡыш – иң матур йыл миҙгеле. Ҡыш – иң күңелле йыл миҙгеле.)
А) Тәүҙә ҡыштың иң матур йыл миҙгеле булыуын дәлилләйек.
Ҡыш – иң матур йыл миҙгеле, сөнки … (Һорауҙар алдан таҡтаға йәки таблицаға яҙыла, уларға яуап бирелә.)
Һорауҙар (Ҡыш – иң матур йыл миҙгеле) | Терәк һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр |
Ҡырҙар, урмандар, тауҙар ниндәй ҡар менән ҡапланған? Йылғала боҙ нисек ялтырай? Шыршылар ниндәй күлдәк кейеп ултыралар? Башҡа ағастар тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? Уларҙың ботаҡтары ниндәй? Ҡыҙыл төймәһен таҡҡан миләш нимә ябынған? Ҡыш көнө ниндәй ҡоштар беҙҙең яҡтарҙа ҡала? Ҡарҙағы эҙҙәр нимә тураһында һөйләй? | Мамыҡтай, аҡ. Көҙгөләй, гәлсәрҙәй. Ҡупшы шыршылар йәшел шәлдәрен ябынғандар, биҙәнгән нарат... Көмөш кеүек аҡ тун, ҡар бүректәр кейгәндәр. Көмөш бәҫ менән ҡапланған. Ялтырауыҡлы аҡ шәл ябынған. Турғайҙар, матур ҡыҙылтүштәр, йырсы… Ҡуян эҙҙәре, бүре эҙҙәре, төлкө ҡойроғо менән эҙҙәрен юйып бара |
(Беренсе киҫәк уҡыла, дәфтәргә яҙыла. Икенсе киҫәк өҫтөндә эш башҡарыла.)
Һорауҙар (Ҡыш – иң күңелле йыл миҙгеле) | |
Ҡыш көнө нимәләрҙә шыуып була? Ниндәй уйындар уйнайһығыҙ? Ҡыш көнө ниндәй байрамды ҡаршы алабыҙ? | Санала, саңғыла, конькиҙа. Ҡар бабай яһайбыҙ, тауҙан сана шыуабыҙ, ҡар бәрешеп уйнайбыҙ… Яңы йыл байрамын |
III. Иншаны нисек тамамларға мөмкин? (Картинала матур ҡышҡы урман һүрәтләнгән. Миңә был картина бик оҡшай...)
V. Иншаларҙы тикшереү. Баһалау.
VI. Иң яҡшы иншаларҙы уҡыу.
Раевка ауылы гимназияһы уҡытыусыһы