Бөтә яңылыҡтар

«Мин бары тик бер тамсыһы ғына Йәйрәп ятҡан башҡорт еренең…»

Кластан тыш сара

Шиғриәтебеҙҙә үҙенең күркәм ижады менән айырылып тороусы шағирҙарыбыҙ бик күп. Шуларҙың береһе – Зөлфиә Ханнанова. Шағирәнең байтаҡ китап­тары донъя күрҙе, ижады уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы. Әҙибәнең тәрән фәл­сәфә һәм хис-тойғо, фекер ҡеүәһе менән һуғарылған шиғриәтен яратып уҡыу­сылар байтаҡ.

Зөлфиә Ханнанова шиғриәтендә ҡатын-ҡыҙҙың уй-кисерештәре, заманы­быҙ шаңдауы сағыу образдар һәм һутлы тел аша бирелә. Шағирәнең «Бәйге» (1993), “Килен тәңкәһе” (2004) шиғыр йыйынтыҡтары, “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдары, “Йәшлек”, “Башҡор­тос­тан” гәзиттәре биттәрендә баҫылған шиғри шәлкемдәре үҙҙәренең ҡанатлы рухы һәм саялығы менән үҙенсәлекле. Уҡыусы­лары араһында ла шағирә ижады менән һоҡланыуы ишетелә килә, уның хис-тойғоға бай әҫәрҙәренең үҙенсәлеге билдәләнә.

Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Зөлфиә Ханнанованың шиғриәте буйынса кластан тыш сара өлгөһө тәҡдим итәбеҙ.

Маҡсат: Зөлфиә Ханнанованың тор­мо­шо һәм ижады хаҡында мәғлүмәт биреү; уҡыусыларҙа шағирә ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, әҫәрҙәре аша илһөйәрлек, телһөйәрлек, рухи камил­лыҡ, әхлаҡ тәрбиәһе биреү.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

1) предмет: шағирәнең ижад донъяһы аша поэтик төшөнсәләрҙе үҙләштереү, шиғри ижадтың асылын танырға өй­рәтеү;

2) шәхсән: уҡыусы шәхесенең пат­риотик, игелекле булыу, шәфҡәт­лелек, халыҡ мәҙәниәтен хөрмәт итеү кеүек сифаттарын тәрбиәләү;

3) метапредмет: төркөмләп эшләү күнекмәләрен формалаштырыу, үҙ фе­ке­реңде иҫбатлай алыу, әңгәмәлә ҡат­нашыу һәләттәрен үҫтереү.

Яңы технологиялар: информацион-коммуникатив һәм тәнҡитле фекерләү, проект технологиялары.

Уҡыусы эшмәкәрлеге: Зөлфиә Хан­нанованың шиғри шәлкемдәре менән танышыу, проекттар әҙерләү.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге: сараны планлаштырыу һәм ойоштороу, Зөлфиә Ханнанованың биографияһы һәм ки­таптары хаҡында материалдар йыйыу, күргәҙмә ойоштороу, уҡыусыларҙы сы­ғыш­тарға әҙерләү, уҡыусыларҙың дәрес­кә әҙерлеген тикшерә барыу.

Методтар: әңгәмә, тикшеренеү.

Йыһазландырыу: мультимедиа проек­торы, интернет селтәре һәм компьютер, шағирәнең китаптар күргәҙмәһе.

Сара барышы

Ойоштороу мәле (мотивация).

Уҡытыусы З. Ханнанова шиғырын тасуири уҡый:

Үтәйемсе атта елеп

Тау-урманды, ялан-ҡырҙы,

Саялығым – нәҫелемдән,

Мин бит әле башҡорт ҡыҙы!

(“Мин бит әле башҡорт ҡыҙы”)

– Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар! Бөгөн беҙҙең сарабыҙ шиғриәтебеҙҙе утлы, ялҡынлы сағыулығы менән бал­ҡытҡан Зөлфиә Ханнанова ижады ха­ҡында булыр. Башҡорт ҡатын-ҡыҙын ни өсөн батыр һәм сая тибеҙ? Тарихтан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында ниҙәр беләбеҙ?

–Башҡорт ҡатын-ҡыҙы ир-ат менән яу сапҡан, үҙенең сыҙамлығы һәм баҫалҡылығы менән таң ҡалдырған.

– Афарин, балалар! Башҡорт ҡатын-ҡыҙының көрәшсән рухы хаҡында 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһындағы хәти­рәләрҙән дә беләһегеҙ.

Инеш һүҙ.

– Бөгөн һүҙ барасаҡ Зөлфиә Хан­на­нова шиғриәте ҡатын-ҡыҙҙың нескә күңеле, хистәре менән балҡып торһа, икенсе яҡтан, заманыбыҙҙҙың көсөр­гә­неш­ле һулышын үҙендә йөрөтә. Шағирә ябай башҡорт ҡыҙы ғына түгел. Быуаттар буйына башҡорт ҡатын-ҡыҙы ир-ат ме­нән бергә атҡа менеп яу сапҡан, дошман илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән, саялы­ғы менән дан алған. Илгә ҡур­ҡыныс килгәндә, Зөлфиә Ханнанова ла атҡа менеп батырҙар менән иңгә-иң терәшеп ҡаршы көрәшер яугир кеүек. “Инә бүре” ши­ғы­рында яҙғанынса, ул үҙендә ырыу­ҙаш­тары менән бер ҡан ағыуын, инәлек бурысын тоя:

Тиңләмәгеҙ аҡҡоштарға,

Күммәгеҙ алҡыштарға,

Иҫем китмәй сәхнәләрҙә

Уйнаған балҡыштарға.

Тауҙар үре булған саҡта

Нимә ул сәхнә түре?

Аҡҡош булғым килмәй минең,

Булғым килә күк бүре.

(“Инә бүре”)

Проекттар яҡлау.

1-се уҡыусы: Зөлфиә Ханнанованың тормош һәм ижад юлы.

Зөлфиә Миндебай ҡыҙы Ханнанова — башҡорт шағиры, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы (2004) һәм Рәмзилә Хиса­митдинова исемендәге әҙәби премия лауреаты (1996), Башҡортостан Рес­пуб­ликаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре (2008), Рәсәйҙең һәм Башҡор­тос­тандың Яҙыусылар союздары ағзаһы (1995).

Ул 1970 йылдың 1 ғинуарында Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында тыуған. Һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, уҡыуын Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интерна­тында дауам итә. Башҡорт дәүләт уни­вер­ситетының филология факультетын тамамлағас, Белорет районында балалар уҡыта. Аҙаҡтан Өфөгә күсеп килеп, «Шоңҡар» журналында бүлек мөхәр­ри­ре, Киров районы хакимиәтенең мә­ҙә­ниәт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлек етәксеһе булып эшләй. Бөгөн ул Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралы­ғында телдәр сәйәсәте бүлеген етәкләй.

Зөлфиә Ханнанова әҙәбиәткә Баш­ҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында килә, факультеттың «Шоң­ҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Шағирә халҡына әйтер һү­ҙен дүрт шиғри йыйынтыҡҡа индергән.

Күп hанлы шиғырҙарында яңғыраған ҡатын-ҡыҙ, әсәлек тойғолары байтаҡ ҡына мәҡәләләрендә лә төп урын алып тора. Уның геройҙары яҙыусы, актер, йырсы, бейеүсе, ғалим, спортсы булhын­мы – hәр ваҡыт ғаилә мөнәсәбәттәре, бала тәрбиәләү мәсьәләләренә лә иғти­бар итмәй ҡалмай. Ижад юлындағы эҙ­ләнеүҙәр, табыштар тураhында hөйләшеү менән бергә, автор әңгәмәләшен урын­лы, аҡыллы hорауҙары менән hиҙмәҫтән генә лирик юҫыҡҡа төшөрә белә.

2-се уҡыусы: Зөлфиә Ханнанова ижа­дында төп темалар.

Шағирә уҡыусының күҙ алдына заман hулышын hиҙгер тойған, уның тиҫкәре яҡтарына битараф булмаған ил ҡыҙы булып килеп баҫа. Милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашындай шәхестәренең бәҫен артабан күтәреү, тарих һәм халыҡ яҙмышы, әхлаҡ мәсьәләләре hәм башҡа дөйөм кешелек проблемаларына арналған шиғырҙары, поэмалары күңелгә үтеп инә, хәтергә hеңә.

Зөлфиә Ханнанованың 1993 йылда сыҡҡан “Бәйге” тип аталған шиғырҙар йыйынтығында байтаҡ үҙенсәлекле ижад емештәре тупланған. Ғәжәйеп юлдар ижад ителгән шиғриәт донъяhында үлсәүҙәр башҡараҡ шул – уныhы раҫ. Шағирә үҙенең ашҡыныу сәбәптәренә ғәжәпhенеп, шундай hорау ҙа биреп ҡуя:

...Анау хәтлем оҙон ҡыштар.

Йәнем – тотҡон. Ҡасыр ине ул да,

Ташлап китер мәле етмәгән.

Әле уның күрер ҡайғылары,

Күрер шатлыҡтары бөтмәгән.

(«Ҡот» поэмаһынан)

Дөрөҫ hиҙенә шағирә: ул донъяны образдар, төҫ-биҙәктәр, үҙенә генә хас моң монары аша hүрәтләү ҡеүәhе менән башҡаларҙан айырылып торған илаhи заттан. Юҡhа, “Ҡот” поэмаһында ул донъя­­ның аһ-зарын тойоп һағышлы уй­ҙарға бирелмәҫ ине. Шиғриәт – ул ижад­сының талант көсө тарафынан тыуҙы­рылған hәм мәңгеләштерелгән күңел торошо, унда барыhы ла мөмкин, бөтәhе лә ихтимал.

Шағирәнең hөйөү ҡанаттарында талпынған күңел моңдарынан уңышлы юлдарҙы, баҙыҡ образдарҙы бик күп килтерергә булыр ине. Шиғырҙарҙа, асыл­да, ҡатын-ҡыҙҙың ерҙәге төп вази­фаhы булған әсәлек hәм уға ҡағылышлы уй-кисерештәргә ҡоролған фекерҙәр тупланған. Быны шиғырҙарҙың исем­дә­ре­нән үк тоҫмалларға була: «Беҙ икебеҙ», «Ике һағыныу» hәм башҡалар.

Проекттар буйынса уҡыусыларҙан уны яҡлаусыларға һорауҙар:

– Зөлфиә Ханнанованың йәмәғәт эш­мәкәрлеге ижадында нисек сағылыш таба?

– Шағирә ижадына ниндәй темалар хас?

– Әҙибәнең ниндәй китаптары менән танышһығыҙ?

Шиғырҙарын уҡыу һәм тәнҡитле фекер алышыу.

1-се уҡыусы:

Башҡортостан –

Хазиналар иле:

Аяҡ аҫтым тоташ йәшмәнән,

Ә күктәрҙә күпме шағир һүҙе

Утлы йәшен булып йәшнәгән!

(“Бәхетемдер, тимен…”)

– Уҡыусылар, шағирәнең шиғырҙа­рында ниндәй ҡапма-ҡаршылыҡ, ҡаршы ҡуйыуҙар бар? (Шағирә байлыҡ һәм шағир һүҙен ҡаршы ҡуя. Ошо фекерҙе дауам итеү.)

– Һеҙ был ҡапма-ҡаршылыҡты нисек аңлайһығыҙ? (Шағир һүҙе илен һаҡлау өсөн йәшен булып йәшнәй, уның байлыҡ­тарына ҡул һуҙыусылар күп.)

2-се уҡыусы:

Һауаларҙа оса инә бөркөт,

Аҡлы ҡаурыйҙары нисә икән?

Мал-тыуарым ишле, донъям етеш,

Йәнкәйемде ниҙәр киҫә икән?!

Инә бөркөт кеүек ҡанат ҡаҡ та

Тотош илкәйеңде иңләп сыҡ.

Миңә бары ниҙер етмәҫ һымаҡ,

Таба алмаҫ йәнем тыныслыҡ.

(“Инә бөркөт”)

– Шиғыр – ижадсының фәлсәфәүи уйланыуҙары емеше. Шағирлыҡ тураһында ниндәй уйҙар хас был шиғырға? (Шағир күңеленең тынғыһыҙ мәле тасуирлана.)

– Балалар, һеҙҙең шиғыр ижад иткә­негеҙ бармы? Илһам осҡоно ниндәй саҡтарҙа килә? (Шиғри ижад хаҡында фекер алышыу.)

3-сө уҡыусы:

Илаһи зат инең һин үҙең дә,

Мин дә түгел ябай ер ҡыҙы.

Ғашиҡтарға айҙы бүләк итеп,

Йәрһеҙҙәргә һондоҡ йондоҙҙо.

– Мөхәббәт кисерештәре бик күркәм был шиғырҙа. Шағирә һөйөү хисен нисек һүрәтләй? (Зөлфиә Ханнанова был ши­ғырында мөхәббәтте илаһи хискә тиңләй. Уны ай һәм йондоҙ образдары аша йәшәүгә теләк, өмөт менән сағыштыра.)

– Афарин, балалар! Шағирәнең өс шиғыры менән танышып, уның шиғри донъяһына күҙ һалдыҡ. Һеҙ өйҙә лә уның шиғырҙары менән танышҡайнығыҙ. Хә­ҙер Зөлфиә Ханнанова ижады бу­йынса ҡурай сәскәһен балҡытайыҡ.

Экранда ете таж, уның һәр өлөшөндә Зөлфиә Ханнанова шиғырҙары бирелгән. Уҡыусылар шиғырҙарҙы тасуири уҡый, уларҙы темалары буйынса туплап, тажды бергә йыя.

1-се таж: Тыуған ил темаһы.

2-се таж: мөхәббәт һәм һөйөү.

3-сө таж: ғүмер һәм йәшәү мәғәнәһе.

4-се таж: кеше һәм тәбиғәт мөнә­сәбәттәре.

5-се таж: әсә һәм бала.

6-сы таж: халыҡ һәм тел яҙмышы.

7-се таж: ҡатын-ҡыҙ яҙмышы.

Йомғаҡлау.

– Зөлфиә Ханнанова ижадына сәйә­хәтебеҙ аҙағына ла килеп етте. Ил йөгөн иңендә тартыусы шағирә поэзияһында илһөйәрлек, ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге, хисле күңеле сағыу-сағыу образдар аша уҡыусы күңеленә үтеп инә. Гәзит-журнал биттәрендә донъя күргән шиғри шәлкем­дәрендә, “Бәйге”, “Килен тәңкәһе” шиғ­ри йыйынтыҡтарында шағирәнең йә­шәйешкә, донъялағы урынын эҙләүгә, тыуған иленә, һөйгәненә, бала­ларына арналған күп һанлы шиғырҙары туп­ланған. Зөлфиә Ханнанова ижады менән танышып, күңелегеҙгә изге нурҙар йый­ғанһығыҙҙыр, тип уйлайым, шиғриәттән айырылмағыҙ, уҡыусылар!

Мине дарға аҫып ҡуйһалар ҙа,

Шыбырлар бит күкһел иренем:

“Мин бары тик бер тамсыһы ғына

Ҡанһыраған башҡорт еренең!”


М.З. МУЛЛАҒОЛОВА,
Ҡыпсаҡ-Асҡар урта мәктәбенең директор урынбаҫары


Әҙәбиәт

Зинәтуллина Л.Р. Мин бары тик бер тамсыһы ғына йәйрәп ятҡан башҡорт еренең (З. Ханнанова шиғриәте хаҡында) // Ватандаш, 2013, №5. – 156 – 167-се бб.

Ханнанова З. Бәйге: шиғырҙар. – Өфө: Китап, 1993. – 259 б.

Ханнанова З. Килен тәңкәһе. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө: Китап, 2004. – 210 б.
Читайте нас: